Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
15 Ноябрь 2011, 16:50

Дүрт майшәм хаҡында

Дүрт майшәм тыныс ҡына өйҙө яҡтыртып, һәлмәк кенә ирене... Шул тиклем тын ине, шуға ла уларҙың һөйләшкәне ишетелде.Беренсеһе: „Мин – Тыныслыҡ. Үкенескә күрә, кешеләр мине һаҡлай белмәй. Шуның өсөн дә һүнергә генә ҡала!” – ти һәм уның осҡоно һүнә.Икенсеһе: „Мин – Ышаныс. Үкенескә күрә, минең дә бер кемгә кәрәгем юҡ. Кешеләрҙең минең хаҡта ишеткеләре лә килмәй. Шулай булғас, артабан яныуымдың мәғәнәһе юҡ”, – тип көс-хәл менән һүҙен әйтеп тә бөтә, еңелсә генә ел иҫеп, уны һүндерә.

Дүрт майшәм тыныс ҡына өйҙө яҡтыртып, һәлмәк кенә ирене... Шул тиклем тын ине, шуға ла уларҙың һөйләшкәне ишетелде.
Беренсеһе: „Мин – Тыныслыҡ. Үкенескә күрә, кешеләр мине һаҡлай белмәй. Шуның өсөн дә һүнергә генә ҡала!” – ти һәм уның осҡоно һүнә.
Икенсеһе: „Мин – Ышаныс. Үкенескә күрә, минең дә бер кемгә кәрәгем юҡ. Кешеләрҙең минең хаҡта ишеткеләре лә килмәй. Шулай булғас, артабан яныуымдың мәғәнәһе юҡ”, – тип көс-хәл менән һүҙен әйтеп тә бөтә, еңелсә генә ел иҫеп, уны һүндерә.
Бик ныҡ төшөнкөлөккә бирелгән өсөнсөһө: „Мин – Мөхәббәт. Артабан яныр өсөн хәлем дә, көсөм дә юҡ. Кешеләр ҡәҙеремде белмәй һәм аңламай. Улар үҙҙәрен бөтәһенән дә нығыраҡ ярат­ҡан яҡындарын күрә алмай”. Оҙаҡҡа бармай, был шәм дә һүнә.
Көтмәгәндә бүлмәгә бер бала инә һәм, һүнгән шәмдәрҙе күреп, ҡото осоп: „Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Һеҙ янырға, балҡырға тейеш! Мин ҡараңғылыҡтан ҡурҡам!” – тип ҡысҡырып илап ебәрә. Шул саҡта тулҡынланған дүртенсе шәм: „ҡурҡма, тыныслан, илама! Мин балҡыған саҡта, башҡа өс шәмде яңынан тоҡандырырға була. Сөнки мин – Өмөт, – ти.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.
Читайте нас: