Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
29 Июнь 2011, 01:06

Мәҙәктәр

Автосалонда бер ир «Майбах» машинаһы тирәләй урай ҙа урай. Эргәһенә килгән консультант:– Һеҙгә берәй нәмә хаҡында аңлатырға кәрәкмәйме? – ти.– Уның багажни­гы­на нисә тоҡ картуф һыйғанын әйтә алмаҫ­һығыҙмы? – тигән ир.

Аңлашылмаған почерклы табиптар аңлашылмай торған эш хаҡы алырға тейеш.

* * *
Заводтың бөтә хеҙмәт коллективында тик факс ҡына эшләй.

* * *
Әгәр ҙә кеше үҙенә нимә кәрәккәнен белһә, тимәк, ул бик күпте белә йәки бик аҙ теләй.

* * *
– Ғәфү итегеҙ, һеҙҙә биш йәштән 12 йәшкә тиклемге балаларҙы тәрбиәләү хаҡында берәй нәмә юҡмы? – ти бер ир һатыу­сыға.
– Яҡшы һаҡланған, тиренән эшләнгән һалдат ҡайышы, – тип яуап­лаған тегеһе.

* * *
– Миңә һеҙҙә бик тә оҡшаны! Нисек кенә тимә, «ҡунаҡта яҡшы, ә өйҙә эҙләйҙәр!»

* * *
Автосалонда бер ир «Майбах» машинаһы тирәләй урай ҙа урай. Эргәһенә килгән консультант:
– Һеҙгә берәй нәмә хаҡында аңлатырға кәрәкмәйме? – ти.
– Уның багажни­гы­на нисә тоҡ картуф һыйғанын әйтә алмаҫ­һығыҙмы? – тигән ир.

* * *
Синоптиктарҙы сапер­ҙар итеп күсереү хаҡында һүҙ сыҡҡас, улар хаталанмай башланы.

* * *
– ҡатын-ҡыҙҙың күҙҙәренә былай ғына ҡарай­һың, ә ул тиҙ генә кофтаһының төймәләрен эләктерә башлай.

* * *
Реклама:
«Депутат» тигән батарейкалар һатып алығыҙ. Бер ҡасан да ултырмаясаҡтар».

* * *
Урюпинскиҙың хәрби комиссары һәр йыл һайын БДИ-ға, үҙҙәренекеләр өсөн «ауырырға» килә.

* * *
– ҡытай ғалимдары ракета осорорға булған.
– ҡайҙа?
– Юғарыға!

* * *
– Ни өсөн был депутат шул тиклем бай?
– Уның үҙ бизнесы бар. Ул үҙен һатып алыусыларҙы «һата».
Читайте нас: