Әҙәбиәт
1 Сентября 2020, 02:54

ХАЛЫҠ ИСЕМЕНӘН ҮС АЛЫУСЫЛАР

Баҫыуҙан ауылға таҡыр һуҡмаҡ алып бара, кукуруз баҫыуы бөткәс, ул ауыл осона борола. Ләкин халыҡ өсөн ғәҙәттәге был юл хәҙер бигерәк тә оҙон күренде. Снайпер ҡушаматлы Иван тураға үтер өсөн боролдо. Өҫтәүенә, яҡын-тирәлә бер кем дә күренмәй, ә бында кукуруз, хәйер, уларҙың бөлгән колхозындағы бөтә ерҙәге һымаҡ, йүнләп үҫмәгән. Юл буйындағы баҫыуҙы иҫәпләмәгәндә.

Түрә-ҡараның күҙен буяу ниәтенән, ул баҫыуҙы рәйес, шулай уҡ бригадирҙар ҙа ныҡ хәстәрләп ҡараны. Арышты ла, яҙғы культураларҙы ла, картуфты ла, куруруз һымаҡ, ҡайғыртманылар. Шулай ҙа ул бындағы хәйерһеҙ көлһыу тупраҡта үҫергә теләмәне.
Кукурузды ҡайғырттылар, әммә шулай ҙа малға, ҡышҡылыҡҡа бесән туплау бик үк еңел булмаһа ла, бесән ашаттылар. Барыһынан элек, уны әҙерләрлек ер бөттө – эшкә яраҡлы аҙ-маҙын да шул уҡ кукуруз өсөн һөрҙөләр, һаҙлыҡтар менән ерек әрәмәлектәре генә ҡалды. Иван-Снайпер ерек ҡыуаҡтары араһындағы үҙ биләмәһен сапты, әммә түңгәктәр һәм төпһәләр араһында ыратып булмай, яурындарың һыҙлағансы сал­ғыңды һелтәйһең генә. Үс иткәндәй, ирҙең тартырына бөттө, кисте көскә еткерҙе. Ҡояш урманға ауышҡас, ҡәһәрле сабынлыҡҡа төкөрҙө лә, салғыһын иңбашына һалып, ҡайтырға һөйрәлде. Һырмаһында кисә башланған “Прима” ҡабы ятыуы иҫенә төштө.
Итектәрен шаптырлатып, тәпәш кукуруз араһынан уйлана-уйлана атланы. Яҙҙан уҡ ҡатҡан кукуруздың көҙгә өлгөрөүе икеле, силосҡа сабырҙар. Ғөмүмән, был көлһөу тупраҡта элекке, колхозға тиклемге, йылдарҙа ла иген йүнләп үҫмәне. Иван яҙ көнө тиреҫ өйөмдәрен таратҡанда атаһының мығырлауын онотмаған әле: күпме генә ашлама – уңыш булмаясаҡ. Ере шундай. Кукуруз баҫыуынан ары, алыҫ та түгел, уларҙың ере бар ине. Үҫмер Иван унда беренсе тапҡыр устарына һабандың шыма тотҡаһын ҡыҫып, тәүге бураҙнаһын ярҙы. Маҡтауға һаран атаһы улын хупланы: йәнәһе, хужа булыр, ерҙе ҡалдырырлыҡ кеше бар. Шулай ҙа унан хужа килеп сыҡманы – снайпер сыҡты. Ә ер, үҙенең элекке хужаһы кеүек үк, бер кемгә лә кәрәкмәне, уны киләһе ҡышта ҡулға алдылар. Ғаиләләге иң өлкән үҫмер Иванға атаһының ере түгел, ә иртәнән кискәсә һыуыҡ мейес башында ултырған һәр ваҡыт ас өс туғанына картуф бешерергә һәм өйҙө йылытырға утын кәрәгерәк булып сыҡты. Ул ҡулына балта тотоп, ауыл осондағы әрәмәлеккә барҙы, бер нисә еректе ҡырҡып, ҡарҙан һөйрәп, өйгә алып ҡайтты. Ул ваҡытта ла, һуңынан да Иван атаһы – Польша шымсыһы тураһында – уйламаҫҡа тырышты, хатта хәтеренә төшөрмәне – уның өсөн оялды. Бер ваҡыт районға саҡырып, “енәйәт составы булмағанлыҡтан аҡлау” тураһында сәйер ҡағыҙ тотторғанға тиклем шулай дауам итте. Тағы бер йыл уҙғас, райфонан 650 һум аҡса алды. Атаһы үлгән өсөн. Ҡырҡ икенсе йылда йөрәк өйәнәгенән вафат булды, тип яҙылғайны ҡағыҙға. Ул аҡсаға Иван-Снайпер үҙенә яңы һырма һәм бер шешә “Московская” араҡыһы алды. Атаһының рухын хәтерләргә.
Ауыл осонан уҙғас, Иван кәртә аша Беҙгә баҡсаларына һикереп төштө. Картуф бураҙналары буйлап аҙбарға йүнәл­гәнсе, ғәҙәтенә ингәнсә, һыңар күҙе баҡсаны байҡаны – берәй ерҙә тауыҡ­тар күренмәйме? Икенсе күҙе юҡ ине, партизанлыҡта йөрөгәндә ярсыҡ эләгеп аҡҡайны, һуғыштан һуң госпиталдә быяла күҙ ҡуйҙылар. Ләкин быяланы Иван яратманы, уны бик һирәк, районға барырға йыйынғанда йәки докторҙарға инвалидтар комис­сияһына юлланғанда ғына ҡуйҙы, ә комиссияға йылына бер мәртәбә даими саҡырып торҙолар. Өй тирә­һендә һыңар күҙе лә етте, ике күҙ­леләрҙән насар күрмәне. Бына әле лә баҡсала ҡатыны Стасяны шунда уҡ шәйләне. Ул туңҡайып, сөгөлдөр түтәлдәрендә соҡона ине. Ирен күргәс, турайҙы, бер килке ҡарап торҙо, күрәһең, ни өсөн иртә ҡайтты икән, башҡа ир-ат әле сабынлыҡта бил яҙмай эшләй, тип аптырағандыр.
– Нимә, сабып бөттөңмө?
– Әллә һиңә ҡалдырған тиһеңме?..
Ҡатын уның кәйефен һиҙеп ҡалып, ниңә томһайғанын белмәһә лә, өндәшмәне. Ир ҡатынына бер нәмә лә аңлатып торманы, һүҙһеҙ генә сал­ғыһын мөйөшкә ҡуйҙы ла яңы һырмаһы ишек яңағына элеүле торған соланға инде. Әммә һырма кеҫәләре буш ине, ул ике көн элек Бүре ҡулында Леплевский менән эскәндә ҡапты тартып бөтөргәндәрен шунда уҡ иҫенә төшөрмәне. Ниндәй сәбәптән эстеләр һуң?.. Иван-Снайпер табынды ни сәбәпле ҡорғандарын да иҫләй алманы, сөнки ул яҙҙа бындай эске мәжлестәре күп булды. Шуныһы ғына хәтерендә: Леплевскийҙан тыш, унда кейәүе, районда милиционер кесе Цыпруков бар ине, һуңынан Дубчик ҡушылды – бындай бер генә эш тә унан башҡа үтмәй. Ул ваҡытта арыу геү­ләштеләр, ауыл осона еткәндә, Беҙгә һыйырҙар көтөүҙән ҡайта ине.
Тәмәке юҡлығы йәнен көйҙөрҙө. Өҫтәүенә, наҙлы мырылдап, аяғы аҫтында бесәй уралды. Иван, асыуланып, уға итеге менән типте: бәй­ләнмәһен тәмәкеһе бөткән кешегә. Ишек алдында ҡолаҡ һалып тыңлап торҙо: яҡында ғына өҙөк-өҙөк тимер секелдәүе яңғырай, егәрле Савченко салғы тапай. Шулай ҙа иртәгә йәкшәмбе, ул, Иван, был көндә бесән сапмаясаҡ, төштән һуң бакуйҙарҙы әйләндерергә генә барһа барыр. Савченко иһә, әлбиттә, йәкшәмбелә лә, һәр көндәге кеүек, баш күтәрмәй сабыр, эшкә хирес. Ни тиһәң дә, кулак ҡуштаны ғаиләһенән! Унда тартырға тәк тә барҙыр, тип уйланы Иван-Снайпер һәм тәпәш болдорҙан төштө. Кәртә артындағы түтәлдәрҙән иҫәр бисәкәйе йәнә турайҙы.
– Ишеттеңме, Косатыйға Усов килгән, – тип хәбәр итте әкрен генә.
– Усов?
– Эйе, Усов. Теге инде...
– Косатыйғамы?
– Эйе.
Бына был, исмаһам, яңылыҡ – Иван-Снайпер ғәжәпләнде. Ауылда Усовты күптәр онотмаған әле, бигерәк тә өлкәндәр, бик һирәк йүнле һүҙ менән, йышыраҡ асыуланып, ҡарғап иҫкә алалар. Һуғыш алдынан, синфи көрәш һәм чекист репрессиялары йылдарында, этлеге күп булды. Шунан һуғыш башланыр алдынан был яҡтан һиҙ­ҙер­мәйенсә генә юҡҡа сыҡты, бер кемгә лә бер ерҙә лә осраманы, хатта уның хаҡында хәбәр ҙә ишетелмәне, күптәр, һәләк булған, тип иҫәпләне. Ҡара һин уны, баҡтиһәң, иҫән-һау, хатта дуҫы һәм ярҙамсыһы Косатыйға килгән бына.
– Эңер алдынан автобустан төшөп ҡалып, ауыл осонан килгәнен Манька Володева күреп ҡалған, – тине ҡатыны. –Танымаһындар өсөн баҡсаларҙан атлаған. Шундай ыҫпай, эшләпәлә.
– Эшләпәлә?..
Ишеткән яңылыҡтан тулҡынланған Иван-Снайпер һыйыр көлсәләре тулған урам буйлап Савченконың өйө­нә ашыҡмай атланы. Асыҡ ҡапҡанан утарға ингәндә хатта тартҡыһы ки­леүен дә онотто. Олпат, киң күкрәкле, сал маңлай сәсле, иҙеүе ысҡын­дырылған аҡ күлдәкле Савченко, салғыһын тапап бөтөп, һаплай ине.
– Ишеттеңме? – тип һораны ҡап­ҡанан уҡ Иван-Снайпер. – Усов килгән.
Тыштан сабыр, уның һүҙҙәренә битараф ҡалғаныраҡ күренгән Савченко салғыһын күтәрҙе, һаптың ныҡлығын тикшергәс, һарайға һөйәне.
– Килгән, ыһы.
– Косатыйғамы?
– Косатыйға.
– Уға нимә кәрәк?
– Күрәһең, ниҙер кәрәктер. – Савченко икеле-микеле яуапланы.
Ләкин һүҙ айышына ҡарағанда, ҡунаҡтың ниндәй маҡсат менән килгәнен ул да белмәй ине. Хәйер, белһә лә, Савченконан күпте ишетермен тимә. Күршеһенең холҡон яҡшы белгән Иван-Снайпер уның менән әңгәмәләшергә әллә ни ынтыл­маны ла.
– Тартырға табылмаҫмы?
Савченко һүҙһеҙ генә салбары кеҫәһенән таушалған “Прима” ҡабын сығарып, күршеһенә һуҙҙы. Шунан үҙе лә тәмәке алды.
– Нимә килеп сыға инде? – Бер нәмә лә аңламаған Иван тәмәке һурҙы. – Әллә үҙгәреште һиҙеп ҡалдылармы икән?
– Бәлки, һиҙенгәндер.
Савченко Иван-Снайперҙан өлкә­нерәк, аҙ һүҙле, тойғоларын һиҙ­ҙермәй, бәлки, тыумыштан шулайҙыр, бәлки, тормош телен тыйырға өйрәткәндер. Егерме биш йыл самаһы һөргәндә булып, биш йыл элек унан ҡайтҡас, үҙен яҡташ колхозсыларына тиң ҡуя алманы, ситтәрәк ҡалырға тырышты. Күршеһе Иван түгел инде. Уныһы һуғышта, бигерәк тә һуғыштан һуң күкрәк ҡаҡты, хатта ысын Ярошевич фамилияһын оноторға әҙер, фәҡәт Снайпер ҡушаматына яуап бирә. Партизандарҙа әллә ни дан ҡаҙана алманы, уның ҡарауы, хәҙер ҡаһарманлығы тураһында һөйләргә ярата, кемдер быға шикләнһә – үпкәләй.
– Мин уға, ҡәбәхәткә, күрмәгәнен күрһәтәм әле! – Иван-Снайпер, һүгенеп, ихатанан сығып китте.
Урамда шулай ҙа янауын нисек бойомға ашырыуын белмәй, туҡтап ҡалды. Кәртә янында тапана торғас, Усов хаҡындағы яңылыҡ менән уртаҡлашыр тағы ла бер кеше барлығын иҫләне. Ул – уҡытыусы Леплевский, районда йәшәй, кисә бесәнгә ҡайтты – яңғыҙ әсәһенә ярҙамлашырға. Леплевская ҡарсыҡ ауыл ситендә, быуа буйында йәшәй, Иван-Снайпер ышаныслы аҙымдар менән шунда йүнәлде.
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
Ҡапыл тоҡанған асыу һәм күптәнге үпкә юл буйы күкрәгенән ташты. Ҡасандыр ошо энкавэдэшник, ярҙамсыһы – хисапсы Косатый менән ҡушарлап эшләп, ярты ауылды ултыртты. Бигерәк тә утыҙ етенсе йылда шаштылар, Ивандың атаһының, башҡа бик күптәрҙең башын ашанылар. Ауыл халҡының хәҙер Косатыйға асыуы ҡайтты, яҡташтарын олаҡтырған ерҙә ошаҡсы үҙе лә булған арала янып бөттө. Дөрөҫ, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, уңды – туберкулез эләктереп булһа ла, лагерҙан әйләнеп ҡайтты. Әле ҙур иҫке өйҙә әбейе менән шым ғына ғүмер йомғағын һүтә. Косатыйҙың ишле нәҫеле һуғыштан һуң таркалды, төрлө ерҙә йәшәйҙәр; уға берәү ҙә килеп йөрөмәй, хатта балалары ла ташланы. Косатый гонаһын йәшермәне, һаран ғына һөйләне: органдар менән хеҙмәттәшлек итергә уны шул уҡ Усов мәжбүр иткән, ул Косатыйҙың революция осорондағы гонаһын – армияла саҡта, ҡыҙығып, ике тапҡыр һул эсерҙарҙың фирҡә йыйылышына барғанын – белеп ҡалған. Был ҡыҙыҡһыныуы һалдат Косатыйға, шулай уҡ бөтөнләй ҡыҙыҡһынмаған яҡташтарына бик ҡиммәткә төшә.
Леплевская ҡарсыҡтың кәртәләнмәгән ишеге алдында бер кем дә күренмәне, әммә солан буйына йөҙө йылтылдаған ике салғы рәттән һөйәп ҡуйылған. Уларҙы күргәс, Иван-Снайпер уҡытыусының өйҙә икәнен аңланы. Тағы ла уға бесән сабышҡан кемдер бар. Ишек алдын баҫҡан тегәнәктәр араһынан ашыҡмай ғына үткәс, Иван өйҙөң икенсе яғына килеп сыҡты, шунда уҡ ике ирҙе күрҙе. Стена янына ҡарт тарбағай груша аҫтына бәләкәй өҫтәл, эскәмйә ҡуйылған, унда йәш сырайлы, әммә ялтас башлы уҡытыусы Леплевский һәм уның ҡунағы, колхозсы Дубчик ултыра. Һуңғыһы нәҙек муйынлы һәм йыйырсыҡланған йөҙлө, ваҡытынан алда ҡартайған үҫмерҙе хәтерләтә. Икеһе лә һүҙһеҙ генә саҡырылмаған ҡунаҡҡа текәлде. Гәзит йәйелгән өҫтәлдә түтәлдән өҙөлгән һуған, ике стакан тора. Шешәне, әлбиттә, алдан уҡ үлән араһына тыҡҡандар, быны һыңар күҙле Снайперҙың үткер ҡарашынан йәшереп булмай.
– Эсәбеҙме? – Ҡунаҡ һаулыҡ һорашыу урынына ҡәтғи һораны.
– Ә нимә – ярамаймы ни? – Леплевский ҡыйыу яуапланы. Күҙҙәрендә, шулай ҙа, борсолоу күләгәһе сағылды – ни булмаҫ тиһең. Леплевский яңыраҡ партияға ингәйне, уға оҙаҡ йылдар ынтылғайны, шуға күрә һаҡ булыу хәйерле. – Һиңә лә ҡоя алабыҙ. Дубчик, стакан бир.
Дубчиктың ауыҙы тулы ине, буш стаканды шунда уҡ этәрмәне. Леплевский стакандың ҡап яртыһына һаҡ ҡына араҡы ҡойҙо. Шунан үҙенә лә бер аҙ тамыҙҙы.
– Бына сабып бөттөк тә билдәләргә булдыҡ әле. – Уҡытыусы тыйнаҡ ҡына асыҡланы.
Иван-Снайпер араҡыны һүҙһеҙ генә бер тынала эсте, ҡабымлыҡҡа үрелмәне, өҫтәлдән болгар “БТ” ҡабын алды. Һуҙылып, грушаның суғырмаҡлы тамырына талсығып сүкәйҙе.
– Беләһегеҙме, Косатыйға кем килгән?
– Кем? Ҡустыларылыр? Оршала уның ҡустылары йәшәй, – тип тыныс ҡына асыҡланы хужа, тәмәке көйрәтеп.
– Ҡустылары! Усов, бына кем килгән. Тап үҙе. НКВД-нан. Ағайыңдың башын ашаусы. Һинекеләрҙең дә, Дубчик. Әтеү ҡустылары...
Өҫтәл артындағылар ҡатып ҡалды. Леплевский өндәшмәне, әйтерһең, телен йотто, Дубчик та көйшәүенән туҡтаны.
– Уға ни кәрәк икән? – Ниһайәт, уҡытыусы телгә килде.
– Тимәк, ниҙер кәрәк. Бәлки, берәйһен ултыртып өлгөрмәгәндер.
– Дөрөҫ, ултыртып өлгөрмәгән. Беҙ ҡалдыҡ та баһа.
– Беҙ ҡалдыҡ та ул, ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Ә күпме кеше ҡалманы? Минең атайым, һинең ағайың. Ағайың дан ир ине... Белемле, гел уҡыны... Фирҡәле. Ана, уның, – Иван бүрәнә стенаға терәлгән Дубчикка ымланы. – Уның бөтә ғаиләһе юғалды, тип иҫәплә.
– Атайым. – Дубчик нәҙек тауыш менән асыҡланы.
– Атайыңды алып киттеләр, ә әсәйең үлде. Ни өсөн үлде – белмәйһеңме? Сөнки бер итәк бала менән тороп ҡалды, өҙлөктө. Һин, өлкәне, иҫән ҡалдың. Ә туғандарың ҡайҙа?
– Тәреләр аҫтында...
– Шул-шул, тәреләр аҫтында. Астан үлделәр. Ауыл буйлап теләнеп йөрөгәндәрен хәтерләйем...
– Теләнделәр. – Дубчик бойоҡ раҫланы.
– Әммә аҡланылар ҙа баһа, – Леплевский һүҙ ҡатты, күтәренке тауыш менән дауам итте: – Партия хаталар ебәрҙе, үҙе үк уларҙы төҙәтте.
– Һинең партияң нимә төҙәтте? – Иван-Снайпер ҡабынды. – Алты йөҙ иллешәр һум түләнеме? Кеше йәне өсөн.
– Был компенсация. – Леплевский асыҡланы.
– Компенсация түгел ул, ә кешеләрҙән ҡотолоу өсөн.
– Һин алдың бит? Ул да алды. – Леплевский ҡайғыға сумған Дубчикка ымланы.
– Ә нисек алмаҫҡа? Һин алмаҫ инеңме ни?
– Миңә түләмәнеләр. Ағайым өсөн ҡаралмаған.
– Ә мин баш тартманым. Шул аҡсаға үҙемә һырма һатып алдым.
– Һин һырма алғанһың, ә Дубчик – ярты литр.
– Өс шешә. – Дубчик шым ғына ҡаршы төштө.
– Бына, хатта өс шешә. Барыһын да эсеп бөткәнһегеҙ. Аҡсаны райфоға кире ҡайтырғанһығыҙ. Һин дә һырмаңды һатып эскәнһең. – Уҡытыусы ҡаты тамырҙарҙа остандаған Иван-Снайперҙы ирештергәндәй булды.
Уҡытыусының ябай логикаһынан ул телһеҙ ҡалды, бик теләһә лә, ҡаршы төшә алманы.
– Башҡа юҡмы ни? – Бер аҙҙан ул тыныс ҡына һораны.
– Башҡа юҡ. Бөттө. – Хужа шешәне күрһәтте. – Дубчикта ғына булмаһа...
– Эт күңеле бер һөйәк! – тип ҡуйҙы Иван-Снайпер, ауырлыҡ менән урынынан ҡалҡып. – Баранихаға барып киләм.
Ғәҙәттә, ашығыс хәжәт тыуғанда улар яңғыҙ Баранихаға йүгерә, унда һәр ваҡыт нимә лә булһа – көмөшкә йәки әсе болгар шарабы табыла. Колхозсылар шарапты хушһынмай, сөнки йомшаҡ, “башҡа китмәй”. Шулай ҙа әҙләп уныһын да төшөрәләр, сөнки, ауылда әйтеүҙәренсә, шарап араҡы түгел, алҡынғансы эсеп булмай.
– Тәк, беҙгә көтөргәме әллә?.. – тип һораны Леплевский.
– Көтөгөҙ!
Иван өй мөйөшө артында юғалды, ә икәү урынында ҡалды. Шым ғына тәмәке көйрәттеләр, һөйләшкеләре килмәне. Леплевский тәбиғәте менән һүҙсән генә булһа ла, ауыл тормошонан айырылғанлығы арҡаһында ауылдаштары менән һирәк һәм аҙ әңгәмәләште. Күптәр менән һөйләшеү уға ҡыҙыҡ та түгел – уҡытыусы кемдән ни ишетерен алдан белеп тора. Шешәле табында – эш башҡа. Дөрөҫ, һүҙ ҡатмай ғына эсеп булмауы йәл, әңгәмәләшергә тура килә. Ғөмүмән, табында ла ҡурҡыныс: шешәләштәр араһында сексот* булыуы ихтимал. Бына бөгөн Дубчик менән шым ғына төшөрҙөләр, ләкин ләпелдәк Снайпер һөйрәлеп килеп етте, Леплевский һиҙенә: был оҙаҡҡа һуҙылыр кеүек. Ул бер шешә менән генә хушһынмай, ҡәҙимге өҫтәү теләге тыуа. Иң мөһиме – Усов тураһында Снайпер килтергән яңылыҡ тынысһыҙландырҙы уҡытыусыны. Айыҡ башҡа, бәлки, башҡаса булыр ине – төшөрөп алғас, Леплевский уғата ярһыны, уңалмаған хәтерендәге элекке үпкәләре яңырҙы. Ул көсәйгәндән-көсәйә барған асыу менән Усов тураһында уйланы. Ҡара һин уны – килгән, асылда үҙенең енәйәт урынына, тимәк, бындағыларҙы, үҙенән зыян күреүселәрҙе, сүп урынына ла күрмәй. Әллә сексот Косатый менән элекке бәйләнештәрен тергеҙәме? Әллә унда, юғарыла, оло сәйәсәттә яңы боролош билдәләнгәнме? Бында, ауылда ятып, ҡайҙан беләһең?
Леплевский ғүмер буйы өлкән ағаһы Сергей өсөн яфа сикте. Ул ҡасандыр уларҙың ҙур ғаиләһенән беренсе булып кеше рәтенә сыҡты, артынан ҡалғандарҙы эйәртте. Мәктәптән һуң кесе туғанын Оршала уҡытыусылар институтына урынлаштырҙы, уҡытты һәм тәрбиәләне. Аңлы педагог-большевикка хас булғанса, әлбиттә, коммунистик рухта тәрбиә бирҙе. Институтта уҡыу еңел булманы, ваҡыт та, дәреслектәр ҙә етешмәне. Партия Үҙәк Комитетының сираттағы ҡарары сыҡҡан һайын, ағаһы уға тәүге сығанаҡтарҙы ентекләп өйрәнергә, өҫтәмә әҙәбиәтте, марксизм-ленинизм классиктарының хеҙмәттәрен файҙаланырға кәңәш итте. Йәнә йыйылыштарҙа сығыш яһарға, әүҙемлек күрһәтергә, үҙендә синфи уяулыҡ булдырырға өйрәтте. Былар кесе Леплевскийға еңел генә бирелмәне, ләкин ул тырышты. Институтта комсомол бюроһы ағзаһы, агитатор булды, ГТО, ГСО, “Ворошилов уҡсыһы” билдәләренә нормалар тапшырҙы. Уны ике мәртәбә органдарға әңгәмәгә саҡырҙылар ҙа инде, күрәһең, нимәнелер күҙ уңында тотҡандарҙыр. Бәлки, яҙмышын хәл итер ниндәйҙер яҡшынылыр. Һәм ул көттө.
Бер мәл төн уртаһында барыһы ла юҡҡа сыҡты. “ВКП(б)-ның ҡыҫҡаса курсы”нан конспект төҙөп ултырып, һуң ғына йоҡларға ятҡайны, тәҙрә шаҡынылар. Ағаһы өйҙә юҡ ине, бер көн элек ауылға әсәһенә утын килтерергә ярҙамлашырға һәм әсәһенең ҡалалағы ике улына аҙ-маҙ булһа ла аҙыҡ-түлек алып килергә киткәйне. Леплевский ишекте асты, бәләкәй бүлмәгә алты энкавэдэшник бәреп инде, ағаһының имсәк балалы ҡатынын торғоҙҙолар, хужаны таптырҙылар. “Ағайым өйҙә юҡ”, – тине Леплевский. “Ул ҡайҙа, йәһәт яуап бир!” – тип бойорҙо танау тишектәре аҫтындағы ҡыҫҡа мыйыҡлы баш чекист. Леплевский дөрөҫөн әйтергәме әллә алдарғамы тип уйланып, бер килке икеләнде. Әммә ялғанламаны, дөрөҫөн әйтте: ағайым ауылда, тиҙҙән ҡайтырға тейеш. Ауылда шул уҡ төндә уны эләктергәндәр. Мыйыҡлы түгел, ә урындағы вәкил Усов ҡулға алған уны.
Һуңынан күп йылдар (һуғышҡа тиклем дә, унан һуң да) Леплевский дөрөҫөн әйткәненә үкенде, уларҙы ялған эҙҙән Минскиға йәки Витебскиға ебәрергә кәрәк булған да бит, әйҙә эҙләһендәр, ваҡытты юғалтһындар ине. Ә үҙе ағаһын иҫкәртер, ҡайҙалыр алыҫҡараҡ олаҡ, тиер ине. Ул осорҙа ҡайһы берәүҙәр тап шулай итте лә. Ләкин алдашыуы асыҡланһа, уның үҙен ни көтөр ине һуң? Былай ҙа ҡыйын, ваҡыт-ваҡыт хатта ағаһынан көнләште: әгәр иҫән булһа, уны һис юғы ашаталар. Ә уға – институттан ҡыуылған, торлаҡһыҙ, пропискаһыҙ, эшһеҙ тороп ҡалған кешегә – нисек тамағын туйҙырырға? Ярай әле, бер нисә ай буйы таныштарының сарҙаҡтарында һәм баҡса будкаларында ҡунып йөрөгәс, тимер юлға эшкә алдылар, был һуғыш сыҡҡанға ҡәҙәр йән аҫрарға мөмкинлек бирҙе. Һуғыш барғанда, тимер юл эшсеһе булараҡ, фронтҡа алманылар, әммә оккупацияға эләкте, тыуған ауылында тифтан саҡ үлмәй ҡалды. Һуңыраҡ Германияға Рур шахталарына ҡыуҙылар. Ә һуғыштан һуң Карел – Фин республикаһына вербовкаланды, гидроэлектростанция төҙөнө, ситтән тороп уҡыны, өс йыл элек кенә районда уҡыта башланы.
Былтыр уны партияға алдылар.
Леплевский өҫтәл артынан тороп, кәртә янына килде. Ҡояш урман артында байыны, ереклектән эңер төштө, картуф һабаҡтары еҫе нығыраҡ аңҡыны, күршеләрҙең торбаһынан күккә төтөн үрмәләне. Йоҡа күлдәк аҫтындағы арҡаһы дерелдәне. Өйгә инеп пинжәк кейергә ине, ләкин уҡытыусы хәмер артынан китеүсене көтөп, ваҡытты һуҙҙы. Туҙған һоро свитер кейгән Дубчик та арыҡ иңбаштарын һыуынып өлгөрмәгән бүрәнәләргә терәп сабыр ғына көттө.
– Һинең ҡәрҙәштәреңдән берәйһе иҫән ҡалдымы? – тип һораны оҙаҡ өндәшмәй торғандан һуң Леплевский.
– Бер кем дә.
– Ә өлкән апайың? Исеме Клавдия ине шикелле?
– Үлде.
– Ә кесеһе?
– Ул да үлде.
– Кондрусевичтың өлкән улы ҡайҙа? Ул һинең ике туғаның шикелле?
– Ул партизанлыҡта йөрөгәндә һәләк булды.
– Һин үҙең генә тороп ҡалдыңмы ни?
– Эйе. – Дубчик шым ғына раҫланы.
Ул, ысынлап та, иҫке өйҙә яңғыҙы ғына йәшәй ине, мал-тыуар аҫраманы, хатта тауыҡтар ҙа тотманы, колхозда “ҡайҙа ебәрәләр” һөнәре буйынса эшләне. Нәмә бирһәләр – шуның менән туҡланды, күпме ҡойһалар – шунса эсте. Үҙен баҫалҡы тотто, күҙгә-башҡа салынып барманы. Ҡайҙалыр артығын төшөрһә, шунда ятып йоҡланы – хет өйҙә эскәмйәлә, хет баҫыуҙа ҡыуаҡ аҫтында. Ир-ат уны ҡураныс булғанына, айырыуса бушҡа эскәне һәм тәмәке тартҡаны өсөн өнәп еткермәне; ҡатын-ҡыҙҙар иһә бер эштән дә баш тартмағаны өсөн хатта яратты. Әгәр ир-ат эшенә – утын ярырға, түбәгә торбаға менергә йәки үлгән кешегә ҡәбер ҡаҙырға хәжәт тыуһа, Дубчикка йүгерҙеләр. Ул бер ваҡытта ла баш тартманы. Түләүҙе һораманы ла, уға һирәк түләнеләр – ғәҙәттә, шешәлек аҡса йәки шешә тотторҙолар. Уны беренсе осраған шешәләше менән шунда уҡ эсте. Әммә кемдәрҙәлер эсергә йыйылһалар, үҙе лә бындай осраҡты ҡулдан ысҡындырманы. Эскегә Дубчиктың үҙенә генә хас камиллашҡан һиҙгерлеге бар ине, бер ваҡытта ла ауыҙ асып ҡалманы.
Ярты сәғәт үтер-үтмәҫтән өй мөйөшөнән Иван-Снайпер күренде, артынан ашыҡмай ғына Савченко атлай – ул һүҙһеҙ генә пинжәк кеҫәһенән ике шешә сығарҙы, кәпәренеп, уларҙы өҫтәлгә ҡуйҙы.
– Оһо! – тине ирекһеҙҙән Леплевский.
– Бына һиңә “оһо”! – Иван уны үсекләне. – Дубчик, һуған йолҡ. Ә һинең, уҡытыусы, икмәгең юҡмы ни?
– Бар. Шикелле...
– Алып сыҡ һуң!
Хужа өйгә инеп икмәк эҙләгән, пинжәк кейгән арала Иван-Снайпер менән Савченко түҙмәй, ҡойоп берәр стакан эсте. Дубчик баҡсала услап һуған йолҡҡас, улар хужа менән ҡушарлап шул уҡ стакандарҙы бушатты. Шешә бүҫкәрҙе.
Баҫып та эсергә мөмкин ине, әммә тәмәке тартыр һәм гәпләшер өсөн ултырыу кәрәк. Был юлы өҫтәл артынан Иван менән Савченко урын алды, хужа груша аҫтына урынлашты, ә Дубчик мөйөш янындағы нигеҙ сатлығына сүкәйҙе. Ул тәмәке тартманы, әңгәмәлә ҡатнашманы тиерлек. Һораһалар – яуапланы. Әле, дөрөҫ, унан бер нәмә хаҡында ла һораманылар. Иван-Снайпер һаман да тыныслана алманы.
– Килгән, ҡәбәхәт! Бында үҙен оноттолар, тип уйлай. Юҡ, мин уға, ҡәбәхәткә, быны ғәфү итмәйем.
– Ни эшләтәһең уны? – Леплевский ғәмһеҙ генә һораны. – Ҡойроғона тоҙ һибәһеңме?
– Үс алам эттән.
– Нисек? Гәзиткә яҙаһыңмы? – Леплевский аҫтыртын төпсөндө. – Ана, берәү яҙҙы – партиянан сығарҙылар. Яла яҡҡан өсөн!
– Юҡ, мин яҙып мәшәҡәтләнмәйем! Үлтерәм мин уны! – Көтмәгәндә Иван-Снайпер үҙенсә хәл итте. – Ә нимә? Ниңә миңә улай ҡарайһығыҙ?
– Ҡалай тәүәккәл! – Леплевский башын сайҡаны. – Ҡара уны, ыштаның төшөп ҡалмаһын.
– Быныһы ла дөрөҫ. – Савченко баҫалҡы ғына һүҙ ҡыҫтырҙы. – Ундайҙарҙан үс алыу яҙыҡ түгел. Себерҙә бер вертухайҙы** тайгала эрбет ағасына бәйләп ҡуйғандар. Бер айҙан һөлдәһен таптылар. Серәкәй ашап бөткән.
– Себерҙә бит был! – Иван-Снайпер ҡул һелтәне. – Бында ҡайҙа бәйләп ҡуяһың? Үҙебеҙҙекеләр үк сисәсәк. Шул уҡ сексоттар.
– Барыһы ла сексот түгел дә инде, – тип әйтеп ҡуйҙы Леплевский әкрен генә.
– Етерлек. Беҙҙә лә.
Леплевский Снайперҙың нимәгә ишаралауын аңларға тырышып һуҙҙы, көттөрҙө. Уҡытыусы бындай бәләкәй генә ишараларға һәр ваҡыт һиҙгер, сөнки бындай ишарала хәүеф-хәтәр йәки шуға тартым хәбәр йәшеренеүсән. Ҡасандыр тормошонда ярҙам иткән, институт тамамларға, хатта партияға инергә мөмкинлек биргәндәрҙең әле иһә юҡ итеүе бик ихтимал. Башҡа осор тыуҙы, яңы сәйәсәт башланды, унда, юғарыла, сексоттарға нисек ҡарауҙары билдәһеҙ. Йә йәшерен рәхмәт белдереүҙәре, йә асыҡтан-асыҡ яуапҡа тарттырыуҙары бар. Быларҙың һәр береһе икеләнеү һәм борсолоу тыуҙырҙы, яфаланы, хәүефләндерҙе.
Әкренләп ҡараңғы төштө. Төнгө ҡараңғылыҡ баҡсаны, ихатаны тамам йотто, ағастарҙы һәм өй түбәләрен йондоҙ пәрҙәһе ҡапланы. Тирә-йүндә барыһы ла тынып ҡалды, йәшеренде, ҡыҫҡа йәйге төн менән осрашырға әҙерләнде. Өй артындағы груша аҫтында ғына иҫерек ирҙәрҙең өҙөк-өҙөк һөйләшеүе ишетелде, ҡараңғыла тәмәкеләрҙең ҡыҙыл уттары йымылданы. Берәүһе, текә дуға булып бөгөлөп, түтәлгә төштө. Шулай сәғәттән ашыу ваҡыт үтте, Иван-Снайпер һүгенә-һүгенә хәл итте:
– Эсеү етер! Теҙелергә ҡалҡынығыҙ!
– Ҡалды бит әле. – Леплевский иҫкә төшөрҙө.
– Улайһа, ҡой. Һуңғыһы. Башта Дубчикка...
– Миңә, бәлки, етер. – Дубчик баҙнатһыҙ ғына ҡаршы төштө, шулай ҙа өҫтәл янына яҡынлашты.
– Ярай, эс. Бәлки, һуңғы тапҡырҙыр. Һин дә, күрше, эс. – Иван Савченкоға боролдо. – Унда, туған, көс кәрәк буласаҡ.
– Араҡынан көс артамы? – Савченко икеләнде.
– Юҡ, тип уйлайһыңмы әллә? Эскән кеше айныҡтан көслөрәк. Фәндә иҫбат ителгән, уҡыным.
– Төндә яҡшы түгел бит әле. Әйтерһең, бандиттарбыҙ, – тине Леплевский. Уның шикле эштә ҡатнашҡыһы бик үк килмәй ине. Ләкин уҡытыусы Иван-Снайперҙың ҡыҫымына ҡаршы тора алманы.
– Беҙгә, тимәк, төндә ярамай. Шулаймы? Ә уларға яранымы? Шаһиттар булмаһын өсөн, һәр ваҡыт төндә тырыштылар. Мин әле хәтерләйем, ун бишенсе йәшкә сыҡҡайным. Өсәүләп килделәр: Усов, уның менән тағы икәү. Косатый ҡуштан, әлбиттә. Йоҡлап ҡына киткәйнек, төн уртаһында бөтәбеҙҙе лә уяттылар. Атайым станцияға йөк алып барып, өшөп, арып ҡайтҡайны, сабатаһын һалды, силғауын мейес янына элде. Тор, һин ҡулға алындың. Һәм тентеү. Барыһын аҫтын-өҫкә килтерҙеләр, тоҙло кәбеҫтә мискәһен таяҡ менән төрткөләнеләр – контрреволюция һәрмәнеләр. Польша шымсыһы! Ә мин, беләһегеҙме, әллә ни ҡурҡманым, сөнки беләм дә баһа: шымсы түгелмен, улар мине алып китмәйәсәк. Ни өсөн шулай уйлағанмындыр инде, башһыҙ иҫәр? Улар шымсыларҙы ғына алманы ла баһа. Ана, һеҙҙә, Савченко, барыһын да алып киттеләр, һин дә балалыҡтан сыҡмағайның...
– Һуң был утыҙ өсөнсө йылда. – Савченко һалҡын аҡыл менән әйтеп ҡуйҙы. – Һөргөнгә барыһын да – ҡартын да, йәшен дә алдылар.
– Ә мин ҡайҙан беләйем: һөргөнгәме әллә атырға алалармы? Тентеүгә ҡасамауламаҫ өсөн туғандарым менән мейес артында ултырҙым, ә атайымды улар, ҡулын күтәртеп, тупһала винтовка аҫтында тотто. Теге Усовтың һандыҡтан ҡыҙыл йондоҙло будиновкамды тартып сығарғанын күрҙем. Атайым Раштыуаға йәрминкәнән алып ҡайтҡан буденовка. Ул миңә ныҡ оҡшай ине, кескәй генә төймәләре лә йондоҙло. Бәләкәйҙән хәрби эшкә әүәҫ булдым, имгәнеүем арҡаһында сержантҡа ҡәҙәр хеҙмәт итә алмауым ғына йәл...
– Бына ни өсөн гимнастерканы яратҡанһың икән. Өсөнсө йыл инде һалмайһың. – Леплевский көлөмһөрәп ҡуйҙы.
– Ә нимә – хөрмәт итәм. Тик һүҙ ул хаҡта түгел. Бер ваҡыт теге буденовканы мәктәпкә кейеп барҙым, малайҙар уратып алды: кейеп ҡарарға бир ҙә бир. Бер төймәһен өҙөп тә алғандар. Атайым кис күреп ҡалғас тартып алды, башта бүрегеңде туҙҙыр, ти. Күңелгә ауыр булды, йә, ярар, тип уйлайым. Тиҙҙән егерме өсөнсө февраль, Ҡыҙыл Армия көнө, шунда һорап алырмын. Ҡыҙыл Армия көнө урынына – ҡуҡыш. Усов буденовкамды милиционерға бирҙе: Польша шымсыһына Ҡыҙыл Армия кейемен мыҫҡылларға юл ҡуймаҫбыҙ, ти. Шул буденовка һуңынан ике йыл буйы төшөмә инеп йөҙәтте.
– Шуның өсөн снайпер булдыңмы? – тип һораны Савченко.
– Юҡ, уның өсөн түгел. Снайперлыҡ – холҡом йомшаҡлығы арҡаһында. Партизанлыҡта күҙемде ярсыҡ тиште, һуңынан яра әҙерәк бөтәште, шунда немецтар блокада башланы. Приказ: бөтәһен дә, шул иҫәптән инвалидтарҙы ла, сафҡа баҫтырҙылар. Беҙҙең снайпер Биклаганы үлтергәйнеләр, сәпле винтовкаһы ҡалған. Уны кемгә бирергә? Барыһы ла баш тарта: йә булдыра алмайым, йә тоҫҡай белмәйем. Билдәле инде, шөрләйҙәр, сөнки бында ҡәҙимге мылтыҡ менән эш итеүгә ҡарағанда күберәк ҡыйыулыҡ кәрәк. Командир былай ти: “Иван Ярошевичҡа бирәбеҙ, уның бер күҙе иҫән, бер күҙе юҡ, ҡыҫып ҡарарға кәрәкмәй. Немец баҫҡынсыларын юҡ итер”. Мин снайпер булараҡ ике полицайҙы, бер баҫҡынсыны атып үлтерҙем. Әлегеләй хәтерләйем: береһе иртән аҡланда танк люгынан сыҡты ла, биноклдән алыҫтағы урманды күҙәтә. Ә мин унан йөҙ метр алыҫлыҡта ҡыуаҡ аҫтында ятам. Тегенең бинокленә сәпәнем дә ҡуйҙым, люгында һәленде лә төштө.
– Герой! – тине әкрен генә Леплевский.
– Ә һин нисек уйлағайның? “Батырлыҡ өсөн” миҙалын һәр кемгә бирмәнеләр.
– Йә, команда бир. Беҙ һинең арттан.
– Ярар, егеттәр! Тағы ла берәр йотом – шуның менән вәссәләм. Әтеү... Белмәйем, хәҙер ул нисектер, ә теге ваҡытта кәүҙәгә нәҫел үгеҙе кеүек ине.
– Ябыҡмаған. Ундайҙар ябыҡмай, – тине Савченко.
Йәнә эстеләр – был юлы һүҙһеҙ генә, сөнки уларҙы башһыҙ Снайпер тыуҙырған яңы хәстәр биләп алғайны. Шунан Леплевский кәртә янына барып килде лә яңынан өҫтәл эргәһенә йылышты. Башҡа ваҡытта улар таралышыр ине, сөнки Купала төнө ҡыҫҡа, яңы көн байтаҡ яңы мәшәҡәт килтерә. Ләкин уларҙы хәүефле, нисек бөтөрө әлегә билдәһеҙ эштә заговорсылар, енәйәттәштәр булараҡ, ниндәйҙер көс бергә тупланы. Шуға улар ҡараңғыла гәзит һәм ике буш стакан буҙарып күренгән өҫтәл артында һаман ултыра. Савченко терһәген яйһыҙ ҡуҙғатып, икмәк киҫәген төшөрөп ебәрҙе, шунда уҡ уны өҫтәл аҫтынан эҙләргә кереште. Оҙаҡ таба алманы, Дубчик икмәкте һуҡмаҡтан һәрмәп тапты.
– Бөтәбеҙ ҙә бергә! Берегеҙ ҙә тайпылмайһығыҙ! – Иван-Снайпер ҡәтғи иҫкәртте.
– Ә беҙ уны ни менән? – Дубчик эскерһеҙ ҡыҙыҡһынды.
– Кем нимә таба. Ҡаҙыҡ йәки таш ал. Бысағың юҡмы?
– Бысаҡ юҡ, – тине Леплевский һис шаяртмайынса.
– Алып сыҡ! Өйҙә барҙыр бит?
– Юҡ. Өйҙә лә юҡ.
– Вәт хужалыҡ! Хатта бысаҡтары ла юҡ! Кемделер һуйырға кәрәк булһа?
Дубчик Ивандың тапҡырлығынан һаһылдап көлдө, үҙенең дә бысағы юҡлығын хәтеренә төшөргәндер, бәлки. Атаһының тимерлектә сүкеп эшләнгән бысағы дүрт йыл элек һынды. Шунан бирле Дубчик яңғыҙ хужалығында балта ҡулланды. Дөрөҫ, шулай уҡ иҫке һәм тутыҡҡан, һабы бушаған уңайһыҙ балта. Атаһы – колхоз ҡарауылсыһы – балтаһын йүнәтергә йыйынғайны, әммә ҡулға алғансы өлгөрмәй ҡалды. Ҡышҡы һыуыҡта колхоз амбары тирәләй тапанғанда ҡарт күңелен күтәрергә таҡмаҡ әйтә – ҡайҙалыр ишеткәндәрен, шулай уҡ үҙе сығарғандарын. Ҡайһылары – мәғәнәһеҙ, ә ҡайһылары – айырым мәғәнәле. Күрәһең, уны кемдер тыңлап торған. Төндә ҡулға алғанда теге Усов түҙмәне, хатта береһен һамаҡлап күрһәтте. Ул үҫмерҙең аңында ғүмерлеккә һеңеп ҡалды: “Бары ҡәберҙә ятҡанға, йәшәү рәхәт колхозда”. Ижадына иғтибарҙан тулҡынланған атаһы яуапҡа тартынып ҡына йылмайҙы. Ул төндә атаһы үҙенең дә тиҙҙән ниндәйҙер зыяратта ятырын, өс бәләкәй ҡыҙының үлерен, улының ваҡытынан алда ҡартайырын, ә һабы бушаған инвалид балтаның элеккесә кешегә хеҙмәт итеүен башына ла килтермәгәндер.
– Мин, теге, балтаға йүгерҙем, – тип тәҡдим итте Дубчик.
– Бар. Тик тиҙерәк. Әтеү, шайтан алғыры, яҡтыра башланы шикелле.
– Яҡтыра шул. – Савченко килеште. – Ә минең Куталағы бесән сабылмаған.
– Сабырға өлгөрөрһөң. Әйҙә ҡой, эсеп бөтәбеҙ, шуның менән етер. – Иван көтмәгәндә шулай хәл итте. – Ҡалдырып китергә намыҫым ҡушмай.
– Ҡушмай. Намыҫ – бик нескә әйбер. – Леплевский йәһәт ризалашты, шешәнең ауыҙын буш стаканға сылтыратып тейҙереп, араҡы ҡойорға кереште.
– Миңә етте. – Савченко туҡтатты.
– Етһә, ярай һуң...
– Беҙгә күберәк ҡалыр. Шулаймы, уҡытыусы? – Снайпер эләктереп алды.
– Миңә бармай башҡа!
– Нисек улай? Ағайың йәл түгелме ни? Мин һинең Сергейыңды хәтерләйем – кисә генә күргән кеүек. Уҡымышлы ине.
– Эйе, уҡымышлы.
– Һәм бик партиялы. Ул да колхоздарға көсләп ҡыуаланы. – Савченко төрттөрҙө.
– Ни эшләйһең, сәйәсәт шундай ине.
– Уны ла көсләп ҡыуаланылар. Үпкә булмаһын өсөн. – Савченко йәнә ишаралап әйтте.
– Кемгә үпкә булмаһын өсөн? – Леплевский ғәжәпләнде.
Күп эсте улар, фекерҙәре буталды, һөйләшеүҙәренең ибе ҡалманы, телдәренән уйҙарына тап килмәгән һүҙҙәр ысҡынды.
– Барыһына ла – коммунистарға ла, фирҡәһеҙҙәргә лә. – Савченко томанлы аңлатты.
– Минең ағайым намыҫлы большевик булды. – Леплевскийҙың асыуы ҡабарҙы. – Уның башына энкавэдэшниктар етте.
– Ул бында ун ике кешенең башын ашаны. – Иван-Снайпер Усовты күҙ уңында тотоп асыҡланы. – Етмәһә, бында килергә баҙнат итә. Әллә барыһын да аҡлағандарын белмәйме икән?
– Бәлки, ғәҙел аҡламағандар, тип иҫәпләйҙер. Әгәр ғәҙел икән, был уларҙың эшендәге етешһеҙлек, – тип фаразланы Савченко.
– Беҙ уға етешһеҙлекте күрһәтербеҙ әле! Мин уның башын үҙ ҡулдарым менән ярам! – Иван-Снайпер туҙынып өҫтәл артынан ҡалҡынды. Ләкин үләнгә һөрлөгөп йығылды, көс-хәл менән аяғына баҫты. Шул мәл эңерҙә ҡулына балта тотҡан Дубчик күренде, балтаны шунда уҡ Снайпер тартып алды.
– Бына ошо балта менән башын өҙәм!
Быны нисек эшләрен башҡаларға күрһәтергә теләп, Иван һелтәнде, һабынан ысҡынған балта шапылдап баҡсаға барып төштө.
– Был нимә? Һин миңә нимә килтерҙең, емтек? Йәле, эҙлә!
Дубчик өндәшмәйенсә кәртә аша төштө лә түтәлдәрҙә эҙләнергә тотондо, ләкин бер нәмә лә таба алманы. Шул саҡ Иван-Снайпер елкенеп кәртәнән ҡаҙыҡ һындырып алды ла ҡороған ҡыуаҡ сыбыҡтарын ситкә атты.
– Киттек!
Ул ныҡ иҫергәйне, әммә быны үҙе тойманы шикелле. Ҡалғандары, айығыраҡтары, хәлдең етдилеген аңлай башланы, башбаштаҡ командир артынан шунда уҡ эйәрергә ашыҡманы. Уны ла тыйманылар. Беренсе булып Иванға эйәрергә Дубчик тәүәккәлләне, шунан өҫтәл артынан көс-хәл менән Савченко күтәрелде. Леплевский гәзиттән нимәлер эҙләргә тотондо, һуңынан был шөғөлөн ҡалдырып, ҡалғандарға эйәрҙе.
– Алға, халыҡ исенән үс алыусылар! – тип ҡысҡырҙы Иван-Снайпер.
Иртәнге буш урамға сыҡтылар. Ауыл әле йоҡлай, ҡояш ҡалҡмаған, әммә тирә-йүн яҡшы күренә. Эргәләге ҡурала әтәс ҡысҡырҙы, кемдеңдер төнгө һунарҙан ҡайтыусы һоро бесәйе урам аша йүгереп үтте. Ихаталарына боролоп, Савченко кистән тапаған салғыһын эләктерҙе – кәрәге сығыр. Кәртә аҫтындағы канау аръяғында Бараниханың кәзәһе үлән семсей. Ирҙәрҙе аптыраулы ҡарашы менән оҙатҡас, ул семсенеүен дауам итте. Бараниха үҙе яҡын-тирәлә күренмәне, уның ҡарауы, үҙҙәренең ихатаһында Иван шунда уҡ ҡатынын шәйләне. Ғәҙәттәгесә, хужа ҡайҙалыр типтереп йөрөһә, ул йоҡларға ятмай, сабыр ғына уны ҡапҡа янында көтә.
– Ҡайҙа киттегеҙ?
Яурынына ҡаҙыҡ һалған Иван, ҡатынын күрмәмешкә һалышып, эргәһенән үтеп китте.
– Авдей, Дубчик, ҡайҙа киттегеҙ?
– Чекисты үлтерергә. – Дубчик шунда уҡ яуап бирмәне.
– Йә Хоҙай, һеҙ нимә, аҡылдан шаштығыҙмы?
Ҡатын урамға йүгереп сыҡты, тиҙҙән бәлә килерен һиҙенеп, ҡысҡырып илауланы.
– Туҡтағыҙ, уға теймәгеҙ! Үҙегеҙҙе һәләк итәһегеҙ, унда бармағыҙ!
– Әкрен, апаҡай! – Леплевский уға ҡысҡырҙы.
Апаҡай артта тороп ҡалды, башҡаса уларҙы берәү ҙә туҡтатманы, һәм ирҙәр баҙнатһыҙ ғына Косатыйҙың утарына йүнәлде.
Элекке үпкә, күптән йоҡомһораған үс алыу теләге әйҙәне уларҙы. Көтмәгәндә иҫәпләшеү мөмкинлеге килеп сыҡты. Аныҡ ҡына ниәттәре юҡ ине юҡлыҡҡа. Бөтәһен дә Иван-Снайперҙың дыуамал тәүәккәллеге буйһондорҙо, уға эйәрҙеләр.
Дөрөҫ, урамда Леплевский Ивандан арттараҡ ҡалды, ҡыйыулығы кәмей төштө шикелле. Башҡалар кеүек эсһә лә, уй-ниәттәренең хәүефлеген һиҙемләй, ниндәй эҙемтәләр булырын самалай алды. “Снайперҙы туҡтатырға кәрәктер, моғайын”, – тип уйланы ул, әммә быға яй таба алманы, башҡалар менән бергә Дубчикка эйәреп бара бирҙе. Дубчик иһә, бәлки, ғүмерендә беренсе мәртәбә үҙ хаҡлығының көсөн тойғандыр, уның хаҡына барыһына ла әҙер ине. Егеттәр менән бергә, ҡыйыу юлбашсы Иван-Снайпер етәкселегендә бигерәк тә.
Шулай ауыл осона һөйрәлеп килеп еттеләр. Артабан буш көтөүлек, ә Косатыйҙың утарына текмә менән ары-бире уратып алынған тыҡрыҡ алып бара. Ул тыҡрыҡтан үтергә ирҙәрҙең ни өсөндөр ҡыйыулығы етмәне.
– Әгәр ул тәҙрәнән нагандан бәрһә?.. – тине Леплевский хәүефләнеп.
Барыһы ла ҡолаҡ һалып бер аҙға шымды, шулай ҙа ишек алдынан да, өйҙән дә бер нәмә лә ишетелмәне. Кисәге мәжлестән һуң өйҙә әле йоҡлайҙарҙыр, күрәһең.
– Мин, төндә, тинем дә баһа, – тине Иван-Снайпер.
– Сыҡҡандарын көтәбеҙ! Туғыҙҙа автобус. – Савченко асыҡланы.
Иван ризалашты.
– Дөрөҫ! Көтәбеҙ. Шоссела боҫҡандағы һымаҡ.
Туҙанлы юлдың икенсе яғына сығып, канау янында туҡталдылар. Йоҡоһоҙ төндән һуң саҡ ҡына атлау ҙа уларҙы артты, күрәһең. Дубчик канау аша уҙғас, ергә ултырҙы. Уның артынан тауыҡтар тиҙәгенә батҡан үләнгә Иван-Снайпер, башҡалар сүкәйҙе. Иван ҡулынан ҡоралын – ҡаҙыҡты ысҡындырманы.
– Башына ҡундырам! – тип янаны ул. – Ә һеҙ ауыҙ асып тормағыҙ. Йығылыу менән, өҫтөнә ташланығыҙ ҙа быуығыҙ. Иң мөһиме, күмәкләшеп. Беҙ уға репрессияны күрһәтербеҙ... Ә тартырға? Кемдә тәмәке бар?
Береһе лә өндәшмәне, күрәһең, тәмәкеләре юҡ ине. Йәне көйгән Иван-Снайпер һүгенде лә тынып ҡалды. Моғайын, түҙергә кәрәктер, башта эште атҡарырға, ә һуңынан тартыу йәки башҡа нәмә тураһында уйларға.
Һалам ябылған һәм шифер ҡыйыҡтар артынан, ниһайәт, күҙҙе сағылдырып ҡояш күренде. Савченко кепкаһын күҙенә төшөрөнкөрәне. Уның, ғәҙәттә, тормош тарафынан баҫылған тойғолары, уларҙы тыйып торһа ла, тышҡа бәреп сығырға әҙер ине. Тәүәккәллектәре етеп, уйлағандарын бойомға ашырыуға өлгәшһәләр, йәненә еңеллек килерен аңланы. Тик бына Снайпер... Савченко башбаштаҡ командирҙың һәләттәренә шикләнә башланы, Косатыйҙың ихатаһына түгел, ә күберәк баҫыуҙағы һуҡмаҡҡа ҡараны. Унда иңбашына салғы һалған Бараниха күренде. Ҡатын баҡсала туҡталды, ҡулын маңлайына ҡуйып,төркөмгә шикләнеп ҡарап торҙо. Ул бесән сабырға китеп бара ине, был сабынлыҡҡа китергә кәрәклеген Савченконың да иҫенә төшөрҙө.
– Ҡайҙа һуң ул? Миңә лә бесән сабырға кәрәк...
– Саҡ ҡына көт! Себерҙә сабып туйманыңмы ни? – Иван-Снайпер уны тупаҫ бүлдерҙе. – Үлтергәс, сабырһың.
Ҡәһәрле утарға, ә унда һаман йоҡлайҙар ине әле, көсөргәнешле ҡараш ташлап, тағы ла бер килке ултырҙылар.
Ул арала көн башланды, уның көндәлек мәшәҡәттәре кешеләрҙе торған һайын нығыраҡ биләне. Күрше ихаталарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың яулыҡтары күҙгә салынды – хужабикәләр иртәнге һауынға тотондо, малдарын ҡасан ҡыуырға икәнен көтөп, урамға күҙ һалды. Канауҙа баш күтәрмәй үлән семсегән Бараниханың кәзәһе әкренләп ирҙәргә яҡынлашты. Уның артынан урамда өс малай күренде, кәртәнән арыраҡ ултырып, шым ғына ирҙәргә күҙ һалдылар.
– Ниңә мыштырлай икән? – Леплевский ҙа борсолдо. – Бәлки, тағы бер көнгә ҡалырға булғандыр?
– Бәлки, баҡсалар артынан һыпыртҡандыр? Урамдан үтергә ҡурҡҡандыр, – тип уйҙары менән бүлеште Савченко.
– Ҡыуып етәбеҙ! Аяҡтарын һындырабыҙ.
– Йә-йә.
Тағы ла бер аҙ ултырҙылар. Ниһайәт, Савченко тәүәккәл тороп баҫты:
– Китсәле шуны, сәнселеп китһен! Бесән сабырға барам...
– Шөрләйһеңме ни? – Иван-Снайпер берҙән-бер күҙен асыулы ҡыҫты. – Ыштаныңа ебәрҙеңме?
Яуап урынына Савченко иңбашына салғыһын һалды ла урам ситенән атланы. Ҡалғандар, Косатыйҙың кәртәләнгән утарына өмөтһөҙ ҡараш ташлап, күңелһеҙләнә төштө. Шул арала ҡояш ауыл өҫтөнә күтәрелде, төндә һыуынып өлгөргән ерҙе йылытты. Иван-Снайпер төнгө ысыҡтан кипкән һоро резина итектәге оҙон аяҡтарын һуҙып, талсығып, терһәктәренә таянды. Бер аҙ ятҡас, иҫенә төшөрҙө:
– Леплевский, ә унда ҡалманымы?
Леплевский ялтас башын иренеп кенә уның яғына борҙо.
– Ҡайҙан?..
– Һин алдашма. Ҡалырға тейеш. Шешәлә. Дубчик, йәле йүгер. Башым сатнай.
Дубчик күндәм генә тороп баҫты ла, ауылдың икенсе осона –нимәлер ҡалырға тейеш булған ергә – шым ғына урам буйлап атланы. Иван-Снайпер, йоҡомһорауын еңергә маташып, бер аҙ ултырҙы. Башы күкрәгенә төшә башлағас, ул, ниһайәт, арҡаһы менән үләнгә һуҙылып ятты.
– Нимә, хәҙер икәүләп кенәме? – тип һораулы әйтеп ҡуйҙы Леплевский.
Иван-Снайпер яуап бирмәне. Тештәрен үлән менән соҡоған Леплевский уға ҡарағас, башлыҡтарының йоҡоға талыуын аңланы.
– Былай булғас, килеп еттек!
Шулай ул ҡаршылағы ихатаны күҙәтеүен дауам итте, ләкин унда әлегә бер нәмә лә үҙгәрмәне. Шул арала кәзә уларға яҡынлашты, аптырап башын күтәрҙе, көтмәгәндә үҙенең ғәҙәти юлында тап булған ике иргә тексәйҙе. Леплевский ҡулын һелтәне: “Кит бынан!”, ләкин теге китергә уйламаны ла. Малайҙар көлөштө, күрәһең, уҡытыусының һөҙгәк кәзәне нисек ҡыуыуын күрергә теләгәндәрҙер. Ул, аяғына баҫып, кәзәне ҡысҡырып ҡыуып ебәрермәк булды, ләкин көтмәгәндә ҡаршылағы ихатала кешеләр күренде. Әлбиттә, һырмалыһы, бөкрөлөһө һәм аҡ башлыһы – ауылдың баш сексоты Косатый, янында ҡатыны, ә ҡара пинжәкле, ҡулына портфель тотҡан оҙон буйлы, киң яурынлы ир арҡаһы менән урамға баҫҡан. Хушлаштылар. Хужа менән ҡул ҡыҫышҡас, ҡунаҡ башындағы эшләпәһен төҙәтте лә, тирә-яғына ҡарамай урамға атланы.
– Иван! Иван! – Леплевский иптәшенең ҡабырғаһына төрттө. – Килә! Ул килә!
Иван-Снайпер нимәлер мығырланы ла аяҡтарын һуҙып ебәрҙе. Леплевский асыуҙан ни эшләргә белмәй һүгенде. Усов юл аръяғынан уларҙы күреп ҡалды, Леплевскийға ул кире боролор ҙа, бәлки, баҡсаларға инеп китер һымаҡ тойолдо...
Әммә Усов баҡсаларға боролманы, тыҡрыҡтан сыҡҡанда, аҙымдарын аҡрынайтты ла, юл аша ышаныслы атланы. Һис шикһеҙ, улар янына. Көтөлмәгәнлектән Леплевский әкрен генә аяғына баҫты, пинжәген ҡаптырырға маташты, ләкин ниңәлер өҫкө төймәне ҡапшап таба алманы. Усовтың мыҡты кәүҙәһенән, ҡатҡыл, тәүәккәл сырайынан, муйынындағы ҡыҫҡа галстугынан, бигерәк тә һул күкрәгендәге бихисап орден-миҙалдың сыбар рәттәренән ҡарашын ала алманы. “Маршалдыҡы һымаҡ”. – Уҡытыусының аҫты-өҫтө килгән аңында мәғәнәһеҙ уй үтте.
– Һаумы, уҡытыусы! – Усов алсаҡ һаулыҡ һорашты. – Бесәнгә йыйындыңмы?
– Юҡ, былай... – Леплевский аңлайышһыҙ мығырланы.
– Ә ул кем? – Усов Иван-Снайперҙың ергә һылашҡан кәүҙәһенә ымланы.
– Күрше...
– Ә тормош нисек?
– Ярайһы шикелле.
Усов уның йөҙөнә туп-тура ҡараны, был ҡарашта дошманлыҡ та, һаҡлыҡ та юҡ ине, фәҡәт бер гонаһһыҙ, әүлиәләй кешенең тыныс ышанысы ғына. Юғалып ҡалған Леплевский нисек мөғәмәлә итергә, үҙен нисек тоторға белмәне. Иван-Снайперҙы ғәфләт йоҡоһо баҫҡан, ә ул яңғыҙы ни эшләй ала? Ғөмүмән, ни ҙә булһа эшләргә кәрәк инеме икән? Ҡунаҡтың үҙен тыныс тотоуы ҡоралһыҙландырҙы, Леплевский күптән түгелге тәүәккәллегенән үҙ алдына көлдө. Ә улар, Усов баҡсаларҙан ҡасып китмәҫме, тип борсолған булды. Уға ни өсөн ҡайҙалыр ҡасырға?
– Мин хәбәрҙар, – тине Усов, уны һынсыл ҡарашы менән быраулап. – Барыһын да аҡланылар, аҡса түләнеләр...
– Рәхмәт, – тине көтмәгәндә Леплевский.
– Хәҙер иң мөһиме – кенә тотмау. Эшләргә, эшләргә кәрәк! Ил өсөн, халыҡ өсөн, партия өсөн.
– Әлбиттә, партия...
– Дөрөҫ! Партия һәр саҡ хаҡлы! Кешенең яңылышыуы ихтимал, партия – бер ҡасан да. Йә, уҡытыусы, уңыштар теләйем.
Усов Леплевскийға ҡулын һуҙҙы, тегеһе еңел һулап, уның ҡулын йомшаҡ ҡына ҡыҫты. Усов һыйырҙарҙың кипкән һәм яңы көлсәләрен урап үтеп, урамдан тыныс ҡына алыҫлашҡанда Леплевский уның киң яурынлы кәүҙәһенән ҡарашын алманы. Һуңлаған асыу менән һуҙылып ятҡан Иван-Сенайперға типте, уның янында осо һыныҡ ҡоро ҡаҙыҡ ята ине.
Шунан шым ғына һүгенде лә ҡайтыу яғына һәлпәндәне.
Фото: Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.
*Сексот – секретный сотрудник; хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан бандаға индерелгән йәшерен хеҙмәткәр.
**Вертухай – төрмә һаҡсыһы.
Читайте нас