-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
13 Сентябрь 2011, 20:25

Тормошта иң мөһим нәмәләр

Философия буйынса профессор уҡыусылары алдында биш литрлы быяла банка ала һәм уны һәр береһе өс сантиметр ҙурлығындағы таштар менән тултыра. Шунан уҡыусыларынан: – Банка тулдымы? – тип һорай. – Эйе, – ти тегеләре.

Философия буйынса профессор уҡыусылары алдында биш литрлы быяла банка ала һәм уны һәр береһе өс сантиметр ҙурлығындағы таштар менән тултыра. Шунан уҡыусыларынан:
– Банка тулдымы? – тип һорай.
– Эйе, – ти тегеләре.
Аҙаҡ профессор, борсаҡ банкаһын асып, уларҙы биш литрлы банкаға, теге таштар өҫтөнә һала, һелкетеп ала. Әлбиттә, борсаҡтар таштар араһына тула. Профессор тағы ла студенттарынан:
– Банка тулдымы? – тип һорай.
– Тулды, – тиҙәр.
Шунан ул ҡом тултырылған тартманы алып, уны ла шул уҡ банкаға ҡоя.
ҡом банка эсендәге таш һәм борсаҡтар араһындағы бушлыҡҡа тулып, банканың өҫтөнә үк килеп сыға.
Профессор студенттарына йәнә бер үк һорауҙы бирә.
Һәм тегеләре лә шул уҡ яуапты бирә.
– Был юлы, ысынлап та, тулы, – ти профессор. Студенттар көлөшә.
– Быларҙан һеҙҙең бер нәмәне аңлауығыҙҙы теләйем, – ти остаз. – Мәҫәлән, банка ул – һеҙҙең тормошоғоҙ, таштар – тормошоғоҙҙағы иң мөһим нәмәләр: ғаилә, сәләмәтлек, дуҫ-иштәр, үҙегеҙҙең балаларығыҙ һәм тормошоғоҙ тулы булһын өсөн һеҙгә кәрәк башҡа бөтә нәмә. Борсаҡтар – тап һеҙҙең өсөн мөһим булған нәмәләр: эш, йорт-фатир, машина, ә ҡом – башҡа ҡалған ваҡ-төйәк нәмә.
Әгәр ҙә иң тәүҙә банканы ҡом менән тултырһаҡ, унда борсаҡ һәм таштар бер нисек тә һыймаясаҡ. Шуның өсөн һеҙ тормошоғоҙҙа ваҡ мәсьәләләргә үҙегеҙҙең энергияғыҙҙы сарыф итһәгеҙ, мөһим һәм ҙур нәмәләр өсөн ваҡытығыҙ ҡалмаясаҡ.
Яҙмыш килтергән нәмәләр менән шөғөлләнегеҙ: балаларығыҙ менән уйнағыҙ, туғандарығыҙға ваҡыт табығыҙ, дуҫтарығыҙ һәм яҡындарығыҙ менән осрашығыҙ, иҫән булһалар, ата-әсәйегеҙҙе бер ваҡытта ла онотмағыҙ, яҡты донъянан киткән булһалар, рухтарына бағышлап аят уҡытығыҙ. Шул сағында һеҙҙең һәр ваҡыт изге эштәр эшләр, өйөгөҙҙө йыйыштырыр, машинағыҙҙы йүнәтеп һәм йыуыр өсөн дә ваҡытығыҙ ҡаласаҡ.
Тормошоғоҙҙағы иң мөһим нәмәләр менән шөғөлләнегеҙ, ә ҡалғандары тик ҡом ғына.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.
Читайте нас: