Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
10 Ғинуар 2012, 15:41

Филдәр хаҡында

Циркта бер нәмәгә иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: бик ҙур, ҡарт филдәр ҙә, яңы тыуғандары ла, ергә ҡаҙалған бәләкәй генә тимергә эләктерелгән сылбыр менән бәйләнгән.Биш метрҙан да бейегерәк һәм бәләкәй генә хайуандар менән бер үк төрлө мөғәмәлә итеү ҡыҙыҡ та һәм сәйер ҙә тойола. Әлбиттә, тауҙай ҙур һәм ситтән ҡарағанда ҡурҡыныс күренгән филде бәләкәйенә ҡарағанда ныҡлыраҡ һәм ҡалыныраҡ сылбыр менән бәйләргә кәрәктер. Сөнки ҙур хайуан, теләһә, ситлектән сығып та китә ала. Уның өсөн ерҙәге бәләкәй генә ҡаҙауҙы тартып сығарыу беҙгә сүпте өҙөп алған һымаҡ ҡына. Ә сылбырҙы ул епте өҙгәндәй генә өҙәсәк.

Филдәр хаҡында
Филдәр хаҡында

Циркта бер нәмәгә иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: бик ҙур, ҡарт филдәр ҙә, яңы тыуғандары ла, ергә ҡаҙалған бәләкәй генә тимергә эләктерелгән сылбыр менән бәйләнгән.
Биш метрҙан да бейегерәк һәм бәләкәй генә хайуандар менән бер үк төрлө мөғәмәлә итеү ҡыҙыҡ та һәм сәйер ҙә тойола. Әлбиттә, тауҙай ҙур һәм ситтән ҡарағанда ҡурҡыныс күренгән филде бәләкәйенә ҡарағанда ныҡлыраҡ һәм ҡалыныраҡ сылбыр менән бәйләргә кәрәктер. Сөнки ҙур хайуан, теләһә, ситлектән сығып та китә ала. Уның өсөн ерҙәге бәләкәй генә ҡаҙауҙы тартып сығарыу беҙгә сүпте өҙөп алған һымаҡ ҡына. Ә сылбырҙы ул епте өҙгәндәй генә өҙәсәк.
Тап бына ошонда һаҡлана ла инде сер. ҡарт фил күптән инде азатлыҡ өсөн көрәшеүҙе онотҡан. Бик күп йылдар элек ул, бәләкәй генә фил сағында уҡ, күпме тырышыуына ҡарамаҫтан, ғүмерлеккә ситлек эсендә йәшәйәсәген аңлаған. Шуның өсөн дә, кешеләргә ҡарағанда күп тапҡырға көслөрәк һәм ҙурыраҡ булһа ла, ул үҙен тотҡонлоҡта тип ышана һәм унан ҡотолоу өсөн көрәшергә теләмәй ҙә.
Ә бәләкәй фил, бер теге яҡҡа, бер был яҡҡа тартҡылап, сылбырҙы өҙмәксе була. Сөнки ул азатлыҡҡа һәм иреккә сығыуға өмөтөн юғалтмаған һәм мотлаҡ уңышҡа ирешәсәкмен, тип уйлай!
Үҙегеҙҙең характерығыҙҙы үҙгәртергә теләйһегеҙ икән, иң тәүҙә быға инанығыҙ.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.
Читайте нас: