«Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың китабының исем туйы уҙҙы
Борондан уҡ, ҡайһы илде генә алып ҡарама, шағир, сәсән һүҙе йәмғиәттә мөһим урын тотҡан. Халыҡтың ниҙәр уйлағанын-кисергәнен, кәйефен белгеләре килһә, шағир һүҙенә ҡолаҡ һалғандар. Цицерондар һәм демосфендар быуаты күптән сал тарих төпкөлөндә ҡалһа ла, Һүҙгә хеҙмәт итеүселәр үҙ баһаһын юғалтмай.
Ошо көндәрҙә Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы Рауил Бикбаевтың “Һайланма әҫәрҙәр”енең бишенсе томы сығыу айҡанлы китап туйы үтте. Залда, абруйлы әҙиптәрҙән тыш, йәштәрҙең дә күренеүе күңелгә йылы өҫтәне. Тимәк, бөйөк һүҙ эстафетаһын ҡабул итерлек лайыҡлы алмаш булыр, тигән өмөт бар.
Бынан теүәл 55 йыл элек Рауил Бикбаевтың тәүге шиғыры ташҡа баҫылған. Шул ваҡыттан алып уның ләззәтле һәм ғазаплы ижад юлы башлана. Бөгөнгә 45 китабы донъя күргән, әҫәрҙәре бер нисә телгә тәржемә ителгән.
Рауил Бикбаевтың ижадында ер, тел, милләт яҙмышы һәм киләсәге темаһы ҙур урынды биләй. Йөрәгендә ил хәстәрен йөрөткән шағир кисәлә үҙенең тормошо, шатлыҡтары һәм ҡайғылары, юғалтыуҙары һәм табыштары менән уртаҡлашты. Рауил Төхфәт улының ҡәләмдәштәре, уҡыусылары уға тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. Халыҡ шағирының әҫәрҙәренә яҙылған йырҙарҙы төрлө быуын cәхнә “йондоҙҙар”ы башҡарҙы.
Яҙыусының әҫәрен белмәгән уҡыусыла ғәйеп юҡ, ғәйеп уның йөрәгенә юл таба белмәгән яҙыусыла, тигән фекер бар. Раҫ һүҙҙәр. Рауил Бикбаевтың ялҡынлы ла, һағышлы ла, асыулы ла, шатлыҡлы ла, өмөт тулы ла шиғыр-поэмалары халыҡ күңеленә күптән үтеп ингән.
Тыныс булмаған ваҡытта йәшәйбеҙ, ҡайһы саҡ аяҡ аҫтындағы ерҙе тойоп булмай. Матур хәбәрҙәр теҙеп, ҡануниәт китабын танау алдында һелкеп-һелкеп, азатлыҡ һөйгән ил уландары берәм-берәм телһеҙ ителә. Ошондай саҡта, исмаһам, сит-яттар алдында бер-беребеҙҙең йөҙөн йыртмаҫҡа, исемдәребеҙҙе тапамаҫҡа ине. Барыбыҙға ла берҙәмлек өлгөһө булырға кәрәк. Бүленгәнде бүре ҡыра бит. Ә ул йыртҡыс күптән Уралыбыҙға тамшана...
Рауил Бикбаев яҙғанса, илебеҙҙә илде һағынып, йотом һыуға сарсап ултырырлыҡ бахыр көнөнә ҡалмаһаҡ ине…