Әҙәбиәт
11 Октября 2018, 05:30

Балаларыма

Әгәр хоҙай мине ала икәнБалаларым илап ҡалмағыҙ.Күҙ йәштәре түгеп әсәгеҙҙеңЙән тыныслыҡтарын алмағыҙ.Тәнем китер, йәнем һеҙҙең менәнЭргәгеҙҙә һәр саҡ булырмын.Ауыр саҡта янығыҙға килеп,Күбәләктәр булып ҡунырмын.Фәрештәләй аҡ ҡанатым йәйеп,Бәлә - ҡазаларҙан һаҡлармын.Күңел аҡлығығыҙ ҡараланһаБар хәлемсә уны паклармын.Маңлайыма шулай яҙа икәнҠайғы - хәсрәттәргә батмағыҙ.Әсәгеҙҙең яҡты иҫтәлегенКүҙ ҡараһы кеүек һаҡлағыҙ.Автор - Сәлимә Барлыбаева (Иҫәндәүләтова)

БалаларымаБалаларыма
Балаларыма

Әгәр хоҙай мине ала икән
Балаларым илап ҡалмағыҙ.
Күҙ йәштәре түгеп әсәгеҙҙең
Йән тыныслыҡтарын алмағыҙ.
Тәнем китер, йәнем һеҙҙең менән
Эргәгеҙҙә һәр саҡ булырмын.
Ауыр саҡта янығыҙға килеп,
Күбәләктәр булып ҡунырмын.
Фәрештәләй аҡ ҡанатым йәйеп,
Бәлә - ҡазаларҙан һаҡлармын.
Күңел аҡлығығыҙ ҡараланһа
Бар хәлемсә уны паклармын.
Маңлайыма шулай яҙа икән
Ҡайғы - хәсрәттәргә батмағыҙ.
Әсәгеҙҙең яҡты иҫтәлеген
Күҙ ҡараһы кеүек һаҡлағыҙ.

Автор - Сәлимә Барлыбаева (Иҫәндәүләтова)
Читайте нас