Әйтештәр
Кәмһенеү хаҡында
Дошман алдында кәмһенеү
Иң ҙур хурлыҡ.
Дуҫ алдында кәмһенеү ҙә
Түгел ҙурлыҡ.
Кем дә кем
Кем дә кем алтын кейемле,
Бик тә һәйбәт кешелер,
Ләкин кем йомарт күңелле,
Тик шул алтын ишелер.
Күңел
Нимә саҡманан ҡатыраҡ −
Ул күңел.
Нимә сәскәнән наҙлыраҡ −
Ул күңел.
Эт һәм йылан
ҡойроғона баҫһаң, эт тә:
«Еҙнә, ебәр», − тип әйтә.
ҡойроғона баҫһаң, йылан
Барыбер саға, һемәйтә.
Күнегерлек түгел
Күнгән инде күңел,
Боҙоҡ булһа әгәр ир-ат кеше.
ҡурҡыныс юҡ кеүек
Йән дә тыныс.
Күнегерлек түгел,
Яһил булһа әгәр ҡатын кеше,
Йәнгә тынғылыҡ юҡ,
Бик ҡурҡыныс.
Үҙ фиғелең
Үҙ фиғелең булһа алама,
Ситте тәнҡитләмә, талама.
Үҙ фиғелең булһа өлгөлө,
Ул саҡта ла шым ҡал − билгеле.
Шағир даны
Шағир данына һәр кем дә риза,
Тик шағир булмайҙар яҙып ғариза.
Шағирлыҡты ла иллә лә мәгәр
Ғариза яҙып ташлап китмәйҙәр.
Аҡыл
Аҡыл ул кейемгә ҡарамай,
Аҡыл ул ҡарамай төҫ-биткә,
Аҡыл да, кейем дә шәп булһа,
Тағы ла яҡшыраҡ, әлбиттә.
Яҡшы исем менән
яман исем
Йәшәүҙән дә бөйөгөрәк нимә
икән?
Яҡшы исем, яҡшы атаҡ ҡалдырыу.
Үлемдән дә көйөгөрәк нимә икән?
Яман исем, яман атаҡ ҡалдырыу.
Иртәнсәк һәм кискеһен
Иртәнсәк һора үҙеңдән:
«Ни эшләргә тейешмен?» − тип.
Кискеһен дә һора:
«Бөгөн
Нимәләргә ирештем?» − тип.
Күргәс беләләр
Сит ерҙәрҙә алтын-көмөш
яуамы? −
Барғас беләләр.
Сәтләүектең төшө таҙамы? −
Ярғас беләләр.
Кәләш һайлағанда
Холҡо ҡалай, фиғеле нисек,
Ниндәй һуң ҡыҙы-бәпкәһе?
Һуйған да ҡаплаған инде, −
Нәҡ әпсәһе.
Аманат
Өс аманат әйтәм, балам, һиңә:
Тәүге һүҙем − Тыуған илде ярат.
Бер ҡайҙа ла түгел − ошо ерҙә
Күҙ асҡанһың, ай-ҡояшҡа ҡарап.
Икенсе һүҙ − йөрәгеңде бир һин
Йөрәгеңә яҡын кешеләреңә:
Атаң-әсәң, йәрең, балаларың,
Туғандарың, дуҫың, күршеләреңә.
Өсөнсө һүҙ − ғүмереңде арна
Ғәмебеҙҙең Бөйөк Аллаһына.
Намыҫыңды бирмә тик һис кемгә,
Һаҡла уны күҙең алмаһылай.
Мөхәббәт
Йөрәктәргә тик мөхәббәт
ҡан һауҙырып ғазап илтә.
Йөрәктәрҙе тик мөхәббәт
Ғазаптарҙан азат итә.
Ванганың әйткәне
Алла бар ул,
Шып-шым тыңлаһағыҙ,
Таш та һөйләр Алла барлығын,
Һуҡыр белә яҡтылыҡтың барын,
Сатан күрә һауҙың аяҡтарын,
Һеҙ ҙә − һауҙар − Алла барлығын
Белмәй йөрөмәгеҙ ҡаңғырып.
Тауис
Тауистың бөтә ҡиммәте
Уның гүзәллегендә,
Тауистың бөтә михнәте
Уның гүзәллегендә.
ҡупымлыҡ
Байҙың ҡупымлығын күрһәң,
Бигерәк инде көлкө.
Ярлы ҡупымлығын күрһәң,
Йәлләү тойғоһо көслө.
Нисек йәшәү тураһында
Алтынға тиң ғүмерен кеше
Нисек йәшәргә тейеш?
Йәшәһен үҙе шат килеш,
Дуҫтары ла шат килеш.
Аҡыллы кеше кем ул?
Аҡыллы кеше кем була?
Аҡыллы кеше шул була.
Аҡса-мал да, шөһрәт-дан да,
Сан дәрәжәле кәпәс тә
Һис ҡасан да, һис ҡасан да
Әйләндерә алмай уны
Тәкәббер ҡуҡыр әтәскә.
Әҙәм боҙоҡлоғо
Әҙәм ниндәй боҙоҡлоҡто күрә
алмай?
Үҙендәгеләй бысраҡты .
Бүтән берәүҙә осратһа,
Шул бәндәне кисерә алмай.
ҡатын-ҡыҙҙың
матурлығы
Халыҡсан бер аҫыл әйтем беләм:
ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы,
ҡатын-ҡыҙҙың бөтә хаҡ баһаһы –
Итәгендә ятҡан балаһы.
Был әйтемгә өҫтәп әйткем килә:
ҡатын-ҡыҙҙың барлыҡ йәм-
хикмәте,
ҡатын-ҡыҙҙың алтындай ҡиммәте
Кем итепкәй үҫтерә алыуында
Бала тигән ошо һиммәтен.