-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
29 Март 2011, 14:48

Салауат та башҡорт түгел, имеш

(Уйынлы-ысынлы)Был хоккей тип аталған сәкән уйыны йоҡоноң тәмен ебәрҙе бит әле, йәмәғәт. Салауат Юлаев исемен йөрөткән командабыҙ Өфөлә сәкәләшәме, сит ҡалаларға сығып китәме, уның ни хәлдә уйнауын уйлап, йән сыға яҙа.

(Уйынлы-ысынлы)
Был хоккей тип аталған сәкән уйыны йоҡоноң тәмен ебәрҙе бит әле, йәмәғәт. Салауат Юлаев исемен йөрөткән командабыҙ Өфөлә сәкәләшәме, сит ҡалаларға сығып китәме, уның ни хәлдә уйнауын уйлап, йән сыға яҙа.
Ә «Салауат»тың тарихы... Ул бит ғәмәлдә Рихард Зорге урамында йәшәгән малай-шалайҙан төҙөлгәйне. Бына килеп, профессиональ хоккей командалары араһында иң шәпкә сығыу өсөн ҡырталаша. Күптән түгел генә ҡаҙанда йәшәгән финдар командаһын пыр туҙҙырҙыҡ. Әле Магниттан килгән фин егеттәре менән йәнә сәкәнгә сәкән киләбеҙ. Тегеләр ғәйепкә алмаһын тип, үҙебеҙ ҙә, Өфөнән эҙләп табып, Норвегия, швед, чех малайҙарын сығарабыҙ.
«Салауат Юлаев» ғүмер баҡый рус, украин, белорус, чех, словак, фин телдәрендә һөйләшеп йөрөгән икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Заманында боҙҙа Ирек Ғимаев, Рәмил Юлдашев, Руслан Нуретдинов атлы егеттәрҙе лә күрҙек. Сәкән тотоп, майҙанға сығырҙай башҡорт малайҙары юҡмы икән ни?! «Аҡ барс»ты финдар командаһы тиһәк тә, уның башында данлыҡлы Зиннәтулла Била­летдинов тора! Ошонда уҡ ғәжәп шәп Данис Зарипов уйнай. Ә беҙҙә... Бошоноп ултыраһың да, швед Эрик Эрсбергты – Ирек Арыҫланов, Норвегиянан килгән Патрик Торесенды – Батырбәк Торсонов, Мирослав Блатяк менән Якуб Клепишты Мирсәлих Билалов менән Яҡуп Кәлимуллин итеп күрге килә башлай.
Эй, был хыял!.. Ә ниңә хыял? Салауат Юлаев үҙ телен онотҡан, имеш, тигән юҡ-бар хәбәр­ҙәрҙе фаш итергә кәрәк тә инде.

Ә. ИХСАНОВ.
Өфө ҡалаһы.