Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
21 Июнь 2020, 07:05

Тормош – бумеранг

Үҙәк баҙарға барған һайын юлым хәйер һорап ултырыусы асарбаҡтар янынан үтә. Аҙна һайын тигәндәй уларҙың сафтары үҙгәреп торһа ла, бер нисәүһен йылдар дауамында осратам.

Ҡайһы саҡта танышым кеүек тә тойола башлай хатта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙурыраҡ суммала хәйер бирергә мөмкинлегем юҡ, ә һуңғы ваҡытта карта ҡулланыу сәбәпле, тәңкәләр кеҫәлә һирәк була. Шуға күрә хәйер һораусылар янынан йыш ҡына үҙемде ғәйепле тойоп, башымды баҫып, тиҙ генә үтеп китергә тырышам. Мөмкинлегем булғанда, 80 йәштәрҙәге әбейгә аҡса һонам, сөнки уның ысынлап та ярҙамға мохтаж икәне күренеп тора. Кейеме иҫке булһа ла, һәр саҡ таҙа, бөхтә. Сәсен йыйып, яулыҡ ябынған, үҙенән алама еҫ тә килмәй. Тинлек аҡсаны ла оло рәхмәт менән ҡабул итеп, изге теләктәрен еткерә, доға ҡыла. Аҡсам булмаған осраҡта, уға тип махсус рәүештә икмәк йә һөт, күрәгә йә сәй алып, ҡайтышлай бирәм. Ҡайһы саҡта аят аштарында туған-тыумаса таратҡан һабын йәки яулыҡты ла ошо әбейгә тапшырам.

Тик һәр ваҡыт тигәндәй күңелде ҡырған ваҡиғаға тарыйым: әбейгә хәйер биреүем була, унан 5 – 6 метр арыраҡ торған икенсе хәйерсе тауыш бирә:

– Һылыуҡай, изге күңеллелегеңдән беҙгә лә өлөш сығарһаңсы! Биш тәңкәңде йәлләмә! Алла хаҡы өсөн!

Кисәге көн күп эсеүҙән “хуш” еҫ таратҡан, алама, бысраҡ кейеме, үҙенең ҡиәфәте ытырғаныу тойғоһо уятҡан ир янынан тиҙерәк китеү яғын ҡарайым. Ундайҙарға ҡарата йәлләү тойғоһо юҡ миндә: һау-сәләмәт килеш хәйер һорай, килгән аҡсаны ла арзан хаҡлы спиртлы эсемлеккә тыға.

Былтыр шулай Ҡорбан байрамы айҡанлы туғандарым оло мал һуйып, туған-тыумасаға, етемдәргә, мохтаж­дарға таратты. Мин әлеге хәйер һо­рашҡан әбей тураһында һөйләп, уға ла мул ғына итеп өлөш сығарыуҙы һо­раным. Ярҙамсыл, изге күңелле еңгәйем кәнфит-печенье, сәй, емеш тә өҫтәне, хатта ҙур банка менән ҡайнатма, тоҙло помидор ҙа тотторҙо. Өфөгә килгән көндө үк оло сумкамды йөкмәп, Үҙәк баҙар яғына киттем. Эҫе ҡояшҡа бешеп, әлһерәп ултырған инәйҙе күреп, шатландым, сөнки урынында булмаһа, йөктө йөкмәп, өйгә кире ҡайтырға кәрәк бит. Әйберҙәрҙе тапшырғас, әбейем ҡы­уанысынан үкһеп илап ебәрҙе:

– Эй, балаҡайым! Барығыҙға ла рәхмәттәрем яуһын! Был изгелек­тәрегеҙгә үҙем яуап бирә алмайым, Аллаһы Тәғәлә риза итһен!

Уны йыуатып, ҡайтыр яҡҡа ыңғайлағас ҡына был тиклем әйбергә әбейҙең көсө етмәйәсәге башыма барып етте. Өйөнә тиклем оҙатып ҡуйырға тәҡдим иткәс, шатланып риза булды.

Хафиза әбей үҙәк урамдарҙың береһендә, биш ҡатлы “хрущевка”ның бәләкәй генә фатирында йәшәй ине. Кухняһы – 5, бүлмәһе 12 квадрат метр­ҙан артмай. Бәҙрәф менән йыуыныу бүлмәһе лә сыйырсыҡ ояһынан аҙ ғына ҙурыраҡтыр. Шулай ҙа өйҙә таҙалыҡ, матурлыҡ күҙгә ташлана. Китаптар күп, тәҙрә төбөндә – гөлдәр. Нух заманынан ҡалған йыһаздар ҙа матур һаҡланған.

– Балаҡайым, рәхмәт инде һиңә, гел ярҙам итеп тораһың. Әйҙә, үҙеңдең күстәнәстәрең менән булһа ла, сәй эсереп ҡайтарайым, – тип әбейем сәй ҡуя баш­ланы, – мин бит хәйер һорарға ап­тырағандың көнөнән сығып киттем. Ирем эшкә шәп булғас, еңел-елпе эштә генә йөрөнөм. Заводта вахтала ул­тырҙым. Хәҙер пенсиям бигерәк бә­ләкәй. Өйөм ошолай ғына булһа ла, түләүе һәләк күп: һыуға ла, газға ла иҫәпләү ҡорамалы ҡуймағанмын. Ет­мәһә, риэлторҙар алдаҡ юл менән фатирымды алып ҡуймаһын, тип бүләмде пропискаға ҡуйҙым. Ай һайын дүрт мең һумым китә лә бара. Ауырып китһәм, дарыу алырға ла тура килә. Минималь пенсияны нимәгә еткерәһең инде?! Һау саҡта иҙән йыуа инем, баҡсамдағы помидор-ҡыярҙы, алманы һаттым. Хәҙер һис кенә лә эшкә ашмайым шул...

– Инәй, ә ниңә балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ ярҙам итмәй һуң? Фатирҙы бүләгеҙгә биргәс, яуап булырға тейеш бит...

– Э-э-эй, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итәләр! Киленем килеп, йортто таҙалап, минең өҫ-башымды йыуып китә. Аҙыҡ-түлек, аҙыраҡ аҡса бирә. Тик үҙҙәре лә ауыр хәлдә шул. Ейәнем ипотека түләй, етмәһә, киленем яман ауырыу менән сирләп, оҙаҡ ҡына дауаланды. Аллаға шөкөр, һауыҡты, үҙ балаларын үҙҙәре ҡарай, – Хафиза инәй, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, үҙ тормошон бәйән итте. – Киленем дә йәшләй генә тол ҡалды бит. Иң йәнде әрнеткәне – Рөстәм улымды кеше харап итте. Берҙән-бер улыбыҙҙың үлемен кисерә алманы, ирем ярты йылдан һуң мәрхүм булды. Мин дә, 27 йәшендә генә тол ҡалған Алһыу килен дә, өс йәшлек Вадим ейәнем дә етем ҡалдыҡ. Аллаһы Тәғәлә ҡайһы саҡта көслө булыр өсөн дә һынау бирәлер ул: ятып ҡына илар мөмкинлегем дә булманы. Сөнки тап шул йылдарҙа перестройка бара ине бит. Пенсия аҡсаһы түләнмәй, шәфҡәт туташы булып эшләгән киленем дә эш хаҡы ала алмай. Әлдә баҡсабыҙ булды, йәшелсәнән, ҡайнатманан өҙөлмәнек. Килен смена араһында кафеға эшкә урынлашты: аҙлап булһа ла ҡалған ризыҡтарҙы алып ҡайтты. Бер аҙ донъя рәтләнгәс, ике бүлмәле фатирҙы бүлеп, килен менән ейәнде башҡа сығарҙым. Уларҙың фатиры ла ошонан аҙ ғына ҙурыраҡ инде. Айырым булһа, бәлки, кейәүгә сығыр, үҙ тормошон яйлар, тип уйлағайным да, килеп сыҡманы. Хаҡлы ялға яҡынлай, һаман яңғыҙ. Инде ейәнем үҫеп, юғары белем алып, ғаилә ҡорҙо. Баштан хәлле булмағас, балалар ҙа, ейәндәр ҙә мандып китә алмай икән. Өйләнгәс, ипотекаға фатир алды. Бер-бер артлы ике малайы тыуҙы, шуға, бер юлы булһын, тип өс бүлмәлене алды. Айына 40 мең һум түләй хәҙер. Етмәһә, кәләше ауырыған саҡта бурысҡа баттылар. Ҡуй инде, ҡулымдан килһә, уларҙан ярҙам алыу түгел, үҙем бирер инем дә бит! Мин бит уларға хәйер һорағанымды әйт­мәйем, белеп ҡалһа, килендең йөрәге ярылыр. Былай ҙа минең өсөн өҙгөләнә. Әллә ошо фатирҙы һатып, Вадим ейәнемә аҡсаһын бирәйекме икән, тип тә уйлап ҡуябыҙ. Аҙ булһа ла ярҙам булыр ине лә, тик йәштәр баш тартҡан була. Әлегә уртаҡ фекергә килә алманыҡ.

– Инәй, ә улығыҙ менән нимә булды?

– Үлтерҙеләр, балам, үлтерҙеләр... Кеше ҡулынан үтте шул. Туғыҙ ҡатлы йорттоң ишек алды геү килеп тора бит: кемдең кем икәнен белеп булмай. Фатирға күскән саҡта Рөстәм 8-се класта уҡый ине, яҡындағы мәктәпкә күсте. Шул саҡта шул уҡ йортта йәшәүсе Марат менән дуҫлашып китте. Яҡындан белмәһәк тә, дуҫлыҡҡа ҡаршы килмәнек: ата-әсәһе ипле күренә, мәктәп йыйылышында ла, уҡыуы шәп, тип маҡталып тора. Беҙҙең малай ҙа тырыш булды. Китап уҡырға яратты инде, былар бөтәһе лә уныҡы, – тип Хафиза инәй китап шкафына ымланы. – Яртыһын килен алды. Мәктәпте тамамлағас, улыбыҙ, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булам, тип педагогия институтына уҡырға инде. Шул осорҙа ул мәктәп дуҫы менән аралашмаҫ булды. Тәүҙәрәк, ваҡыттары юҡтыр, тип уйланым, ни тиһәң дә, икеһе лә юғары белем ала бит. Ә аҙағыраҡ Маратты йыш ҡына эскән килеш шикле компанияларҙа күрә башланым. Аралары өҙөлөүгә шатландым. Уҡыуын тамамламаҫ борон уҡ Рөстәм өйләнергә теләк белдерҙе. Алһыу тәү ҡараштан оҡшаны, шуға ҡаршы булманыҡ. Тормош матур ғына бара ине. Ейәнебеҙ тыуҙы, ирем мәрхүм кооператив фатир алырға тип аҡса йыя башланы. Бер көндө кискә ҡарай килен менән аш-һыу әҙерләп йөрөй инек, Вадимды ҡартатаһы әүрәтә, ишектә ҡыңғырау тауыш бирҙе. Шунда уҡ дөбөрләтеп ҡаға башланылар. Иҫерек кешелер, тип йүгереп барып асһам, 3-сө ҡатта йәшәгән татар ҡатыны Гүзәл тора.

“Хафиза, йәнкәйем, тиҙерәк сыға һалығыҙ! Марат Рөстәмгә сәнсте. Мин “Тиҙ ярҙам” саҡырҙым”, – тине лә йүгереп төшөп китте. Артынан бер-бер артлы беҙ ҙә йүгерҙек. Улыбыҙ ҡан эсендә ята ине, эргәһендә 3 – 4 кеше йыйылған. Уның янына барып, хәл-торошон белергә теләнем.

“Милиция саҡыртығыҙ!” – тип ҡысҡыр­ған килендең тауышын ишетеп, бер аҙ аңыма килдем. Ҡабат фатирға инеп, шылтыратып төшөүемә, “Тиҙ ярҙам” машинаһы улымды алып киткәйне. Атаһы бергә киткән. Бер аҙҙан милиция килеп, беҙҙең барыбыҙҙан да һорау алырға тотондо. Гөлсирә менән тағы ла бер нисә кеше, фажиғәнең нисек булғанын күреүҙәрен дәлилләп, протоколға ҡул ҡуйҙы. Эштән ҡайтып килгән Рөстәмгә Марат хәбәр ҡушҡан икән. Элекке дуҫы янына барып, бер аҙ һөйләшеп торған да, улыбыҙ подъезға табан ыңғайлаған. “Ботаник, подкаблучник! Өйҙәгеләреңдән рөхсәт һора ла, әйҙә беҙҙең менән күңел асырға!” – тип ҡысҡырған Маратҡа Рөстәм дә ҡаты ғына яуап биргән. Шул саҡ тегенеһе уға ташланған һәм дөмбәҫләшеү баш­ланған. Бер аҙҙан Марат ҡайҙандыр бысаҡ килтереп сығарған. Аҙаҡ белеүебеҙсә, ул өс тапҡыр сәнскән.

Иртәнсәк ирем улымдың үле хәбәрен алып ҡайтты. Ҡайғы, ерләү мәшәҡәте менән милицияға барыуҙы иҫтән сығарғанбыҙ. Ә артынан йөрөй башлағас, иҫебеҙ китте. Беҙҙең алда шаһитлыҡҡа ҡул ҡуйған күршеләр бер ни күрмәгән, ә Марат ул ваҡытта бөтөнләй икенсе ҡалала йөрөгән булып сыҡты. Ҡыҫҡаһы, дөрөҫлөк юллап ҡарауыбыҙ файҙаһыҙ булды. Унан инде ирем үлде, был фатирға күстем. Ейәнде үҫтерергә лә кәрәк ине. Бер тапҡыр ғына күрше Гөлсирә мине эҙләп килеп, илай-илай ғәфү үтенде. “Тәҡдим итһәләр ҙә, аҡсаларын алманым, ул яҡтан гонаһым юҡ, валлаһи. Бары тик ҡыҙым почта йәшнигенән көсләү менән янаған хат алғас ҡына шаһит булыуҙан баш тарттым”, – тине ул. Башҡа шаһиттарҙы ла шулай йә ҡурҡытҡан, йә һатып алған инде. Әсәләре урында эшләй ине бит, аҡсалары мул булды. Аҙаҡ үҙе лә бизнесмен булып китте.

– Улайһа, берәй барып, ярҙам һорап ҡарағыҙ. 50 мең һум бирһә лә, һеҙгә ҙур ярҙам булыр ине. Иҫәпләү ҡорамалы алып ҡуйһағыҙ, коммуналь түләү күпкә кәмер, исмаһам. Моғайын, баш тартмаҫ.

– Э-э-эй, ул бит хәҙер минең йәнәшәмдә хәйер һорап тора. Ана, һиңә лә, Алла хаҡына, тип һөрәнләп ҡала. Тормош... Ай, Аллам, нимә тиҙәр әле? Теге, елләп ебәрәһең дә, ул әйләнеп килә...

– Бумерангмы?

– Шул, эйе, бумеранг! Ата-әсәһе иҫән саҡта гел һаҡлап-яҡлап торҙолар, май эсендәге бөйөр кеүек йәшәне. Улар үлгәйне, юҡҡа сыҡты. Бизнесы янды, ҡатыны китте, “текә” дуҫтары ла юҡ булды. Туғандары ла килеп хәлен белмәй, ти. Эшләргә теләге юҡ, хәйер һорарға ла ғәрләнмәй. Күп бирмәйҙәр уға. Көн һайын бер “фанфурик” алып эсә инде. Төнәргә урыны булмаған берәҙәктәр эсергә, ашарға тотоп, фатирына ҡуна бара торғайны. Кисә, бурысы йыйылып киткәнгә, фатирын тартып алып, барактан бүлмә бирәләр, тип һөйләнеп торҙо. Танымай ул мине. Рәнйешем төштө, улымдың ғүмерен ҡыйғанға шулай булды, тип йөҙөнә тура ҡарап әйтке килә лә, ҡурҡам. Йә үлтерә һуғыр, ә минең, ауырлыҡтар күп булһа ла, йәшәгем килә. Киленем һәйбәт, ейәнемде лә ғәҙел, тырыш кеше итеп үҫтерҙе. Хәҙер бүләләремде барып, яратып ҡайтам...


* * *

Ошо көндән һуң Хафиза әбейҙең тормошон аҙ ғына булһа ла еңеләйтер өсөн бер аҙ изгелек эшләргә тырыштым. Ҡала советы депутаты минең мөрәжә­ғәтемдән һуң, ҡараусыһыҙ ҡалған яңғыҙ ҡатын булараҡ теркәп, өс мең һум тирәһенә пенсияһын арттырырға ярҙам итте. Ирекмәндәр, мәрхәмәтлек фонды аша ла аҙыҡ-түлек, дарыу алып тора. Вадим ейәне иһә уның фатирын һатып, аҡсаһын алыуҙан ҡырҡа баш тартҡан.


Фото:
Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.


Читайте нас: