-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
8 Март 2011, 13:08

Баһа – ҡәнәғәтләнерлек

Күренекле әҙәбиәт белгесе Ким Әхмәтйәнов: “Әҙәбиәттең бурысы – әҙәбиәтселәр тәрбиәләү генә түгел, төп маҡсаты – матурлыҡ тойғоһо аша кешелә тормошто яратыу хисе тәрбиәләү”, – тигәйне. Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы республикабыҙҙың көньяҡ райондарында, ҡалаларында шул бурысты үтәй барып, ғалим һүҙҙәре менән дауам иткәндә, яҡшылыҡты яманлыҡтан, дөрөҫлөктө ғәҙелһеҙлектән, тоғролоҡто хыянаттан, кешелеклекте ҡырыҫлыҡтан, матурлыҡты йәмһеҙлектән айыра белергә өйрәтеү маҡсаты менән янып йәшәүсе, әҙәби ижад менән шөғөлләнеүсе көстәрҙе берләштерә.

Баһа – ҡәнәғәтләнерлек
Күренекле әҙәбиәт белгесе Ким Әхмәтйәнов: “Әҙәбиәттең бурысы – әҙәбиәтселәр тәрбиәләү генә түгел, төп маҡсаты – матурлыҡ тойғоһо аша кешелә тормошто яратыу хисе тәрбиәләү”, – тигәйне.
Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы республикабыҙҙың көньяҡ райондарында, ҡалаларында шул бурысты үтәй барып, ғалим һүҙҙәре менән дауам иткәндә, яҡшылыҡты яманлыҡтан, дөрөҫлөктө ғәҙелһеҙлектән, тоғролоҡто хыянаттан, кешелеклекте ҡырыҫлыҡтан, матурлыҡты йәмһеҙлектән айыра белергә өйрәтеү маҡсаты менән янып йәшәүсе, әҙәби ижад менән шөғөлләнеүсе көстәрҙе берләштерә.
Башҡортостан Яҙыусылар союзының съезы алдынан ойошманың сираттағы дөйөм йыйылышы ике съезд араһында башҡарылған эштәр хаҡында һөйләшеүҙән ғибәрәт булды. Унда Өфө ҡунаҡтары, БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Мәға­риф, фән, мәҙәниәт, спорт буйынса комитеты рәйесе Рауил Бикбаев, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле шағир ҡәҙим Аралбаев һәм Күмертау, Мәләүез, Ишембай ҡалаларында йәшәгән яҙыу­сылар ҡатнашты.
Ойошманың яңы етәксеһе, яҙыусы, драматург Хәмит Ирғәлин үҙенең сығышында ике съезд араһында З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә китаптары баҫылған автор­ҙарҙы һанап ҡына үтмәне, ә уларҙың жанрҙарына, әҫәрҙәргә ҡыҫҡаса анализ яһап, яҙыусыларҙың әҙәбиәткә индергән өлөшө хаҡында ентекле фекерҙәре менән уртаҡлашты. Етәксенең сығышында ике съезд араһында республика театрҙары сәхнәһендә әҫәрҙәре ҡуйылған драматургтар Мөҙәрис Багаев, Флүр Ғәлимов, Хәмит Ирғәлин, Владимир Жеребцов, Земфира Муллағәлиева; романдары нәшриәттә донъя күргән Флүр Ғәлимов, Мөхтәр Сабитов, Марс Нуриев һәм гәзит-журналдарға яҙышыу­ҙа әүҙемлек күрһәткән яҙыу­сылар Ишғәле Нурғәлиев, Закир Әкбәров ижадына яҡшы баһа бирелде.
Шиғриәттә исемдәре уҡыусыға һәйбәт таныш Тимер Ниәтшин, Мәрйәм Күсмәева, Эльмира Сәсәнбаева һәм башҡаларҙың әҙәбиәтебеҙҙә төп көстәрҙе тәшкил итеүе билдәләнде.
Рус секцияһы етәксеһе Любовь Әфләтунова үҙенең сығышында рус телендә ижад итеүсе ҡәләмдәштәребеҙҙең һәм үҙенең шиғриәт жанрында, китаптар сығарыуҙағы уңыштары тураһында һөйләһә, башҡа сығыш яһаусылар ойошманың эшен яҡшы баһаланы.
Өфө ҡунаҡтары ла ойошманың эшенән ҡәнәғәт булыу­ҙарын, артабан да эште шул кимәлдә алып барырға кәрәк, тигән теләктәрен белдерҙе.
Төштән һуңғы шиғриәт һәм йыр-бейеү байрамын ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире З. Зин­нәтуллин менән ойошмабыҙҙың яуаплы сәркәтибе Хәмит Ирғәлин асты. Концертты алып барыусылар Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры режиссеры Зиннур Сөләймәнов менән шул уҡ театрҙың йәш артисткаһы Резеда Әмәкәсова рус һәм башҡорт телдәрендә тамашасылар­ҙы яҙыусылар ойошмаһының тарихы менән таныштырҙы. Өфө шағирҙары Рауил Бикбаев менән ҡәҙим Аралбаев та үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыны. ҡалабыҙҙағы һәм башҡа ҡалаларҙан килгән ҡунаҡ шағирҙарҙың сығышы менән Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы йырсылары Ғ. Хужәхмәтов, Ә. Әсәҙуллина, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының “Йөрәктау” һәм “Дәрүиш” халыҡ бейеүҙәре ансамбл­дәре, СДПА-ның шағирә Рита Фәтҡуллина етәкселегендәге “Аш­ҡаҙар” әҙәби түңәрәге ағзалары, ҡала мәҙәниәт һарайы йырсылары ирле-ҡатынлы Яп­паровтар, “Шишмә” йыр ансамбле, “Тәүәх” сыуаш халыҡ йырҙары ансамбле сығыштары байрам­ға биҙәк өҫтәне. 85 йәше тулыу айҡанлы ойошманың әүҙем ағзаһы, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, шағир Йәүҙәт Аллаяровҡа иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Байрамдағы һәр сығыш алҡыштар менән оҙатылды. Һуңғы 8 – 9 йылда бөтөнләй онотолоп киткән миҙгел байрамдарының береһе – “ҡышҡы балҡыш” юғары кимәлдә яңынан балҡыны. Әҙип­тәребеҙҙең ижады тамашасылар күңелендә ҡыҙыҡһыныу, матурлыҡ тойғоһо уятыр ҙа, тормошто яратыу хисе тәрбиәләр, әҙәбиәттең дә бурысы үтәлә барыр, тигән өмөттәбеҙ.

К. СӘЛИМОВ.