-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
15 Март 2011, 17:33

Әфлисун һәм һут

Остазы уҡыусыһын баҙарға әфлисун һатырға ебәрә. Тауарҙы ишәккә тейәгәс, уҡытыусы уҡыу­сыһына һуңғы кәңәштәрен бирә лә, тегеһе юлға сыға.Ул баҙарҙа бер нисә көн йөрөй, әммә һатыу бер ҙә уңыш килтермәй. Һәм тауарын кире тейәп, ҡайтырға мәжбүр була.– Нимә булды? – тип ҡаршы ала уны остазы. – Һин бит бер нәмә лә һатмағанһың тиерлек.– Баҙарҙағы халыҡ тауарымды алырға теләмәне, – тип аҡлана уҡыу­сыһы. – Берәүҙәре әфлисунды, серегән, ә икенселәре, хаҡы бик ҡиммәт, тине. Ундағы халыҡ нишләп­тер минең менән бик насар мөғәмәлә итте!

Остазы уҡыусыһын баҙарға әфлисун һатырға ебәрә. Тауарҙы ишәккә тейәгәс, уҡытыусы уҡыу­сыһына һуңғы кәңәштәрен бирә лә, тегеһе юлға сыға.
Ул баҙарҙа бер нисә көн йөрөй, әммә һатыу бер ҙә уңыш килтермәй. Һәм тауарын кире тейәп, ҡайтырға мәжбүр була.
– Нимә булды? – тип ҡаршы ала уны остазы. – Һин бит бер нәмә лә һатмағанһың тиерлек.
– Баҙарҙағы халыҡ тауарымды алырға теләмәне, – тип аҡлана уҡыу­сыһы. – Берәүҙәре әфлисунды, серегән, ә икенселәре, хаҡы бик ҡиммәт, тине. Ундағы халыҡ нишләп­тер минең менән бик насар мөғәмәлә итте!
Остазы, бер аҙ уйланып торғас:
– Әгәр ишәгең әфлисунға баҫһа, нимә була? – тине.
– Әфлисундан һут сәсрәп сығасаҡ! – ти уҡыусыһы.
– Ә әгәр уны ҡулыма алып, ныҡ итеп ҡыҫһам, нимә була? – ти уҡытыу­сыһы.
– Тағы ла әфлисун һуты була, – тип яуап бирә уҡыусыһы.
– Әгәр әфлисунға сүкеш менән һуҡһам, нимә буласаҡ? – тип һорай остазы.
– Нимә генә эшләтһәң дә, әфлисун һуты буласаҡ, – тип, асыуланып, ҡыҙа башлай уҡыусыһы.
Остазы уҡыусыһына иғтибарлап ҡараны ла, былай тип аңлатты:
– Мең тапҡыр хаҡлыһың. Әфлисунды нимә эшләтһәк тә, һут сығасаҡ. Сөнки һут тик әфлисундан тора. Тормошта ла тап ана шулай. Кеше менән төрлө хәл, ваҡиға булыуы мөмкин. Әммә быларҙы кешенең нисек тойоуы тик уның үҙенән генә тора. Ул нисек уйлаһа, тап шулай буласаҡ!

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.