Уйланып килә торғас, сөңгөлгә килеп төртөлгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Килде лә көтөлмәгәнлектән ҡатты ла ҡалды, йоҡа иренле тешһеҙ ауыҙынан: «Ләхәүлә... китсе... булмаҫ!..» – тигән өн һығылып сыҡты. Борон-борондан бар әҙәмдең ҡотон алып ятҡан төпһөҙ ятыу булыр-булмаҫ быуаны хәтерләтә ине. Теге саҡта утынлы санаһы һаҡҡан тал ҡыуағының тапҡыры хәҙер лапыланып йылғанан был яҡҡа ҡарай хәтһеҙ ара шылған, ә тауыҡ кисмәле генә һыу йәйелгән яр буйын яҫы япраҡлы ҡапырыҡ, өйкөмләнеп күренгән ҡамыш ҡаплаған. Бар ине бит был сөңгөлдөң дә ҡеүәтле, ажарлы саҡтары! Күпме кешенең, мал-тыуарҙың башына етте. Асмәйел дә булды үҙе, бер ҙә ҡорбанын кикереп кире өҫкә ҡалҡытманы, осто-гүҙе йотто. Мал юғалһа, сөңгөл алғандыр, тип эҙләмәнеләр ҙә, кеше ғәйеп булһа, һырғый һайғау менән, рәт сыҡмаҫын белә-күрә, сараһыҙлыҡтан, һыу төбөн көргөп мәшәҡәтләнделәр. Аптырағас, әсетеп бешерелгән икмәк йөҙҙөргән булалар. Йәнәһе лә, сөңгөл икмәкте өйрөлтөп йота ла батҡан мәйетте сығара инде. ҡайҙа ул, тере йәнде йоторға һәләтле ятыу түтәрәм икмәккә мөрхәтһенәме! Юҡҡамы ни уның эргәһенән ҡурҡыныс нәмәнән һипһенгәндәй ситләтеп үтә торғайнылар. Уйлап ҡараһаң, бәләкәй йылғаның да шундай хәтәр урындары булыуы ғәжәп, бында ла бит өҫ яҡтан көтөү арғы туғайға сығып йөрөмәле ер бар, ә аҫ яҡта, ҡаулан туғайына сыҡҡан ерҙә, ҡырсынташлы ярға оло юл килеп төртөлгән кисеү.
Онға ҡытлыҡ башланды бер осор, ни сәбәптәндер күрше Ивановка утарындағы тирмәнде лә туҡтаттылар, бар халыҡ кибеттәгегә ҡарап ҡалды. Унда ебәргәндәре лә размол: бойҙайға ҡушылған кукуруз, борсаҡ, арыш ҡатнашмаһы. Күрше Байғужа ауылында магазинда эшләгән әхирәте, һинең өсөн бер тоҡ ҡалдырҙым, тигәс, ферма мөдиренән рөхсәт алып, киске һауынға урынына кеше ҡалдырып, ҡул санаһын һөйрәп шунда китте. Хәтмулла атына ултыртып, һә тигәнсе елдереп кенә алып барып килер ҙә ине, ғорурлығына барып, уның ихатаһында егеүле атты күрһә лә, өндәшеп торманы. Яңы ғына ҡырпаҡ ҡар ятҡан ноябрь башы, атлауға еңел булһа ла, кире боролғансы эңер төштө, шуға тиҙерәк ҡайтырға теләп, кисеүҙән түгел, туранан тартты ла, әллә көҙгөләй ялтыр боҙҙоң ныҡлығына ышанып, әллә яһиллығына барып, ятыуҙан аша тартты. Был ниндәй әрһеҙ, тигәндер, ғәйрәтле сөңгөл боҙ ҡоршауын сатнатып асып, шундуҡ уның ярты кәүҙәһен һоғона ла һалды. Ай-һай, ҡайһылайыраҡ алышҡайны ике еңмеш, бәйелһеҙ упҡын уны еңел генә йоторға итә, йәш, беше кәүҙә бирешергә теләмәй. Өҫтөнә кейгән кейеме тиҙ генә һыу һеңдереп, таштай ауырға әйләнде, шуға, нисек етте шулай, аяҡтары ярҙамында быймаларын систе, шунан, тырыша торғас, фуфайка, дебет шәленән ҡотолдо. Кәүҙәһе күпкә еңеләйҙе, әммә боҙло һыу һалҡынлығы менән тәнде өтә, ҡороштора, бындай шартта 10 – 15 минутҡа ғына сыҙаясаҡ, тимәк, уларҙың алышына ла шул саҡлы ваҡыт бүленгән, йә ул ятыуҙы еңә, йә ул мәңгегә сөңгөл төбөнә китә. ҡапыл ғына күҙ алдына Мөхәммәтенең һабантуйҙағы көрәше килеп баҫты: нисегерәк алышҡайны бит ул, беләгендәге көсөнән бигерәк, рух көсө менән алдырғайны, бына хәҙер уға ла сират етте. Башын юғарыға сөйөп, йондоҙҙар емелдәшә башлаған күк йөҙөнә ҡараны, ошоғаса иғтибар ҙа итмәгән, сикһеҙ Йыһан үҙе төпһөҙ упҡынға оҡшаған икән дә баһа, ана шул ҡарағусҡыл зәңгәрлеккә сумырға теләмәгән йондоҙҙар Йыһан битенә һаҡҡандар. Юҡ, ул да бирешергә тейеш түгел, йәшәү өсөн көрәшергә, еңергә, балалары хаҡына булһа ла йәшәргә тейеш! Бар көсөнә алдындағы боҙ ҡатлауын ярып, алға ынтылды, тағы, тағы. Яр ситендәге һыуға эйелгән тал һәрпендеһенә лә етергә күп ҡалманы, ул бер үк ваҡытта үрелеп алмалы ғына, бер үк ваҡытта һонолоп етмәҫлек алыҫ. Тал сыбығы фанилыҡ менән баҡыйлыҡ араһына сират күпереләй тартылған, уға йәбешеп өлгөргән хәлдә генә ул тере ҡаласаҡ. Аҡтыҡ көсөн йыйып ынтылды һәм ҡулына үҙенән-үҙе йомшаҡ ҡайыш килеп йомарланды. Гөлбикә Хәтмулланың күреп ҡалып яҡынлауын да, уға бил ҡайышын һоноуын да абайламаған. Бригадирҙың бында эңер мәлендә тороуы бер ҙә осраҡлы булмаған, уны юғалтып ғауғалашҡан балаларҙан белешкән дә ҡаршыһына елдергән. Ир уны ауырлыҡһыҙ ғына һыуҙан тартып алды ла тиҙ генә саналағы толопҡа төрөп ауыл яғына ҡарай елдерҙе. Манма һыу булып ҡайтып ингәс, нисегерәк үрһәләнеп сеңләгәйне кескәйҙәре. Хәтмулла тиҙ генә мунса яғып ебәреп уны бөтөрҙө лә, йәнә бала ише күтәреп, шунда алып барҙы, уның йыуыныуын соланда көтөп ултырып торҙо. Өйгә алып ҡайтҡас, балаларҙың аптыраулы ҡарашына ла иғтибар итмәй, бер шешә араҡыны боҙоп, шуның менән уның аяҡ табандарын ыуырға керешеп китте. Бирешмәне алай ҙа, аҙна самаһы еңелсә тымауланы ғына. Иртәгәһен Хәтмулла ферманан ҡайтышлай тап булды ла: «Хәлдәрең нисек?» – тип әҙәпле йылмайып ҡуйыу менән сикләнде. Үҙен шул минутта шул тиклем дә бәхетле итеп тойҙо: «Уны яҡлаусы, һаҡлаусы, ҡурсыусы кеше бар бит был донъяла!» Шул кистә тыңлауһыҙ аяҡтары Хәтмулланың өйөнә ҡарай тартты, тәҙрәләрҙә ут һүнһә лә, ул, уны көткәндәй, ишегенә бик һалмағайны. Кисәге боҙло һыуҙа тулғанған кәүҙәһе шул кистә ялҡынлы, арбатҡыс, һуштан яҙҙырғыс ҡосаҡҡа сумды, тормош тигәнең бер боҙға, бер ялҡынлы утҡа ырғыта шул шулайтып.
Хәтмулла ярҙам итмәһә, үлемесле ятыуҙан ҡотолор инеме икән? һуңынан ошо хаҡта ҡат-ҡат уйланды. Тере ҡалыр ине, һис шикһеҙ, тере ҡалыр ине. Өс балаһын яҙмыш һынауына ташлап уның үлеп ҡалыуы мөмкин инеме һуң! Балаларының ихлас, эскерһеҙ теләге әрсәләп алып ҡалды әжәлдән, уларҙың һөйөүе ҡотҡарҙы. Хәҙер күргеләре лә килмәй, ҡыуалап унда-бында тинтерәтәләр. Әҙәмде мөхәббәт йәшәтәлер был донъяла, һөйөү уны кеше итәлер, мөхәббәттән мәхрүм ҡалғандар ҡартая һәм үләлер. һалҡын мөнәсәбәт уны бер нисә йылда бәлйерәгән әбейгә әүерелдерҙе, быуынын алды, йөҙөнә юйылмаҫ хәсрәт тамғаһы һалды. Күреп йөрөй бит, 80 йәштән уҙғандар ҙа уға ҡарағанда күпкә теремегерәк күренә, сөнки күҙҙәрендә өмөт осҡоно яна. Ә уның йөҙөндәге нур һүнде, киләсәккә ышанысы һүрелде. һәр кем ғүмере буйы бәхетенә илткән һуҡмағын бүлгән даръяларҙы еңергә теләп хыялынан күпер төҙөй, ә ул ҡом һарайҙай ишелә. Бирешергә теләмәй кеше, аҡтыҡҡы көсөн йыйып, тағы йәбешә башлаған шөғөлөнә, тағы, тағы. Бик һирәктәр генә ирешә моратына. Бик һирәктәр. Күптәр ғүмере ахырында ярыҡ ялғаш алдында һемәйеп тороп ҡала. Ул да шундайҙар ҡоронда. Хәҙер бына үҙ теләге менән сөңгөл ҡосағына ташланырға килде. Был ятыуға бирешмәй тере ҡалған берҙән-бер тере йән ине бит әле ул! Әзмәүерҙәй ир-ат ҡотола алманы, ә ул ҡотолдо һәм тере! Әйҙә, йотһон сөңгөл, был юлы үҙе теләп еңелә. Теге саҡтағылай ҡаршылашмаҫ, тыпырсынмаҫ, зәңгәр күккә төбәлеп талпынып бағып, яҡты донъя менән бәхилләшер ҙә һыу төбөнә китер. Тик сөңгөлдөң айбарлығы күренмәй бит әле, уны йоторлоҡ рәте тойолмай.
Гөлбикә әбей ятыу һыртындағы ҡалҡыу урынға улай-былай итеп менде лә, бер аҙ хәл алырға тип, яр ситенә ултырҙы. Хәҙер башындағы яулығын һыпырыр, имән таяғын эргәһенә һалыр, ҡабаланмай ғына үҙенә ясин сығыр, шунан ғына сөңгөл өҫтөндә ҡалҡҡан таш сусаҡҡа яҡынлар.
... Ярай, һыуға ташланып, үҙ йәнен үҙе алды ла икән, ти, аҙаҡтан нимә булыр? Медпунктҡа үкелгә, дарыуға тип барғандар йөҙөнә бәреп әйтеп, Фәриҙәһенең күҙен дә астырмаҫтар бит, ә Сәғиҙәһе ниндәй дәлилдәр килтереп аҡланыр икән? Ул бит, ни тиһәң дә, мөғәллимә кеше, балалар алдында ни йөҙ менән баҫып торор, һорауҙарына нимә тип яуап бирер? ҡартайғайны шул, аҡылға һайыға башлағайны, шуға шундай аҙымға барған, тип яуаплармы икән? Хәбәр Өфөгә барып олғашыр, Сәғите эшләгән уҡыу йортона ишетелер. Әллә ниндәй дәрәжә яҡлайым, тип йөрөй ине бит ул. Уларҙа йәшәгәнендә, ваҡыты тығыҙлыҡтан, эргәһенә ултырып һөйләшергә лә форсат тапманы, әйтерен дә сүселдәк бисәһе аша еткерә ине. Хәбәр Сәғиттең етәкселәренә барып ишетелһә, уға ынтылған дәрәжәһен бирмәүҙәре бик тә ихтимал. Тимәк, улының артабанғы яҙмышына кәртә ҡуя түгелме уның был аҙымы? Фәритенә лә хәбәр итерҙәр, итмәй ҡалмаҫтар. Алыҫ тарафтарҙа йөҙөүҙә йөрөһә, ҡайта алмаҫ та әле. Кинйә булғанғамы, Фәрите уға нишләптер яҡыныраҡ, ул да уны үҙ күрә шикелле. Анау йылды теге түлһеҙ мәрйәһен эйәртеп ҡайтып, ауылда ике аҙна самаһы ял иткәйнеләр, шул саҡта Фәрите, эргәһенә ултырып: «Мам, ты такая хорошая, добрая, живи долго. А мы каждый раз будем приезжать!» – тигәйне. Теге, гелән ярым-яланғас йөрөргә яратҡан, тыу бейәләй уйнаҡлап торған, буяҡтан ғына хасил йөҙлө, ерән бөҙрә сәсле мәрйәһе лә үтә алсаҡ. Нимә тигәйне әле: «Бабушка, не горюй, вот твой сын выйдет на пенсию, угомонится, мы тебя обязательно заберем в город, будешь жить у нас!» Улының пенсияға сығырына ла байтаҡ ҡына ваҡыт булһа ла, ярай, әйтеүҙәренә рәхмәт, тип ҡыуанғайны шул саҡ. Төпсөгөм, алып китәм, тип ныҡыша, бармаҫҡа булдым, ят тарафты, ғүмерҙә күрмәгән диңгеҙ ярын үҙһенә буламмы, тип маҡтанып әхирәттәренә һөйләп тә йөрөгәйне. Шул Фәрите ҡайтып төшөр, ауылдаштарының йөҙөнә нисек ҡарар? Оялыр. Ояты ни тора, әлегә әбей-һәбейҙең ошондай юл менән яҡты донъянан киткәнен ишеткәне юҡ әле. Араҡынан баштары маңҡортланған, йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан йәштәр саҡ ҡына уйлап ҡарамай, баштарын боғалаҡҡа тыға бөгөн. Аптырарһың уларға, йәшәй ҙә башламағандар, ә көн итергә, тормош көтөргә тырышып сәбәп ҡылырға теләмәйҙәр. Ауылдарынан ике йөҙҙән ашыу ир-ат фронтҡа, ил һаҡларға китте. Шуларҙың яртыһынан күбе яу ҡырында, сит яҡтарҙа ятып ҡалды, исемдәре ауыл советы эргәһенә ҡуйылған обелискыға уйылған. Ә бит, эсеп, йә үҙ-үҙенә ҡул һалғандарҙың һаны уларҙан ике-өс тапҡырға артып китте. Унан ҡалһа, анау Кавказ яғынан ҡурғаш табуттар ҙа килгеләп тора. Аңламаҫһың бөгөнгөнө, үләт төштөмө икән әллә йәшәйешкә?
Йәш-елкенсәк даланан маҡсатһыҙ тәгәрәгән ҡамғаҡ ише аңҡы-тиңке килеп йөрөй-йөрөй ҙә бер килкеһе ҡалаға китеп олаға, ҡалғандарының яҙмышы бер иш – йә араҡыға янып, ағыуланып һәләк була, йә баяғылай ҡыланалар. Әйләнеп әҙәмсә тормош көтөргә теләүселәре һирәк, һәүеректәр инде, һәүеректәр, тоҡом ҡалдырырға хәлдәренән килмәгән, өйөр тарафынан ситкә тибәрелгән, етлекмәгән айғырҙар! Әүәле ирмен тигән ир йә кәләшлеккә ҡыҙ, һис юғында ат урлаған. Ә былар... Ниңә алыҫтан эҙләйһе, Сәғиҙәнең өлкән малайы Гранит нимә ҡылана һуң! Исемен дә тапҡандар бит әле, йә башҡорт түгел, йә урыҫ түгел, тигәндәй. Исем ататыр алдынан, Искәндәр, тип ҡушайыҡ, тип күпме әйтте, тыңламанылар. Иҫкергән исем, тигән булдылар. Хәҙер исеменә есеме тап килә, йә белеме юҡ бының, йә ҡулынан ҡул ярыһы эш килмәй, ҡоҡана инде, торғаны ҡоҡана! Иртәнсәк сығып китә лә кис, ҡараңғы төшкәс, лаяҡыл иҫерек ҡайтып инеп ауа. Атаһына ҡушылып, кәйеф-сафа ҡороуға хирес. ҡырағаһыҙ былай, ҡаты таш исемен йөрөтһә лә, боламыҡ бер йән эйәһе шунда. Эсеп алһа, күлдәген һалып, Чечняла янған арҡаһын күрһәтеп иларға тотона: «Тәнемде генә түгел, йәнемде лә шул ҡәһәрле һуғыш яндырҙы! ҡәҙимге йәшәгеһе, ҡатын иркәләгеһе, бала һөйгөһө килмәй бының, тип уйлайһығыҙмы? Яңылышаһығыҙ, мин дә кеше, минең дә әҙәмсә көн иткем килә!..» Бер тапҡыр бәҙрәфкә бикләнеп, аҫылынып та маташты. Ваҡытында абайлап ҡалып, төшөрөп алдылар. Байтаҡ ҡына эленеп торғандыр, күрәһең, хәҙер иҫе лә инәле-сығалы булып, һантыйланып ҡалды. Шул бәләнән һуң да улар хаҡында бер килке геү килеп ғәйбәт һатҡайны ауыл бисәләре. Инде ул шулайтып, ҡартайған көнөндә һыу мейеләй ҡыланып, яҡындарының йөҙөнә ҡара яҡһынмы?.. Ярамаған хилаф ҡылыҡ был! Уларҙың быуыны бит икенсе ҡамырҙан әүәләнгән, хәҙергеләр ише шыйыҡ, тотанаҡһыҙҙар затынан түгел. Яҙмыш бихисап һынау алдына ҡуйҙы, һыуыҡта ҡороштороп, эҫелә ҡатырып, иңдәренә ауыр хеҙмәт һалып һынаны. Шул заманда бирешмәгәнен, инде килеп еңелеп ятырғамы? Юҡ, тағы ла бер тапҡыр юҡ! Ә ары нисек йәшәргә? Нисек?! ҡарттар йортона барырғамы әләйгәс?
Гөлбикә ҡарсыҡ хәтһеҙ ваҡыт ойоғандай, онотолғандай ултырҙы ла кинәт зиһенен йыбырлатҡан өмөтлө уйҙан тертләп китте: «Нишләп ошо аҡыл бығаса башына килмәгән?! Ә ул тотошлайы менән гонаһҡа батырға самалай!..» һуң бит уның һатылған өйө буш тора ла! Теге Сатан Зәбирҙең арҡыры ятҡанды буйға һалырға эшкинмәгән төпсөгө Әхмәҙей мейесһеҙ өйҙә йәйге осорҙа ғына йәшәне лә, көҙ, һалҡындар төшкәс, тәҙрәләренә арҡыс-торҡос таҡта ҡағып, ғаиләһен алып ҡалаға китеп олаҡты. ҡайтып күренгәне лә юҡ, шунда ятаҡҡа урынлашып, ҡарауылда эшләп йөрөй, ти. Зәбир ҙә ул йорт хаҡында бөтөнләй онотто шикелле, сөнки ҡайтанан һатырлығы ҡалмаған уның. Яртылаш ергә һеңгән, таҡта ҡыйығы иҫкереп ҡарайып, урын-урыны менән күгәреп, бәшмәк төшкән хараба бигерәк күрмәлекһеҙ шул. Ошондай хәлдә кемдең күҙенә эләгер тиһең, ауылда бынамын тигән тиҫтәгә яҡын өй һатылмай тора. Хәҙер бит бөтәһе лә рәхәткә, ҡалаға ынтыла, уйлап та тормай, нигеҙҙәрен ташлайҙар ҙа китәләр. Бындай барыш менән барһа, бер ун-ун биш йылдан ауылдың урыны ғына тороп ҡаласаҡ. Ауылдар бөтһә, кем туйындырыр икән халыҡты? Шул торлағы уның ғүмеренә етер ине әле, күпме йәшәре ҡалған. Иртәгә барып, шул хаҡта силсәүит рәйесенә әйтер ҙә, ябыныр-яҫтанырын алып, күсенер ҙә сығыр, ә теге бүҫелгән солан ҡыйығын, моғайын, Хәлфетдин кейәүе төҙәтеп бирер. Рөхсәт итмәһәләр ҙә, күсенер, хәләл көсөн түгеп Мөхәммәте менән һалған өйө! Үҙ аллы йәшәй башлаһа, бәлки, балаларының да уға ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрер. Инә ҡорт умартаны ташлап китһә, башҡа ҡорттар ҙа тырым-тырағай таралып бөтә түгелме? ҡайтһын әле үҙ йортона, тәҙрәләрен иртәнге ҡояшҡа асып ебәрһен, хәҙер йәмләнеп китер тормошо. Йәнә теге ҡумталы сәғәтен эшләтеп ебәрер, әйҙә күңелле, өмөтлө итеп хисаплаһын ваҡыт ағышын. ҡот, йәм ҡайтыр шул саҡта тупһаһына. Ишетеп ҡалһа, әллә ҡайҙа ил гиҙгән Фәрите ҡайтып төшөр, бәлки. Яңғыҙ ҡалмай ҙа, һыртынан ҡарап торорға Фәриҙәһе, Сәғиҙәһе ҡыуанып риза булыр. Йәй һайын Сәғите, ғаиләһен эйәртеп, Фәриҙәгә ял итергә ҡайтҡан була. Ни тиһәң дә, ят донъя бит, аҙна самаһы ғына булалар ауылда. Ә бында бит үҙ өйҙәре, миңә тимәһә, йәй буйы тотҡарланһындар, уның өсөн дә ҡыуаныс ҡына буласаҡ. Силсәүит менән колхоз бүлексәһе, моғайын, утынһыҙ итмәҫ. Уның шайы ғына булышыуҙан баш тартмаҫтар, заманында, колхозды күтәрәм тип, ни һан «таяҡҡа» эшләп йөрөнө. Шул таяҡтарҙы әйҙә бөгөн утынлата ҡайтарһындар, хатта уның менән генә лә хисаплаша алмаҫтар әле.
Башына килгән иҫ китмәле фекерҙән дәртләнгән ҡарсыҡ кинәт урынынан ҡалҡты ла башын ҡайтыр яҡҡа ҡайҡайтты, ҡарашын юлдың уң яғында ағарып күренгән Аҡбейек ҡаяһына йүнәлтте. Матур ҡая, мәғрур ҡая! Әллә ҡайҙан күренеп, бар тирә-яҡты йәмләп күктәргә олғашҡан! Тормош матурлығына дан йырлаған тәбиғәт һәйкәле! Уның башына Мөхәммәте менән өйләнешкән йылы менгәйнеләр. Ауырыумын тимәй, ире алдан төшөп алған булды, ул арттан көлә-йылмая эйәрә. Баш осонда бәхет ҡояшы нурҙарын бөркә.
Гөлбикә ҡарсыҡ ҡайтыр юлынан янтайып, уң яҡҡа ҡайырылды ла Аҡбейеккә ҡарай йүнәлде. Ыҙаланһа ыҙаланды, апаруҡ текә түбәгә менеп етте тәки. һоҡланыулы ҡарашын ян-яҡҡа атты. Ана, түбәндә уны еңә алмаған сөңгөл ята. Бейектән ҡарағанда ул ҡойто ғына һоро буҫтау киҫәген хәтерләтә. ҡая өҫтөндә яулығы, таяғы онотолоп ҡалған. Ауыл яғындағы һуҡмаҡтан өс-дүрт кешенең былай табан йүгерә-атлай килеүе күренде. Таныны: Хәлфетдин кейәүе, Фәриҙә, Сәғиҙә, Гранит ейәне. Бынан улар себендәй, бахыр бөжәктәрҙәй генә булып күренә. Йыбырлай-йыбырлай сөңгөлгә ҡарай йүгерҙеләр. Фәриҙәһе яулыҡты, таяҡты ҡулына алды ла ятыу яғына төртөп күрһәтте. Әсәйем батҡан, тип сәрелдәйҙер әле. «Яңылышаһың, ҡыҙым, әсәйеңде белеп бөтөрмәйһең әле!.. Минең ҡояшым байымаған әле, уға байырға иртәрәк!»
Бына улар бер юлы ҡая яғына әйләнеп баҡты ла, йәшен атҡандай, ҡатты ла ҡалдылар. Гөлбикә ҡарсыҡ та ҡалҡынды, уның ирендәре ситенә һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайыу сатҡыһы ҡунды. Шул мәл ел иҫеп ебәреп, күлдәк итәктәрен ялпылдатты.
Ул ситтән ҡарағанда күпте күргән инә бөркөттө хәтерләтә ине.
Хәйҙәр Тапаҡов.
(Аҙағы. Башы 79 – 83-сө һандарҙа).