Әҙәбиәт
24 Февраля 2020, 03:23

«Һоро сысҡан»

Ғашиҡтар көнө етеп килә. Һәр бер ҡыҙ, малай ошо байрамды көтөп ала. Кемде эстән генә яратып йөрөйһөң, шуға һөйөүең тураһында белгертеп, хат яҙырға була. Бер кемдән дә уңайһыҙланмайһың, йылдың бер көнөндә генә үҙеңдең хис-тойғоңдо белдерергә мөмкинлек бирелә.


Лилиә лә ошо көндө түҙемһеҙләнеп көтә. Ул үҙенең синыфташы Илшатҡа хат яҙасаҡ. Үткер телле, теләһә ниндәй сетерекле хәлдән дә оҫта ғына ҡотола белгән малайҙы 5-се синыфтан уҡ оҡшата. Маңлайына төшөп торған һарғылт сәстәрен башын ҡыйшайтып һирпеп ебәрһә, ят та үл инде. Ә көлгәндә йәшкелт-һоро күҙҙәрендәге осҡондар тирә-яҡҡа бөркөлә.

Лилиә, киреһенсә, шым ҡыҙыҡай. Шау-шыулы, синыфтан тыш күңелле сараларҙа ла бик ҡатнашып бармай. Нисектер уңайһыҙлана. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкәс, матур- матур кейем һатып алырға ла хәлдәренән килмәй.

Ҡыҙҙың иң яратҡан шөғөлө – китап уҡыу. Башҡорт яҙыусыларының, бигерәк тә Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһын ҡат-ҡат уҡый, төп герой Емештең урынына үҙен ҡуйып ҡарай. Ниндәй ҡыйынлыҡтарҙы еңеп, Емеш уҡытыусылыҡҡа уҡып сыҡҡан, аҙаҡ яҙыусы булып киткән. Уның да шулай, Емеш кеүек, тырышып уҡып сығып, һөнәр алып, халҡына файҙалы кеше булғыһы килә.

Бына бөтә уҡыусының да көтөп алған байрамы – Ғашиҡтар көнө лә килеп етте. Мәктәп коридорында мөхәббәт хаттары төшөрөү өсөн ҡуйылған йәшник туп-тулы. Оҙон тәнәфес алдынан бер ҡыҙ һәм бер егет, почтальон сумкалары аҫып, һәр бер класс бүлмәһенә инеп, хаттарҙы таратып йөрөй башланылар.

Улар 7-се синыфҡа ла килеп инде. Уҡыусылар һәм уҡытыусыны Ғашиҡтар көнө менән ҡотлап, сумкаларынан сығарып, балаларҙың исемдәрен ҡысҡырып атап, өсмөйөшлө ғишыҡ хаттарын өләшеп сыҡтылар.

Иң күп һөйөү хаттарын, моғайын, Илшат алғандыр. Бер ус хатты тотоп, малай уларҙы уҡый башланы. Башҡа балалар ҙа ҡош телендәй генә хаттар алып ҡыуанды. Лилиәгә Линара дуҫы, матур һүрәт төшөрөп, байрам менән изге теләктәр яҙып, хат һалған икән. Уға күңелле булып китте, бына бит, кешегә бер йылы һүҙ етә.

Һәр бер уҡыусы мөхәббәтле өсмөйөш хаттарын иҫтәре китеп уҡып, ҡарап ултырҙы. Илшат менән Рәдиф тә шул эш менән мәшғүл. Бына Илшаттың ҡулына пар күгәрсендәр төшөрөлгән, уларҙың араһындағы йөрәк һүрәте аҫтына ҡыҙыл ҡара менән «Мин һине яратам!» тип яҙылған хат килеп эләкте. Күгәрсендәре суҡыштары менән зәңгәр төҫтәге күгәрсен сәскәһе ҡапҡан матур һүрәткә ул иҫе китеп ҡарап ултырҙы. Хас та тере күгәрсендәр инде, бына-бына осоп китерҙәр кеүек. Шул саҡ ул, хаттың кемдән икәнлеген белергә теләп, һүрәтле биттең артын асып ҡараны. Был бит Лилиәнән, һоро сысҡандан! Асыуынан ул урынынан тороп уҡ китте. Эй, шул ҡыҙҙы яратмай ҙа инде.

Нисек оялмайса Илшатҡа мөхәббәтен белдереп хат яҙырға батырсылыҡ иткән?! «Туҡта, кәрәгеңде аласаҡһың!» – тип Илшат күңеленә ҡыҙҙан үс алыу теләге һалып ҡуйҙы.

Шул арала, дәрес бөтөүен белдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Етенселәр эркелешеп бүлмәнән коридорға ағылды. Ҡыҙҙар бер яҡта көлөшөп һөйләшеп торған ваҡытта, Илшат, малайҙар төркөмөнән айырылып, шәп атлап, улар янына килде. Ул ҡулына дәфтәр битенә яҙылған хат тотҡан.

– Быны һин яҙҙыңмы? Һоро сысҡан, бөтәһе алдында ла әйт. Мин Илшатты яратмайым, тип әйт. Ғәфү үтен! – тип, ул Лилиәнең битен устары менән сикәләп ебәрҙе.

Лилиә ҡыҙарып китте, уттай янған битен, ҡулдары менән ҡаплап, класҡа йүгерҙе, уның артынан әхирәте Линара эйәрҙе.

Бер кем дә бындай хәлде көтмәгәйне. Йыл да Ғашиҡтар көнөндә мөхәббәт хаттары яҙҙылар һәм алда ла яҙасаҡтар әле. Илшаттың был ҡылығы ҡыҙҙарға ла, малайҙарға ла ауыр тәьҫир итте. Байрам кәйефе юғалды.

Көндәр үтә торҙо. Ғашиҡтар көнөндә килеп сыҡҡан йәмһеҙ күренеш тә балаларҙың күңеленән онотола төштө. Ҡәҙимгесә уҡыусылар көн дә мәктәпкә йөрөнө. Белем алды, яҡшы билдәләр менән ата-әсәләрен һөйөндөрҙөләр, ҡайһылары инде, хөртөрәк уҡып, көйөндөрҙө.


Бер көндө мәктәп ашханаһында етенсе синыфтан график буйынса Илшат менән Рәдиф дежур булды. Егеттәр батмустарға ултыртып үҙҙәренең өҫтәлдәренә компоттар, ҡайнар ашлы тәрилкәләрҙе ташыны. Бер нисә урынға һауыттар менән икмәк ҡуйҙылар.

Дәрес бөтөү менән ашханаға уҡыусылар килеп тула башланы. Өҫтәлдә барыһы ла ипләп теҙеп ҡуйылған, балалар шым ғына ашарға тотондо.

– Ашығыҙ тәмле булһын! – тине Рәдиф.

– Рәхмәт! – тине барыһы ла.

Бөтәһе лә ҡабаланмай ғына ашаған арала Илшат шым ғына Лилиәнең стаканына димедрол төймәһе төшөрҙө, үҙе бер ни булмағандай компотын эскән була. Кеҫәһендә йөрөткән дарыуҙы ул дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләгән инәһенән сәлдергәйне.

Ашап туйғас, балалар, ашхана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтеп, кластарына таралышты. Һауыт-һабаны йыйыштырып, өҫтәлдәрҙе сепрәк менән таҙартҡансы һөрткәс, Илшат менән Рәдиф тә кластарына йүнәлде.

Етенселәрҙә математика дәресе бара. Уҡытыусы Нәсимә Сәйетгәрәй ҡыҙы яңы теманы аңлата. Барыһы ла иғтибар менән тыңлай, дәфтәрҙәренә миҫалдарҙы яҙып ҡуялар. Шул саҡ кемдер «хыр-р-р» итеп ҡалған кеүек булды. Бөтәһе лә артҡа әйләнеп ҡараһа, артҡы партала Лилиә, башын партаға һалып, йоҡлап ултыра. Эргәһендә ултырған әхирәте Линара уны уятып та ҡарай, тик бушҡа ғына. Класс «пырх» итеп көлөп ебәрҙе. Ә ҡыҙға уларҙың көлөүе нимә, моғайын, трактор гөрһөлдәһә лә уянмаҫ ине.

Илшатҡа күңелле булып китте. Бына, исмаһам, үс алды ул Лилиәнән! «Һиңә шул кәрәк. Башҡаса миңә мөхәббәтеңде белдерерһеңме, һоро сысҡан», – тип кинәнде күңеленән генә.

Уҡытыусы, балаларҙы тынысландырып, дәресте дауам итте.


Лилиә уянғас, әхирәте уға барыһы тураһында ла һөйләп бирҙе. Дәрестән иң аҙаҡҡа ҡалып ҡына сыҡтылар. Илшаттың ғына этлеге икәнлеген, әлбиттә, аңланы.

Уҡыу көндәре, айҙары, йылдары үтә торҙо. Илшат менән Лилиә араһында булып үткән йәмһеҙ хәл-ваҡиға ла онотолдо. Һәр хәлдә, ошо турала ауыҙ асып әйткән кеше булманы.

Ә Лилиә? Ул үҙенә һүҙ бирҙе: яратҡан китап геройы Емеш кеүек, бөтә бысраҡлыҡтан өҫтөн тороп, бар көсөн уҡыуға бирәсәк, киләсәктә уҡытыусы буласаҡ.

8-се синыфта ул волейбол секцияһына яҙылды, ныҡлап спорт менән шөғөлләнә башланы. Мәктәптә дәрестәр бөтөү менән өйөнә йүгереп ҡайта. Ашап алғас, өйҙө йыйыштыра, әсәһенә ярҙам итә. Унан һуң, дәрестәрен әҙерләп, спорт комплексына ашыға. Спорт өлкәһендә байтаҡ ҡына уңышы ла бар уның. Тренерҙары Зәлиә Мәхмүт ҡыҙы менән мәктәп волейболсылары төрлө ярышта ҡатнаша, күп кенә призлы урын да яуланылар. Бына ғәжәп, ваҡыты тығыҙ булған һайын, ул бөтә нәмәгә лә өлгөрә. Уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй. Мәктәптең Почет таҡтаһынан фоторәсеме төшкәне юҡ. 9-сы синыфта уҡыған Лилиәгә хәҙер бер кем дә «һоро сысҡан» тип әйтмәй. Киреһенсә, яурындарына төшөп торған, өләсәһенә оҡшап еҙ сәсле, шундай уҡ еҙ ҡыйғас ҡашлы, йәшел күҙле, тал сыбығылай нескә билле, һомғол кәүҙәле Лилиәнең класс бүлмәһенә килеп инеүе була, бөтәһенең дә күңеле күтәрелеп китә. Уның менән һөйләшергә, аңлашырға, дуҫлыҡ тәҡдим итергә тип, Илшат әллә нисә тапҡыр уҡталып та ҡараны. Тик Лилиә генә хәҙер бер кемгә лә иҫе китеп бармай, ғорур тәбиғәте менән барыһын да әсир итеп йөрөүен белә.


Фото: Т.Аманов


Читайте нас