Бәрәкәтле тупраҡ кәрәк
туҡланырға тамырға,
Ғаләмгә осҡандарҙың да
тамырҙары – ауылда.
Рәдиф Тимершин.
Моңдарымдың шишмә башы
һиндә,
Тыуған ауылым, тыуған
төйәгем.
Мин бит һинһеҙ телһеҙ
ҡалған гармун
Һәм ярылған ҡурай кеүекмен.
Рәмил ҡол-Дәүләт.
Кеше өсөн әсә ҡарыны кесе йыһан булһа, кешелектең кесе йыһаны – ауылдыр.
Гөлнур Яҡупова.
Ташландыҡ өй – онотолған көй.
Рамаҙан Шәғәлиев.
Тыуған йорттоң нигеҙ ташы – мәңге һаҡлар йөҙөк ҡашым.
Сәрүәр Ғәләүетдинов.
БАҘАР
Яҡшының сауҙаһында һағыш
булмаҫ,
Сауҙаһында ямандың табыш
булмаҫ.
Аҡмулла.
Өҫтө-өҫтөнә ауҙарылған
ҡиммәтле тауар.
Алыусыһы ғына һирәк –
үәт һиңә баҙар!
Фәнил Күзбәков.
Күңеле таҙа, рухы саф булып та, был баҙарҙа зыян күреүселәр бихисап.
Данис Тикеев.
БАЙЛЫҡ
Тота белеп тотһаң, аҙ байлыҡ та етә.
Ризаитдин Фәхретдин.
Байлыҡ һәр саҡ тоҙло һыуға
бәрәбәр:
Әйҙәп әйҙәр, һыуһының
ҡанмаҫ мәгәр.
Йософ Баласағуни.
Сапма, әҙәм, бары байлыҡ
эҙләп,
Керәһең бар ерҙең ҡуйынына.
Алып киталмаҫһың үҙең менән –
Бәйләп һалмаҫтар бит
муйыныңа.
Риф Мифтахов.
Байлығым – минең ирегем, сикһеҙ ер, төпһөҙ күгем.
Рәшит Назаров.
Ярлы кеше – яһай белә,
Байҙар яһата ғына.
Ярлылыҡ тынғы таптырмай,
Байлыҡ – ярһыта ғына.
Буранбай Исҡужин.
Хәжәттән артыҡ байлыҡ – әҙәм балаһы өсөн сир ул.
Сәғит Мифтахов.
Кеше талап байып була – еңел
бәхет,
Был бәхеттең киләсәге –
тамыры юҡ.
Рәсих Ханнанов.
Байып китеп, солтанмын тип,
Халҡы барын онотҡан,
Үҙен-үҙе яратыусы –
ҡатып бөткән бер олтан.
Файыҡ Мөхәмәтйәнов.
Елдән килде – елгә китте,
Көлдән килде – көлгә китте.
Сәрүәр Ғәләүетдинов.
Ырыҫ-дәүләт менән мөгөҙ сыҡмай.
Хәбибулла Ғәбитов.
Ярлының баҡыры байҙың алтынынан ҡәҙерлерәк.
Муса Сиражи.
Байлыҡ – һаҙлыҡ кеүек: бер тартып алһа, йотҡансы батыра.
Мар. Сәлим.
Рубриканы Факил Мырҙаҡаев алып бара.