"Матур ҡыҙ ине, әрәм булды", "сибәр булһа ла, бәхете юҡ", "әллә ниңә үҙенең ҡәҙерен йәшләй бөтөрөп йөрөй", "шуға бәйләнеп әрәм булды" тигән һүҙҙәрҙе халыҡ араһында йыш ишетергә тура килә. Бындай аптыраулы һүҙҙәр күп осраҡта матур, һылыу ҡыҙҙар яҙмышына ҡарап әйтелә. Ысынлап та, мәктәптән үк тиҫтерҙәре араһында айырылып торған, училище, колледж йәки юғары уҡыу йорттарында уҡығанда ла ундай сибәрҙәр бөтә ир-егеттәрҙе үҙҙәренә ғашиҡ итә. Әйтерһең дә, улар өҫтөнә бәхет йондоҙҙары яуа. Матур ҡыҙҙар был донъялағы иң яҡшы нәмәләргә генә лайыҡ һәм үҙҙәренә «иң-иң»дәрҙе генә алыр кеүек. Тик ниңәлер ҡайһы бер сағыу матурҙарҙың киләсәге әллә ни сағыу булмай ҙа ҡуя. Бер ун йылдан һуң урамда күреп, үҙҙәрен танымай ҙа үтеп китәһең. Кемдер ҡул менән төртөп күрһәтһә: "Эй, шулмы?" – тип ғәжәпләнәһең. Сибәр булып тыума, бәхетле булып тыу, тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгө шулдыр...
Бер саҡ урамда танышымды осраттым. Һүҙҙән-һүҙ сығып китте лә, ул ошо темаға бәйле бер ваҡиғаны һөйләне. Ул милләттәш ҡыҙҙарыбыҙға ҡағыла.
– ... Мин ул ҡыҙҙы күптән күҙәтеп йөрөйөм, тиҫтерҙәренән айырылып тора. Төҫкә лә матур, уҡыуға ла шәп, әгәр тырышһа, милләтебеҙҙең сағыу йондоҙо булырҙай ҡыҙ. Тик һуңғы арала ул чечен егете менән дуҫлаша башланы. Егет уның янына башҡаларҙы яҡын да ебәрмәй, үҙенең милкендәй күрә.
"Берүк яңылыша күрмә, иң тәүҙә уҡып, һөнәр ал. Сит милләт кешеләренә тормошҡа сыҡҡандарҙың бик һирәктәре генә бәхетле була. Икенсе милләт егетенә кейәүгә сығып, туҡмалып, кәмһетелеп йәшәгәндәрҙе күп осраттым. Беҙҙең башҡорт, үкенескә күрә, милләт айырмай, шуға ла күп милләттәшебеҙ икенсе халыҡтар менән яҙмыштарын бәйләй. Егеттәребеҙ рус ҡыҙҙарына ла йыш өйләнә. Ә бына чечен егетенең беҙҙең башҡорт ҡыҙына өйләнгәнен ишеткәнем юҡ әле. Уларҙа тәртип ҡаты – үҙ милләтенән булған ҡыҙға ғына өйләнергә тейеш. Ә башҡа милләт вәкилдәре менән йәшәһәләр ҙә, йә һөйәркә итеп тоталар, йә икенсе – никахһыҙ ҡатыны ролендә. ҡатын бала табып бирһә лә, өйләнмәйҙәр. Һин дә алданып, яҙмышыңды селпәрәмә килтерергә уйлайһыңмы?! Үҙебеҙҙең милләттәштәребеҙ араһында ла бынамын тигән ир-егеттәр етерлек ", – тип кәңәш бирҙем. Тик ул ишетергә лә теләмәне, мине дошман итеп күрҙе: "Һеҙ беҙҙе аңламайһығыҙ, ул мине ярата, һәр саҡ ярҙам итә", – тип үҙенсә аҡланды.
ҡыҙ минең яҡыным, туғаным түгел, ә шулай ҙа, татлы һүҙҙәргә ышанып, яҡты киләсәген аяҡ аҫтына һалып тапамаһа ярар ине, тип борсолам.
Беҙҙең фатирҙан бер ҡат аҫта ҡыҙ инвалид атаһы менән йәшәне. Ул чечен менән дуҫлашып китте, аҙаҡ уныһы былар янына йәшәргә күсте. ҡыҙҙы йыш ҡына туҡмай ине, зәғиф атаһы яҡлаша алмай. Бер нисә тапҡыр күршеләре милиция саҡыртты. ҡыҙҙың күҙҙәренән күк китмәне, урамға һәр саҡ ҡара күҙлек кейеп сыға ине. Бер саҡ шул тиклем ныҡ шаулашыуҙарына күршеләре тағы милиция саҡырта, ҡыҙҙы "Тиҙ ярҙам" машинаһы дауаханаға алып китә. Шул китеүҙән ул әйләнеп ҡайтманы. Был ир икенсе ҡыҙҙарҙы алып ҡайтып типтерә башланы, ҡыҙҙың инвалид атаһын үҙ фатирынан ҡыуып сығарҙы. Күршеләре халыҡты социаль яҡлау үҙәге хеҙмәткәренә әйтеп, оятһыҙ әҙәмде фатирҙан саҡ ҡыуып сығарҙылар. Бындай миҫалдар күп...
Беҙҙең халыҡ холоҡ-фиғеле менән дә чечендарҙан айырылып тора, мәҙәниәтебеҙ ҙә бөтөнләй икенсе. Башҡорт халҡы баҫалҡы, тыйнаҡ, кеше йоғонтоһона бирелеп бара. Юҡ, тип әйтә белмәүебеҙ аҙаҡ үҙебеҙгә насарлыҡ булып ҡайта. Ә чечендар – темпераментлы, тиҙ генә ҡыҙып барыусан, баш бирмәй, үҙенекен һүҙ итеүсән, башҡа милләт вәкилдәренән үҙҙәрен өҫтөн тотҡан халыҡ. Шуға күрә, һуңғы осорҙа күпме һуғыш кисерһәләр ҙә, юғалып ҡалманылар, баштарын ғорур тотоп йөрөйҙәр.
ҡыҙҙар, уйлап ҡарағыҙ – берәй чечен ҡыҙы башҡорт йә рус егете менән дуҫлашамы? Минең әлегә ундайҙы ишеткәнем юҡ. Чечендар сит-яттарҙы ҡыҙҙары янына яҡын да ебәрмәй. ҡыҙҙары психологик яҡтан ныҡ, тәртипле, дин тота, эсеп, аҙып-туҙып йөрөмәй, балаларын да ташлап китмәй.
Мәскәүҙә Рәсәй матбуғаты медиа-форумына Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында Белорет районының "Урал" гәзите мөхәррире С. Минһажитдинова ла барғайны. Уларға Чечен Республикаһынан килгән делегация менән бер ҡунаҡханала йәшәргә тура килә.
– Милли республикаларҙың бер төркөмө "Турист" ҡунаҡханаһында туҡтаны. Улар араһында Башҡортостан, Татарстан, Чечен Республикаларынан, Удмуртиянан килгән вәкилдәр ҙә булды. Шул саҡта чечендарҙың үҙ ҡатын-ҡыҙҙарына булған хөрмәтен һоҡланып күҙәттек. Мәҫәлән, ашханала беҙ сиратта торабыҙ, ә чечен ҡыҙҙары килеү менән өҫтәл артына ултыра, ир-егеттәре үҙҙәре ташып ашата. Ә беҙҙең ир-аттарҙан ундай хөрмәт, иғтибар юҡ кимәлендә. "ҡыҙҙар, беҙҙе лә сиратығыҙға ҡыҫтырып ебәрегеҙ", – тип килеп тығылалар. Күргәҙмә стендтарында ла милли атрибуттар, президенттарының фотоһы менән йәнәшә ҡартайған әсәләренең фотолары урын алған. Бына ошо әсә алдында баш эйеү, әсәне күккә сөйөүҙән башлана ла инде ҡатын-ҡыҙға хөрмәт. Чечендар делегация составында булған ҡатын-ҡыҙҙарына сит ир-егеттәрҙе яҡын да юлатмай, хөрмәт итеп кенә алып йөрөнө. Магазинда ла сумкаларын ир-егеттәре тотоп, ярҙам итә. ҡатын-ҡыҙҙары ябай, шул уҡ ваҡытта килешеп торған кейемдәр кейгәйне, алтын биҙәүестәре күп.
Әсәгә булған хөрмәт шул тиклем сағылып тора. Чечен ҡатындары бала тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Ә ғаиләне матди яҡтан ир-ат тәьмин итә. Бәләгә ҡалған йәки ирҙәре төрмәлә ултырған ҡатындың ғаиләһен дә, балаларын да ҡарайҙар, үҙ ҡанаты аҫтына алалар, йәберләтеүгә юл ҡуймайҙар. ҡайҙа ғына барһалар ҙа, үҙ общиналары бар. Ошо берләшеп йәшәүҙәре, ололарҙы хөрмәт итеүҙәре, татыу булыуҙары менән көслө лә инде улар.
Ысынлап та, ошо рухи яҡтан көслө булыуҙары менән ел-дауылдарға бирешмәй чечен халҡы. ҡайҙа ғына булһалар ҙа, шунда уҡ нығынып китәләр, шул уҡ ваҡытта тыуған ерҙәрен дә онотмайҙар. Ә беҙ үҙ еребеҙҙә туған телебеҙҙә һөйләшергә оялабыҙ. ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ донъя йөгөн тарта, эшләй, бала тәрбиәләүгә ваҡыты ла ҡалмай.
Өйҙә генә ултырһа, кем уны һәм балаларын матди яҡтан тәьмин итер? Бик һирәк ғаиләләрҙә ир – баш, ғаиләһенең төп терәге булып тора. Өйҙә ултырған ҡатындарыбыҙ ҙа тыныс ҡына ултырамы икән?! Юҡ, әлбиттә. "Һин өйҙә ултыраһың", "Ошонан башҡа эшең бармы?", "һинең тапҡан малың бармы?" һәм башҡа йәбер һүҙҙәре ишетергә тура килә гүзәл заттарыбыҙға. Ә бит өйҙәге эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Күп ҡатындарҙан, эштә ял итәм, тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. ҡайһы бер ирҙәр, ғаиләһен туйындырыр урынға, бер ҡайҙа ла эшләмәй, етмәһә, эсеп йонсота.
Ғаиләнең рухи яҡтан нигеҙе ныҡ булмауы киләсәк быуын тәрбиәһендә лә сағыла. Әсәнән күргән – тун бескән, атанан күргән – уҡ юнған, тип бик дөрөҫ әйткән халыҡ. Атай кеше ғаиләне тотмай икән, бар ауырлыҡ ҡатындар иңендә булһа, меҫкен әсәнең балаһын рухи яҡтан тәрбиәләүгә ваҡыты ла, форсаты ла ҡалмай. Әгәр әсә кеше эскегә бирелһә, был инде ғаилә өсөн ҙур афәт, уның киләсәге юҡ, тигән һүҙ. Әлеге осраҡта ниндәй тәрбиә, рух тураһында һүҙ булһын?!
Үрҙә әйтеп үткән төп факторҙар бөгөнгө башҡорт ғаиләһен ҡаҡшата. Борон беҙҙең халыҡ эсмәгән, насар ғәҙәттәрҙән алыҫ булыуы, ололарҙы хөрмәт итеүе, ата-әсәгә изге йән тип ҡарауы, аҡһаҡалдар һүҙенә ҡолаҡ һалыуы, тел һәм илен һөйөүе көслө булған. Ата-бабаларыбыҙ, ерен, телен һаҡлап, күпме ихтилалға күтәрелһә лә, баш бирмәүе өсөн ҡырғынға дусар ителһә лә, бөтмәгән, юғалмаған. Егет кәләш алғанда ла, ҡыҙҙы кейәүгә биргәндә лә ата-әсә һуңғы һүҙҙе әйткән. Нәҫел менән нәҫел ҡоҙалашҡан, әммә башҡа милләт менән туғанлашыу булмаған. Шунлыҡтан ғаиләләр ҙә ныҡ булған.
Бөгөн кем етте шуның менән дуҫлашыу мөмкинлегенә эйәбеҙ.
Йәштәр "яратабыҙ" тип өйләнешә, ата-әсә уларға матур итеп туй үткәрә. Нишләптер шул тиклем яратышып өйләнешкән парҙар күп осраҡта тарҡала. Был инде бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙә тәрбиә, бурыс тигән төшөнсәләрҙең юҡҡа сығыуына ҡайтып ҡалалыр. Ғаилә ҡорғас, ир кеше ҡатынын, балаларын ҡарарға, матди яҡтан тәьмин итергә тейеш. Ә беҙҙең ир-аттар төп бурысын онота, эсеү менән мауыға, йә еңел холоҡло ҡатындар менән ситтә типтерә башлай. Һөҙөмтәлә ғаиләләр тарҡала.
ҡатындарҙа ла сабырлыҡ юҡ, ҡайһы берәүҙәр барына шөкөр итә белмәй ҡоторона, ир тапҡан малды еңел-елпе туҙҙыра. Ошо йәһәттән дә ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡтар тыуа. Шуға ла ғәйеп атта ла, тәртәлә лә бар. Ғөмүмән, бөгөн башҡорт халҡында ҡаныбыҙға һалынған ғаилә ҡанундары тарҡала, иман нигеҙе ҡаҡшай бара. Әгәр ҙә халҡыбыҙҙың борон-борондан яҙылған, тапшырылып килгән ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, тәрбиәүи дәрестәрен онотһаҡ, башҡорттар өсөн генә хас ғаилә ҡанундарын күҙәтмәһәк, милләтебеҙҙең киләсәге ҡараңғы буласаҡ. Һәр ата-әсә балаһында телгә, милләтенә, уның йолаларына ҡарата һөйөү тәрбиәләргә бурыслы.
Ниңә башҡорт булыуҙан оялабыҙ?! Башҡорт булған өсөн оялырға түгел, ә башты ғорур тотоп йөрөргә һәм милләтебеҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерерҙәй насар эштәрҙән (эсеү, тартыу, бала ташлау, телде белмәү, урамда кеше көлдөрөп йөрөү һ.б.) алыҫ булырға кәрәк. Сөнки бер кешенең ҡылығына ҡарап тотош милләт хаҡында фекер йөрөтәләр. Беҙ – был ерҙең хужалары, башҡорт борондан ошонда йәшәгән һәм йәшәй. Башҡорт күсеп йәки күсерелеп, ҡыуылып, ҡасып килмәгән был ергә. Башҡорттоң оялырға бер сәбәбе лә юҡ: илен, динен һатмаған һәм башҡаларға һатылмаған. Шуға ла беҙ ҙә ата-бабаларыбыҙҙан үрнәк алырға, рухи яҡтан көслө һәм иманлы булырға, матди камиллыҡҡа, етеш тормошҡа, белемле булырға, берҙәмлеккә, бер-беребеҙгә ярҙам итергә ынтылырға тейешбеҙ.
ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа тормош иптәшен үҙ милләтенән һайлаһын, лайыҡлы ҡатын, аҡыллы әсә, ағинәй-өләсәй булһын. Ир-аттар башҡорт ҡыҙҙарын мәңгелек тормош юлдашы итһен, ғаиләһенә, балаларына – ҡалҡан, ейән-ейәнсәрҙәренә аҡыл бирерлек олатай булһын ине. Шул саҡта ғына күңелебеҙ ҙә тыныс, донъябыҙ ҙа бөтөн, күсебеҙ ҙә көслө буласаҡ.
Эйе, Башҡортостан бөгөн күп милләттәр өсөн яҡын төйәккә әйләнде. Әммә был беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ ҙа – сит егеттәрҙеке, егеттәребеҙ ҙә сит ҡыҙҙарҙыҡы булырға тейеш, тигәнде аңлатмай бит. Алтын тауҙарға, ялтыр сепрәккә, татлы телдәргә алданып, үҙебеҙҙе генә харап итәбеҙ, үҙебеҙҙе түбән төшөрәбеҙ.
Бәлки, кемдер икенсе милләт вәкиле менән үҙ бәхетен тапҡандыр, үҙе – баш, үҙе – түш булып йәшәй икән, балаларын да башҡорт рухлы итеп тәрбиәләүгә ирешһә, бындай милләттәштәребеҙгә һүҙ тейҙереп булмай. Ә инде үҙенең башҡортлоғонан оялып йәшәһә, кәмһетелеүҙәргә дусар булһа, был инде милләтебеҙҙән көлөү тигән һүҙ.
Элекке союздаш республикаларҙан килгән әрмән, әзербайжан, тажик, үзбәк, грузин һәм башҡа халыҡтар күп осраҡта беҙҙең ҡыҙҙарға прописка һәм гражданлыҡ алыр өсөн генә өйләнә. Нығынып алғас, республикабыҙға башҡа туғандарын эйәләтеп ала. ҡыҙҙарыбыҙ араһында ла уларға һөйәркә булып йөрөүселәр етерлек. Матур итеп ғаилә ҡороп йәшәүгә лайыҡ түгелме ни ул ҡыҙҙар? Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора.
Мәҫәлән, Рәсәй телевидениеһы рус ҡыҙҙарының сит ил егеттәренә кейәүгә сығып, аҙаҡ бала өсөн талашып йөрөүен йыш күрһәтә. Был ҡыҙҙар үҙҙәре лә ғәйепле: бер кем дә уларҙы сит ил кешеһенә көсләп кейәүгә бирмәгән. Интернет аша танышып, үҙ яҙмыштарын үҙҙәре һайлағандар. Матур тормош артынан ҡыуып, аҙаҡ бер тин аҡсаһыҙ, балаһын ҡалдырып, Рәсәйгә кире ҡайталар. Эйе, таяҡтың ике осо була. Шуға ла был хатаны беҙҙең ҡыҙҙар ҡабатламаһын ине.
Чечен халҡы рухи тәрбиәһе, татыулығы менән көслө. Беҙҙең халыҡ өсөн дә ошо һыҙаттар хас бит. Бөгөн улар ҡайҙа булған? Милләттәштәр, ҡайтайыҡ милли асылыбыҙға! Бахыр булмайыҡ...
Рәмилә МУСИНА.
Белорет ҡалаһы.