-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
2 Апрель 2011, 15:20

Үәт, ҡыҙыҡ!

Ир кеше урамда коляска һөйрәп китеп барғанда, ҡаршыһына күптән күрмәгән танышы килеп сыға ла, коляскаға ҡапланып:– Йә, Хоҙай, күҙ теймәһен, ниндәй матур бала, күҙҙәре зәңгәр, бит остары алһыу, сәскәйҙәре бөҙрә, ҡаштары ҡарлуғас ҡанаттары һымаҡ, – тип һанап китә. Бер аҙҙан шып туҡтап ҡала һәм:

Ир кеше урамда коляска һөйрәп китеп барғанда, ҡаршыһына күптән күрмәгән танышы килеп сыға ла, коляскаға ҡапланып:
– Йә, Хоҙай, күҙ теймәһен, ниндәй матур бала, күҙҙәре зәңгәр, бит остары алһыу, сәскәйҙәре бөҙрә, ҡаштары ҡарлуғас ҡанаттары һымаҡ, – тип һанап китә. Бер аҙҙан шып туҡтап ҡала һәм:
– Һорарға ла онотоп торам да баһа, миңә биш мең һум аҡса биреп тормаҫһыңмы икән? – тип ҡуя.
– Юҡ, – ти ир, – бирә алмайым. Уның ҡарауы, был минең балам түгел, ә ҡатындың тәүге иренән, – тип өҫтәп ҡуя.

* * *
– ҡәҙерлем, – ти ҡатыны, – миңә ҡайһы күлдәгемде кейергә икән? Бынауһынмы, әллә тегенеһенме?
Ире гәзитенән айырылмай ғына:
– Минеңсә, икеһе лә бара шикелле, – ти.
– Минең «шикелле» генә булып күренгем килмәй, ә бөтәһе эргәһендә иң матуры булғым килә, – тип асыулана ҡатын.
– Улай булғас, – ти ир, – икеһен дә кей ҙә ҡуй инде, иң матуры булырһың.

* * *
Бер эшҡыуар сит ил кешеләре менән ресторанға инә. Официантты саҡырып ала ла:
– ҡыҫҡаһы, миңә иң шәп шарап, яҡшы иттән бешерелгән аҙыҡ килтерегеҙ. Ә был биш иҫәүәнгә кефир ҙа бара, – ти. Шул ваҡыт ҡунаҡтар араһынан берәү:
– Дүрт иҫәүәнгә, мин тәржемәсе, – ти.

* * *
ҡыҙыу эш мәлендә бер фирмала ҡот осҡос тауыштар яңғырай. Битлек кейгән шкафтай таҙа унлаған егет килеп инә лә:
– Йәшәгегеҙ килһә, тиҙ генә иҙәнгә ятығыҙ, был талау, – тип ҡысҡыра. Баш бухгалтер иҙәнгә тубыҡланғанда:
– ҡәбәхәттәр, ҡотто алдығыҙ, мин бит һеҙҙе һалым полицияһы тип уйланым, – ти.

* * *
– ҡәҙерлем, – ти йоҡо аралаш ире, – телевизорҙы һүндер әле.
– Юҡ, һүндерә алмайым, беҙ кинотеатр­ҙа бит, – тигән ҡатыны.

* * *
– Һөйөклөм, – ти ире, – ниңә һин икмәкте төрлөсә итеп ҡырҡаһың?
– Һуң үҙең бит кисә, аш-һыуҙы төрләндерергә кәрәк, тинең, – тип аҡланған ҡатыны.