«Атай бөгөн бар, иртәгә юҡ,үҙ башыңдан үткән, беләһең…»
Капитан.
Бөгөн бар һеҙ, иртәгә – юҡ,
Эх, атайҙар, атайҙар.
Ейәндәрегеҙ һеҙҙең тик
Рәс(е)мегеҙгә ҡарайҙар.
Уй-хистәрем, үрһәләнеп,
Бар донъяны урайҙар.
Ғүмерҙәрҙең һәр мәлендә
Кәрәкһегеҙ, атайҙар.
Кәрәк түгел балаларға
Мираҫ – алтын һарайҙар.
Балалары аталарҙың
Ярлыҡауын һорайҙар.
Был донъяла оҙағыраҡ
Булһағыҙсы, атайҙар!..
Күктән моңһоу ҡараш менән
Улар беҙгә ҡарайҙар…
* * *
Юҡ, ташлама мине бында.
Минең моңһоу ҡурайымдан
Инде түгелмәҫ көләс йыр.
Тик ҡояш йөҙө ҡарайыр…
Суҡмар тотоп тәҙрә сиртә
Һандуғаслы йәмле иртә.
Таныш булмаған үткенсе
Тәҙрәмдә һағыш күргәнсе…
* * *
Хушлашмайса китәм. Ә һин
Аптырама ҡылығыма.
Һарғылт көндәр ҡосағында
Мин Мәңгелек Юлсы ғына.
Хушлашмайса китәм. Ә һин
Мине эҙләмә күктәрҙән.
Күктә булһам, фани Ергә
Нур булып төшәм тәҙрәңдән…
* * *
Өнһөҙ ҡалған ялан-ҡырҙар,
Тын йоҡлайҙар урмандар.
Бөгөн дә ҡыйыш тейәгән
Ирҙәр ята урамда.
Төшөндә лә алтын күреп,
Ауыҙын йыра һаран.
Үҙен хан итеп тоя
ҡылысын ҡосҡан яран.
Татлы төш күрә барыһы…
Күктән баға тулы Ай.
Бары зыярат эсендә
Ер саҡ ҡына ҡалтырай…
* * *
Аҙ ғына ер кәрәк миңә,
Аҙ ғына ер, аҙ ғына күк.
Тағы аҙ ғына саф һауа,
Һанама ғүмерҙе, кәкүк.
Аҙ ғына ер кәрәк миңә,
Аҙ ғына төн, аҙ ғына көн.
Тик өмөт булғанға күрә
Был тынсыу бүлмәмдә иркен.
Аҙ ғына ер кәрәк миңә,
Бары тик миңә етерлек.
Һәм тағы әҙ генә бәхет –
Ялҡытһа, ергә күмерлек.
* * *
Дөм-ҡара төн уртаһында
Тағы ҡалғанмын бер үҙем.
Һәр төн һайын төштәремдә
Күрәмен атайым йөҙөн.
Мәңгегә китте, тинеләр,
Тик барыбер кире ҡайттың.
Бүреләр менән йоҡлаған
Күңелде йәнә уяттың.
Мәңгегә китте, тинеләр,
Ә мин һине шундай көттөм!
ҡәбереңдәге таштарҙы
Йөрәккә һалып иреттем.
Дөм-ҡара төн уртаһында
Тороп ҡалғанбыҙ икебеҙ.
Мин һөйләйем, һин ниңәлер
Тынып тораһың бер һүҙһеҙ…
* * *
Павловтың иҫәр эттәре
Ағыҙа һеләгәйен.
Һайлап алған ҡара яҙмыш
Бары миңә тәғәйен.
Марс буйлап роботтар йөрөй,
Ни эҙләйҙәр? Белмәйем.
Иң һуңғы тапҡыр булһа ла
Йөҙгөнәңде күрәйем.
Тиҙҙән йыһан киңлегенә
Кем теләй, шул осасаҡ.
Һин киттең. ҡараңғы төндәр
Ал ҡанымды һурасаҡ…
* * *
Бер нәмә лә был донъяла
Урынында торғаны юҡ.
Кисәге һөйләгән һүҙҙе
Иртәгә ҡабатлауҙан ҡурҡ.
Эстән кисерә алмаһаң,
Аҡтыҡҡы сәстәреңде йолҡ.
Көҙгөнән ҡараған күҙҙәр
Оҡшамаһалар, яра һуҡ.
Йоҡларға ятҡанда яҙ ине,
Күҙемде асһам, көҙ еткән.
Йыртҡыс табышын көткәндәй,
Ошо юлдар мине көткән.
Бер нәмә лә был донъяла
Урынында торғаны юҡ.
Кисә ас инең, бөгөн туҡ,
Бөгөн һин бар, иртәгә – юҡ.
* * *
Һинең ҡәберең янына
Мин дә ҡаҙам үҙемә.
Ере йомшаҡ, ҡулдарымда
Көс ташҡаны һиҙелә.
ҡыҫҡа булды минең юлым…
Хәйер, үҙең беләһең:
Тулы Айҙы күргән һайын
Килә минең үләһем.
Ә һәр яңы көн килтерә
Бәхеткә алдаҡ өмөт.
Был төн мине зыяраттың
ҡапҡаһы янында көт!..
Морат СОЛТАНОВ.
Октябрьский ҡалаһы.