Әнисә Аҫылғужина шиғриәте. Беҙгә ниҙәр тәҡдим итә ул? Ниҙәр борсой ижадсыны? Донъяны, бөгөнгө көнитмешебеҙҙе ҡалайыраҡ күрә шағирә, нисегерәк тоя? Әйҙәгеҙ, шул һорауҙарға яуап табыр өсөн Әнисәнең ижад емештәренә диҡҡәт итәйек.
“Йәйҙәремде яратам” йыйынтығына тупланған әҫәрҙәрҙе шартлы рәүештә түбәндәге тематик төркөмдәргә бүлергә мөмкин булыр ине: ер-һыу гүзәллеге, тәбиғәт күрке; кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, әхлаҡ; хеҙмәт, бәхет, ил тойғоһо; ата-әсә, туғанлыҡ бәйләнештәре, яҙмыш.
Бына, тәүге төркөмгә ҡараған шиғырҙарға күҙ һалайыҡ. Улар Ә. Аҫылғужинаның ижадында шаҡтай ҙур урынды биләй. Күренеүенсә, был типтағы шиғырҙар авторҙың үҙ төбәге менән тәрән ғорурланыуынан, уға йәне-тәне менән ғашиҡ булыуҙан, тыуған яҡ гүзәллеген образлы һүҙ аша мәңгеләштерергә ынтылыуҙан тыуған. Мәҫәлән, Әнисә үҙ яғындағы ямғырҙы нисегерәк шиғриләштерә: “Ялан аяҡ йүгерәм, әй, кинәнеп, // Ямғыр яһай беҙгә тамаша.// Баҫтырып та етеп, болот-егет // Бер күнәк һыу ҡойҙо баш аша”. Йәки “Бәпес ише генә еркәйем” шиғырындағы образлы юлдарға иғтибар итәйек: “ҡояш итәгендә балҡып ятҡан // Бәпес ише генә еркәйем”.
Ғөмүмән, йәнле картина тыуҙыра алыу маһирлығы – Әнисә Аҫылғужина шиғриәтенең үҙенсәлекле һәм көслө яғы. Бындай юлдарҙы уҡығас, авторҙың тыуған яғындағы тәбиғәт мөғжизәләрен үҙ күҙҙәрең менән күргәндәй булаһың, улар онотолмаҫлыҡ булып күңелгә һеңә, хәтерҙә ҡала: “ҡояшым да, ғашиҡ егет төҫлө, // Китмәй беҙҙең тәҙрә төбөнән” (“Ярандарым”); “Үләндәргә төшкән аҡ ысыҡты // Күҙ алдымда ҡояш һемерҙе” (“Ысыҡ тамсыһы”) һ. б.
Бындай иҫ киткес йәнле һүрәттәрҙе, ҡөҙрәтле һүҙ тылсымынан тыуған мөғжизәүи образдарҙы күп килтерергә була. Улар Әнисәнең үҙе тыуып үҫкән Белорет районының хозур тәбиғәтенә ысын рәссамдар күҙе менән бағыуы хаҡында һөйләй. Үҙенсәлекле талант тыуҙырған бындай юлдар үҙҙәренә ылыҡтыра, авторҙың ер-һыуға арналған шиғырҙарын уҡымлы итә.
Кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, әхлаҡ. Ижад кешеләрен дә борсой ундай мәсьәләләр. Бигерәк тә әлеге төшөнсәләргә ҡытлыҡ кисерелгән дәүерҙә. Үҙ еренең ысын патриоты һәм ижадсы булараҡ, Әнисә Аҫылғужина ла бөгөнгө тормошобоҙҙағы кире күренештәргә үҙ ҡарашын белдерә, бер-беребеҙгә иғтибарлы, һаҡсыл булырға саҡыра, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр хаҡында уйлана (“Сын-сынаяҡ гәлсәр мин үҙем”, “Айырам ҡара-аҡты”, “Күңел торошом” һ. б.), социаль ғәҙелһеҙлек мәсьәләләренә ҡағыла (“Урамдарҙа ҡарағоштар ише…”, “37-се йыл. Бесән өҫтө…”), халыҡтың киләсәге өсөн һыҙланып, әхлаҡ проблемаларына мөрәжәғәт итә (“Тауҙарыма ҡайтып аунаным”, “Тиккәме ни халҡым ир-егетте…”, “Беҙ балсыҡтан, ахыры, яһалған”). Әнисәнең гражданлыҡ лирикаһы үҙенең социаль йүнәлешле булыуы менән айырылып тора. Унда күтәрелгән проблемалар уҡыусыны уйланырға мәжбүр итә, уяу булырға саҡыра. Киләсәктә авторға был йүнәлештәге ижадында ҡәләменең тағы ла үткерерәк булыуын теләргә генә ҡала.
ҡайһы бер әҙиптәр ижадында автобиографик мотивтар көслө булыусан. Шундайҙар иҫәбенә Әнисә Аҫылғужинаны ла индерергә була. Был төркөмдәге шиғырҙарында ул лирик герой сифатында сығыш яһай. Аныҡлап әйткәндә, үҙ яҙмышын халыҡ, ил яҙмышына бәйләй һәм образлы сағыштырыуҙар аша ҙур дөйөмләштереүҙәргә килә. Әнисә үҙенең “Ерем шишмәһе” исемле шиғырында: “Төпкөлдәрҙән, тау-таш араһынан // Урғылып та сыҡҡан шишмә мин”, – тип яҙа. Шулайҙыр ҙа, әммә шишмәләрҙең иң сафы һыу башында, йәғни төпкөлдәрҙә була. Икенсе бер шиғырында автор: “Ысынлап та, йөк атымын, ахыры, // ҡара таңдан ҡамыт елкәлә”, – тип ҡуя (“Йөк аты”). Ләкин саптарҙар һабантуйҙа ғына кәрәк, ә йөк аттарына ихтыяж – йыл әйләнәһенә. Иң мөһиме, Әнисәнең лирик геройы зарланмай, ә баҫалҡы ғына итеп: “Төнгөлөккә тышап ебәрһәләр, // Сеңгер ҡыңғырау тейә теңкәгә”, – ти. Бында беҙ башҡорт ҡатын-ҡыҙының типик характерын күрәбеҙ.
Башҡорт ҡатындарына саялыҡ та хас. Әнисәнең “Салауат рухы” шиғырындағы бынау юлдарға иғтибар итәйек: “Салауаттың тамсы ҡаны миндә – // Шул көс-ҡеүәт өҫтәй рухыма. // Салауаттай батыр булһындар тип, // Бүлдем уны ике улыма”. Эйе, бындай кимәлдәге дөйөмләштереүҙәр башҡорт шиғриәтендә йыш осрап бармай.
Ғөмүмән, Әнисәнең был төркөмгә ҡараған шиғырҙары байтаҡ: “ҡатын-ҡыҙ”, “Бала”, “Айырмаҫтар тимә иленән”, “Кемдән нимә ҡалмай был донъяла”, “Тыуған ерем үҙе ололай”, “Йәшәү көсө”, “Был донъяның бөтмәҫ мәшәҡәте” һ. б. Бындай шиғырҙарында автор оло йөрәкле әсә лә, хеҙмәтенән бәхет табыусы уҡытыусы ла, күңеленә ил ғәмен һыйҙырған, милләт яҙмышы өсөн борсолған илһөйәр ҙә булып кәүҙәләнә.
Әнисәнең дүртенсе төркөмгә ҡараған шиғырҙары ата-әсә, туғанлыҡ, яҙмыш темаларына арналған. Автор, был донъяны бөтә тәрәнлегендә аңлаған ижадсы булараҡ, үҙенә ғәзиз һәм ҡәҙерле заттарға мөнәсәбәтен белдерергә ашыға. Сөнки, әлеге лә баяғы, донъя фани. Әнисә үҙе яҙғанса: “Ысыҡ тамсыһына, һай, оҡшаттым // Үтеп кенә барған ғүмерҙе” (“Ысыҡ тамсыһы”).
“Етемһерәп ҡалған ауылҡайым” шиғырын алайыҡ. Ул әсәне юғалтыу фажиғәһенә арналған. Әммә был әҫәрҙә беҙ “үлде, вафат булды” тигән төшөнсәләрҙе күрмәйбеҙ. Лирик геройҙың шәхси ҡайғыһы бында төрлө кинәйәле билдәләр (символдар) ярҙамында асып бирелгән: “Ыңғырашып та асыла ишегем”, “Башын эйгән ҡапҡа бағанаһы”, “Миңә ҡушылып хатта болот илай”, “Тимер сымда өшөй кескәй ҡошсоҡ, // Юғалтҡанмы ул да әсәһен?”, “Етемһерәп ҡалған ауылҡайым, // Болоҡһоған төҫлө йорт-ҡурам”. Бында беҙ үҙ йәнеңдең һыҙланыу-болоҡһоуҙарын төрлө әйберҙәргә, тәбиғәт күренештәренә күсереү алымы менән осрашабыҙ. Шул уҡ поэтик алымды Ә. Аҫылғужинаның “Рәнйегәндәй булдым йәйемә” исемле шиғырында ла күрергә була. Бында ла ул, ниндәйҙер эске һиҙемләү менәнме, боронғо тыйыу йолаһы буйынсамы, әсәһенең үлеме хаҡында туранан-тура әйтмәй, ә “Әсәкәйем йәйҙә тороп ҡалғас, // Рәнйегәндәй булдым йәйемә” тигән ишара менән сикләнә. Йәки авторҙың иҫ киткес йылылыҡ менән һуғарылған “Уйҙарым” шиғырындағы юлдарҙы алайыҡ: “Сырмалсыҡ уйҙарым Уралдың // Бер ағас өйөнә уралды; // Әйтерһең, әсәйем орсоғо // Үҙенә ураны уларҙы”. Ғәжәйеп һәм тылсымлы образ! Ә был юлдар “Һаулыҡ ҡәҙере” шиғырынан: “Өҙөлөп торған туғандарың барҙа // Еңел икән сирҙе атҡарыу; // Тик уларҙың сикә сәстәрендә // Күбәйгәндәй булды аҡтары”. Улар ҙа күҙәтеүсәнлек һәм ҙур дөйөмләштереү өлгөһө булып тора. Ғөмүмән, ситләтеп, кинәйә менән әйтеп биреү, йәғни, ҡыйыш атып, тура тейҙереү оҫталығы – Әнисә Аҫылғужина шиғриәтенең иң уңышлы үҙенсәлектәренең береһе.
Әнисә Аҫылғужина үҙенең “Тыуған ерем үҙе ололай” шиғырында: “Минең шиғриәтте яҡын күреп, // Япраҡтарым ғына шыбырлай. // Аяҡ аҫтарыма сәскә һибеп, // Тыуған ерем үҙе ололай”, – тип яҙа. Бик мәслихәт! Билдәлелек тә, уңыш та тыуған ереңдең, ғәзиз халҡыңдың ололауынан башлана. Ә сәхнәләрҙә һинең аяҡ аҫтарыңа яуасаҡ сәскәләр алда әле. Уға иманым камил.
Мәүлит ЯМАЛЕТДИН.