Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
10 Ноябрь 2019, 08:19

Алты квадрат метр йәки Урамда ҡалған ғаилә

Ишек асылыу менән уҡ кеүек Әлиә­нең ҡаршыһына йүгерҙем:– Йә, нисек? Нимә тип хәл иттеләр?Әхирәтем итеген дә һалмайынса, аш-һыу бүлмәһенә инеп, ултырғысҡа ултырҙы ла үкһеп иларға тотондо:– Беҙҙең файҙаға түгел...– Нисек инде?– Васыятнамә булғас, фатир бүленмәй, тинеләр. Бала менән урамда ҡалдым. Бомж беҙ хәҙер...

Әсәһенең тауышын ишетеп килеп ингән биш йәшлек Иҙел дә, күңелһеҙ хәл булғанын аңлағандай, уны ҡосаҡ­лап иларға тотондо. Рәхимһеҙ яҙмыш йәлләмәгән, көн һайын тигәндәй күҙ йәштәрен түгергә мәжбүр иткән ике бисараны йәлләп, минең дә күҙҙәр йәшкә тулды.
– Сабыр бул, дуҫҡайым. Балаң ха­ҡына бирешмәҫкә тейешһең. Донъя малы хәҙер бар, иртәгә юҡ, тиҙәр бит. Һау булһаң, фатирың да, аҡсаң да булыр.
– Аяҡҡа баҫҡансы йылдар кәрәк, ә мин Иҙелемдең бала сағы бәхетле, матур үтһен тип хыялланғайным...
– Әле был ҡала суды ғына булды. Юғарыға биреп ҡарарһың. Бөгөнгө ме­нән көн бөтмәй, тормош дауам итә. Иҙел өсөн иң мөһиме – һин бар. Атаһы үлеүе – бер тетрәнеү, инде һин бирешмә, уға терәк бул, йәме. Әйҙә, сисен, йыуын, унан һуң сәй эсеп алырбыҙ...
Тик дуҫымдың проблемалары тиҙ генә тынысланырлыҡ түгел ине шул.
– Рәйескә һыҙланыуҙарын баҫа торған дарыуҙар ярҙам итмәгәс, таныштарым аша ҡиммәтлеләрен алыр­ға тура килде. Ошо көндө туған-тыумасама бурыста ултырам, бер түгел, өс кредитым бар. Көндәр буйы эшләүем шуны түләүҙән артмай. Төнгө сменаға сыҡһам, эш хаҡы күберәк тә бит, баланы ҡалдырыр кеше юҡ.
Ысынлап та, Әлиәнең ире үлгәнгә бер йыл самаһы ваҡыт үтте, бер генә лә буш ултырғанын күргәнем юҡ. Балалар йортонда тәрбиәсе булған әхи­рәтем ял көндәрендә студенттарға курс һәм диплом эштәре яҙа, заказ буйынса күлдәктәр тегә, милли би­ҙәүестәр ҙә эшләй. Уның араһында дарыуханала һәм сауҙа үҙәгенә көн һайын барып, иҙән йыуа. Иртәнән кискә тиклем сапҡан ҡатын, ҡараңғы төш­кәс, улын эйәртеп, арып-талып ҡайта. Үҙенә күптән ҡул һелтәне инде, әлдә генә Иҙеле бар. Бер аҙ уға әүрәй, күңелен йыуата.
Рәйес менән әхирәтем һуң ғына танышып, ғаилә ҡорҙо. Бәхетле тормоштары өс йыл ғына дауам итте: ғаилә башлығында ике йыл элек яман шеш ауырыуы таптылар. Ул тәүҙәрәк, бирешмәҫкә тырышып, үҙен ныҡ тотто, ауырыу менән көрәште. Тик ниңәлер аҙаҡ биреште, бер нисә тапҡыр эскән килеш тә урамда осраттым. Кеше иренә, хатта әхирәтемдеке булһа ла, аҡыл өйрәтергә, кәңәш бирер­гә ҡыйманым. Хәйер, үлемен көткән ауырыуҙы йыуатырлыҡ һүҙ­ҙәрҙе таба ла алмаҫ инем. Был ос­раҡта бары тик Әлиәгә генә терәк булырға, ярҙам итергә тырыштым. Төнө буйы һыҙланыуҙан ыңғырашып, ҡысҡырынып ятҡан ирен ҡараған, көндөҙ эшкә йөрөгән ҡатынды йәл­ләнек тә, уға ҡарап һоҡландыҡ та. Күрше йортта ғына йәшәгәс, йыш ҡына төнгөлөккә Иҙелде үҙебеҙгә алып ҡайта башланыҡ. Беренсенән, ата­һының ҡысҡырыуына тертләп уяна, икен­сенән, әсәһе иртәнсәк ярты сә­ғәткә булһа ла оҙағыраҡ серем итә алыр, тип уйланым. Ят мөхиткә өйрәнә алмай, әсәһен таптырған малайҙың илауы ялҡыттымы, әллә әхирәтемде йәлләүҙәнме, Рәйес бер йыл элек мәрхүм булғас, бер аҙ иркен һулап ҡуйҙым. Ауырыған кешегә лә, уны ҡа­раусыға ла еңел түгел бит. “Һыҙ­ланыуҙарҙан ҡотолдо, мәрхүм”, – тип уйланым.
Рәйес ҡотолдо, ә бына әхирәтем – юҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, яҙмыш уға уй­ламаған ерҙән һынауҙар ебәреүен дауам итте. Әлиә, ире үлгәс, документтар теүәлләргә тотондо. Улына – пенсия, үҙенә льготалар юлларға кәрәк ине. Шул саҡта ул иренең Салауат ҡалаһындағы фатирын бер туған апаһының ғаиләһенә васыят итеп ҡалдырғанын белде. Әлеге ваҡытта шуның буйынса судлашып йөрөүҙәре.
Әйтеүемсә, Әлиә менән Рәйес һуң ғына өйләнеште. Егет, өр-яңы йорт­тағы дүрт бүлмәле фатирын ташлап, баш ҡалаға килергә теләмәне, ә ҡыҙға Салауат ҡалаһында эш булманы. Тәүҙә улар “ирекле” тормош алып барҙы, йәнәһе, әлегә бергәләр, кемделер осратһалар, тауыш-тынһыҙ ғына айырылышалар. Тик үҙҙәрен генә шулай алданы, сөнки бер-береһен яра­тыуын беҙ, уларҙың дуҫтары, шун­да уҡ аң­ланыҡ. Икенсе кешегә күҙ һалыу тураһында уйлап та ҡара­ма­нылар. Осрашыу өсөн ял һайын бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөп ялҡҡас, рәсми никахлашыу тураһында һүҙ баш­ланды. Ә бына ҡайҙа төпләнеү тураһында оҙаҡ уртаҡ фекергә килә алманылар. Әгәр ҙә Әлиә ауырға ҡал­маһа, аралары өҙөлөр ине. Декрет ялына тиклем эшләне лә, шунан һуң ғына туй үткәреп, Салауатҡа күсеп китте ул.
“Өс йыл һайын бала табып, ун йыл самаһы хөкүмәт иҫәбенә йәшәп торормон. Ул арала, бәлки, эш урыны булыр”, – тип көлдөрөп тә алды. Шулай ҙа ике йылдан ирен Өфөгә күсергә күндерҙе: күрше генә йорттан ҡур­тымға фатир алдылар. Салауаттағы фатирҙарын һатып, баш ҡаланан тор­лаҡ алыу ине хыялдары. Тик көт­мәгәндә бәлә килгәс, һатыу-алыу кеүек эштәр онотолдо.
Васыятнамә хаҡында билдәле бул­ғас, Әлиәгә үҙ туғандары тиҙерәк судҡа ғариза яҙырға, дөрөҫлөктө эҙләргә кәңәш бирҙе. Тик ул байтаҡ ваҡыт туғанлыҡ хистәренә ышанып йөрөнө. Рәйестең бер туған апаһы Мәрзиә ғаиләһе менән фатирға күсеп йәшәй башлағас ҡына ысынбарлыҡты аңланы шикелле. Тик бына бит, етем ҡатын менән балаға суд та ярҙам итә алмаған.
– Ул фатир миңә түгел, уртаҡ улыбыҙ Иҙелгә кәрәк. Үҙ атаһының мөлкәтенә дәғүә итә алмаймы ни? Исмаһам, өй бар, тип үҙемде йыуата инем, хәҙер бер нәмәһеҙ тороп ҡалдыҡ.
– Ни өсөн мөлкәтен апаһына ҡал­дырҙы икән һуң ул? Һинең менән берәй бәхәс булғайнымы? Әллә туғандары һине ҡабул итергә те­ләмәнеме?
– Белмәйем. Һау сағында уй­ламаныҡ, ауырығанында ул турала һүҙ ҡуҙғатырға ла уңайһыҙландым. Унан һуң, бәлки, һауығыр, тигән өмөт менән йәшәнем. Туғандарына килгәндә, ар­тыҡ дуҫлыҡ та, дошманлыҡ та булманы. Ауырыған сағында ҡәйнәмдән башҡа береһе лә килеп хәлен бел­мәне. Себерҙә йәшәгән ағаһы хатта ерләргә лә ҡайтманы.
– Бәлки, Мәрзиә апайға бурысы булғандыр? Фатир алғанда аҡса биреп торһа...
– Өйләнгәнсе, һигеҙ йыл ипотека түләнем, тине. Шуға ғаилә ҡорорға ашыҡ­маған. Бурысым бар, тип тә өндәшмәне.
– Ҡасан васыятнамә төҙөнөләр икән һуң ул? Бәлки, ҡәйнәң ҡыҙы менән һөйләшеп ҡарар, баш тартһын тип?..
– Әйтеп ҡараным, ҡыҫылмайым, тине. Һәр кемгә үҙ балаһы яҡын инде...
– Һин бит уның үлем түшәгендә ятҡан улын ҡараның! Ейәнен уйлаймы икән аҙ ғына булһа ла?
– Мин, шул бала тип, ғүмере йө­рөмәгән суд юлдарын тапайым бит! Үҙем генә булһам, Себергә эшкә ба­рып булһа ла түләр инем ул кре­диттарҙы. Иҙел етемлекте тоймаһын тип, бил бөгәм...
* * *
Юғары суд ҡарары ла Әлиәнең өмөт­тәрен аҡламаны. Бары тик баланың фатирҙа пропискала тороуын иҫәпкә алып, уның да өлөшө бар, тигән ҡарар сығарҙы. 96 кв. м майҙандың 1/16 өлөшө, йәғни алты квадрат метр. Уны ла Мәрзиә инәһе аҡсалата ком­пенсацияларға риза булманы. Йәнәһе, Әлиә ике миллион һумға тулайым фатирҙы һатып алһын да, йәшәһен. Ә үҙе ике йөҙ мең һумды ла түләй алмай.
Ғаилә тормошо – ҡара урман. Эсен­дә ниҙәр барын сит кешеләр белмәй ҙә, аңламай ҙа. Бәлки, Рәйестең ва­сыятнамәне апаһына яҙыуының үҙ сәбәптәре булғандыр. Тик был осраҡта атайһыҙ ҙа, йортһоҙ ҙа ҡалған баланың яҙмышын кем уйларға тейеш һуң? Ауырыу ирен тәрбиәләп, һуңғы һу­лышына тиклем янында булған ҡатын­ға терәк, кәңәшсе кәрәкмәйме? Ни өсөн кешеләр байлыҡ, аҡса артынан ҡыуып, туғанлыҡ хистәрен, тормош матурлығын онота икән?
Әсәһенең һаулығы булһа, Иҙел дә ас-яланғас булмаҫ. Белем алыр, һө­нәрле булыр. Туғандары уның күҙенә ниндәй намыҫ менән ҡарар икән? Мәрзиә апайҙың ниндәй кеше икәнен белмәйем, әммә күңеленең аҡ булыуына шикләнәм. Ярай, бөгөн ул ике балаһы, ире менән ҡустыһының дүрт бүлмәле йылы фатирында, ул алған йыһаздар менән рәхәтләнеп йәшәй. Ә туғанының улы ҡуртымға алынған фатир бүлмәһендә, әсәһенең тиндәр һанап алған ризыҡтарына көн күргәнен аңламаймы икән? Үҙҙәренең бер бүлмәле фатирын шул балаға яҙ­ҙырып, ҡустыларының рухын тыныс­ландырырға булмаймы?
(Исемдәр үҙгәртеп алынды).
Читайте нас: