Юрый ғына сөскөрөү
(Юмореска)
Яңы, 2012 йылды ҡаршы алырға ла һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Хәниф, ҡарсығы Асия менән кәңәшләшкәндән һуң, кибеткә барып, бүләктәр, күстәнәстәр алырға булды. Йылдың-йылында Яңы йыл көндө балалары уға ҡунаҡҡа килә. Ейәндәре менән алты кеше булалар. Әлбиттә, улар ҙа үҙҙәре менән бик күп күстәнәс алып килә. Хәниф тә һарандарҙан түгел, лайыҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, эшләп йөрөй. Пенсияларын, эш хаҡын да алғас, аҡсаны иркен тотоналар.
Был юлы ул ҡала үҙәгендәге баҙарға барырға булды. Байрам алды булғанғалыр инде, автобус халыҡ менән шығырым тулы. Уға ҡаҙ кеүек бер аяғында баҫып торорға тура килде, икенсеһен ҡуйырға урын юҡ. Янындағы ултырғыста типһә – тимер өҙөрҙәй йәш егет менән ҡурсаҡҡа оҡшаш ҡыҙ ултыра. Икеһе лә ҡолаҡтарына бөкө кеүек наушник тыҡҡан да, музыка тыңлайҙар. Ул тауышҡа нисек ҡолаҡтары түҙәлер? Сит телдә башҡарылған йыр Хәнифкә генә түгел, башҡаларға ла ишетелә ине.
Тәртип-әхлаҡ ҡағиҙәләренә ҡарамай, Хәниф юрый ғына сөскөрөп ебәрҙе. Был кинәттән ауыҙ асып «әпчи» тигән тауышҡа егет менән ҡыҙ ҙа бер мәлгә наушнигын һалды. Хәниф кеҫәһенән ҡулъяулығын алып, танау-битен һөртә-һөртә: «Ой, надоел этот свиной грипп», – тип әйтеп ҡуйҙы. Париклы башына ҡолаҡһыҙ папаха кейгән урта йәштәрҙәге бер ир: «Әллә һеҙ сусҡа грибы менән ауырыйһығыҙмы?» – тип һүҙ ҡушты. «Эйе шул, табиптарға аҙна һайын барып торам, был яман сиргә ҡаршы дауа таба алмайҙар. Һуңғы барыуымда: «Бабай, яҡты донъя менән хушлашырға әҙер бул», – тип иҫкәртеп ҡуйҙылар. – Яңы йылды ғына ҡаршылап булһа ярар ине, Хоҙай ни ҡушыр инде», – тине ул, көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып. Был һүҙҙәрҙән ҡурҡып ҡалған егет менән ҡыҙ бер-береһенә ҡарашты ла: «Мы скоро выходим, бабай, садитесь», – тип урындарын тәҡдим итте. ҡайһы ваҡыт алдау-йолдауҙың да файҙаһы тейә икән. Ни хәл итәһең, йәндәре ғәзиз йәштәр етмеш йәшлек ҡартҡа үҙҙәре белеп урын бирмәгәс. «Гонаһтары үҙҙәренә булһын, Аллаһы, ғәфү ит», – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, теге ике ғашиҡ-мишыҡ тәҡдим иткән урынға иркенләп ултырҙы Хәниф ҡарт.
Дилфәр ХӘСӘНОВ.
Ижевск ҡалаһы.
Мәңгелек мөхәббәт
− Һөйәһеңме?
− Һөйәм.
− Тәүҙәгеләйме?
− Иң-иң тәүҙәгеләй...
− Иҫәр, улай уҡ түгел, тигең, исмаһам, ышаныслыраҡ булыр.
− Эй-й-й, иһаҡай, башты һаман әйләндерәһең. Үҙең һөйәһеңме?
− Әлләсе...
− Улай булғас, нишләп осрашаһың?
− Әлләсе...
− Аңла был бисәләрҙе! Өйләнешкән саҡта, яратам, һинһеҙ йәшәй алмайым, тип башты бутаның да, ике йыл да бергә тора алманыҡ. Ә хәҙер, утыҙ йыл үткәс, тағы нимә кәрәк булды инде?
− Бына һиңә, үҙең бит, меҫкенләнеп, осрашайыҡ, һағындым, тик ирең белеп ҡалмаһын, тип йонсоттоң. ҡатының, балаларың да бар. Әллә һаман мине һөйәһеңме?
− Һөйәм дә шикелле... Ә һин?
− Эй-й-й... Һөйәм...
− Тәүҙәгеләйме?
− Ыһы...
− Ыһы түгел инде ул: йә − эйе, йә − юҡ!
− Үҙгәрмәгәнһең икән, хәсрәт, һаман боғаҙҙан алырға тырышаһың. Әйттем бит инде, ыһы, тип, ызначит, ыһы.
− Әйтерһең, һин аҡылланғанһың!
− Тыныслан, кеше ишетер. Утыҙ йыл күрешмәгән яратышҡан кешеләр шулай һөйләшә тиме ни?
− ҡайҙа ул яратышҡан кешеләр, һинме, минме?
− Абау, үҙең әле генә, һөйәм, тинең ...
− Кемде, һинеме, хәсисә?
− Мине тағы мыҫҡыл итергә булдыңмы? Бар, үҙеңдең бисәңә ҡайтып кит, онот мине!
− Ике ятып, бер ҙә төшөмә кермәҫһең, бисура!
− Тағы егерме йыл күрмәһәм дә үкенмәм, ҡартлас! Таянып килгән таяғыңды онота күрмә, йә юлда йығылып ятырһың...
− Минең өсөн ҡайғырма. Лутсы үҙеңде уйла, ана, билеңә быуып килгән шәлең ишек төбөндә, ҡайтышлай һыуыҡ алдырма...
− Нишләп әле минең бил өсөн борсолаһың? Үҙ хәлемде үҙем беләм.
− Борсолам шул, һөйәм бит...
− Тәүҙәгеләйме?
− Ыһы... Ә һин?
− Әлләсе... Мин дә – ыһы...
Рәзилә ЫРЫҪҡУЖИНА.