Мин уны ике йыл элек шундай шәп бер егет менән таныштырғайным, Гөлназ эшкә һанамаған булды, йәнәһе лә, ни юғары белеме юҡ, ябай водитель генә булып эшләй, ни айырым фатиры юҡ, әсәһе менән йәшәй. Уның ҡарауы Инсафтың холҡо яҡшы: тыныс, эшсән, ярҙамсыл, тип күпме өгөтләнем:
– Кейәүгә сыҡһаң, арҡаңды ныҡҡа терәп, бына тигән итеп йәшәйһең дә китәһең, үҙең һөйөклө ҡатын, атай-әсәйең ҡәҙерле ҡайны-ҡәйнә буласаҡ. Айырым да сығырһығыҙ, ә әлегә ул нишләп фатир-өй, тип ҡаңғырһын? Ғаиләһе юҡ та һуң.
– Утыҙ йәшкә хәтлем ни ғаиләһе, ни йорто булмаған кешегә нисек үҙ яҙмышыңды ышанып тапшыраһың? Ялҡауыраҡтыр ул.
– Бер ҙә ялҡау түгел, – тип мин һаман Инсафты яҡлаштым. – Әсәһе һөйләүенсә, армияға оҙатып ҡалған яратҡан ҡыҙы көтмәй кейәүгә сығып, йөрәген яралаған бит уның. Шуға ла йәш ҡатын-ҡыҙҙарға үпкәһе саҡ баҫылған. Әле Инсафтың өйләнергә өлгөрөп етешкән, тулышҡан мәле, тот та ЗАГС-ҡа алып бар.
– Әллә инде, – тип инәлтеберәк ыҡ-мыҡ килгән Гөлназды шулай ҙа Инсаф менән таныштырҙым. Тәүге осрашыуҙа уҡ егет һөйкөмлө һылыуға ғашиҡ булған да ҡуйған бит, ә ҡыҙ ябай водителдән танауын борҙо. Инсаф Гөлназ артынан саба торғас, күҙ алдында һурылып, ябығып китте, тип әсәһе зарланғас, ниңә таныштырҙым инде, тип үҙем борсоуға төштөм. Хәленән килгәнсә сәскәһен дә, йомшаҡ уйынсыҡтарын да, затлыраҡ әйберҙәрҙе лә бүләк итеп ҡараған Инсаф, тик Гөлназ бүләктәрен дә алмай, унан уттан ҡасҡан кеүек ҡасты, мине әрләп бөттө:
– Бер дегәнәк менән таныштырҙың да, апай, ҡотолоп та булмай...
– Бәй, үҙең һораның да һуң!
Ысын, тәүҙә һүҙ араһында ғына уйынлы-ысынлы шаяртһа, һуңыраҡ етди ҡиәфәттә, юҡмы шунда таныштарың араһында миңә тигән берәй, исмаһам, сәпсеге, тип, һораны: “Йәшерәк булһам, бөркөттө таптырыр инем дә, утыҙҙы ҡыуғанда, улай эреләнеү килешмәҫ”. Иркә ҡыҙ Инсафты тиң күрмәй, эшкә һанамай, һаман “бөркөтөн” көттө әле ул. Һәм үткән йыл июндә, көтөп алдым, тип һөйөнсөләне:
– Вадим – эшҡыуар, үҙ бизнесы бар! «Текә» сит ил маркалы машинала йөрөй. Фатиры бар. Минән дүрт йәшкә кесерәк кесерәккә, әммә был бит төҙәтеп булырлыҡ “етешһеҙлек”.
О, минең Вадимға нисек иҫем китеүемде роман итеп яҙырлыҡ, тип көлгән Гөлназ үҙен үҙе онотоп яратыуын бәйән ҡылды: “Апай, мин уға минут һайын һөйөү смс-тарын яҙам, бер туҡтауһыҙ шылтыратып, бер аҙ теңкәһенә лә тейәм шикелле, хатта мин, ғүмерҙә шиғыр китабын ҡулыма алмаған кеше, үҙем ултырып, уға дүрт юллыҡтар теҙәм”. Егеттәргә улай ябырылырға ярамай, тип әйтеүҙе ҡолағына ла элмәне.
– Вадимға яҙмай, шылтыратмай, тауышын ишетмәй, үҙен күрмәй түҙә алмайым! – тине хыялыйға әйләнгән ҡыҙ. Аҡсалы егеттең һөйөүе иһә теүәл ике айға еткән. Күл буйында күмәк компанияла ял иткәндә Вадимдың күҙе сит өлкәнән килгән йәш ҡунаҡ ҡыҙға төшә. Һәм ул тартынып та тормай, Гөлназ алдында уҡ шул 18 йәшлек ҡыҙ менән теттерә. Гөлназдың ҡыҙғаныуына төкөрөп тә бирмәгән Вадим, йәш ҡыҙҙы ҡыйбатлы автомобиленә ултыртып, тая. Ғәрлегенән, бөтә ир ҙә кәзә тәкәләре, тип илаған Гөлназды Вадимдың бер дуҫы, йәлләп, ҡалаға тиклем килтерә, шарап менән һыйлай, йыуата һәм, эйе, ошо сетерекле хәлдән, ҡыҙҙың көсһөҙлөгөнән үҙ маҡсатында машинала уҡ файҙалана. Минең менән йөрө лә ҡуй, тип салонда ирәйеп тәмәке тартып ятҡан егеткә кинәт айныған Гөлназ ни тиһен? Бер ни әйтмәй, тамам иҙелгән, бөтөрөнгән килеш машинанан сығып, ҡайтып китә. Душ аҫтында тороп күпме генә йыуынһа ла, бысраҡты йыуып бөтә алмай әрнеп илай.
– Хәшәрәттең һаҫыҡ үбеүе һаман ирендәремдә кеүек, – тип эс серен бушатҡан Гөлназды йыуатырлыҡ һүҙ ҙә табылманы. Үҙең ғәйепле, тиергә тел әйләнмәне. Ул үҙенең ғәйебен былай ҙа аңлай, яраһына тоҙ һалыуҙан ни мәғәнә? Шаталағыраҡ тәбиғәтле ҡыҙ был ваҡиғанан һуң кинәт баҫылды, кеше араһына йөрөмәҫ булды. Эшенә бара ла өйөнә ҡайта. Социаль селтәрҙәге сәхифәләрен, ватсапты юйғайны, бөтөнләй күҙ уңынан юғалды. Яңыраҡ ҡына кире килеп тә сыҡты, “Апай, сәләм! Мин Инсафҡа ғашиҡ булдым, әммә мин шундай бәхетһеҙ!” тигән иң беренсе яҙыуы менән шаҡ та ҡатырҙы.
– Ыстағәфирулла, – тинем ҡыҫҡа ғына.
Гөлназ менән осрашҡас, ул ихлас хәсрәте менән бүлеште:
– Ярты йылдан ашыу мин “отшельник” булып йәшәп алғанда, үҙемдең тормошом, холҡом тураһында уйланып, хаталарыма анализ яһаным. Ни өсөн был хәлгә килеп етеүемде аңланым, яңылыш аҙымдарымдың осона сыҡтым. Ләкин барыбер үҙемде эстән ашаным да ашаным. Бер көн эштән ҡайтышлай, әсәйем он, май алырға ҡушҡайны, магазинға индем. Тейәнеп, кассаға сиратҡа баҫҡайным, берәү, Гөлназ, ти. Башымды күтәреп ҡараһам, янымда Инсаф тора. Хәбәр ҡушты ла һүҙһеҙ генә ҡулымдан он менән май ятҡан кәрзинде алды. Алып барышайым, тип ярҙамын тәҡдим итте. Юҡ-юҡ, кәрәкмәй, тиһәм дә, үҙенә кәрәкле әйберҙе лә алмай, магазин туҡталҡаһында торған машинаһына әйҙүкләне: “Мин бит машина һатып алдым”. Үҙгәргәйне ул нисектер. Матурайып, нығынып киткәйнеме шул. Тулҡынланғаны йөҙөнә сыҡҡайны. Өйөмә ҡәҙәр килтерҙе, сумкаларҙы алып, подъезд ишегенә тиклем оҙатты. Юл буйына һөйләшмәй килгән Инсаф шунда ғына, бөтә батырлығын йыйып, ахыры, һинең менән осрашырға ине, тине. Үҙем дә аңғармай ҡалдым, берәй сәғәттән кил һуң, тигән һүҙҙәр телемдән ысҡынды, апай. Киләм, тине ярһып. Мин уны бар ерҙә лә «ҡара исемлеккә» тығып бөткәйнем, яңынан номерын тергеҙеп, шылтыратыштыҡ та, ул машинаһына ултырып китеп барҙы, мин өйгә инеп, ҡабалан-ҡарһалан сәй эстем дә, әсәйемә борсолмаҫҡа ҡушып, осрашыуға йыйындым. Был машиналы Инсаф миңә оҡшаны, әйтерһең дә, мин уның менән яңы ғына танышып торам. Ул бер сәғәттән, килдем, тип шылтыратты, мин, инәлтеп, сәғәт ярымдан ғына янына сыҡтым. Гөлләмә алып килгәндер, тип өмөтләнһәм дә, сәскәһе булманы. Машинала алыҫ та китмәй туҡтап, ул үрелеп мине үпте: “Әсәйем туғандарға ҡунаҡҡа китте, беҙгә барайыҡ”. Үбеүенән бигерәк ҡайнар шыбырлауы быуынһыҙ итте шикелле... Ул мине үҙҙәренә алып ҡайтты, апай, һәм бер аҙҙан, мин уның ҡосағында рәхәтлектән иҙерәп ятҡанда, Гөлназ, бер ҡыҙ минән ауырлы, тимәһенме! Үҙ ҡолаҡтарыма ышанмай, тороп ултырҙым: “Нисек инде?” “Иптәштәр менән төнгө клубҡа барғайныҡ, шунда бер ҡыҙ мине эләктерҙе лә йоҡланыҡ. Ай ярым элек ул минән ауырлы икәнен хәбәр итте”, – ти. “Ә презервативтар нимә өсөн уйлап сығарылған?!” – тип аңшайып ултыра бирҙем. Инсаф һаман үҙенекен һөйләй: “Ул һәйбәт кенә ҡыҙ. Ауырлы икәнен белгәс тә, миңә хәбәр итте, әллә алдырайыммы икән, тигәс, ҡуй, тере йәндең ғүмерен нисек ҡыяһың, тип өйләнешергә тәҡдим иттем. ЗАГС-ҡа ғариза яҙҙыҡ”. Асыуланып һикереп торҙом: “Улай булғас, ниңә миңә тейҙең?! Хәҙер үк мине кире алып бар!” “Мин һине яратам, Гөлназ. Миңә ҡарарһың, тип хыялланыуҙан да туҡтағайным, ә бөгөн һине күрҙем дә, “либо пан, либо пропал”, тип өндәштем. Үҙем дә белмәйем, хәҙер нишләргәлер инде”. “Инсаф, һәйбәт ҡыҙҙар тәүге күрешкән егет менән яҡынлыҡҡа инеп, төнгө клубтар буйлап элмәнләп йөрөмәй”, – тинем дә мине өйөмә алып барыуын һораным. Ҡабаттан уның номерын «ҡара исемлек»кә тыҡтым да, сәхифәне асып, һеҙгә яҙҙым. Хәҙер ни эшләргә инде?
– Нишләргә-нишләргә, терһәгеңде тешләргә, – тинем, ҡулдарҙы йәйеп. – Ваҡытында үҙең ауыҙыңды асып йөрөмәһәң...
– Бөгөн әсәйем, Аллаһы Тәғәлә һәр кемгә үҙ йәрен ебәрә, кемдер шуны тойоп, танып, парлашып өлгөрә, ә кемдер үҙ бәхетен танымай, янынан үтеп китә, тип эсемде бошорҙо. Шулай уҡ Инсаф минең парым булдымы икән, тип уйлап, уны һағынып, утта янам. Артымдан ҡалай ныҡ инәлеп йөрөнө, ә мин уға әйләнеп тә ҡараманым, йәнәһе лә, шофер миңә пар түгел. Ә бит анау Вадим Инсафтың тырнағына ла тормай. Их, Инсафтың да һөйөү утында янғанын белгәс, икеләтә ҡыйын, апай.
– Ә, бәлки, ул янмайҙыр? Уның өсөн хәҙер икенсе тормош башлана: өйләнеп, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерерҙәр.
– Юҡ, ул мине ярата, – тип ныҡышты Гөлназ.
– Кем белә, ҡатынынан уңһа, тора-бара араларында мөхәббәт тә яралыр, бик тә булмаһа, бер-береһенә ихтирам тойоп, йәшәрҙәр, – Гөлназды йәлләһәм дә, уны алдап, күңелендә буш өмөттәр уятып, аяп тора алманым.
– Бәлки, Инсаф менән һөйләшерһегеҙ, тип өмөтләнгәйнем, – Гөлназдың керпек остарына йәш эленде.
– Ғәфү ит, мин пас, өйләнергә йөрөгән икәү араһына ҡыҫылыу иң кәмендә ахмаҡлыҡ, иң ҙурында – енәйәт, Гөлназ. Һин дә улар араһына тығылма инде. Ситкә китеп тор, аҙаҡ ҡарарһың. Бәлки, һиңә икенсе берәй егет менән танышырғалыр?
– Кәрәкмәй миңә икенсе! Инсаф ҡына кәрәк! – ҡыҙҙарҙың ошо яндырайлығы! Минән ярҙам булмаҫын аңлағас, Гөлназ, ҡоро ғына һаубуллашып, китеп барҙы. Ике йыл элек нимәһен ҡарағандыр инде. Бына һиңә “дегәнәк”...