Ярлы егет бай ҡыҙға ғашиҡ була. ҡыҙ ҙа уға ҡарата һәйбәт мөнәсәбәт күрһәтә. Бер көн ҡыҙ егетте үҙенең тыуған көнөнә саҡыра.
Ата-әсәһе берҙән-бер ҡыҙҙарының тыуған көнөнә бөтәһе лә етеш йәшәгән, бик бай кешеләрҙе саҡыра. Улар бер-береһе менән ярышып ҡиммәтле бүләктәр алып килә. Һәр береһе үҙенең бүләге менән ҡыҙҙың һушын алырға теләй.
Ә ярлы студент үҙенең ғашиҡ йөрәгенән башҡа нимә бүләк итә алһын инде? Үкенескә күрә, бөгөн уның йөрәгенең хаҡы юҡ. Әлеге ваҡытта ҡиммәтле биҙәүестәр, алтын-бриллиант балдаҡтар, ҙур суммала аҡса һалынған конверттар модала. Ә йөрәкте конвертҡа һалып булмай шул... Нимә эшләргә? Студент бик оҙаҡ уйлай һәм уйлап таба.
Ул бик бай бер магазинға килә лә: «Һеҙҙә берәй ҡиммәтле, әммә ватыҡ ваза юҡмы?» – тип һорай. Бәхеткә күрә, ундай ваза табыла. Егет шатлығынан нимә эшләргә белмәй. Ул вазаны матур ҡағыҙға төрөүҙәрен һорай, ә үҙе кассаға ашыға.
Кисен һөйгәненең өйөнә бүләген күтәреп килеп етә. ҡунаҡтар үҙҙәренең бүләктәрен тапшыра башлағас, ул да ҡыҙы эргәһенә килеп, ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп, бүләкте ҡыҙға тотторҙом тигәндә генә, яңылыш ҡулынан төшөрөп ебәрә һәм ваза иҙәнгә төшөп тә китә. ҡунаҡтар бөтәһе лә телһеҙ ҡала. Ә ҡыҙ тиҙерәк төргәкте иҙәндән күтәрә лә ҡағыҙын аҡтара башлай. Һәм бөтәһе лә шаҡ ҡата. Магазин һатыусылары вазаның һәр бер өлөшөн айырым ҡағыҙға төргән булып сыға. Бындай алдашыуға ҡыҙҙың ата-әсәһе һәм ҡунаҡтарҙың асыуы ҡабара. Ә егет оятынан нишләргә белмәй, ҡыҙарынып-бүртенеп өйҙән сығып йүгерә.
Тик изге һәм матур күңелле ҡыҙға ғына был ватыҡ вазаның һәр бер ярсығы килтерелгән бөтә бүләктәрҙән дә ҡәҙерлерәк тойола. Сөнки ҡыҙ уларҙа үҙен яратҡан егеттең йөрәген күрә.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.