Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
18 Июнь 2011, 19:51

Мәҙәктәр

Йонос ауылында Фәрит тигән ирҙең ағастары бысылмай өйө алдында ята торған булған. Күршеләре: − Ниңә ағасыңды эшкәртмәйһең? Яртыһы сереп бөтә бит, − тип аптырай икән.Иҙелбай ағай тыңлап торған да:− Ғәжәпләнмәгеҙ, айыу ҙа аҙығын бер юлы ашап бөтмәй, бер өлөшөн еҫләндереп ашай, − тигән.

«Ярамай бит»

Дауахананан ҡайтҡан күрше Тәнзилә апай һыулы ҙур күнәкте күтәреп, иҙәндән ултырғысҡа ҡуя. Шул мәлдә табиптың иҫ­кәртеүе иҫенә төшә: «Һеҙгә операциянан һуң ауыр күтәрергә ярамай, һаҡланығыҙ». Иҫкәр­теүҙе хәтерләп, апай тиҙ генә тулы күнәкте ултырғыстан иҙәнгә төшөрөп ултыртҡан.

«Был ниндәй ауыл?»

Йонос ауылында ныҡ ҡына төшөрөп алған ир трактор ме­нән күршеһенең картуф баҡсаһына барып инә. Уянғас, ул үҙенең ҡайҙа икәнен аңламай тора. Шунан үтеп барыусы кешеләрҙән: «Был ниндәй ауыл әле?»− тип һорай.

«ҡолаҡты яраһың»

Математика дәре­сендә уҡытыусы бер уҡыусыны таҡта яны­­на сығара. Те­геһе, ауы­ҙына һыу уртлағандай, өн­дәш­мәй тик тора икән. Уҡытыусы оҙаҡ ҡына көтөп ултырған да: «Әкренерәк һөйлә инде, ҡолаҡты ярып бараһың бит!»− ти икән.

«Айыу ҙа аҙығын еҫләндереп ашай»

Йонос ауылында Фәрит тигән ирҙең ағастары бысылмай өйө алдында ята торған булған. Күршеләре:
− Ниңә ағасыңды эшкәртмәйһең? Яртыһы сереп бөтә бит, − тип аптырай икән.
Иҙелбай ағай тыңлап торған да:
− Ғәжәпләнмәгеҙ, айыу ҙа аҙығын бер юлы ашап бөтмәй, бер өлөшөн еҫләндереп ашай, − тигән.

«Башы буш»

Һалҡын көҙ көнөндә бер ҡыҙ ялан баш йөрөй икән. «Эй, туңа бит, башы өшөйҙөр инде», − тигәндәр уға ҡарап.
− Өшөмәй, мәктәптә лә гел «икеле» билдәләренә уҡыны, буш бит уның башы! − тигән Рәфис ағай.

«Үҙемә берәү ҙә ҡалманы»

Бөйөк Ватан һуғышында булған Сафый ҡартты: «Ниңә һинең бер миҙалың да юҡ?» − тип ҡаңғыртҡандар. Ул былай тип яуап ҡайтарған: «Эй, ныҡ һуғыштыҡ, ниместәр­ҙе ҡырҙыҡ, Калинин бер тоҡ миҙал килтерҙе лә ҡулыма тотторҙо.
− Давай, Сафыйка, раздавай, − тине. Бүлешеп алып бөттөләр. Үҙемә берәү ҙә ҡалманы.

Гөлсирә ШАФИҡОВА.
Мәсетле районы,
Йонос ауылы.
Читайте нас: