-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
12 Март 2011, 23:05

«Таҙтүбә чауа будет?»

Йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында урын­лаш­ҡан Вәзәм тигән ауылға үткән быуаттың 80-се йылдарында баш ҡаланан геологтар килеп төшә.Бер олатайҙы геологтарҙы тау-таш атамалары, тоҡомдары менән таныштырыу өсөн яуаплы итеп билдәләйҙәр. Олатай геологтарҙы эйәртеп алып китә: улар гел русса ғына һөйләшә. Ә беҙҙең олатай: «Нисек кенә быларға аңлатырмын икән?» – тип ҡайғыра.

Йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында урын­лаш­ҡан Вәзәм тигән ауылға үткән быуаттың 80-се йылдарында баш ҡаланан геологтар килеп төшә.
Бер олатайҙы геологтарҙы тау-таш атамалары, тоҡомдары менән таныштырыу өсөн яуаплы итеп билдәләйҙәр. Олатай геологтарҙы эйәртеп алып китә: улар гел русса ғына һөйләшә. Ә беҙҙең олатай: «Нисек кенә быларға аңлатырмын икән?» – тип ҡайғыра.
Ауыл ҡаршыһында ултырған Алтыш тигән тауҙы олатайыбыҙ «Передний зуб» тип аңлата.
Бер аҙҙан икенсе тауға барып етәләр, ә олатай эстән уйлай, үҙенсә, ләкин бер нисек тә руссалап был тауҙың исемен әйтә алмай. Уның атамаһы Таҙтүбә. Аңлата алмағас, олатай геологтарҙың үҙҙәренә: «Голова, который червяк кушает, чауа будет, ә?» – тип һорау бирә.
Геологтар быны нисек аңлағандыр инде, үҙ-ара бик рәхәтләнеп көлөшәләр.

Сөйөмбикә ЮЛДАШБАЕВА.
Хәйбулла районы,
Иләс ауылы.