Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
2 Март 2012, 18:40

«Мин үткән дә, киләсәк тә булдым, Бөгөнгө лә – булдым бөтәһе»

„Ул ҡояшҡа китеп бара ине”. Сәхнәлә – күренекле шағирә Факиһа Туғыҙбаеваның Рәми Ғариповҡа арналған ошо шиғыр юлдары менән асылған театрлаштырылған тамаша. Залда – Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, 23 мәктәптән йыйылған 86 уҡыусы һәм уларҙың етәкселәре, уҡытыусылар. Улар – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты ҡунаҡтары. „Ғарипов уҡыуҙары” тигән исем менән дүртенсе тапҡыр уҙғарылған республика фәнни-ғәмәли конференцияһына килеүселәр шағирҙың үҫмер һәм йәшлек йылдарын һүрәтләгән тамашаны ҡарай. 10-сы синыф уҡыусылары Ғәлләм Бикташев – Рәми, Айгүзәл Бикәнәсова – Әсә, Гөлназ Ғайсина – Надя, Мөхәммәт Уразбаев Фәтҡулла бабай ролдәрен килештереп башҡара.

«Мин үткән дә, киләсәк тә булдым, Бөгөнгө лә – булдым бөтәһе»
«Мин үткән дә, киләсәк тә булдым, Бөгөнгө лә – булдым бөтәһе»

Шағир исемен йөрөткән гимназия-интернат уҡыуҙа уңыштарға өлгәшкән балаларға, эшендә айырыуса тырышлыҡ күрһәткән уҡытыу­сыларға һәм әҙип ижадын мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән яҙыусыларға 1994 йылдан алып Рәми Ғарипов исемендәге премия тапшыра. Был юлы әлеге маҡтаулы баһаға уҡыусылар араһынан 11-се синыфтан Азамат Ишмырҙин, Миңлегөл Хәсәнова, Сабина Кучаева, 10-сы синыфтан Айназ Низаметдинов лайыҡ булды. Уҡытыусыларҙан гимназия-интернат директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 30 йылдан ашыу мәғариф өлкәһендә хеҙмәт иткән Әлмира Абдуллина менән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, шулай уҡ сирек быуат мәғарифта эшләгән, „Интернатым – пар ҡанатым” гәзитенең даими мөхәррире булған Фирҙәүес ҡотлогилдинаға бирелде. Әҙиптәрҙән шағирә Зөһрә ҡотлогилдина, журналис­тар­ҙан Гөлфиә Янбаева оло бүләктәргә лайыҡ булды.
Конференцияның икенсе өлөшөндә 11 секция үҙ эшен алып барҙы. Ниндәй генә темалар юҡ ине унда: „Рәми Ғарипов ҡобайыр­ҙарында һәм „Табыныу” поэмаһында ил, тел, милләт яҙмышы”, „Р. Ғариповтың публицистикаһы, мәҡәләләре, рецензиялары, көндәлектәре, хаттары”, „Рәми Ғарипов – тәржемә оҫтаһы”... һәм башҡалар. Минең үҙемә лә, мәҫәлән, „Рәми Ғарипов образы уҡыусылар ижадында” тигән секцияла ултырыр­ға, балаларҙың эштәрен баһаларға тура килде. Шулай уҡ гимназияның элекке уҡыусылары, хәҙерге ваҡытта төрлө баҫмаларҙа яуаплы вазифалар башҡарған ҡунаҡтар – „Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Йомабикә Ильясова, „Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Әмир Әминев, урынбаҫары Рәмил Йәнбәков, „Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, „Йән­шишмә” гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов, „Тамаша” журналының баш мөхәррире Фәнил ҡоҙаҡаев, секцияларға етәкселек итеп, балаларҙың эштәрен баһалауҙа һәм бүләкләүҙә ҡатнашты.
Конференцияның 12-се секцияһы Мәскәүҙә Рәсәй Феде­ра­цияһы Президенты эргәһендәге Баш­ҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вәкиллегендә эшләне. Уның темаһы „Рәми рухы – быуын­дар бәйләнешендә” тип аталды.
Ойоштороусылары – Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында уҡыған Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ойошмаһы етәксеһе, гимназияның элекке уҡыу­сыһы Азат Бадранов, Рәсәй Федерацияһы Мәғарифты үҫтереү институтының ғилми хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты Земфира Сәхипова, Милли тикшеренеүҙәр университетының „Юға­ры иҡтисад мәктәбе” аспиранткаһы Рәмилә Хәсәнова. ҡунаҡтар араһында Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы Бикйән Абдуллин, Рәсәй Фәндәр академияһы профессоры, физика-математика фәндәре докторы Венер Ғәлин, иҡтисад фәндәре докторы Хәлил Барлыбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәмсиә Нагаева һәм башҡалар бар ине. Мәскәүҙәр менән скайп аша онлайн бәйләнешенә инеү ғилми-ғәмәли конференцияның бер яңылығы булды.
Залда ултырыусы тамашасылар уларҙың сығыштарын тыңланы, һорауҙарына яуап бирҙе. Шундай һорауҙар­ҙың береһе быға тиклем дә матбуғат биттәрендә күтәрелгәйне. Ул да булһа – Рәми Ғариповтың шиғыр юлдарын Мәскәү метроһына яҙыу мәсьә­ләһен күтәрә яҡташтарыбыҙ. Был мәсьәләгә Мәскәү мэрияһы нисек ҡарар? Унда рус классиктарының шиғыр юлдарынан өҙөктәр килтерелгәнме? Башҡа бөйөк әҙиптәр­ҙең афоризмдары урын алғанмы? Мәскәүҙәр быны нисек ҡабул итер? Ошондай бик күп һорау­ҙар тыуа әлеге тәҡдимде ишеткәс. Минеңсә, Рәми Ғарипов уҡыған М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында „Бында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов уҡыны”, йәнә ятағында „Был бүлмәлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов йәшәне”, институт һәм ятаҡ янындағы баҡсаға „Был ағастар­ҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов ултырт­ҡан” тигән һүҙҙәр яҙылған таҡталар ҡуйылһа, ғәмәлгә яраҡлыраҡ булыр ине, тип уйлайым. Был бүлмәләрҙә шөғөлләнгән, йәшәгән, шул баҡсала йөрөгән бөгөнгө студенттар өсөн ижади үрҙәргә ынтылырға бер өлгө булып торор ине.
Унан тағы: „Рәми Ғарипов ижадын мәңгеләштереү буйынса нимәләр эшләнә?” – тигән һорау­ға ла былай тип әйтергә мөмкин. Башҡортостанда, шөкөр, шағир ижады онотолмай, киләсәктә уның тағы ла ҙурыраҡ күләмдә башҡарылырына нигеҙ бар. Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел. Эшләнәһе эштәр күп. Илем, телем, тип янған шағир өсөн иң ҙур һәйкәл – ул һәр башҡорттоң үҙ телен белеүе, туған телендә уҡый, яҙа алыуы булыр ине. Һәм, әлбиттә, быға өлгәшергә кәрәк. Мәскәүҙә бер нисә йыл элек „Йәкшәмбе башҡорт мәктәбе” эшләй ине бит. Хәҙер шуны тергеҙеү мөһим. Башҡортмон, тип күкрәк ҡағыуҙан ни мәғәнә, әгәр үҙең, балаларың туған телендә һөйләшә белмәһә.
Бына шундай юҫыҡта барҙы мәскәүҙәр менән гимназиялағы фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар араһындағы бәйләнеш.
Рәми Ғариповтың улы Азамат атаһы уҡыған белем усағына үҙе төшөргән портретын бүләк итте. Һәм мәскәүҙәргә, күптәрҙе Рәми Ғариповтың балалары кемдәр булған, тигән һорау ҡыҙыҡһындыра, тип, Салауат ағаһы, үҙе, Гөлнара һеңлеһе тураһында һөйләне.
Тыуған яҡтарҙан алыҫта йәшәгән милләттәштәребеҙгә йәш йырсы, гимназия педагогы Юнир Һағын­баев Рәми ағай ижад иткән, инде халыҡ йырына әйләнеп киткән „Сыңрау торна”ны башҡарҙы. Ә гимназия уҡыусыһы Азамат Иш­мырҙин ҡурайҙа шағирҙың ярат­ҡан йыры „Каруанһарай”ҙы уйнап ишет­терҙе. Был тура бәйләнеш ике яҡ өсөн дә бик тулҡынландырғыс булды.
„Ғарипов уҡыуҙары” шаулап-гөрләп үтеп китте. Уны уҙғарыуҙа бөтә гимназия коллективы әүҙем ҡатнашты. Айырыуса Әлмира Абдул­лина, Фирҙәүес ҡотлогил­дина, Гөлсәсәк ҡылы­сова, Рима Нә­биева, Азамат Шәкирйәнов үҙ эштәрен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарҙы.
Конференция аҙағында ҡунаҡ­тар­ға яңы ғына сыҡҡан „Сигнал” гәзите таратылды. ҡасандыр Рәми Ғарипов үҙе уҡығанда сығарған ҡулъяҙма баҫма яңынан тергеҙелгән.
– Шул саҡтағы гәзит-журналдар­ҙы уҡыйһың да, унда һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙың бөгөн дә көнүҙәк булыуына хайран ҡалаһың, − ти Фирҙәүес Фәнүз ҡыҙы. – Рәми ағай­ҙың ни тиклем алдан күрә белеүенә аптырайһың...
Ысын талант бер ваҡытта ла бәҫен, ҡәҙерен юғалтмай шул. Үҙенең тормоштағы урынын, тәғәйенләнешен белгән шағир ғына:
Мин үткән дә, киләсәк тә булдым,
Бөгөнгө лә – булдым бөтәһе, –
тип әйтә алалыр.
Йәл, ошо сараға саҡырылып та, Өфөләге күп мәктәптәрҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыларының килмәй ҡалыуы үкенес. Улар үҙҙәрен ҙур байрамдан мәхрүм итте. Кемгә-кемгә, улар­ғамы һуң инде:
Телең барҙа, илең бар,
Илең барҙа, иркең бар, –
тигәнде аңламаҫҡа?!.
Читайте нас: