Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
2 Апрель 2011, 17:38

Башҡорт китаптарын алғығыҙ килһә

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте өсөн республика райондарында киңәйтелгән күсмә күргәҙмә-сауҙа үткәреү традицияға әйләнде. Апрелдә күсмә сауҙа Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш ра­йондарында үткәреләсәк. Ул Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арнала.Халыҡҡа уҡытыу-методик әсбаптар, Башҡортостандың танылған яҙыусылары һәм шағирҙарының әҫәрҙәре йыйынтыҡтары, балалар китаптары, белешмәләр, иллюстрацияланған альбомдар, ка­лендар­ҙар, плакаттар тәҡдим ителәсәк. 3 – 7 апрелдә «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ, Хәйбулла, Бөрйән, Әбйә­лил, Белорет райондарына сыҡмаҡсы.Р. БАЙЫШЕВА.

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте өсөн республика райондарында киңәйтелгән күсмә күргәҙмә-сауҙа үткәреү традицияға әйләнде. Апрелдә күсмә сауҙа Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш ра­йондарында үткәреләсәк. Ул Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арнала.
Халыҡҡа уҡытыу-методик әсбаптар, Башҡортостандың танылған яҙыусылары һәм шағирҙарының әҫәрҙәре йыйынтыҡтары, балалар китаптары, белешмәләр, иллюстрацияланған альбомдар, ка­лендар­ҙар, плакаттар тәҡдим ителәсәк.
3 – 7 апрелдә «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ, Хәйбулла, Бөрйән, Әбйә­лил, Белорет райондарына сыҡмаҡсы.

Р. БАЙЫШЕВА.
Читайте нас: