Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
22 Март 2011, 15:00

Үәт, ҡыҙыҡ!

Машинала елдергән йәш ҡыҙҙы ЮХХДИ хеҙмәткәре туҡтата ла:– Һеҙ юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен боҙҙоғоҙ, – ти.– Беләһегеҙме, – ти ҡыҙ, – минең машинам әлегә яңы, шуның өсөн дә ул бөтә юл ҡағиҙәләрен дә белеп бөтмәй.

Машинала елдергән йәш ҡыҙҙы ЮХХДИ хеҙмәткәре туҡтата ла:
– Һеҙ юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен боҙҙоғоҙ, – ти.
– Беләһегеҙме, – ти ҡыҙ, – минең машинам әлегә яңы, шуның өсөн дә ул бөтә юл ҡағиҙәләрен дә белеп бөтмәй.

* * *
– Атай, ә кем ул фәрештә? – ти бәләкәй улы.
– Нисек кенә итеп аңлатайым икән, – ти атай кеше, – ул бик бәләкәй һәм ҡанатлы...
– Тешләшәме?

* * *
– Табип әфәнде, һеҙҙең профеcсия­ғыҙҙа иң ауыры нимә?
– Пациенттың иң ярат­ҡан аҙығы хаҡында белеү һәм шул аҙыҡты уға ҡәтғи тыйыу.

* * *
– Һеҙҙең кафела тиҙ генә тамаҡ ялғап сығыр­ға мөмкинме?
– Рәхим итегеҙ. Беҙҙә бөтә нәмә әҙер. Һеҙгә 10 долларлыҡ аҙыҡмы, әллә 20 долларлыҡты килтерергәме?
– Улар араһында ниндәй айырма бар?
– Айырма ҙур: 10 доллар!

* * *
Бер ир кафеға инә һәм шницель килтереүҙәрен һорай. Килтерәләр. Ашай башлағас, официантты саҡырып, тағы бер шницель килтереүен һорай. Тегеһе, шатланып:
– Әфәндем, әллә беҙҙең шницель һеҙгә бик оҡшап киттеме? – ти.
– Юҡ, – ти ир, – өҫтәлегеҙҙең бер аяғы ныҡ һелкенә, шуға ҡыҫтырып ҡуяйым.

* * *
Мәктәп эргәһендә бер малай ҡысҡырып илай. Үтеп барыусы: «Нимә булды?» – тип һораша.
– Эй, ҡороғор ревматизм ғәйепле, – ти малай.
– Меҫкенкәйем, – ти үтеп барыусы, – бәләкәй генә көйөңә шундай ҡот осҡос ауырыу менән ауырыйһыңмы?
– Юҡ, – ти малай, – мин диктантта «ривмотизм» тип яҙҙым бит...
Читайте нас в