Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
13 Апрель 2012, 15:50

«Түрҙә – ситтәр, ә башҡорттар һаман Артта тора, ҡулда – йәйәһе…»

Күрешербеҙ һабантуйҙарҙа!Эй, тырышып байрам уҙғарабыҙ: Һәммәһе лә һәйбәт, йәнәһе. Түрҙә − ситтәр,

Күрешербеҙ һабантуйҙарҙа!
Эй, тырышып байрам
уҙғарабыҙ:
Һәммәһе лә һәйбәт, йәнәһе.
Түрҙә − ситтәр,
ә башҡорттар һаман
Артта тора, ҡулда − йәйәһе.

Алла-гөллө биҙәктәрҙән
балҡып,
Һабантуйҙар уҙа йыл һайын.
Ә ниңә һуң халыҡ түрҙә түгел,
Түкһә лә ул тирен,
күҙ майын?

Бөтә байлыҡ хәҙер бай
ҡулдарҙа,
Табындарҙы ятҡа тотторҙоҡ.
Киләсәккә булған ышанысты,
Өмөттәрҙе хатта отторҙоҡ.

Тыуған илдән, ерҙән,
телдән яҙһаҡ −
Ни мәғәнә башҡорт тиеүҙән,
Бөгөнгөбөҙ хатта
күренмәй бит −
Ергә тиклем башты эйеүҙән.

ҡайҙа барма, хаҡлыҡ хөкөм
һөрһә,
Паклыҡ бөркһә бөтә
тереклек,
Еребеҙҙе йәмләп
йәшәр инек −
Тыуған ергә мәңге беректек.

Киләсәктә гөрләр хәтәр
эштәр,
Ҙур табындар минең
уйҙарҙа.
Хәлгенәйең, халҡым, һәйбәт
икән...
Күрешербеҙ −
һабантуйҙарҙа!

Уйланыу

Һүҙ һөйләмәй, көлмәй, күҙ
күтәрмәй
Сәй эсәләр бөгөн инәйҙәр:
− Балға ынтыл, ҡағын,
ҡоротон ҡап,
Бына ҡаймаҡ, ҡоймаҡ... −
тимәйҙәр.

Һөтһөҙ сәйҙәр менән
шопорлатып,
Йотҡан икмәктәр ҙә ҡаланан.
Кәнфит-шоколадты күреп
булмай,
Һораһаң да хатта Алланан.

Емеш-еләктәрҙе тәмләү
түгел,
Дарыуҙар ҙа табыу буш хыял.
Башҡорт аштарының
«б»-һы ла юҡ,
Әлдә йәшәй башҡорт, тип
ҡуям.

Элеккеләй табын йәме
ҡайҙа...
ҡыҫтап һыйлар заман
уҙа шул...
Әбейҙәр ҙә хәҙер «Эс!» тип
түгел,
«Эсмәйһеңме-е-е» тиеп һуҙа
шул.

Күҙ алдына килгән һый-
хөрмәттән
Ауыҙ һыуын һөртә әбейҙәр...
Ниндәй хәлгә етте халҡым,
тиеп
Йөҙ ҡыҙарып, йөрәк
әрнейҙер!

Атыр инем...

Етәкселәр хәҙер түгел
Халыҡтың араһынан.
Күңел өшөй, йөрәк әрней −
ҡан аға яраһынан:
Ил байлығын бүлешкәндә −
Ярҙам итә байҙарға.
Ғәҙеллекте эҙләгәндә −
Этә һине ярҙарҙан.
Тота һалып атландылар
Халыҡты ишәк итеп.
Йәнә күпме түҙербеҙ, тип,
Йәшәйем иҫем китеп.
Ил байлығы, Ер байлығы −
Асарбаҡтар ҡулында.
Тота һалып атыр инем,
Булһа мылтыҡ ҡулымда!

Тәүфиҡлы бул

Асыҡ йөҙлө, тәмле һүҙле −
Кешенең бер биҙәге.
Был сифаттар булмағанда −
Һин тормоштоң «тиҙәге».

ҡорһаң ҡыуыш, һалһаң
һарай −
Балҡып торһон уттарың.
Кем килһә лә әйҙүкләп тор,
Йәлләмә сәй, һуттарың.

Һөйкөмлө бул, һөймәлекле −
Һоҡланып туймаһындар.
Табынға саҡырылып бар −
Һис ҡыуып ҡуймаһындар.

ҡолас йәйеп торор тормош,
Тәүфиҡлы кеше булһаң.
Кеселәрҙе күрмәй китмә,
Үҙең бәхеткә тулһаң.

Күктең етенсе ҡатында
Тойғанда ла үҙеңде,
Халҡың күңеленән эҙлә
Хатта һөйләр һүҙеңде!

Ишмөхәмәт БАЙМӨХӘМӘТОВ.

Ишембай районы,
ҡанаҡай ауылы.
Читайте нас: