Барый – балта оҫтаһы. Йәш сағында ҡулынан балтаһы төшмәне. Элегерәк уның тураһында, Барый йоҡлағанда балтаһын ҡосаҡлап ята, тигән уйынлы-ысынлы имеш-мимеш хәбәрҙәр ҙә таралды. Былай, бер төшөрөп ҡайтып, балтаһын ҡуйынына һалып йоҡлауы хаҡында үҙе лә ҡыҙыҡ итеп һөйләй ул ҡайһы ваҡыт. Балта оҫтаһы булғас ни, ҡайҙа ла ишек асыҡ ине уға. «ҡалым» эшләргә сиратҡа яҙыла торғайнылар хатта. Шулай Барый, таныштан-танышҡа эшләп йөрөй торғас, хәмер эсергә оҫтарып киткәнен дә һиҙмәй ҡалды. Һуңғы йылдарҙа был яҡлап маһирлығы нығыраҡ асыла башланы хатта.
Ана бит, дүртенсе көнөнә Барыйҙың йәнә тамағы ҡысырға тотондо. Тамаҡ ҡытыҡлағас, билдәле инде: ҡулға – эш, тамаҡҡа аш бармай башланы. Балта, сүкешен ситкә ҡуйып, ул, ғәҙәтенсә, һыра кибетенә юлланды. Ә уны бында юғалтҡандар икән.
– Бәләкәй генә бизнес асып ебәргән тип ишеткәйнек. Әллә кафе, ресторандар ишеген ҡаға башланыңмы? – тине шешәләш дуҫтарының береһе.
Теге көндө кеҫәһе ҡалын булғанда дуҫ түгелдәре лә дуҫ булып китһә, бөгөн иһә ысын дуҫ тигәндәре лә уның янынан табан ялтыратыу яғын хәстәрләй. Шулай булмай ни. Кеҫәгә суҡмарҙай ике йоҙроҡ һыйырлыҡ та баһа. Барый, был юлы ғорурлығын еңеп, ҡайтыу яғына табан ыңғайланы. Теләнселәп йөрөп үҙен кәм-хур иткеһе килмәне. Кәйефһеҙ генә подъезд эргәһендәге эскәмйәгә барып ултырҙы. “Их, ә шулай ҙа бер стакан һыра эскәндә ҡамасауламаҫ ине”, – тип уйлай үҙе эстән. Теге көндө аҡсаһы күп ине бит. ҡәҙерен генә белмәне шул. Әллә ниндәй әтрәгәләмдәрҙе һыйлап, хәҙер үҙе ас ҡалды. Нисауа, тағы кеҫәһенә аҡса төшһөн генә әле. Никакуй кеше һыйламаясаҡ. “Еҫен һиҙҙеңме?!” – тип, ҡуҡыш күрһәтәсәк. “Бизнес асып ебәргәнһең”, – тип көләләр түгелме хатта. Күрһәтермен мин уларға бизнесменды”, – тигән асыулы уйҙар үтте ирҙең башынан. Әллә үҙ теләге менән, әллә теге дуҫтарына үс итеп, ул баянан бирле күрше подъезд тирәһендә тапанған йыуантаҡ бер бесәйҙе фатирына алып инде.
Был бик тыныс бесәй булып сыҡты. Өйҙө лә туҙҙырмай, һалһаң, ашай, һалмаһаң – юҡ. Ашамлыҡты ла һайламай. Алдына нимә ҡуяһың – шуға риза. Күберәк йоҡоно хуп күрә. Барый, төн еткәс, ҡала урамына яҙып әҙерләгән иғландарын элеп сыҡты. Бынан һуң бер көн үтте, ике көн үтте, хатта өсөнсө көн дә үтеп китте. Ләкин бесәйҙе килеп һораусы ла, таптырыусы ла юҡ. Ә уныһы инде һәүетемсә, алдына ҡуйған ашамлыҡҡа риза булып, тәртип боҙмай ғына үҙ өйөндәге кеүек рәхәтләнеп кирелеп йоҡлауын белә.
Дүртенсе көнөнә Барый иртән уянып залға сығып үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмайынса бағана төҫлө ҡатып ҡалды. Аптырарһың да. Өйҙә бер бесәй урынына ете бесәй булып киткән. Атаҡ, атаҡ, ҡайһы арала көсөкләп өлгөргән ул? Үәт, хәҙер башҡа бәлә. Нисек ҡотолорға уларҙан? Сығарып ташлар ине, гонаһы ни тора. Етмәһә, ураҙа айы ла баһа. Бесәй ҙә әүәлгесә тик ятмай хәҙер. Барыйҙың аяғына һырылып, ниҙер таптыра. Асыҡҡандыр, мәхлүк. Ни тиһәң дә, алты балаһын имеҙергә кәрәк. Барый банка төбөндә ҡалған һөттө һауытҡа һалып, бесәй алдына ултыртты. Уйындан уймаҡ сығарыу тигәндәре ошо булалыр инде.
Уйға батып торғанда, телефон шылтыраны. Бәй, таң һарыһы менән кем шылтырата икән? Барый ашығып килеп трубканы алды. ҡатыны Гөлниса икән.
– Алло! Эйе... Хәлдәр яҡшы... Эйе, эйе, арыу ғына. ҡасан? Бөгөн ҡайтаһығыҙмы? Кискәме? Ярай, аңлашылды.
Барый уйсан ғына трубканы һалып ҡуйҙы. Кискә ҡатыны балалары менән ҡайтасаҡ. Үәт, ғауға ҡуптарасаҡ улар был бесәйҙе күреп ҡалһа. Ни эшләмәк кәрәк?
Боҙоғон ҡайҙа йәшерергә белмәй йөрөгәндә, ир бесәйҙән ҡотолоу сараһын уйлап тапты. Дуҫтары танымаҫлыҡ итеп кейенергә лә, “Отдам в добрые руки” тигән яҙыу яҙып, баҙарға барып ултырырға. Моғайын, берәйһе бесәйгә мохтажлыҡ кисерәлер әле. Эйе, Барый шулай итергә булды. Бесәйҙәрҙе кәрзингә һалды ла, өҫтөн сепрәк менән ҡаплап, иғлан яҙылған яҙыуҙы алып, таныштары танымаҫлыҡ итеп кейенеп, баҙарға ашыҡты. “Әле халыҡтың унда күпләп ағылған сағы. Мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға кәрәк. Юғиһә пропала башка. ҡатын белеп ҡалһа, теңкәне ҡоротасаҡ ҡына”, – тип уйланды үҙе.
Бәй, баҙарҙа бер ул ғына бесәй йөкмәп йөрөмәй икән дә баһа. Ана, анау-у-у тирәгә байтаҡ ҡарт-ҡоро теҙелеп ултырған. “Отдам в добрые руки”, “Отдадим в надежные руки”, “Настоящий сиамский кот. Никого не обидит”, “Ласковое Леопольдино ишет ласкового хозяина”, “Я добрая, но ненавижу мышек и крыс” тигән һәм башҡа сәйер яҙыуҙар ирҙең күҙенә сағылып ҡалды. Ай-һай, бәләһенән ҡотола алырмы икән үҙе? Ана, күпме хужа бесәйенән ҡотола алмай зарығып ултыра. Барый шундайҙарҙың янынан урын алды. Тегеләре, түрҙән уҙ, тигән кеүек, уға ҡарап-ҡарап ҡуйҙы.
– Нисауа, бер алып китерҙәр әле. Ташларға йәлке. Өсөнсө көн бындамын, – тип телгә килде Барый янында ултырған ҡарт.
Барый өндәшмәне. Ишеттем, аңланым тигән ым-ишара ғына яһаны. ҡарт, күршеһенең һөйләшергә теләмәүен һиҙеп, башҡаса һүҙ ҡушманы. Өнһөҙ ултыра торғас, бер сәғәт үтте, ике сәғәт үтте, өс сәғәт тә үтеп китте. Барыйҙың кәрзиненә күҙ һалып китеүселәр булманы түгел, булды былай.
Теге ҡарт күңелһеҙ генә урынынан тороп, ойоған аяҡтарын ыуа-ыуа:
– Ярай, үҙемдән дә артмайһың әле. Һиңә лә урын етер өйҙә, миңә лә... Әбейҙе берәй нисек күндерермен ҡалдырайыҡ тип. Тик ҡара уны, башҡаса тәртип боҙа күрмә, – тип бесәйен иркәләй-иркәләй ҡуҙғалып китте.
Унан һуң тағы бер нисә хужа баҙарҙан табан ялтыратты.
Барый көтмәгәндә таныш тауыштарҙы ишетеп, һиҫкәнеп ҡуйҙы. Атаҡ, атаҡ, баҙарҙы бер итеп теге шешәләш дуҫтары зыҡ ҡубып йөрөй ҙә баһа. Үәт, әтрәгәләмдәр. Эсмәгән көндәре юҡ. Толик руссалап таҡмаҡ әйтеп ебәрә хатта. Хәкиме, унан ҡалышмайым тип, башҡортса таҡмаҡ һуҙа. Бәй, таҡмаҡ тигәндәре таҡмаҡ та түгел икән. Оятһыҙ һүҙҙәрҙе әйтә бит йәшәмәгерҙәр. Кем кемде уҙҙыра ғына. Араларында Иван да күренеп ҡалды. Уныһы күлдәген сисеп ташлаған да, ҡамсы урынына һауала өйрөлтә. Ә салбарының төбө һүтелеп сыҡҡан. Үәт, хәшәрәт! Барый таныштарын ҡырҙан күҙәтеп, ошо ҡиәфәттә күреп, оялышынан ер тишегенә инеп китерҙәй булды. Бәй, эскән сағында үҙе лә шуларҙан ҡалышмай түгелме һуң? Арттырып ебәрә бит хатта. Был минуттарҙа ир үҙенең иҫерек сағын ҡырҙан күҙәткәндәй булды. Унан күңеле болғанып, йөрәге дерелдәп, тамағына төйөр килеп тығылды. Бер килке әлеге лә баяғы оятһыҙ Иван менән Хәким яғалаша башланы.
– Несчастный башкирин! – ти Иван Хәкимгә.
– Русский дурак! – тип екерә Хәким тегегә.
– Ты деньги Бори пропил. Ты – вор!
– Һинең Боряңды мең йыл күрмәһәм дә ризамын.
– Этот ваш Боря тупой алкоголик. Ему хоть воду с солью смешивай – выпьет. Из-за какого-то дурака спорите, – тип һүҙгә ҡушыла Толик.
Был минутта Барыйҙы йәшен аттымы ни? Ултырған ерендә шиңеп, ҡуҙғала алмай тора. Анау алйоттар уны һөйләй түгелме? Етмәһә, аҡсаһын сәлдергәндәр иҫерек сағында. Бергә сәкәштереп эскәндә “Боря шәп” тә “Боря щедрый” тип ауыҙ һыуҙарын ҡоротоп маҡтаған булалар. Былар эскәндә генә дуҫ икән. Ә арттан йоҙроҡ күрһәтәләр, ҡәһәр һуҡҡырҙар. ҡыҙмаса булһа, суҡмарҙай йоҙроғо менән бысраҡ ирендәрен төйөр ине.
Был арала күк көмбәҙе болотлап, елләп, ваҡ ҡына ямғыр һибәләй башланы. Күптәр өйҙәренә ашыҡты. ҡайтмай ҡалған һатыусылар тауарҙарын шыптыр менән ябып, килем килеп кереренә өмөтләнеп, һаман да тора бирҙе. Әле генә күс шикелле мыжғыған баҙар тымып ҡалды. Хатта теге әтрәгәләмдәр ҙә күҙҙән юғалды. Бесәйлеләрҙән Барый бер үҙе генә ултыра бирҙе. Ул да ахыры сиктә урынынан ҡуҙғалырға булды. Шул саҡ балаһын етәкләп ашығып ҡайтып барған оҙон плащтағы ханымға күҙе төштө. Биш йәштәр самаһындағы малайы Барыйҙың бесәйҙәре янында туҡтап ҡалды.
– Улым, тиҙерәк ҡайтырға кәрәк. Йәшенләп ямғыр килә, – тип ханым балаһын ашыҡтырҙы.
– Әсәй, әйҙә бынау бесәй балаларын алайыҡ.
– Юҡ, улым, нишләтәһең уларҙы. Киттек, киттек...
– Алайыҡ, әсәй, алайыҡ!
– Юҡ, тип әйттем бит һиңә бер тапҡыр!
– Минең бесәй балаларын алғым килә, – тип малай үҙ һүҙен бирмәй баҫҡан урынында тыпырсынып иларға тотондо.
Бер килке әсә менән ул араһында көрәш башланды. Береһе лә һүҙен бирергә теләмәй.
– Әсәй, алайыҡ бесәйҙәрҙең барыһын да. Мин уларҙы иркәләп йоҡлатҡым килә, – тип малай үкереп иларға тотондо.
Көслө йәшен йәшнәп, ҡойоп ямғыр яуырға кереште. Ханым, йәшендән ҡурҡып, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Ә малай, ямғырға ла, йәшенгә лә төкөрөп тә бирмәй, теләген даулап, балауыҙ һығыуын дауам итә.
– Кәрзине менән биреп ебәрәм, алығыҙ, – тип йылы йылмайҙы Барый ханымға.
Ханымдың ни саҡлы асыуы килһә лә:
– Минең малай шулай ул. Үҙенекен һүҙ итмәйенсә тыйылмай, – тип Барыйға хәйерлек аҡса тотторҙо ла, бер ҡулына кәрзинде алып, икенсеһе менән улын етәкләп, йәшендән ҡурҡа-ҡурҡа, оҙон плащын елпелдәтеп, өйөнә ашыҡты.
Барый ҙа ҡайтыу яғына табан юл тотто. Юл буйына иҫерек дуҫтары, үҙенең уларҙан алданып, шулар кеүек нисек иҫереп, кеше көлкөһөнә ҡалып йөрөүе тураһында уйланды. Өйөнә ҡайтышлай магазиндан икмәк менән һөт һатып алды. ҡалған аҡсаһын кеҫәһенә һалып ҡуйҙы. Өйгә ингәс, ҡатыны менән балаларының ҡайтыуына тип, сәй ҡуйҙы ла, тиҙ-тиҙ генә бүлмәләрҙе йыйыштырырға тотондо. Иҙән сепрәген еүешләп, Гөлсирәһе менән йоҡлаған карауат аҫтын һөрткөләгәндә, ҡулына ниндәйҙер йөнлө йомшаҡ нәмә ҡағылды. Иғтибарлап ҡараһа, был нәмә бесәй булып сыҡты. Атаҡ, Барый бесәй балаларының береһен торғоҙоп ҡалдырған да баһа. Карауат аҫтында нисек пәйҙә булған мәхлүк? Күҙе лә асылмаған бесәй балаһын Барый ҡулына алып иркәләне. Көтмәгәндә ишеккә шылтыраттылар. “Әһә, Гөлнисалар ҡайтты”, – тип, хужа усында бесәй тотҡан килеш тулҡынланып ашығып барып ишекте асып ебәрҙе. Ә унда таныш түгел ҡатын-ҡыҙ баҫып тора.
– Һаумыһығыҙ, мин һеҙгә иғлан буйынса. Бесәйемде алырға килгәйнем, – тине ят ҡатын ышаныслы тауыш менән.
Барый бер ҡатынға, бер усында тотоп торған бесәй балаһына ҡараны ла:
– Бесәйегеҙҙән ошо ғына ҡалды инде, – тип йән эйәһен тупһа аша уға тоттороп, уңайһыҙланып, теләр-теләмәҫ кенә ишекте япты. Унан ары ишеккә башҡаса шылтыратыусы булмағас:
– ҡотолдом, буғай, – тип иркен тын алып, йәнә фатирын тәртипкә килтерергә кереште.
Был арала болоттар таралып, көн аяҙыта башланы. Барыйҙың сәй ҡайнатып, донъяны таҙартып көткән ғаиләһе күптән инде ярты юлда ине.
Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ.