ҡушамат кешегә юҡтан ғына йәбешергә тора бит ул.
Тәлғәт менән дә шулай булды. Ул ваҡытта малай икенсе синыфта ғына уҡый ине әле.
Бөтәбеҙ бергә бер бүлмәлә уҡыйбыҙ. Туған тел дәресе бара. Уҡытыусы беҙгә, дүртенселәргә, үҙ аллы эш бирҙе лә, икенсе синыфтар менән әңгәмә башланы. Һөнәр тураһында ине ул һөйләшеү. Кем булырға? Берәүҙәр – уҡытыусы, икенселәре – табип, өсөнсөләре шофер булырға теләүен белдерҙе. Тракторсы, монтер, һауынсы, һатыусы, тегенсе һөнәрҙәрен дә һайлаусылар табылды. Сират Тәлғәткә етте.
– Ә һин, Тәлғәт, үҫкәс, кем булырға уйлайһың? – тип һораны уҡытыусы. Малай ыҡ-мыҡ итеп торманы.
– Мин Чапай булам, – тип яуапланы.
Әлбиттә, Тәлғәттең герой Чапаевҡа бик тә оҡшағыһы килгәндер. Әммә ошо «Чапай» һүҙе Тәлғәткә ғүмерлеккә йәбеште лә ҡуйҙы. 50 йылдан ашыу ғүмер итһә лә, Тәлғәтебеҙ Тәлғәт кенә түгел, «Чапай Тәлғәт» булып ҡалды.