Тауҙар, урмандар араһында ултырған матур, һил ауыл. Тәбиғәттең йәннәт кеүек бер мөйөшө. ҡаланан журналист килә. Ул урам буйында битен һыр баҫҡан, сал сәсле ҡартты осратып, уның оҙаҡ йәшәү сере менән ҡыҙыҡһына.
– Һеҙ, моғайын, бер ваҡытта ла эсмәгәнһегеҙҙер? – тип һорай унан.
– Нисек инде улай, эсәм, көнөнә әллә нисә яртыны кәгәм…
– Тимәк, һеҙ тартмайһығыҙ?
– Улай ғынамы, көнөнә өс ҡап та етмәй...
– Ә ҡатын-ҡыҙҙар менән бөтөнләй сыуалмағанһығыҙҙыр…
– Һеҙ бигерәк минән көләһегеҙ... Мин һеҙгә нормаль кеше түгелме ни?!
– Ул ваҡытта нисек итеп ошо йәшкә ҡәҙәр етә алдығыҙ?
– Нисек инде «ошо йәшкә ҡәҙәр»?! Миңә 32 генә йәш бит әле!
И. ӘХМӘҘИЕВ.