Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
2 Март 2012, 18:28

“МИНЕҢ РӘМИ”

Халыҡ шағирының исеме лә, ижады ла шәхси милек йә хосуси мөлкәт түгел – милләтенеке. Тап ошоно раҫлап, «Шоңҡар» журналы бөйөк шағирҙың үлемһеҙ шиғырҙарын башҡарыуға интернет-конкурс иғлан итте. «Минең Рәми» конкурсы 21 февралдә старт алды. Беренсе аҙна йомғаҡтары буйынса ҡарағанда, ул популяр булып бара. «Бәйләнештә» («Вконтакте)» сайтындағы башҡорт төркөмдәре араһында бындай форматтағы конкурс булғаны юҡ ине әле.

Халыҡ шағирының исеме лә, ижады ла шәхси милек йә хосуси мөлкәт түгел – милләтенеке. Тап ошоно раҫлап, «Шоңҡар» журналы бөйөк шағирҙың үлемһеҙ шиғырҙарын башҡарыуға интернет-конкурс иғлан итте.
«Минең Рәми» конкурсы 21 февралдә старт алды. Беренсе аҙна йомғаҡтары буйынса ҡарағанда, ул популяр булып бара. «Бәйләнештә» («Вконтакте)» сайтындағы башҡорт төркөмдәре араһында бындай форматтағы конкурс булғаны юҡ ине әле.
Нимәнән ғибәрәт һуң ул? Һәр теләгән кеше Рәми Ғариповтың оҡшаған бер шиғырын ятлай һәм шуны видеоға төшөрөп, «Бәйләнештә»ге «Минең Рәми» (http://vk.com/minen_rami) битенә ебәрә. Бының өсөн кеҫә телефонының, йә иһә фотоаппараттың камераһы ла ярай. Бүләккә тип нарыҡлаған кеҫә телефонын отасаҡ кешене 17 мартҡа тиклем сайттың ҡулланыусылары үҙҙәре билдәләй. «БашАрт» компанияһынан шағирҙың билдәле һүҙҙәре яҙылған футболкалар һәм хәтер кисәһенә саҡырыу ҡағыҙҙары ла шул рәүешле эйәләрен табасаҡ.
Маҡсаттары ябай, әммә хөрмәткә лайыҡ ойоштороусыларҙың – интернет селтәре аша тыуған телгә һөйөү уятыу, Рәми Ғариповтың ижадын популярлаштырыу.
Әлеге көндә өс тиҫтәгә яҡын кеше үҙҙәренең яҙмаларын башҡалар иғтибарына тәҡдим итте. Бигерәк тә Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары әүҙем. 14 шиғыр – уларҙан. Бәләкәс Әбделмәмбәт егете, биш йәшлек Ирхан Үтәбаев – тауыштар буйынса лидер. Уның «ҡыш» шиғырын һөйләүен барлығы 1108 кеше ҡараған, 524 кеше уға үҙ тауышын биргән. Был һан көндән-көн арта бара. БДУ студенткаһы Гөлсәсәк Ибраһимова әлегә икенсе урында. Уның иҫәбендә − 347 тауыш.
Конкурстың географияһы көн һайын киңәйә. Бөрйәндәргә Ишембай, Ейәнсура, Күгәрсен, Әбйәлил райондарынан, Өфө, Межгорье, Белорет ҡалаларынан ҡушылғандар. Тик, үкенескә күрә, халыҡ шағирының яҡташтары әле булһа бер видео ла ебәрмәгән. Салауаттар, һеҙ ҡайҙа?

М. ҒАРИФУЛЛИН.
Читайте нас: