ҡояштың был ҡыланышы тәбиғәтте ҡапыл үҙгәртеп, күңелгә шом һалды. Бүре сыҡҡан кисеүҙән ауылға күп булһа 100 − 150 метр барҙыр. Бағаналарҙағы лампочкаларҙан килгән яҡтылыҡ та беленә башланы, шулай ҙа үҙ көсөн юйырға теләмәй, төн ҡараңғылығы менән алышырға, оҙағыраҡ торорға самалаған кеүек ҡылана.
Әйҙә оҙағыраҡ тор, ана, ерҙә лә бер нәмә ҡыбырлағандай тойола, бәлки, ул да яҡтыла өйөнә ҡайтырға теләйҙер. Мал тиһәң, малға оҡшамаған кеүек. Кеше-маҙармы? Булмаҫ. Ниңә ерҙә имгәкләһен, ул Кеше бит?!.
ҡояш байыуға тамам яҡынлашты, тик ҡаршы яҡтан күтәрелгән ҡараһыу һоро төҫтәге болотҡа, ҡапыл күтәрелеп, ҡаршы горизонтты баҫып алыуына асыу тотҡан кеүек ҡылана. Әсе генә ел дә сыҡты. Теге ҡыҙыл нәмә кеше булды, ахырыһы, ел уның өҫ кейемен сайҡай башланы... Ана, эргәһенә ике кеше килде, ниҙер һөйләштеләр ҙә шыпырт ҡына эйелеп ҡаранылар, башын тоттолар. Эйе, был ҡыҙыл пальто кейгән ҡатын кәүҙәһе ине. Ирҙәр ярҙам итергә ашыҡманы, бер-береһен төрткөләшеп алдылар ҙа, сайҡала-сайҡала Бүре сыҡҡан кисеүгә ыңғайланылар, ә был мәлдә ауылдың ситендәге өйҙән яланбаш ҡына сыҡҡан ҡатын улар яғына ҡарап ниҙер ҡысҡырҙы, арттарынан йүгерергә ынтылды ла, ҡапыл иҫенә берәй нәмә төшкән кеүек, кире боролоп өйөнә ашыҡты − ҡапҡа алдында ике бала ла уны көтә ине. Улар ашығып инеп китте, ауылды эңер алды тынлығы биләне. ҡаршы яҡтан күтәрелгән ҡар болото ла күкте ҡапларға ашыҡты, ә ҡояш, яртылаш офоҡта күмелеп, ер өҫтөндә ятҡан ҡатынға ярҙам итергә теләгәндәй, бөгөнгө һуңғы, ҡыш алдынан ғына була торған һыуыҡҡа төрөнгән йылы нурҙарын ебәрҙе.
Гөлйыһан байып барған ҡояшҡа ҡарап, әсәһенең, көҙ етһә, йыш ҡына ҡабатларға ярата торған һүҙен иҫкә төшөрҙө: "ҡояш офоҡҡа еттеме, ярҙан һикергәндәй юҡ була, тиҙ генә ҡараңғылана ла ҡуя ул. Көҙгө көн − йәйге түгел". Әле ул үтә оҙаҡ байығандай тойолдо. Исмаһам, берәүһе мал эҙләп булһа ла килеп сыҡмай бит. Бәлки, ярҙам итер ҙә ине. Сүлт-сүлт-сүлт... Баш сатнай, ҡайһылыр еренән ҡан аға. Өшөттөрә. ҡулы менән башын һыйпағыһы килә, тик ҡулы күтәрелмәй. Эһһ.
Эһһ... Зариф, Зариф, һин ҡайҙа, үләм бит! ҡысҡыра, тауышын үҙе ишетмәй − был ни?..
ҡояш байымай ҙа байымай. Кешеләр йөрөгәне лә тойолмай.
... Бына ҡыҙыл пальто кейгән берәү былай табан йүгерә. ҡул болғайым әле. Әй әттәгенәһе, ҡулды күтәреп булмай бит. Килеп етеп туҡтаны:
− Әсәй... Әсәй, әйҙә ҡайтайыҡ. Атайым хәҙер эсмәй, балнистан да ҡайтты. Әйҙә!
Тик ниңә килеп еткәс ярҙам итмәй?
− Балам, Гөлиә, ярҙам ит... Күҙҙәрем, аһ... күҙем... Күрмәйем бит!..
Үлем алдынан була торған һаташыу Гөлйыһанды бер әсәһе менән, бер балалары менән һөйләштерҙе, ҡәйнәһе менән дә осраштырҙы. Ерҙәгеләр ерҙә ҡала, уларҙы алып китеп булмай. Баҡыйлыҡта һин үҙ ҡылыҡтарың өсөн генә яуап тотаһың. Ерҙәгеләр... Улар ҡала инде. Бәлки, һин яһаған хатаны ҡылмаҫҡа ант итерҙәр, бер аҙ көйөнөрҙәр, балалары өсөн ҡайғырырҙар ҙа, аҙаҡ ул да баҫылыр.
ҡара болот та офоҡтан ҡояшты оҙатыу менән, үҙ эшен башланы. Елбәҙәк ҡарҙар ергә төштө, һиҫкәндереп, ҡар-йәш булып, ҡатындын битен ҡапларға теләне. Ул иҫенә килгәндәй булды. Сүлт... Сүлт... Сүлт... Сәс араһынан ергә ҡан аға. Гөлйыһан аяҡ-ҡулдарын ҡыбырлатырға теләне, ләкин уларҙы тойманы. Иҫе теүәл, йөрәк өшөй.
Гөлйыһан, һаташыу аралаш, килен булып төшкән йортон, ҡайны-ҡәйнәһен күҙ алдына килтерҙе. ҡәҙерҙәрен белмәне шул, ҡәҙерҙәрен...
− Зариф, тиҙ генә кил, атайҙар мине кейәүгә бирергә йыйына, − һөйгәнен телефон аша саҡырғандан һуң Гөлйыһандың күңеле күтәрелеп китте. Әйтерһең, Зариф килгән, янында ғына йөрөймө ни! Өләсәһе уның хәлен үҙенсә аңлатты:
– Беҙ йәш саҡта ҡыҙҙарҙы бишектән үк ҡоҙалай башлайҙар ине. Хәҙер генә үҙгәрҙе. Заман да үҙгәрҙе шул. Хоҙай ғына балаһыҙ яңғыҙ. Уға ғына парлы булырға ярамай, сөнки ерҙәге бөтә мосолман балаһы өсөн ул − бурыслы. Гөлйыһанды әйтәм, ҡара нисек үҙгәрҙе. Бәхетле генә булһын!
ҡыҙҙың атаһы һүҙсән түгел шул, баш һелкеүҙән башҡа бер ни өндәшмәне, тик әсәһе генә:
– Белмәҫһең Гөлйыһанды, ситтә күп йөрөнө. Кисә генә, бармайым, тип илай ине. Берәй мутлыҡ уйламаһа инде.
Гөлйыһан үҙенсә уйланы. Зариф килһә, атаһы менән әсәһе бер әрләр ҙә, баҫылырҙар әле. Ғүмер буйы ҡайны-ҡәйнә менән тормам бит. Зариф, башҡа йәшәрбеҙ, ти. Ә уны Шәүкәткә бирмәкселәр, ул − быҙау бит. Әсә атаһының һүҙенән сыҡмаҫ. "Йәрҙе һөйһәң, һөй икене", − тип бушҡа әйтмәйҙәрҙер әле.
Атаһы ҡыҙын үҙенең хеҙмәттәшенең улына бирергә йыйына ине. Ул ҡыҙының һүҙен ишетмәне лә, ишетергә лә теләмәне, йәнәһе, ҡыҙы ул егеткә кейәүгә сыҡһа, яҡында ғына буласаҡ. Былай ҙа ситтә уҡып, күп йөрөнө. Сибай интернаты улар өсөн алыҫ тойолдо. Гөлйыһандың яратҡан егете уның аръяғындағы ауылдарҙың береһенән. ҡыҙ ҙа күңеле менән һаман ситкә тартылды. Уның уйынса, Зариф килһә, уны алып китер ҙә, Гөлйыһан теләгәнсә генә йәшәрҙәр, ер-һыу күрерҙәр, сәйәхәт итерҙәр. Белмәй шул: донъя көтөү йылға кисеү түгел. Уй-хыялдар тормош ҡанундарына яраҡлашмай ҡалмай.
… Зариф килде, тик үҙе генә түгел, ата-әсәһе һәм тағы байтаҡ туғаны менән килгән. Ишбулды ағай менән ҡатынына икенсе төрлө уйларға ла, эшләргә лә әмәл ҡуймай, эште ҡыҙыу тоттолар. Гөлйыһанды әйттереп, бата уҡыттылар ҙа, килгәндәге кеүек ҡапыл йыйынып ҡайтырға булдылар. Әсәһе, кейәү булған кешене ҡыҙы менән алып ҡалып, туғандары менән таныштырып, бер аҙ ҡунаҡ итергә лә уйлағайны − риза булманылар. Киленде алып ҡайтып та киттеләр. Оҙатырға килгән күршеләргә лә был сәйер тойолдо. ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар артыҡ асылып һөйләшмәне лә, оҙон-оҙаҡҡа һуҙып хушлашып та торманы. Күрәһең, улар өсөн дә был − көтөлмәгән хәл. Тик ҡоҙағый булаһы кеше генә, кинәйәле итеп: "...Ярай, беҙ план ҡороп уйлаған булайыҡ, Хоҙай үҙе ғәмәлен эшләһен", − тине лә, көрһөнөп ҡуйҙы.
...Барыу менән, йәш ғаиләгә, бәләкәй булһа ла, совхоз бер бүлексәнән өй бирҙе. Зариф шул бүлексәгә эшкә төштө. ҡайнылары һыйыр, танаһы менән быҙауын, дүрт-биш баш һарығын да бирҙе. Йәйгелеккә ҡыҙҙары тыуҙы. Яратып та, үҙ исеменә килештереп тә Гөлназ тип исем ҡуштылар. Бөтәһе лә теүәлләнде кеүек. Ситтән ҡараған кеше был йәш ғаиләнең бәхетле көн итеүенә шик тотмай. Зариф эшләй, эш хаҡына сусҡа ла алып ебәрҙе. Эш хаҡы ла ала. ҡайны-ҡәйнәһе лә, ата-әсәһе лә килеп тора. Килһәләр, сумка тултырып тейәп киләләр ҙә, ҡыуанып ҡайталар. Йыл ярымдан икенсе ҡыҙҙары тыуҙы. Араларында йәш айырмаһы бәләкәй шул. ҡәйнәһе, киленгә ауыр, тип, олоһон үҙенә тәрбиәгә алды. "Килен, был баланы үҫтерә төш тә эшкә урынлашырһың, Зарифҡа ла еңелерәк булыр, үҙебеҙ ярҙамлашырбыҙ", − тине. Гөлйыһан ҡәйнәһенең һүҙен оҡшатманы. Ул үҙе белә нимә эшләргә икәнен, ун биш йәшлек ҡыҙ түгел әле, егерме өс йәш була тиҙҙән. Ата-әсәһе элекке кеүек йыш килмәй башланы, ә Гөлйыһан артыҡ ашҡынып көтмәне лә − өйрәнде инде.
Йыл ярымдан донъяға өсөнсө сабый − йәнә ҡыҙ бала тыуҙы. Артыҡ ҡыуаныс та, көйөнөс тә кисермәй генә исем ҡуштылар. Гөлназ, Гөлиә, Рәйнә. Өсөнсө бала тыуыуға Гөлйыһан шаҡтай ҡатын ҡорона тулып, йөҙгә матурайып, һүҙгә оҫтарып, ир булған кеше менән дә ҡаты һөйләшергә ҡыйыуланып алғайны. Дүрт йыл үҙенсә аҙ түгел ине. Күрше-тирәләге ҡатындар менән танышыу мәжлесе лә уҙғарып алды. Эҫе йәй, бөтә ир-ат бесәндә, йәйләүҙә мал көтәләр. Эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа йәйләүҙә һыйыр һауа. Ауылда уҡытыусылар һәм бер почтальон менән һатыусы ғына эш кешеләренән. Эшләмәгән ҡатын-ҡыҙҙар күберәк. Бына шул һуңғылары менән Гөлйыһандың күңелле тормошо башланды.
Ошондай күңелле тормошта, имсәк баланы күтәреп, район буйлап ҡына түгел, күрше райондағы таныштарға, туғандарға, класташ ҡыҙҙарға икешәр-өсәр айлыҡ сәйәхәттәр башланды ла инде. Гөлйыһан хыялына иреште. Зариф өндәшмәй. ҡәйнәһе менән әсәһе ике өлкән ҡыҙҙы үҫтерә. ҡулда бер бала. Теләгәнсә донъя күр, үҙеңде күрһәт. Йөрөп ҡайтҡан арала ауылдағы әхирәттәре менән ҡыҙыу мәжлес ойоштора, юл мажараларын һөйләй, күстәнәстән ауыҙ итәләр. Сәй табынының төп хужаһы − мәйгә өҫтәл уртаһы.
... Әле ҡырпаҡлап яуа башлаған ҡар Гөлйыһандың битенә килеп бәрелә лә ирей, әйтерһең, тәбиғәт үҙе илай. "Ни эшләнең һин, елғыуар ҡатын, ниндәй яҙмыш ҡосағына биш балаңды тотторорға йыйынаһың? Тор... Һәр мосолман, үҙен, кешемен, тигән һәр әҙәм үҙ балаһын бағырға, кеше итергә бурыслы бит. Бурысыңды үтәмәй ҡайҙа бараһың?"
Бите һыуланыуға ҡатын иҫенә килеп, ауырайған күҙ ҡабаҡтарын көслөк менән асты. Эргәһендә шундай уҡ ҙур ҡыҙыл пальто кейгән биш-алты йәшлек ҡыҙ илап ултыра. Әллә Айһылыу инде.
− Айһылыу, илама, илама. Мин хәҙер торам, әҙ генә сабыр ит, йылы һөт эсерәм. ҡустың ҡайҙа? ҡулың өшөймө? Кил ҡуйыныма, үҙеңде ҡосаҡлап йылытайым. ҡустың ҡайҙа? Ишетмәйем... Аһ... Балам, әллә төн булдымы?.. Ниңә күренмәйһең? Аһ, башым... Әсәй, әсәй, китмә! Айһылыу, ҡустыңды ҡара, һеҙгә оҡшамаған тимә! Ул... ул минең балам... Ниңә апайыңдың пальтоһын кейҙең? Ул әсәйҙең пальтоһы ине бит, апайың кесерәйттеме? Уфф... Башым...
Бала тағы күҙ алдынан юғалды. Кино таҫмаһы кеүек ир ҡатыны булып йәшәгән йылдар күҙ алдына пәйҙә булды.
... Өҫтәл тулы бушаған араҡы шешәләре, бысраҡ һауыт-һаба ишектән килеп ингән хужаны һиҫкәндерҙе. Өйҙән танауға бөркөлгән әскелтем-сөскөлтөм еҫтәр менән бергә сәстәре туҙған, йөҙҙәре ҡыҙарып, ҡыйшайышыр хәлгә еткән ҡатындар. "Хәтерҙә ул тыныс айлы кистәр", – тип йыр һуҙырға маташыуҙары Зарифты ерәндереп кенә ҡалманы, ә ҡоҫор хәлгә еткерҙе. Бына һиңә татлы йөк... Ул ғазаплы ла була икән, тип уйлап өлгөрмәне, Гөлйыһан, туҙған сәсен дә йыйыштырырлыҡ хәлдә булмауға ҡарамаҫтан, бер йәшлек улын сиғандарса ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, алдына килеп баҫты. Елгә эйелеп бөгөлгән ағас кеүек бәүелеп:
– Зариф, Илдарҙың йәшен туйланыҡ, бына әхирәттәр йыйылып үҙҙәре килгән. Хөрмәт иткәс, мин дә уларҙы һыйлайым инде.
Һөйләп бөтмәне, ҡоҫа башланы. Илдары илай, тегеләренең донъяһы теүәл, үҙ көйҙәрен һуҙа.
Тфү... тамуҡ киҫәүҙәре, − Зариф улын алып сығып китте. ҡайҙа барырға? Атайҙарғамы? Ояты ни тора? Улар үткән барғанда уҡ:
– Үҙе ҡолаған иламай, беҙ алып бирмәнек. Кәңәште тотмайһығыҙ, киленде үҙ яйына ҡуйҙың. Емеше әсе булыр, тип әйтмәнемме? Үҙең менән бергә эшкә алып сыҡ, бергә йөрөгөҙ, тинек. ҡасан ҡарама, килен бала күтәреп автобус менән сәйәхәт ҡылды. Хәҙер әмәлең юҡ – биш бала, – тигәйне. Был юлы уларға барып, уларҙы ҡайтанан көйҙөрөргә, битәр һүҙҙәр ишетергә теләмәне. Ул һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк бар инде, юҡ түгел. Күршеләргә генә инмәксе булды. Ильяс ағай өндәшмәй ул, ҡатыны Гөлшат апай әйтә инде. Бына шулар кеүек йәшәргә кәрәк ине. Өс бала үҫтергәндәр, башлы-күҙле иткәндәр. Килен, кейәүҙәре лә ихлас, ағай менән еңгәй өсөн өҙөлөп торалар. Гөлшат апай ҙа килененә – ҡыҙым, кейәүенә, улым, тип өндәшә. Ни булһа булыр, тәүәккәлләп, Ильяс ағайҙарға инде. Һытыҡ сырай күрһәтеүен-күрһәтмәнеләр, тик һөйләгәндәре былай ҙа артыҡ һөйләшеп бармаған Зарифты бөтөнләй телдән ҡалдырҙы. "Бына һиңә ҡатын!.. Бына һиңә беренсе мөхәббәт!.. Бына һиңә берҙән-бер!.. Ишетмәһәң – ишет".
Һүҙҙе Гөлшат апай башланы:
– Зариф, балам, беҙ хаталандыҡ, ахыры, алдан һөйләмәнек. Дуҫтары әйтер, тигәйнек. Әйтмәгәндәр икән. Үҙебеҙ әйтәйек. Ололар булғас, ҡыҫылмайыҡ йәштәргә, тигәйнек. Килен шашты, һин эштә, йәй етһә, аҙналар буйы йәйләүҙә. Бер нәмә лә белмәйһең, ишетмәйһең дә. Килен эсә, төҙөлөштә йөрөгән теләһә ниндәй ирҙәр килә. Күмәкләп төн уртаһына тиклем уйын, кәйеф-сафа ҡоралар. ҡыҙҙарың йәл. Ярай өлкәне интернатта, был икәүһе ыҙалана, уҡый алмайҙар. Уҡытыусылар ҙа килеп китә, тик һөйләшә алмайҙар. Айыҡ булһа, миндә эшегеҙ булмаһын, тип ҡыуып сығара. Бәләкәстәрең асҡа интегә. Башҡорт элек-электән нәҫелен ҡарамай ҡыҙ алмаған, ә һин төптө башыңды элмәккә тыҡтың. Күрәләтә ата-әсәһе эскән кешенең ҡыҙын алдың бит...
Оят... Үлеп булмай, һуң инде, балалар бар...
– Еңгәй, булһа, ҡойоп бир әле...
Зариф ул төндө үҙе менән ни булғанын хәтерләмәй. Тик, яҙа-йоҙа, ике ир уртаһында ятҡан ҡатынын һөйрәп торғоҙғанын ғына хәтерләй. Ысынында, ул, ирҙәрҙең икеһе менән дә һуғышып, сәнселеп, балнисҡа инеп китте. Иҫерек ҡатыны, был турала бер ни белмәйенсә, төндә ауылды ташлап сығып ҡасты. Бер йыл буйы эҙләнеләр Гөлйыһанды. Күргәндәр хәбәр итһә, барып ҡараһаң, киткән була. Ул табылманы. Әҙәм ҡылмаҫ эш ҡылды: биш баланы аслыҡ ҡосағына, етемлек яҙмышына, Хоҙай ҡарамағына ҡалдырҙы.
Тәбиғәт Гөлйыһанға ҡанға мансылған офоҡ аша йондоҙ-күҙе менән бағып ҡар-йәшен түгә... Аһ... Уф, өшөтә. Әсәй... Әсәй, ғәфү ит, ҡыҙыл пальтоңды мин кейҙем. Әсәй, әсәй, йөрәгемә ҡулыңды ҡуй әле, өшөй бит. Әсәй, битем ауырта, ҡарғалар мине талай, ҡыу әле, әләүү, үләм инде. ҡоҙғондар ҙа йыйылған. Илдар, һин килдеңме? Илама, улым, һин ҙур бит инде, тиҙҙән өсөң тула. Һин минең улым бит, ҡартатайың ғына һине яратмай. Илама, улым. Һин бәләкәй сағыңда ла илай белмәнең бит. Ә-ә-ә, юҡ һин иламайһың икән, мин үҙем илайым. ҡар төшә, өшөтә.
Үлгем килмәй, әсәй, ҡорғандарҙы ас, ҡараңғы бит. Эй, үләм инде. Кемдер мейемде сүкеш менән сүкей. Үлгем килмәй. Биш балаҡайым, биш фәрештәм минең!.. Һеҙҙе лә мәрхәмәтле йәндәр алған, тип ишеткәйнем, ҡәҙерҙәрен белегеҙ. Хоҙай бар бит, уларға ла, һеҙгә лә фәрештә ҡанаты ҡағылғандай булһа ла Хоҙай бәхет бирһен инде.
Эй-й-й... Үлем уйлайыммы? Мин йәш бит әле, өс тиҫтә лә йәшәмәйсә үләләр тиме ни. Эй ахмаҡмын да инде. Хәҙер генә тора һалайым да өйгә ҡайтайым, әсәйҙән ғәфү үтенәйем. Әсәй кешеләр киң күңелле була ул, ғәфү итер. Өләсәй ҙә әсәйҙе әрләй-әрләй ҙә, аҙаҡ көлә-көлә, сер һөйләшкән ҡыҙҙар кеүек сөкөрләшеп, сәй эсәләр ине.
Уф-ф-ф... Башымды ғына күтәрә алмайым. Хәҙер торам, ҡайтып, әсәй менән һөйләшәм дә, балаларҙы барып алам, һыйыр һауырға фермаға эшкә сығам. Колхозда буш өйҙәр бар ул. Уф-ф-ф... Нимә миңә ҡаныҡтың әле, битемде өҙөп бөтәһең бит. Үләкһәләр ялан тулы, мин һиңә үләкһә түгел. Эй... Берәү ҙә килеп сыҡмай бит, ярҙам итер ине. Ярҙам итегеҙ! Эй, кешеләр, ярҙам итегеҙ! ҡояшты, ҡояшты япмағыҙ! Мин ҡараңғынан ҡурҡам! Әсәй, әсә-ә-әй...
Сәғәттең һуңғы секундына тиклем йәшәү менән үлем алышты. Ерҙә әле йәшәү тәмен белергә лә өлгөрмәгән, әммә ниндәйҙер сәбәптән, кемдеңдер дөрөҫ булмаған мөнәсәбәттәре арҡаһында ғүмерен афәт аҫтына ҡуйған йәш кеше, тереклегенең һуңғы минуттарында барлыҡ хаталарын аңлағандай, күҙҙәренән берәр тамсы йәшен һығып, ниҙер ҡысҡырырға, ярҙам һорарға, балаларын саҡырырғамы теләп, ауыҙын ибәтәйһеҙ асҡан килеш ҡатып ҡалған. Эргәһендә йәмһеҙ тауыштар сығарған ҡарғаларҙы баҫтыра-баҫтыра, үлек еҫен һиҙгән ҡоҙғондар йыйылған.
Мәрхәмәтле тәбиғәт, йыназаға йыйылған ҡоҙғондарҙан алда ясин сығарырға теләгәндәй, яйлап ҡына, ябалаҡ аҡ мамығын ергә ҡойоп, хаталары эсенә төрөнгән йәш ғүмергә кәфен япты. Эй, мәрхәмәтле ер. Һин бөтәһен дә үҙ ҡуйыныңа алаһың. Быныһын да, көн яҡтыһы тыуғас, осҡор күҙле кешеләреңдән таптырып, бөтә шартына килтереп, үҙ ҡуйыныңа алырһың. Тәүҙә уны кешеләр танымаҫ, ниндәй аяныс, ғазраил-иблис ҡоҙғондарҙан үҙ эшен эшләткәйне шул. Аҙаҡ уны өҫтөндәге кейгән пальтоһынан ғына танырҙар һәм әсәһенә кәүҙәһен ҡайтарырҙар.
Әсәһе бер аҙ иланы ла, нимә уйлағандыр, аҙаҡ ҡыҙын күмеп, өсөн, етеһен, ҡырҡын уҡытҡансы кеше менән һөйләшмәне. Уның хәтерендә, моғайын, ауыл халҡына ғәйбәт итеп һөйләргә урын ҡалдырып, үҙе һөйгән егетен саҡыртып, кейәүгә сығыуы бөгөнгөләй булып яңынан уянғандыр. Кем белә, ейәндәрен төндә: "Теләһә – индомға, теләһә, детдомға бирегеҙ, миңә кәрәкмәй. Бабай ҙа ауырый, үҙем дә олоғайҙым", – тип, алыҫ туғандарының машинаһына тейәп оҙатыуы ла иҫенә төшкәндер. Кем белә... Бәлки, ошо ҡыҙы үҫкәндә үҙенең эсеп йөрөүе, әсәһенең аҡсаһын талап тигәндәй алып бал, сәмәйгә тотоноуы иҫенә төшөп, ерҙә ҡалған сабыйҙар алдында ниндәй оло ғәйебе барлығын танып, бәлки, ҡыҙының үлеменә лә үҙен битәрләгәндер. Кем белә инде? Уның менән һөйләшергә ынтылған кеше лә булманы.
Зыяратта ҡыҙының аяҡ осона аҡ яулыҡҡа урап һалынған ҡыҙыл пальтоны ла ҡар яуып күмеп китте. Әйтерһең, ерҙә бер йәш ҡатын тураһындағы һуңғы ваҡиғаны ла кеше хәтеренән онотторорға теләне. Күктә ҡоҙғондар өйрөлдө. Уларҙың эҙләнеп осоуҙары ла ерҙәге кешеләрҙе һиҫкәнеүгә һалды. Тағы кемдең ғүмерен аңдый улар?..
Ерҙә ҡатындың биш балаһы ҡалды. Нимә көтә уларҙы, кемгә һыйынырҙар? Кем уларға әсә наҙын бирер? Тормош ҡаҙанында ҡайнап, ниҙер өмөт итеп, хата аҙымдар яһамаҫтармы? Нимә көтә уларҙы? Хоҙай үҙе генә белә инде.
Ул ваҡыттан ун биш йыллап ваҡыт үтте...
Автобустан төшкән аҡ йөҙлө, һары сәсле, оҙон буйлы ҡыҙҙың ҡулында ике ҙур сумка. Уны ҡаршыларға килгән һәм бер ни тиклем уға төҫтәре менән оҡшаған өс ҡыҙ, сумканы ҡулдарына алып, үҙен ҡосаҡланылар. Йөҙҙәрендә сағылған асыҡ йылмайыу уларҙың тормоштан ҡәнәғәт булыуы хаҡында һөйләй кеүек. Автобус туҡталышынан ситтәрәк ултырған еңел машинанан оҙон кәүҙәле йәш егет сығып, ишеген аса башланы. Автобустан төшкән ҡыҙ егетте ҡосаҡлап, арҡаһынан һөйөп алды. Уларҙы күҙәтеп торған пассажирҙар ҡыҙыҡһыныуҙарын йәшермәй ине. Улар, моғайын, бер туғандарҙыр, тип уйланылар.