– Фәнил, әҙәбиәт, шиғриәт донъяһы менән тәүге танышыуың нисегерәк булып хәтереңдә ҡалған?
– Беҙҙең өйҙә бер сервант китап була торғайны. Башланғыс кластарҙан уҡ күп итеп китап уҡыным. Китапхананың йыш ҡунағы булдым. Башҡортса әҙәби китаптарҙы уҡып бөткәс, татар яҙыусыларының да байтаҡ әҫәрен алып уҡығаным хәтерҙә. Шулай уҡ, әҙәбиәткә һөйөүҙе Фәриҙә өләсәйем дә уятҡандыр, тип уйлайым. Йыш ҡына уға йоҡларға бара торғайным. Уның йорто әкиәт донъяһы булараҡ иҫтә ҡалды. Бихисап йомағы, мәҡәле беҙҙең күңел донъяһын байытты. Әсәйем дә филолог – мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты, ул да ҙур йоғонто яһаны. Мәктәптә уҡығанда һәр саҡ төрлө сараның уртаһында ҡайнай инем. Йыш ҡына алып барыусы булдым. Тап шунда төрлө шиғырҙы уҡып, шиғриәткә яҡынайҙым.
– Үҙеңдең талантлы кеше булыуыңды ҡасан аңланың? Тәүге шиғырың нисә йәштә яҙылды?
– Талантлы кешемен, тип әйтә алмайым – уны уҡыусылар баһаларға тейеш. Тәүге шиғырҙы 18 йәштә, Башҡорт дәүләт университетының беренсе курсында уҡығанда яҙҙым. “Көҙ” тип атала ине ул, һағыныу хистәренән тыуҙы шикелле. Ошо тәүге ижад емешенән һуң, быуа йырылғандай, шиғырҙар яҙыла башланы. БДУ-ның “Шоңҡар” әҙәби ижад берекмәһенә йөрөй башланым, 3-сө курста уның старостаһы итеп һайландым. Бик ҡыҙыҡлы осор булды ул.
– Ул йылдарҙағы ижадыңды хәтерләйем. Шулай уҡ “Тамыр” студияһында ла эш башлағайның, тик ҡапыл ғына тыуған яғыңа ҡайтып киттең...
– 5-се курста уҡығанда уҡ “Тамыр”ға эшкә урынлаштым: тәүҙә – радиола, аҙаҡ телевидениеға күстем. “Тай-тулаҡ” тапшырыуын эшләүҙә ҡатнаштым. Ете йыллап ғүмерем ошо эштә үтте. Минең өсөн ҙур тормош мәктәбе булды. Тәүге етәксем Гөлназ Ҡолһаринаны ла гел хөрмәт менән иҫкә алам. 2006 йылда ғаиләле булдым да, ике йылдан Өфөнө ташлап ҡайтырға тура килде. Сөнки фатир мәсьәләһе киҫкен тора ине. Ул саҡта баш ҡала пропискаһы юҡ, йәш ғаиләләргә тәғәйен төрлө программаға тороп булмай ине. Ғаиләмде ятаҡта ыҙалатҡым килмәне һәм тыуған яҡҡа ҡайттыҡ. Ауылда яйлап йорт һалып сыҡтыҡ. Тыуған еремдең тәбиғәте ныҡ матур – Ирәмәлле ер илһам сығанағы булып тора.
– Шиғриәт тигән ҙур майҙанға килеүсе йәш талантҡа кемдәр фатиха бирҙе? Ғөмүмән, әҙәби тәнҡит һиңә үҫергә булышлыҡ иттеме?
– Мин шиғриәткә, шағир булам, тип кенә килмәнем. Ул ниндәйҙер йөрәк ҡушыуы, күңел талабы ла булды. Ижад итә башлағанда йыш ҡына гәзит-журналда эшләгән шағир ағай-апайҙарға бара торғайным. Ҡаты ғына итеп бороп сығарғандарын да иҫләйем. БДУ-ла уҡығанда Мирас Иҙелбаев ҡанат ҡуйҙы, шиғырҙарың яҡшы, тип әйтә торғайны. “Ағиҙел” журналына барғанда Тамара апай Ғәниева менән таныштым. Ул миңә ижад хаҡында күп кенә шәп фекерен еткерҙе, әле лә социаль селтәрҙәрҙә фекер алышабыҙ. Бер нисә йылға ижадтан ситләшкәс, тап Тамара апай шылтыратып, яҙырға өндәне. Шуға ла халыҡ шағирына рәхмәтлемен.
Әҙәби тәнҡит ныҡ кәрәк, ул бит беҙҙең шиғриәттең кимәлен төшөрөргә бирмәйәсәк. Тик ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн һирәк. Тәнҡит дөрөҫ тә булырға тейеш: ижадсының ҡанатын һындырмаһын.
– Таланттар ауылда тыуа, тиҙәр. Бөгөнгө ауыл балалары нимәгә күберәк иғтибар бүлә?
– Таланттар был донъяға Хоҙай ҡөҙрәте менән яралалыр. Шулай уҡ уны асыу өсөн һәр кеше ҙур тырышлыҡ һалырға тейеш. Ауыл балалары эшләп үҫә, тәбиғәткә лә яҡындар. Шуға ла ауыл еренән таланттар күп сыға.
Беҙ ҡала эргәһендә йәшәйбеҙ. Ауылға һуңғы йылдарҙа бик күп яңы ғаилә күсеп килде. Араларында урыҫлашҡандары ла етерлек. Ауыл ҙурайҙы, әммә элекке йөҙөн юғалтты. Күберәк русса аралашыу өҫтөнлөк алды. Шулай ҙа уҡыусыларҙың барыһы ла туған тел дәресен ярата. Береһенән дә, мин башҡорт телен уҡымайым, тигәнде ишеткәнем юҡ. Бала бар нәмәне – яҡшыны ла, яманды ла аңына һеңдерергә генә тора. Күңелдәренә рух һалырға тырышып эшләйбеҙ. Туған телде уҡытыуға ҡаршыраҡ фекерҙе тәүҙә ҡайһы бер ата-әсәнән ишетергә тура килде. Хәҙер, Аллаға шөкөр, ундайҙар юҡ. Уҡытыусы балаларҙың да күңелен хөрмәт итә белергә, маҡтап та, киҫәтеп тә ебәрергә тейеш. Улар ниндәй генә заманда йәшәмәһен, барыһы ла һәләтле. Ана шул талант орлоҡтарына ваҡытында һыу һибергә генә кәрәк. Әлбиттә, бөгөнгө замана балалары – интернет балалары. Улар менән бер тулҡында булыу өсөн, әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү уятыу маҡсатында беҙгә лә заман менән бергә атларға тура килә.
– Шиғриәт һинең өсөн нимә ул?
– Шиғриәт – минең өсөн сәнғәт, хистәр өйөрмәһе. Ижад мәлендә шиғыр үҙенең эсенә алып инә. Йөрәкте һыҙлата, һөйөндөрә, күккә лә осора. Шиғриәт – үҙе бер донъя. Әммә шулай уҡ шиғыр яҙыу – яуаплы эш. Һәр саҡ зауыҡ, образлылыҡ, фекер өстағанына таянырға кәрәк. Шиғриәт яһалмалыҡты ҡабул итмәй.
Шиғриәт тигән төшөнсә хаҡында әҙәбиәт ғалимдары байтаҡ хеҙмәт яҙған. Был тәғлимәттәрҙә хаҡлыҡ бар, әммә тәрәнерәк эҙләнгән һайын теорияларҙың дөрөҫлөгөнә икеләнеп ҡарай башлайһың. Халҡыбыҙ шиғриәте тәрән тамырлы. “Урал батыр” эпосын ғына алайыҡ – һүҙ уйнатыу, образдар, тел, сюжет – башҡорт халҡының алтындарға алмаштырмаҫ бөйөк мираҫы. Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы булараҡ түгел, ә ябай ижадсы булараҡ, үҙ күҙәтеүҙәрем менән бүлешмәксемен. Бөгөнгө шиғриәт арзаная барған ҡиммәттәрҙең тантанаһы кеүек. Нисек ябайыраҡ, арзаныраҡ яҙһаң, шул саҡлы интернетта популяр буласаҡһың. Һине күтәрмәләп, шағир, тип йөрөтәсәктәр.Ҡанатһыҙҙар ҡанат ҡағып, яуламаған күкте яуланыҡ, тигән заман. Шиғыр – йөрәктәрҙән көйрәп сыҡҡан ялҡын. Таш һарайҙарҙа балҡып янған люминесцент лампочка түгел. Ошо ялҡын ҡалған әҙәми күңелдәрҙе яндырып, һағыш тулҡындарында сәсәтерлек көскә эйә булырға тейеш.
Бәлки, мин хаҡлы түгелдер. Әммә бөгөнгө шиғриәттә йыш ҡына хистәр ярым тере, шағирҙар арзан популярлыҡ яуларға ынтыла. “Урал батыр” эпосына, халҡыбыҙ фәлсәфәһенә, Көнсығыш шиғриәтенә, көнбайыштың аҫыл аҡылына һәр көн яңыса бағайыҡ.
– Нисек уйлайһың: башҡорт әҙәбиәтенең киләсәге бармы? Әллә ул руслаштырыу, сит ил телдәр өйрәнеү кеүек заман модаһы арҡаһында яйлап юғалырмы?
– Ошо проблема мине лә ныҡ борсой. Бөгөн, дәүләт беҙҙең телебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыр, тигән фекер бигүк дөрөҫ түгел. Һәр беребеҙ телде һаҡлап ҡалыу, мәктәптә туған телде төплө уҡытыу өсөн көрәшергә тейеш. Ғаиләбеҙҙә төп дәүләт теле туған телебеҙ булһын! Мин ҡыҙҙарымдан һәр саҡ үҙ телебеҙҙә һөйләшеүҙе, китап уҡыуҙы талап итәм. Кәләшем дә хәҙер башҡортса һөйләшергә яҡшылап өйрәнде. Ул Силәбе өлкәһенең Межозерный ҡасабаһында үҫкән. Яңыраҡ башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнашты. Тикшереп, ныҡлы “дүртле” билдәһе ҡуйҙым. Мода килә лә китә, ә туған тел бер юғалһа, терелмәй.
– Бөгөн кешеләр күңелендә илһөйәрлек, ватансылыҡ тойғолары һаҡланамы?
– Заман үҙгәрә, заң башҡасалана. Кешеләргә быуын-быуын һалынған илһөйәрлек, ватансылыҡ тойғолары йәшәй. Төрлө патриотик сарала халыҡ әле лә әүҙем ҡатнаша. Ата-бабаларҙы ҙурлап, Шәжәрә байрамдары үткәрелә, матур итеп Еңеү көнө билдәләнә. Арҙаҡлы олатайҙар исеменә бағышлап, обелисктар, һәйкәлдәр ҡуйыла. Әммә тарҡаулыҡ та күҙгә салына. Хәҙер күптәр бейек ҡоймалары артына йәшенә. Бер-береһенә ышанып, сере менән бүлешмәй. Өмәләргә саҡырышмай. Беҙҙең башҡорт ауылдары үҙҙәренең элекке йөҙөн юғалта бара. Бәлки, бөгөнгө карантиндан һуң халыҡ уяныр, асылына бер аҙ ҡайтмаҫмы икән, тигән өмөт бар.
– Ғәҙелһеҙлек, ялағайлыҡ кеүек күренештәр менән йыш осрашырға тура киләме?
– Тормош булғас, ғәҙелһеҙлек тә булалыр ул. Бала саҡта ғына, бөтә нәмә лә аҡ һәм ҡаранан тора, тип уйлайһың. Йәшәй-йәшәй улай түгеллегенә яйлап инанаһың. Йөҙөңә ҡарап йылмайып, арттан бысаҡ ҡаҙаған мәлдәре лә булды. Әммә был яраларҙан һуң кеше нығына ғына. Киләһе һөжүмдәрҙе еңелерәк ҡабул итә башлайһың. Тормош – үҙе көрәш. Һәр кем ҡояш аҫтында үҙ урынын яуларға тырыша. Кемдер аҫтыртын ҡара юлды һайлай, кемдер ғәҙеллек өсөн көрәшә. Мин ғәҙел булырға тырышам, бәлки, аңғармаҫтан берәйһенә ғәҙелһеҙ ҙә булғанмындыр. Уларҙан ғәфү үтенәм.
Иң өнәмәгәнем – ялағайлыҡ. Атай-әсәйем, өләсәйем һәр саҡ, үҙең булып ҡал, тип өйрәтә торғайны. Үҙеңдең күңелеңә, эске булмышыңа хыянат итмәй йәшәүҙән дә яҡшыһы юҡ. Ялағайҙарҙың ысын йөҙөн хәҙер генә таныйым. Яһалма йылмайыуҙарға, ҡылыҡтарға эстән генә көлөмһөрәп ҡарайым.
– Маҡсат, план буйынса ижад итеп буламы? Мәҫәлән, быйыл шуныңса шиғыр яҙырға йәки фәләнсә көндән поэманы тамамларға, тип...
– Маҡсатты һирәк ҡуям. Уйланып йөрөгәндән һуң шиғырҙар үҙҙәре үк ашҡынып тыуа. Әммә һирәкләп булһа ла берәй темаға заказ килеп төшә. Уларҙы яҙыу ауырыраҡ. Шулай ҙа яуаплылыҡ менән башҡарып сығырға тырышам. Үҙемде шиғырҙа булған образдың уртаһына ҡуйып ҡарайым, кисергән хистәр менән сағыштырам. Йөрәк аша үткәргәс кенә уҡыусы хөкөмөнә сығарам. Күпмелер шиғыр яҙырға, тигән планым да юҡ. Юғары көс илһам өләшкәндә мин тик ултыра алмайым, яҙам, сөнки ҡулға ҡәләм алмаһам, башым ауырта башлай. Шиғыр яҙылып бөтөү менән йәнде рәхәтлек солғап ала.
– Һин – “Йөрәк һүҙе” проектында еңеү яулаған шағир. Һүҙеңде халыҡ ишеттеме, аңланымы?
– Конкурста ҡатнашыу минең өсөн оло мәртәбә булды. Ысынлап та, бөтә республикаға үҙебеҙҙең йөрәк һүҙен еткерә алдыҡ. Ҡыҙым ошо бәйгенән һуң шиғыр яратырға, уны матур итеп һөйләргә өйрәнде. Тамашасы ла ихлас ҡабул итте. Бәйгенән һуң бик күп ҡотлау, маҡтау, фекер булды. Башҡортостандың халыҡ артисы, бейеүсе Риф ағай Ғәбитов: “Афарин, Фәнил ҡусты, Азалина ҡыҙым, ихлас шатмын! Иҫ китмәле матур, оло мәғәнәле, заманса күркәм тамаша булды. Ҡотлайым, ғорурланам, һоҡланам! Иҫәнлек-һаулыҡ, яңынан-яңы уңыштар теләйем! Һеҙ булдырҙығыҙ!” – тип яҙҙы. Ана шундай ҡанатлы һүҙҙәр илһамландыра, ижадҡа көс бирә.
– Үҙ-үҙеңә ҡарата талапсанһыңмы? Шиғырыңды уҡыусыға еткерер алдынан иләк аша үткәрәһеңме?
– Шиғыр тулҡын булып килеп ҡағыла ла, аҡ ҡағыҙға төшә. Эшләп бөткәнсе бер-ике сәғәт булып китә. Әгәр ҙә күңелемде тетрәтһә, уҡыусыға еткерергә тырышам. Әлбиттә, интернетҡа ҡуйыр, гәзит-журналға бирер алдынан ҡарап сығам. Ҡайһылары бер ниндәй эшкәртеүһеҙ яҙыла ла ҡуя. Шиғырҙарға нишләптер кире ҡайтып эшләгәнем юҡ. Бәлки, был насар сифатымдыр.
– Ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Фәнил. Киләсәктә “Йәшлек” уҡыусыларын шиғри күстәнәстәрең менән дә ҡыуандырыу насип булһын!