Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
21 Июнь 2011, 16:41

Шатлыҡ- һөйөнөстәр һәм бәхетһеҙлек хаҡында

Бер ауылда бик ярлы ҡарт йәшәгән. Тик хатта иң бай кешеләр ҙә унан көнләшкән. Ни өсөн тигәндә ҡарттың иҫ киткес матур аҡ аты булған. Батшалар ат өсөн бик ҙур аҡса тәҡдим иткән, әммә ҡарт һәр ваҡыт уларҙы кире ҡаҡҡан.Бер көн иртән тороуға ат урынында булмай сыға. Бөтә ауыл кешеләре йыйыла, бөтәһе лә ҡартҡа ярҙам итергә теләй: – Эй, иҫәр ҡарт. Атыңды бер көн барыбер урлаясаҡтары хаҡында белә инең. Иң яҡшыһы һиңә уны һатып ебәрергә булған, – тип йыуаталар. Ниндәй бәхетһеҙлек!ҡарт көлөп, былай тип яуап бирә: – Үҙегеҙҙең һығымталарығыҙ менән ашыҡмай тороғоҙ. Иң тәүҙә, ат урынында юҡ, тип кенә әйтегеҙ. Белмәйем, был бәхетһеҙлекме, әллә киреһенсә, бәхетме? Аҙағы нимә менән бөтөрөн бер кем дә белмәй бит, – ти.

Бер ауылда бик ярлы ҡарт йәшәгән. Тик хатта иң бай кешеләр ҙә унан көнләшкән. Ни өсөн тигәндә ҡарттың иҫ киткес матур аҡ аты булған. Батшалар ат өсөн бик ҙур аҡса тәҡдим иткән, әммә ҡарт һәр ваҡыт уларҙы кире ҡаҡҡан.
Бер көн иртән тороуға ат урынында булмай сыға. Бөтә ауыл кешеләре йыйыла, бөтәһе лә ҡартҡа ярҙам итергә теләй:
– Эй, иҫәр ҡарт. Атыңды бер көн барыбер урлаясаҡтары хаҡында белә инең. Иң яҡшыһы һиңә уны һатып ебәрергә булған, – тип йыуаталар. Ниндәй бәхетһеҙлек!
ҡарт көлөп, былай тип яуап бирә:
– Үҙегеҙҙең һығымталарығыҙ менән ашыҡмай тороғоҙ. Иң тәүҙә, ат урынында юҡ, тип кенә әйтегеҙ. Белмәйем, был бәхетһеҙлекме, әллә киреһенсә, бәхетме? Аҙағы нимә менән бөтөрөн бер кем дә белмәй бит, – ти.
Ике аҙнанан һуң ат хужаһына әйләнеп ҡайта. Ул урланмаған, ә иреккә генә сығып киткән була. Һәм ул үҙе генә әйләнеп ҡайтмай, ә урмандағы бер көтөү ҡырағай атты ла үҙе артынан эйәртеп алып ҡайта.
Быны күреп, йыйылған күрше-тирәләре ҡартҡа:
– Һин хаҡлы булып сыҡтың бит. Беҙҙе ғәфү ит, әйткәндәреңде аңламағанбыҙ. Был, ысынлап та, бәхетһеҙлек түгел, ә бәхет, – тигән.
ҡарт көлөмһөрәп:
– Һеҙ тағы ла бик алыҫҡа инәһегеҙ. Ат ҡайтты, тип кенә әйтегеҙ. Ә иртәгә нимә буласағын бер кем дә белмәй бит, – ти.
Был юлы кешеләр күп һөйләп тормай. Әммә эстән генә һәр береһе, ҡарт хаталана, тип уйлай. Ни өсөн тигәндә уның аты үҙе артынан 12 атты эйәртеп ҡайта! ҡарттың улы ҡырағай аттарҙы өйрәтә башлай. Көтмәгәндә аттарҙың береһе уны алып сөйә һәм егет ике аяғын да һындыра. Ауылдаштар тағы йыйыла һәм үҙҙәренсә һөйләнә башлай:
– Һин был юлы ла хаҡлы булдың! Был – бәхетһеҙлек. Һинең берҙән-бер улың аяҡтарын һындырҙы. Ул бит ҡартайған көнөңдә таянысың һәм ышанысың ине. Ә хәҙер һин элеккегә ҡарағанда ярлыраҡ, – ти.
– Һеҙ тағы ла хәбәр һатаһығыҙ. Тә­­­рәнгә китмәгеҙ. Минең улым аяҡтарын һындыр­ған, тип кенә әйтегеҙ, – тигән ҡарт. – Бер кем дә бит бының бәхетһеҙлекме әллә уңышмы икәнен әйтә алмай. Тормош бит ул – ваҡиғалар алмашыныуы һәм билдәһеҙ киләсәк.
Был ваҡиғанан һуң бер аҙ ваҡыт уҙғас, илдә һуғыш сыға һәм бөтә йәш ир-ат фронтҡа китә. ҡарттың ғәрип улы ғына ҡала. Бөтәһе лә ҡайғырышып, илаша, улар һуғышҡа алынған егеттәрҙең күбеһе әйләнеп ҡайтмаясағын яҡшы белә. Кешеләр тағы ҡартҡа килә:
– Был юлы ла һин хаҡлы булып сыҡтың. Был – бәхет. Улың ғәрип булһа ла, иҫән һәм һинең эргәңдә, ә беҙҙең улдарыбыҙ мәңгелеккә китте, – ти.
– Һеҙ һаман да тикшерәһегеҙ. Ә ябай ғына, һеҙҙең улдарығыҙҙы армияға алдылар, ә минеке өйҙә ҡалды, тип кенә әйтегеҙ, – тигән ҡарт.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.
Читайте нас в