Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
3 Июль 2012, 17:15

Телдең тәмен, һүҙҙең бәҫен белгән шағир

ҡойон да ғына булып хистәр уйнай,Ел-дауылдар тулай күңелдә...ҡапыл шул саҡ –Йәндә йәшен йәшнәй,Күк күкрәүгә йөрәк күмелә, –

ҡойон да ғына булып хистәр уйнай,
Ел-дауылдар тулай күңелдә...
ҡапыл шул саҡ –
Йәндә йәшен йәшнәй,
Күк күкрәүгә йөрәк күмелә, –
тип яҙғайны быйыл 5 июлдә үҙенең 70 йәшен билдәләйәсәк шағир һәм тәржемәсе, СССР, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы, республикабыҙҙың Ғ. Сәләм, Әбйәлил районының К. Әхмәтйәнов һәм Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев-Балапанов исемдәрендәге премиялары лауреаты, БР-ҙың һәм РФ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Башҡортос­тандың мәғариф отличнигы, Әбйәлил районының почетлы гражданы Әсхәл Әбүталип улы Әхмәт-Хужа.
Шиғриәткә үтә етди ҡараусы, еңел-елпе, етлегеп бөтмәгән әҫәр­ҙәрҙе уҡыусыға тәҡдим итергә ашыҡмаусы, ярһыу күңелле, тормошто ҡайнар һөйөүсе шағирҙың шиғриәте лә, башлыса, тыуған төйәккә, республикабыҙға сикһеҙ мөхәббәт менән һуғарылған.
Донъяға йылы һибеүҙә
Булғас бул ҡояш төҫлө,
ҡыш тимә,
Ирет туңғанды,
Сөнки һин –
Нескә,
Көслө! –
тип әйтеүе менән дә шағир хаҡлы, минеңсә. Туңған өмөттәрҙе, йөрәкте иретә алыуҙы ул бары тормоштоң әсе һабаҡтары менән бәйләй. Шағирмын тигән шағирҙа бындай йөрәктең булыуы – оло бәхет!
Тик йылмайсы!
Һин йылмайһын, тиеп
ҡышты яҙ итергә әҙермен...
Йондоҙҙарға һине күтәрермен,
Наҙ,
Хис,
Һағыш,
Күҙ-йәш күрһәтермен –
Тик бәхетһеҙ итмәм, бәғерем! –
тип әйтә алыу өсөн дә күңелдә, Әсхәл ағай әйткәнсә, “хистәр талпыныуы менән уй ташҡынының һыуҙай сайпылыуы” бик кәрәк, юғиһә “тормош үҙ ағышын беҙҙән башҡа башҡара, шул ағымда беҙ йөҙәбеҙ сайралып таштан-ташҡа”.
Әсхәл Әхмәт-Хужа тыуған еренең матурлығына һоҡланып, һағышланып ҡына йәшәмәй, ул үҙенең шиғырҙарында йыш ҡына башҡорт халҡының үткән дәүеренә лә боролоп ҡарай, уның данлы улдары менән ғорурлана, ауыр үткәне өсөн борсола, уны юҡһына ла. “Һаман һыҙлай яралар”, “Салауат”, “Башҡорт ораны”, “Башҡортостан һүҙе” шиғырҙары тап ана шундай­ҙар. Салауат ише батырҙарҙы һағыныу, уларҙы юҡһыныу тойғоһо уның байтаҡ әҫәрендә ярылып ята. Әммә телгә, тыуған илгә булған изге тойғолар Ә. Әхмәт-Хужа шиғриәтенең үҙәгендә тора. “Башҡорт теле” шиғырында бына нимә ти ул:
Нисәмә йөҙ быуын зат-ырыуым
Тас башҡортса ғына һөйләгән...
Минең дә шул һәр бер
молекулам,
Туған телем, һиңә көйләнгән!
Шуға ла тел ҡәҙерен яҡшы белгән, тормош тураһында үҙенсәлекле фекер йөрөткән шағир өлгөрөп еткән һүҙ рәссамы булып та сығыш яһай. Ике тиҫтәнән ашыу шиғри йыйынтыҡ сығарған авторҙың “тауҙарҙа үҫеүе, салт аяҙҙа, ҡарҙа, яуындарҙа, хәтәр дауылдарҙа шул тауҙарға оҡшаш булыуы” ла бәхәс­һеҙ.
Шиғыр донъяһына “һыбай сыҡҡан” шағирҙың ижади багажы иҫ киткес бай. Ә иң һөйөнөслөһө: унда ололар өсөн дә, кескәйҙәр өсөн дә тәғәйенләнгән шиғри әҫәр­ҙәр менән бер рәттән, башҡа халыҡтар поэзияһы үрнәктәренең башҡорт теленә бик оҫта тәржемә ителеүен дә күреп һоҡланаһың. Бөйөк урыҫ шағирҙары А. Пушкин, М. Лермонтов, Ф. Тютчев, И. Бунин һ.б. әҫәрҙәренән алып үзбәк, украин, әзербайжан, ҡалмыҡ, абхаз, сыуаш, лезгин, яҡут, авар, әрмән, латыш, хатта немец әҙиптәренең дә шиғырҙары менән танышырға мөмкин Әсхәл Әхмәт-Хужаның тәржемәләр китабында.
Бындай поэтик өлгөләр, бөйөк Мостай Кәрим әйткәнсә, шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның күңел антологияһы ғына түгел, ә бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенең дә оло ҡаҙанышы. Был, үҙ сиратында, халыҡҡа хеҙмәт итеүҙең сағыу бер өлгөһө лә. Шуларға өҫтәп шағирҙың: “Әбйәлил балаларының йыры” шиғырында “был ерҙе беҙ йәмләр өсөн, данлар өсөн тыуҙыҡ” тип әйтеүендә оло мәғәнә бар.
“Донъя дауҙарына башын эймәгән” халҡына дан йырлаусы Ә. Әхмәт-Хужа үҙе шул халыҡтың улы булыуы менән дә сикһеҙ ғорурлана. Уның “Оран” тип исемләнгән йыйынтығына ингән шиғырҙары тап ана шул хаҡта һөйләй:
Һағалап та торһа ҡурҡыныс,
Уға ҡаршы тап һин,
Тап ҡылыс!
Үрткә ҡаршы һыу тап,
Боҙға – ут!
Көскә ҡаршы көс тап,
Утҡа – уҡ!
Ниндәй шағир үҙ планетаһы, йәнтөйәге өсөн хафаланмаҫ икән?! Берсә һағышлы, берсә ҡыуаныслы хис-тойғоларға юлығаһың шағир­ҙың төрлө төҫ-сүрәттә балҡыған шиғри йыйынтыҡтарына ҡарап. Ләкин был төрлөлөк бер мәғәнәгә эйә: тәбиғилекте бар нәмәнән дә өҫтөн күргән шағир унда яһалмалылыҡҡа урын ҡалдырмай. Тормошта ла беҙ Әсхәл ағайҙы тура һүҙле шәхес тип беләбеҙ. Йыйылыш-семинарҙарҙа, осрашыу-кисәләрҙә халыҡ алдында сығыш яһағанда, ул ана шул сифатына һәр саҡ тоғро. Уның һәр һүҙе тейешле кимәлдәге ҡанун булып ҡабул ителә.
Бейек тауҙың ниҙәр кисергәнен
Аҫтан тороп белеү –
Бик ҡыйын, –
тип әйтеүе менән дә шағир хаҡлы, минеңсә.
Әсхәл Әхмәт-Хужа лирикаһы хистәр һәм фекерҙәр байлығы менән генә түгел, ә ошо йөкмәткене биреүсе поэтик формалар байлығы, ритмик-интонацион төрлөлөк менән дә айырылып тора. Уларҙы шағирҙың ысынбарлыҡты тәрән өйрәнеүенең, иң яҡшы поэтик традицияларҙы ижади үҙләштереүенең ыңғай һөҙөмтәләре тип ҡарарға кәрәктер. Уның публицистик характерҙағы шиғырҙарында лозунгылы фразаларҙы ла, һүҙҙәрҙең мәғәнә һәм эмоциональ ҡеүәтен көсәйтеүсе юғары интонацияларҙы ла йыш осратырға мөмкин:
Замандың толпары бик етеҙ,
Йылдарҙы ул үтә көндән тиҙ...
...Йөрәгем!
Ярһы!
Ян!
Сәс осҡон –
Уй-хистән бөркөлөп нур осһон!
70 йәшенә аяҡ баҫҡан, телдең тәмен, һүҙҙең бәҫен яҡшы белгән шиғриәт толпары Ә. Әхмәт-Хужаның хискә бай, тәрән йөкмәткеле лирикаһы артабан да үҙ халҡына тоғро хеҙмәт итһен, еребеҙҙе йәшәтеүсе-йәшнәтеүсе оран булып ҡалһын ине. Ғөмүмән, Әсхәл Әбүталип улының ябай хеҙмәт кешеһенең шатлыҡ һәм һағыштарын бөтә нескәлегендә тасуирлаған лирик шиғырҙарын һәм йырҙарын, хәҙерге замандың мөһим мәсьәләләрен сағылдырған шиғри шәлкемдәрен һәм әйтеш-робағиҙарын хәҙерге башҡорт поэзияһының иң күренекле әҫәрҙәре тип ҡарарға мөмкин.
Юбилейың менән, шағир! Үҙең дә, ижадың да оҙон ғүмерле булһын!

Зөһрә КАШАПОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.
Читайте нас: