-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
12 Апрель 2011, 16:59

Халҡыбыҙҙың тотош тарихын үҙ эсенә ала

8 апрелдә Конгресс-холда «Башҡорт халҡының тарихы» китабының V томының исем туйы үтте. Унда китаптың авторҙар коллективы, БР Фәндәр академияһы, РФ Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡорт халҡының тарихы буйынса академик хеҙмәттең ете томға бүленеүе халҡыбыҙҙың күп йыллыҡ тарихының бөтә аспекттарын үҙ эсенә алыуға ынты­лыу­ҙан килә.
2010 йылда республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүенең 20 йыллығы һәм Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалыусы бөйөк ғалим Зәки Вәлидиҙең тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы 5-се томы донъя күрә.
Күп томлыҡтың баш мөхәррире һәм ғилми етәксеһе, тарих фәндәре докторы Марат ҡолшәрипов әйтеүенсә, был ғилми хеҙмәт, халҡыбыҙҙың республиканан ситтә йәшәүсе вәкилдәрен дә иҫәпкә алып, башҡорт йәмәғәтселеге тарихын комплекслы өйрәнеү булып тора.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова, быйыл «Башҡорт халҡының тарихы»ның тағы өс томы донъя күрәсәк, тип белдер­ҙе. Ә 2012 йылда был киң машстаблы ғилми проект тамамланасаҡ.

С. ЛОТФУЛЛИНА.