Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
18 Октябрь 2011, 15:49

Илгиҙәрлеге, тәбиғәтте яратыуы әҙәбиәткә килтергән

Республикабыҙҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин менән осрашыу үттеБыйыл үҙенең 175 йыллығын билдәләүсе Әхмәт­зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана көҙгө осрашыуҙар, кисәләр, әҙәби уҡыуҙар миҙгелен башланы. Күптән түгел унда күренекле яҙыусы, «Урман баһадиры» премияһын булдырыусы һәм уның бағыусыһы, А. Чехов, В. Шишков, С. Злобин, Халыҡ-ара балалар һәм үҫмер­ҙәр әҙәбиәте өлкәһендәге А. Толстой исемендәге һәм башҡа премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле сәйәхәтсе Камил Фәрухша улы Йыһаншин менән бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыу булды.

Илгиҙәрлеге, тәбиғәтте  яратыуы әҙәбиәткә килтергән
Илгиҙәрлеге, тәбиғәтте яратыуы әҙәбиәткә килтергән
Республикабыҙҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин менән осрашыу үтте

Залда китапхананың башҡорт әҙәбиәте бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан китаптар, журналдар һәм ваҡытлы матбуғат күргәҙмәһе әҙерләнгән. Камил Фәрухша улы бик күп ҡыҙыҡлы экспонат, үҙе сәйәхәт иткән ерҙәр халыҡтарының кейемдәрен, хатта шамандарҙың бубенына тиклем алып килгән.
Башта яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина Камил Фәрухша улының биографияһы һәм тормош юлы менән таныштырып үтте. Унан һуң күренекле яҙыусы үҙенең нисек итеп әҙәбиәткә килеүе хаҡында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне.
− Мәктәптә уҡыған саҡта тел дәрестәрен бик үк яратып бөтмәй инем. Күберәк математика кеүек теүәл фәндәр менән ҡыҙыҡһындым. Атайым кадровый офицер булғанға күрә беҙ оҙаҡ йылдар Алыҫ Көнсығышта иҫ китмәле тәбиғәт ҡосағында хәрби ҡаласыҡтарҙа йәшәнек. Бер мәл, икенсе генә клас­та уҡығанда, бейек тауға ҡарап торҙом да портфелымды тотҡан килеш мәктәпкә түгел, тауға йүнәлдем. Көн буйы шул тауға үрләнем. Иң бейек урынға менеп еткәс, аптырап ҡалдым. Уның артында тағы ла бер-береһенән бейегерәк урманлы-ҡаялы мөһабәт тауҙар бар икән. Кис ҡайтҡас, атайымдан был сәйәхәт өсөн ҡаты ғына эләкте, әлбиттә. Атайымдың бер туған ҡустыһы геолог ине, ун ике йәшемдә мине тәү тапҡыр экспедицияға эшкә алдылар. Шунан башланды ла инде тәбиғәт, ҡырағай хайуандар донъяһы менән ҡыҙыҡһыныуым, береһенән-береһе мажаралы сәйәхәттәрем. Белемем буйынса радиоинженер булһам да, китҡа һунарсылыҡ итеүсе суднола матрос булып та хеҙмәт итергә, геологик партияларҙа ла ҡатнашырға, һунарсылыҡ кәсебе менән шөғөлләнергә лә тура килде. Һунар иткәндә айҙар буйы бер үҙем палаткала йәшәнем. Шунда көндәлек алып барҙым, ҡырағай хайуандарҙың тормошон күҙәттем. Яҙыу һәләтенә шул саҡ нигеҙ һалынғандыр ҙа инде…
Әле килеп яҙыусы – «Маха, йәки һуҫар тормошо», «Йомарт Буге», «Боцман», «Тайга хикәйәләре», «Алдан алтыны» әҫәрҙәре авторы. Был әҫәрҙәрҙә автор йәнлектәр, йыртҡыс хайуандарҙың ҡылыҡтары һәм кешеләрҙең уларға ҡарата мөнәсәбәте хаҡында һөйләп кенә ҡалмай, ә ысын-ысынында мауыҡ­тырғыс рәүештә кешегә ауыр һәм хәүефле хәлдәрҙән ҡотолоу өсөн ихтыяр көсө, тәүәккәллек тә кәрәклеген аңғарта. Һуңғы әҫәре − юғары кимәлдә яҙылған «Ал­дан алтыны» дилогияһы беҙҙең илдә генә түгел, сит ил уҡыусыларында ла бик ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Республи­кабыҙ­ҙың З. Биишева исе­мен­дәге «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан «Алдан алтыны» Мәскәүҙә лә нәшер ителде һәм тиҙ арала һатылып та бөттө.
Камил Фәрухша улы үҙенең сәйәхәте тураһында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне, төрлө-төрлө кейемдәрҙе кейеп, үҙе төшөрөп алған фильмдар­ҙы күрһәтте. Аляскала йәшәүсе рус ғаиләләренең сәйәхәтселәргә ярҙам күрһәтеүе, һәр яуланған янартау бейеклегенә үҙе менән йөрөткән Башҡортостан флагын да күтәреүе хаҡында ғорурланып бәйән итте илгиҙәр яҙыусы.

Фәрзәнә МӘЖИТОВА.
Читайте нас: