Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
19 Апрель 2011, 15:14

Һылыу ҡыҙ

Оло юл буйлап бик сибәр, һомғол кәүҙәле, торғаны бер фәрештәләй ҡыҙ килә. Көтмәгәндә ул үҙенең артынан бер егеттең күҙәтеп килеүен күрә. Һәм ул артына борола ла:– Әйтегеҙсе, ни өсөн һеҙ минең артымдан киләһегеҙ? – ти.Егет былай тип яуап бирә:

Оло юл буйлап бик сибәр, һомғол кәүҙәле, торғаны бер фәрештәләй ҡыҙ килә. Көтмәгәндә ул үҙенең артынан бер егеттең күҙәтеп килеүен күрә. Һәм ул артына борола ла:
– Әйтегеҙсе, ни өсөн һеҙ минең артымдан киләһегеҙ? – ти.
Егет былай тип яуап бирә:
– О, минең йөрәгемде әсир итеүсе, күҙҙәреңдән, матурлығыңдан, буй-һыныңдан һис тә күҙҙәрҙе алып булмай, бына шулар миңә һинең артыңдан барырға бойора. Минең хаҡта, думбырала яҡшы уйнай, шиғриәттең нескә серҙәрен белә, ҡатын-ҡыҙҙың йөрәгенә ут һалыусы, тиҙәр. Ә минең һиңә мөхәббәттә аңлашҡым килә, сөнки йөрәгемде ысын мәғәнәһендә тотҡонлоҡҡа алдың.
ҡыҙ бер аҙ шым ғына тора ла:
– Һин нисек миңә ғашиҡ була алдың? Кесе һеңлем миңә ҡарағанда бик күпкә сибәрерәк һәм мөләйемерәк. Ул артымдан килә, уға ҡара әле, – ти.
Егет ҡапыл туҡтай һәм артына боролоп ҡарай, тик насар кейемдәге ҡарсыҡтан башҡа берәүҙе лә күрмәй. Шунан ул, аҙымдарын шәбәйтеп, ҡыҙҙы ҡыуып етә лә, күҙҙәрен аҫҡа төбәп, буйһондорғос тауыш менән:
– Әйтсе миңә, нисек һинең телеңдән шундай ҙа алдатҡыс һүҙҙәр сыҡты? – ти.
Ә ҡыҙ йылмая ла:
– Һин дә миңә мөхәббәттә ант иткәндә дөрөҫөн әйтмәнең бит. Шуны аңлат әле: нисек миңә шундай һүҙҙәр әйтеп, йөрәгемде һинең матурлығың әсир итте, тигәндән һуң, икенсе ҡатын-ҡыҙға ҡарар өсөн артыңа боролдоң? – ти.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.
Читайте нас: