Була икән дә һуң шундай осраҡлы яҙмыштар: Риф Дауытовтың Башҡорт дәүләт университетын тамамлар алдынан диплом эшенә рецензия яҙғайным. Ул саҡта, уның диплом эше ҙур баһаға лайыҡ, тип тә әйткәнем хәтерҙә. Диплом эшенең ғилми етәксеһе Әнүр ағай Вәхитов ине шикелле. Әнүр Хисмәт улының Рифкә: «Был диплом эшең етди фәнни хеҙмәт булмаҡсы. Уны артабан үҫтереп, кандидатлыҡ диссертацияһы кимәленә еткер, бала-саға һымаҡ йөрөүеңде туҡтатырға ваҡыт», – тип әйткәне лә хәтеремә уйылып ҡалған. Атаҡлы ғалим ундай һүҙҙәрҙе осраған бер кешегә әйтеп бармай торғайны. Фәнни хеҙмәткә ҡарата уның үлсәме бик тә талапсан булды.
Бына мин хәҙер инде Риф Дауытовтың тәүге шиғырҙар йыйынтығына («Әле генә яҙ ине»... Өфө, «Китап», 2010) рецензия яҙам. Әлбиттә, рустар әйтмешләй, тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була. Тәүге китап – тәүге ҡоймаҡ. Кемдәрҙер совет заманында ҡоймаҡтай ғына китап менән Яҙыусылар союзына ағза итеп алынған, хатта шул уҡ берҙән-бер «ҡоймағы»на Ғәлимов Сәләм исемендәге премия бирелеүен күҙ уңында тотһаҡ, Риф Дауыттың тәүге йыйынтығы 4 – 5 ҡоймаҡ ҡалынлығында. Быныһы – бик һәйбәт. Шаяртам.
Авторҙың шиғырҙары уйландыра, хисләндерә, тетрәндерә. Йыйынтыҡҡа фәһем һәм ғибрәт алырлыҡ шиғырҙар тупланған. Тәүҙә шуны әйтеп үтмәксемен: Ырымбур өлкәһенең ҡыуандыҡ районынан ике шағир сыҡҡан. Икеһе лә Риф исемле (Тойғон, Дауыт). Икеһе лә Башҡорт дәүләт университетын ситтән (йәғни оҙайлы ваҡыт) тороп уҡып тамамлаған. Бындай оҡшашлыҡ уларҙың ижадына ҡағылмай.
Эйе, Риф Дауыттың шиғриәтенә халыҡсанлыҡ хас. Халҡына булған мөнәсәбәте һәр әҫәрендә тип әйтерлек сағыла. Әммә халҡыңа булған бағышлауҙар ғына халыҡсанлыҡты аңлатмаҫҡа ла мөмкин. Шиғриәтең уҡыусыны уйландырамы, хисләндерәме, тетрәндерәме? Тағы ла кеше күңелен үҫтереү тигән күренеш тә бар. Әҫәр уҡыусы рухиәтенә йән өрәме, йән үрәме? Авторҙың шиғырҙарынан йәшәү рәүешеңә фәһем йә ғибрәт алып буламы? Ошо талаптар халыҡсанлыҡ төшөнсәһенең йөкмәткеһен аҙмы-күпме асып бирә, минеңсә. Риф Дауыттың шиғриәте ошо талаптарҙан тайпылмай. Сағыштырығыҙ, мәҫәлән:
Мәңгелек юҡ! Ғүмер ағасымдың
Һуңғы япрағы ла ҡойолор.
Әсәй, тиеп телем асылғастын,
Халҡым, тиеп күҙем йомолор.
(«Бағыш»).
Тороп ҡалды ҡулсыр бала сағым,
Ауыл ҡапҡаһына атланып.
ҡалды йәшлек, тәүге мауығыуҙар
Таң яҡтыһы менән алланып...
(«Бары ла ҡалды»).
Үлермен мин үлгән кеүек илемдә,
Туған телем тәмен һаҡлап телемдә.
(«Табыныу»).
Шиғри әҫәрҙәрҙең асылына, мәғәнәһенә үтеп инер өсөн күҙ йүгертеп кенә сығыу етмәйҙер. Шиғырҙағы һәр юлдың хәтерҙә уйылып ҡалырҙай, уй-фекерҙе үҫтерерҙәй көсөн, ҡеүәтен хис-тойғо үлсәмдәренә һалып ҡарау кәрәк, минеңсә. Шиғыр нисек халыҡсан була ала һуң? Прозалылыҡ менән, таҡмаҡ һымаҡ таҡылдап торған ритмикаһы менән генә шиғри әҫәр халыҡсанлыҡҡа дәғүә итә алмайҙыр. Башҡорт халҡы борон-борондан метафоралы күркәм телмәр менән аралашҡан. Ана шундай телмәрҙе, үҙенсәлекле һүрәтләү сараларын Риф Дауыттың шиғриәтендә лә күрергә була. Миҫалдарға күҙ һалайыҡ:
Бында тауҙар – үҙе бер сал тарих,
Һыуҙарының көмөш-сабағы.
Урмандары тулы ҡурай моңо,
Далалары – икмәк табағы.
(«Тыуған ерем»).
Ауырлыҡтан илап баш эйеүсе,
Эй! Кем көсһөҙ? Һеҙ ҙә үлегеҙ!
Ни мәғәнә һеҙҙән киләсәккә,
Йөк өҫтөнә тик йөк күбегеҙ!
Ә мин һеҙҙән ҡалған ауырлыҡты
Йөкмәп, ауҙарып йә юҡ итеп,
Суҡындырып йәшәп ҡалам әле,
Үлем менән һеҙгә үс итеп.
(«Үс итеп»).
Көйәнтәләй итеп бөгөп ҡурай һыным,
Гөлләмәгә төрөп ихлас һөйөү һондом;
Һонған килеш ҡалды ҡулым аҫылынып,
Әйтерһең дә, хәйер һорап һондом
ҡулым.
(«Робағиҙар»).
Риф Дауыт шиғри һүҙҙең бәҫен, тәғәйенләнешен, мәғәнәһен тәрән аңлап ижад итә. Һәр хәлдә, шиғриәтте ябай таҡмаҡтан айыра белә. Стилистик биҙәкле һүҙҙән образлы һүҙгә, фекергә ынтылыш көслө ижадында. Уның шиғырҙары ябай фәлсәфәгә йәки дидактикаға ҡоролмаған. Әйтер һүҙен образлы фекергә, поэтикаға төрөп һынландыра. Үҙенең тетрәнеүҙәрен моңға төрөп, уҡыусы күңелен һиҫкәнергә мәжбүр итә. Шиғриәттең көс-ҡөҙрәте лә ана шунда түгелме ни? Риф Дауыттың тетрәнеүҙәрен дә бер нисә төргә бүлеп ҡарап, күреп, тойоп булалыр. Бына улар: мөхәббәттә тетрәнеү, үҙ яҙмышына тетрәнеү, халҡының булмышына тетрәнеү, тыуған иленең, туған теленең киләсәген уйлап тетрәнеү. Бер шағир өсөн, бер йөрәк өсөн бындай тетрәнеүҙәрҙе кисереү артыҡ күп түгелме икән? Уның шиғриәтендәге ғибрәтле яҙмыштарҙы күреп тетрәнмәү мөмкин дә түгелдер. Шағир бөҙрәле һүҙҙәр менән нағышламай үҙ әҫәрен. Уның таланты ла, даланы ла образлы һүҙгә мөнәсәбәтле. Шиғриәттә яҙмыш үрҙәренә, артылыштарына әйҙәүсе юл да тап ана шулдыр.
Сонарлы ижад
Тәүҙә сонар һүҙенә аңлатма бирәйек. Һүҙлектәрҙә юҡ ул. Хатта башҡорт диалекттары буйынса донъя күргән һүҙлектәрҙә лә осрамай. Сонар – ата һандуғас. Шағирҙың 27 шиғырында сонар һүҙе төрлө сүрәттә телгә алына. Сонар һайрауында, моңонда шағир яҙмышы, мөхәббәт, һөйөү, һөйөлөү йә унан төңөлөү яҙмышы ла сағыла һымаҡ. Быны түбәндәге шиғри юлдарҙан да күреп була. Мәҫәлән:
Һин килмәҫтән әүәле мин башҡа инем,
Сонары юҡ толҡаһыҙ бер баҡса инем;
Буш хыялда тормошҡа ашмаҫ маҡсатыма
Йүрмәләүсе тәхетһеҙ бер батша инем.
Килдең дә һин йөрәгемде һалмалы иттең,
Сың-сонарлы, гөл-сәскәле, алмалы иттең;
Күңел кәсәм бәхет менән мөлдөрәтеп,
Үҙ яҙмышым, үҙ донъямдың Аллаһы иттең.
(«Һин килгәнсе башҡа инем»).
Һөйҙөм уны, һөйҙөм шундай һөйөү менән:
Сонар булып данлау моңо сөйөү менән;
Леперҙәктәй, һөйөүемдең усағында
Уның өсөн күмерләнеп көйөү менән.
Ә ул... китте... Һөйөүемде кәм күреүҙән,
ҡатып ҡалдым тормошомда йәм
һүнеүҙән;
Шул тиклем дә янып-көйөп һөйөүҙән һуң
ҡалай итеп түҙергә был кәмһенеүҙән?
(«Шашырмындыр»).
Сонар булып сеңләү генә ҡалды инде,
Ыласындар менән бергә оса алмағас.
(«Робағиҙар»).
Был юлдарҙа лирик геройҙың мөхәббәттә йондоҙло мәлен дә, айһыҙ ҡара төнөн дә, осраҡлы наҙҙан, яҙҙан төңөлөүен дә күрергә, тойорға мөмкин. Ғүмер юлдарының хәл иткес боролошонда лирик геройҙың томанлы һөйөүенең салт аяҙ саҡтарына ла юлығабыҙ. Баҡсалағы сирень сәскәләренә төшкән ысыҡ бөрсөктәрен һемереп, сонарҙар сутылдаша башлаһа, ана шул моң лирик геройҙың туңған йөрәк түрен бешереп тә ала һымаҡ. Лирик геройҙың йәне лә, теле лә, шатлығы ла гөлйемештән моң һемергән сонар ғына.
Сонарлы ижад тип яҙҙым да уйға ҡалдым. Берәүҙәр, сонарлы яҙ ғына булалыр, тип әйтер. Риф Дауыттың шиғриәте лә сонарлы яҙ һымаҡ. Әлбиттә, ул шағир иңенә, сонар булып, һуңлап ҡунды. Әммә иртә килгән көҙҙән һуңлап ҡына булһа ла балҡыған яҙ артығыраҡтыр, минеңсә. Башҡорт шиғриәтенә үҙенсәлекле тауышы, сонар моңло шиғырҙары, ҡобайырҙары, ҡушайырҙары, робағиҙары менән килеп ингән шағирҙы үгәйһетмәй генә ҡаршы алырға кәрәктер. ҡомарлы ла, сонарлы ла ижад ялҡындарың һүрелмәһен, тигән теләгемде лә белдерәм Риф Дауытовҡа – яҡташыма, ҡорҙашыма.
«Башҡортостан –
ашъяулыҡ»
Риф Дауыттың бер шиғыры ана шулай башлана. Ошо әҫәре менән генә лә уның ысын шағирға хас сифаттарын күреп булалыр. Гәзит-журналдарҙа рәсми рәүештә тыйылған заманда, беҙҙә бөтәһе лә һәйбәт, барыһы ла ал да гөл, тип, ил башлығы халыҡтың тормош-көнкүрешен, зарын күрмәмешкә тырышҡан осорҙа шағирмын тигән шағир күрәшлек, битарафлыҡ, ғәмһеҙлек күрһәтергә тейеш түгелдер. Заман түрәләренә яраҡлашып ижад иткән шағирҙар булды, әле лә бар. Башҡортостанды нимә менән генә сағыштырманылар. Был йәһәттән Риф Дауыт Башҡортостанды Рәсәйҙең ашъяулығына тиңләй. Дөрөҫө шул булғас, ҡалайтаһың? Республикабыҙҙы башҡа нәмәгә тиңләргә уның шағирлыҡ выжданы, намыҫы ҡушмай. Биш кенә строфанан торған «Ашъяулыҡ» тигән шиғырын, өҙөп-йолҡоп тормайынса, тотошлай миҫал итеп килтермәксе булдым.
Башҡортостан – ашъяулыҡ,
Ашъяулыҡта ашамлыҡ.
ҡунаҡ килгән: үҙ иленән
Типкеләнгән – ташландыҡ.
Ниндәйе юҡ ҡунаҡтың,
Ас бүреләр һымаҡтың;
«Буш»ты ейеп, үҙе туйып,
Күҙе туймаҫ ҡорһаҡтың.
Хужа йөрөй йүгереп,
ҡунағын яҡын күреп;
Тере болон, бар мәғдәнен,
Ерен дә бүлеп биреп.
Ил байлығы – уртала,
ҡунаҡ йөҙө туртала.
Ә үҙ халҡы, тамшанышып,
Сүкәйешкән тупһала.
Хужаларға бир һаулыҡ –
Сүпләп бөтмәҫлек тауыҡ.
Халҡың ҡыҫып, ситте һыйлап,
Илен иткәс ашъяулыҡ.
Риф Дауыттың был шиғыры «Ағиҙел» журналында ла баҫылып сыҡты. Бындай дөрөҫлөктө үҙ әҫәрендә сағылдырырға шағирҙы сараһыҙлыҡ этәргәндер. «Башҡортостанда иң арзаны...», «Башҡортостанда иң осһоҙо...», «Башҡортостан халыҡтары үҙ-ара татыу...» тигән ялған статистика, лозунгылар гәзит уҡыусыларҙы аптырашта ҡалдыра. Башҡортостан мәғарифын ҡулайлаштырыу сәйәсәте лә үҙ иленең тупһаһында көн иткән халыҡтың киләсәккә булған өмөтөн, рухын ҡаҡшатты. Нисәмә мәктәп, күпме ауыл юҡҡа сыҡты. Нисәмә уҡытыусы эшһеҙ тороп ҡалды. Милли мәғарифтың юҡҡа сығыуын түрәләр күрмәмеш тә белмәмеш булып ҡала килә...
Үҙ илебеҙҙең хужаһы, үҙ еребеҙҙең тупһаһында сүкәйешкән хәлебеҙ ҡасанға тиклем дауам итере билдәһеҙлеккә, үҙ халҡын иҙеүгә, ҡыйырһытыуға йүнәлтелгән Рәсәй сәйәсәтенә мөнәсәбәтле. Сәмреғошло илдең ҡырағай ҡанун-томандары тиҙ-тиләмә генә таралмаҫтыр, моғайын. Халҡын ҡыҫып, ситте һыйлап, илен ашъяулыҡ иткән түрәләрҙең дә мәмләкәте, үҙ ҡәүеме алдында яуап бирер көнө тыуыр әле. Әлбиттә, тыуасаҡ. Фани донъяның дүрт тарафы бар: тыуым, үлем, яуап, выждан. Ана шул дүрт юл сатлығынан бер кем дә аймылыш булғаны юҡтыр.
Риф Дауыттың «Ашъяулыҡ» тип аталған шиғыры Салауатлы илдең рухи һәм матди яҡтан таланыуын фашлай. Башҡортостандың күренекле шағирҙары әйтеп бирә алмаған фекерҙе сараһыҙҙың көнөнән Риф Дауыт әйтергә мәжбүр була. Баяғы дүрт юл сатының выждан тигән тарафы шағирҙың телен астыра. Китабының исемен дә «Әле генә яҙ ине...» тип берәгәйле атаған. Был атаманы, бәлки, шағир үҙ ғүмер миҙгеленә ҡарата ғына уйлап тапҡандыр. Әммә шағир һүҙе дөйөмләштереүгә юл ҡуя. Салауатлы илдең дә әле генә яҙ сағы булманы түгел, булды. Бөгөнгөһө уның рашҡылы көҙҙө хәтерләтә. Көҙ миҙгеленең ҡара һалҡындары алда әле.
Хаталар өҫтөндә эш
Риф Дауыттың китабында һәйбәт, тәрән мәғәнәле шиғырҙар күп. Быныһы – ҡыуаныслы. Һәр әҫәрҙе мин дәрес менән сағыштырып ҡарайым. Ни өсөн? Уҡытыусы үҙ уҡыусылары алдында дәрес биргән һымаҡ, шағир ҙа үҙ әҫәрҙәре менән уҡыусыһы алдында һынау тота. Дәрестең өс маҡсаты бар. Беренсеһе – балаға белем биреү, белем алыу юлдарын күрһәтеү (дидектик маҡсат). Икенсеһе – дәрес материалы нигеҙендә баланың аҡылын, хәтерен, күңелен, шәхес һыҙаттарын үҫтереү (психологик маҡсат). Өсөнсөһө – дәрес материалы аша балаға тәрбиә биреү (педагогик маҡсат). Шиғыр ҙа (хикәйә, повесть, роман һ.б.) ошо өс маҡсатты күҙ уңында тота. Йыйынтыҡҡа тупланған ҡайһы бер әҫәрҙәр ана шул маҡсаттарҙы эҙмә-эҙлекле итеп асып бирә алмай. Миҫалдар килтереп торһам, күпкә китер. Тағы ла һәр шиғырҙың лирик геройы – ғәҙәттә, шағирҙың үҙе. Миңә ҡалһа, Риф Дауыт артыҡ байғошланып китә һымаҡ. Шағир исеме ғорур яңғырай. Ана шул ғорурлыҡҡа хыянат итеү килешеп етмәй төҫлө. Шағир иңенә ил, тел хәстәре, халыҡ яҙмышы йөкмәтелгән. Шул йөктө еңеләйт, тип әйтер инем Риф Дауытҡа.
Аҡмуллаға эйәреүен, уныңсараҡ фекер әйтеүен дә өнәп еткермәйем. Йырсы икенсе бер йырсыға эйәрһә, ул йырсы түгел, сөнки уның үҙенең тәбиғи моңо юҡҡа сыға. Шағир ҙа үҙенең үҙенсәлекле тауышын һаҡларға тейештер. ҡайһы бер шиғырҙарының, робағиҙарының ритмик быуындары ла сығып торған һымаҡ. Сыҡҡан быуынды үҙ ваҡытында ултыртыу мөһим. Телмәрҙә һирәк осрай торған, һүҙлектәрҙә булмаған (сонар, еҙәй, ҡандай, ҡыҙғырышмау, ҡушайыр, ҡармашыу, ирән бит, леперҙәк, лепер йән, ҡарғыу, ҡырсыныу, утгөл һ.б.) һүҙҙәргә аңлатма бирелмәгән. Был да тәүге ҡоймаҡтың бер төйөрөлөр.
* * *
Шағиры бар был илдең, тип яҙҙым мәҡәләмдең башын. Бында ил һүҙенең мәғәнәһен Ырымбур яҡтары тип аңларға кәрәк. Был төбәк шағирҙары сафына Риф Дауыт та өҫтәлде. ҡыуанысы оҙаҡҡа, ҡул арты еңел булһа, сафтар тағы ла яңы исемдәр менән тулыланыр ине.
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы,
Башҡорт дәүләт университеты
профессоры.