Тәүҙә нимә тип яуапларға белмәй, аптырап, туҡтап ҡалдым, хатта бармаҡтарым клавиша өҫтөндә бер килке һауала аҫылынып торҙо (ҡарамай ҙа шатыр-шотор клавишаларға баҫҡан егәрлеләрем өсөн был шаңҡытҡыс хәл булды инде). Юҡ, был мин түгел, был икенсе кеше, тиергәме икән, тип баш ваттым: “Юҡ, был мин түгел, был күрше, тиһәм, шаяртыуҙы аңлармы, әллә, ниндәй күрше, тип ҡаңғырырмы-ҡаңғыртырмы?” Шуға ла дөрөҫөн яҙҙым:
– Үәт, һин аны-ыы... Танымай ҙа торҙом. Баныумы-түгелме, тим. Фамилияң да шул кеүек.
Миңә йәнә аптырарға сират етте:
– Беҙ һеҙҙең менән танышмы әллә?
– Таныш булмай ни... Беҙ ни, һинең менән йәш саҡта саҡ йөрөмәнек тә һуң. Һин мине танымайһың ыштули?
Сәхифәһендәге өс бөртөк фотоһын әйләндерә яҙып ҡараным, әммә хәтер тоҡсайында бер ни ҙә сылтлап та ҡуйманы. Ғүмерҙә күргән кешемә оҡшамаған.
– Танымайым, – тип яҙыу менән мониторҙың был яғында ихласлап ҡул йәйҙем. Мин гел дә шулай ҡулдарҙы болғай-болғай һөйләшәм-яҙам, шуға ла беләктәремә әйбер-фәлән аҫып-күтәртеп ҡуйыуың хәйерле, юғиһә һөйләшкән ыңғайы өҫтәлдәге бар нәмәне алып бәреүем дә ихтимал.
– Үәт, исмаһам, һинең хәтерең ҡыҫҡа, – яҙған кеше ихахайлап көлгәндәй тойолдо. Ысынлап та, һүҙҙәр артынса ауыҙ йырған йылмайсыҡ килде. – Мин шул-шул да һуң. Нүжәли шулай үҙгәргәнемме? Хәҙер йәш саҡтағы фотоны ебәрәм.
Һәм фотоһы иҫемде яңыртты! Минән ике-өс йәшкә өлкәнерәк был бисура миңә, ун алты-ун ете йәшлек үҫмергә, йөҙҙө йыртҡансы ауыр һүҙҙәр әйткәйне. Беләһегеҙме, нимә тине ул саҡтағы һыу һөлөгөндәй сибәр, ҡупшы егет (эйе, ул сибәр ине, мин түгел)? Уны оҡшатҡанымды белгәс, мине баштан-аяҡҡаса һөҙөп тигәндәй ҡат-ҡат ҡарап торҙо-торҙо ла: “Мин һиңә ҡарар ҙа инем, тик балалар йәмһеҙ булыр, тим шул”, – тип хахылдап көлдө.
Әле көлкө инде, ә ул ваҡытта һүҙҙәре яңы романтик тойғолар шауҡымында йөрөгән үҫмер балаға башына күҫәк менән һуҡҡандай тәьҫир итте, уныһынан бигерәк, тоны, көлөүе. Шуны иҫләп, балаларымдың фотоһын һалдым:
– Күр! Һып-һылыуҙар! Аллаға шөкөр!
– Былар кемдәр? Нүжәли һинең балалар? Китсәле! Булмаҫ... – тине.
Уй, белһәгеҙ ине ниндәй рәхәтлек кисергәнде... “Хоп-хей ла-ла-лей, мин уның танауына сирттем!” – тип бейеп йөрөнөм. Ул мине, баҡтиһәң, йәмһеҙ генә йыуанбикә булыр, тип көткән икән. Шуға ла социаль селтәрҙә фотомды күргәс, ышанмай, бәлки, һин фотошоп ярҙамында һырҙарыңды юйып, аҡ сәстәреңде буяғанһыңдыр, дауай видеочат аша күрһәт үҙеңде, тип тәҡәтте ҡоротто. Видео аша һөйләшһәм, бер ерем дә кәмемәҫ әле, тип видеоны ҡабыҙҙым. Ултыра төштө теге, әй! Һүгенеү ҡатыш һыҙғырып ебәрҙе:
– Ауыҙыңды ҡайырайым... Һиңә, нимә, йылдар бөтөнләй тәьҫир итмәйме әллә? Көтөп тор, бәлки, был һин дә түгел, ә Баныуҙың берәй һеңлеһелер?
– Мин, мин, улай ныҡ ҡарама, йә маңлайымда тишек тишерһең.
Һыны ҡатты егеттең. “Егеттең” тип, бабайға әйләнгәйне, элекке сибәрлегенән бер ни ҡалмаған, тапалып, таушалып ҡына бөткән. Һимергән, сәсе яртылаш ҡойолған, тештәре һарғайған.
– Һине тормош етерлек елтерәткәнгә оҡшаған, – тинем.
– Һуң, иллегә аяҡ баҫырға торам, – тип хихылдаған булды. – Эй, бер уйлаһаң, яҙмыш мине артыҡ иркәләтмәне. “Не везет мне в жизни, повезет в любви”, – тип йырҙа йырланһа ла, ни тегеһенән, ни быныһынан бәхет булманы. Бисәләрҙән уңманым мин.
– Үтә һайландың шул, – ҡулдарҙы йәйҙем. – Һайланған һаҙҙа – осраған таҙға, тиҙәр ҙәһә.
– Ҡыҙҙар мине боҙҙо, – үҙе оптимист ҡына, ауыҙы йырылырға ғына тора. – Арттан күп йүгерҙеләр.
– Уныһы шулай, хаҡ, – йүгереүселәр араһына саҡ үҙемдең дә инеп китмәүемде иҫләтеп торманым. – Һәйбәт ҡыҙҙар ғашиҡ ине һиңә.
– Кейәүгә сыҡҡанға тиклем бөтә ҡыҙҙар ҙа һәйбәт ул, яман бисәләр әллә ҡайҙан килеп сыға, – тип ыржайып хәбәрен сурытты төҫө уңған ағайым. – Мин дә тәүге кәләште алғанда бигерәк һәйбәт ине, нимә әйтһәм дә, ауыҙын бөршәйтеп кенә йылмайып-көлөп торҙо. Ул килеп тороп һылыу, ҡашыҡҡа һал да йот! Йоттом, тип һөйөнгәйнем дә, какуй унда, тамаҡҡа арҡыры тора яҙҙы. Өйләнешкәндең икенсе көнөнә, ҡайны-ҡәйнә менән тормайым, тип мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡырҡа ҡуйҙы: “Йә айырым сығабыҙ, йә мин һинең менән йоҡламайым!” Во, күрәңме, нисек һөйләште?! Тәки йоҡламаны! Үҙ һүҙен һүҙ иттереп, айырым сығырға минән торлаҡ эҙләтте. Йәш саҡ, ярһыу саҡ, йәш кәләште иркәләге, унан иркәләнге килә, эт кеүек телде арҡыры тешләп сабауыллап эҙләй торғас, тәки таптым осһоҙлата бүлмә. Кәләш шуға риза булмай, йөҙөн боҙҙо: “Был тауыҡ кетәгендә боролорға урын юҡ, йүнлерәген таба алманыңмы?” Һыйырбыҙ, тинем.
Уның һыйыр кеүек йәйелерен кем уйлаһын?! Бер заман кандауай бүрәнә һымаҡ ҙурайырға тотонмаһынмы! Ашау яман көслө! Дуҫлашып йөрөгәндә сәтәкәй бармағын наҙлы ғына күтәреп, ризыҡты семтеп кенә алып, сәйнәр-сәйнәмәҫ ултырған ҡыҙыҡай өйләнгәндән һуң икмәкте умырып тороп, ауыҙ тултырып ашарға кереште. Әйтерһең дә, ошоға тиклем ас йөрөгән. Ысын бына, икмәкте телмәй, шул килеш һындыра ла ҡаба! Аҙыҡ-түлекте талон буйынса ғына бирә торғайнылар, төп көс икмәккә лә картуф менән макаронға төштө. Әллә шуға һимерҙе ул. Йөрөгәндә уның нәзәкәтле генә итеп ашауына һоҡланып ҡарап ултырырға ярата торғайным, өйләнгәс, бер туҡтауһыҙ көйшәүенә хайран ҡала башланым. Үҙе килеп тороп йоҡосо, ялҡау. Һауыт-һаба бысрағына ҡатып, тауҙай өйөлөп торһа тора, йыумай. Ултыртып ҡуя. Бөтә белгәне – телевизор ҡарау. “Ҡырағай фәрештә”, йәғни Наталья Орейро беҙҙең ғаилә ағзаһына әйләнә яҙҙы. Бар һөйләгән хәбәре шул Милагрос менән Федерико Ди Карло (ҡара, һаманғаса иҫләйем!). Өйҙә гелән йырып сыҡҡыһыҙ ҡалма. Икебеҙ генә йәшәйбеҙ, ә иртән нәскейҙе табып булмай. Мин бөхтәлек, тәртип, гүзәллек яратам. Шуға көндән-көн асыу ҡабарҙы. Кәләштең нескә биле юғалғас, ауырлылыр, тип өмөтләнгәйнем дә, булманы. Туйға тиклем биле бына ошолай ғына ине – ике усҡа һыйҙы. Ә айырылышҡанда ҡосаҡҡа һыймаҫтайға әйләнгәйне.
– Ҡуйсәле, кәләш һимерҙе, тип кеше айырылышамы ни?!
– Унан ғына ҡалманы инде. Мөхәббәт бөттө. Бер көн эштән һуң арып-талып бүлмәбеҙгә килеп инеп, өҫтәлдәге бысраҡ тәрилкә-сынаяҡтарҙы, йыйыштырылмаған диванды, аяҡ аҫтында яртылаш бөгәрләнгән әрмәкте, табуреткаға өйөлгән кейем-һалымды күрҙем дә, эсем бошто ла китте. Иҙәндә әсеп ултырған аштың еҫе һуңғы тамсы булды. Ҡатын эшенән ҡайтмағайны. Әйберҙәремде йыйҙым да, айырылышайыҡ, тип яҙыу ҡалдырып, атай-әсәйемә ҡайттым да ҡуйҙым.
– Аңлашмайынса, шулай ҡурҡаҡтар ише тайҙыңмы ни? – ҡашым үҙенән-үҙе өҫкә ҡалҡты.
– Ә нимәһен уның аңлашаһың? Былай ҙа бөтәһе лә аңлашылып тора ине. Уртаҡ бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, бүлешеп ҡаңғырышманыҡ. Мин үҙем барып ғариза яҙҙым да, ҡатын айырылышырға риза булмағас, барыбер өс айҙан һуң суд аша юлдарҙы айырҙым.
– Һине тыңлаһаң, ҡатыныңдың бер ыңғай яғы ла булмаған. Моғайын, ыңғай сифаттары ла булғандыр бит?
– 18 йәшендә һылыу ине, тим дә. Нәҙек кенә.
– Ну, һәпрә, ялҡау, йоҡосо... Һы, ыңғай яҡтары, тиһең инде... Һин һорамаһаң, ул турала уйлағаным да юҡ инесе. Хәҙер, – ирекәй түбәһендә ҡалған биш бөртөк сәсен тегеләй-былай һалып тызыны. – Изге күңелле ине. Урамда ниндәй берәҙәк эт-бесәйҙе күрә, шуларҙы вис өйгә ташыны. Мин уларҙы тәҙрә аша быраҡтыра торҙом, сөнки йөндәренә аллергия, етмәһә, ерәндерҙе лә. Шунан туған тойғоһо унда көслө ине. Үҙенекеләренә лә, минекеләргә лә яҡты йөҙлө булды, килһәләр, ике яҡты ла айырмай, ихласлап ҡунаҡ итергә тырышты. Өйҙәге ҡалма өсөн килгән кеше алдында миңә оят була торғайны, ә уның иҫе лә китмәй, көлөп, хәбәрен теҙеп, йүгереп өҫтәл әҙерләргә керешә ине.
– Шундай ҡатынды ла ҡәҙер итмәгәсең инде...
– Әйтәм дә һуң, бөхтәлектең ни икәнен белмәне, тип!
– Тәртип, бөхтәлек һиңә кәрәк булғас, үҙең йыйыштырыр инең.
– Эйе шул, бисәләр эшен генә эшләйһем ҡалғайны. Комбинатта эшләүе анһат булды, тиһеңме? Эт эше ине, ҡайһы саҡ ҡыл да ҡыбырлатырлыҡ хәл ҡалмай ҡайтылды. Ишшу өйҙө йыйыштырып йөрөйөм, ти...
Бер тапҡыр ауыҙ бешкәс, икенсе тапҡыр утыҙға етәрәк кенә өйләндем. Ныҡ итеп һайлап, алдан ата-әсәһен барып күреп, интеллигенция вәкиле менән сәсте-сәскә бәйләгәйнем дә, унан да уңманым.
– Уныһының нимәһе оҡшаманы?
– Эше. Өйҙә торманы. Сәнғәт кешеһе ине ул (хәйер, һаман да шул эшендә, буғай). Концерт, ти ҙә сығып юғала. Гастроль, ти ҙә аҙналар буйы ҡайтып күренмәй. Ә һин бында япа-яңғыҙың һыуыҡ билмән йыпырырға тейеш йә йомортҡа ҡурырға мәжбүрһең. Һүҙ әйтерлек түгел, кемде кәләш итеп алғаныңды белдең, тип ауыҙҙы яба. Түҙемлектең дә сиге була, һайла – йә мин, йә эшең, тип бер көн гастролгә ебәрмәҫкә иткәйнем, ул, һинһеҙ нисек тә йәшәрмен, ә сәнғәттән башҡа мин – ҡанатһыҙ ҡош, тип пырылдап осто ла китте.
– Йәғни был юлы һин түгел, ә һине ташланылар? – көлкө килде.
– Шулайыраҡ килеп сыҡты. Ҡайтыуына һарыуым һүнеп, ҡыҙып киткәнмен, тип әйтергә, ярашырға теләгәйнем дә, ул бергә эшләгән коллегаһы менән бергә ҡайтып инде лә, миңә ишеккә күрһәттеләр. Фатир ҡатынымдыҡы ине... Тормош бер артын ҡуйһа, йөҙөн бормай ыҙалата: унан һуң күп тә үтмәй, атай ауырып китеп, мәңгелеккә күҙен йомдо, комбинатта ҡыҫҡартыуға эләктем, беҙҙе биржала яңы һөнәргә уҡытып сығарҙылар ҙа, эш тапҡансы байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Ҡыҫҡаһы, ул осорҙа ҡатын-ҡыҙ ҡайғыһы булманы. Әле өсөнсөгә өйләндем. Кәләшем үҙемдән 14 йәшкә кесе. Ну, дыуамал, туған... Өс бала менән алдым мин уны. Балалары миңә “ағай” тип өндәшә. “Атай” тиерлек үҙемдекеләр юҡ бит. Әллә, суртым белһен, нимәгә юҡтыр, ул турала һөйләшмәйек, ауыр тема. Бисәнең балалары тәртипһе-еҙ. Ялҡауҙар, ни уҡырға барымдары юҡ, ни эш рәтен белмәйҙәр. Эй, ҡыҫылмайым да, кеше балаһына һүҙ әйт тә, яманатлы булып ҡал...
Ә һинең ир балалар, егеттәр, тимәк?! Дә-ә, бер ҙә уйламағайным ошолай һылыуланырһың тип... Әллә эликсир-меликсир эсәһеңме? Бәлки, ботокс-мотокс ҡаҙайһыңдыр? Юҡмы? Пластик операция яһатмағанһыңдыр ул? Мда... Шаҡ ҡатырҙың инде. Йыуанка булырға тейеш инең минең күҙаллауым буйынса, дәү бомба. Ә һин бына ҡалай. Уф, өҙөп кенә ҡабырлыҡ.
– Фу-у, үҫмер саҡта мине күҙеңә лә элмәгәнде, хәҙер килеп һеләгәйеңде ағыҙма, – был һөйләшеү ялҡытты, йәһәт кенә уңыштар теләп һаубуллаштым да, уны “ҡара исемлек”кә ырғыттым. Янындағы кешеләрҙең ҡәҙерен белмәгән, һәр кемдең тик кире яҡтарын күргән эгоист әҙәмдең кәрәге бер тин.
Ә бит мин үҫмер саҡта, әйткәндәй, ҡап-ҡара (әле, йәнәһе лә, ап-аҡ ҡынамын), йоп-йомроҡас инем, тыуғанда уҡ һылыулыҡ өләшкәндәрендә өлөштән тороп ҡалғас, ҡайҙан ул һылыу, тәкәббер егет миңә күҙ һалһын?! Әле иҫе китә лә, поезы күптән тү-тү шул. И-их, тормоштоң ҡуласа булыуы ҡалай ғына һәйбәт тәһә – утыҙ йылдан һуң да кемделер килтереп баҫа!