Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
1 Март 2011, 18:49

Ҡәҙерле ҡунаҡтар

Эш көнө аҙағында ҡапыл телефон шылтыраны:– Әллеү, был редакциямы?– Эйе.– Балаҡайым, исемең кем әле?

Эш көнө аҙағында ҡапыл телефон шылтыраны:
– Әллеү, был редакциямы?
– Эйе.
– Балаҡайым, исемең кем әле?
– Рәмилә...
– ҡара әле, Рәмилә ҡыҙым, мин кеҫә телефонынан шылтыратам, оҙаҡ һөйләшә алмайым. Беҙ ауылдан автобуста килә ятабыҙ. Ярты сәғәттән автовокзалдан беҙҙе ҡаршы ал, йәме, – тип кенә әйтеп өлгөрҙө, бәйләнеш тигәнең өҙөлөп тә ҡуйҙы.
«Бына һиңә мә, үҙенең кем булыуын да әйтмәне. ҡаршы ала аламмы, юҡмы икәнлекте лә һораманы», – тип бер аҙ аптырап торғас, Рәмилә, иренә шылтыратып, эштән һуңыраҡ ҡайтасағын иҫкәртте. Фаилының:
– Нимә булды? Эштән һуң киноға барыр­ға һөйләшкәйнек бит, – тиеүенә серле итеп:
– Сюрприз! – тип яуапланы.
Ауылдан килгән кеше тейәнеп йөрөй торған, тип Рәмилә артыҡ йөк күтәреүҙән һаҡланып, такси саҡыртты. Юлдан арып килгән ҡунаҡты трамвайҙа йонсотоп йөрөткәнсе, уңай ҙа булыр. Автовокзалға килеп етеүе булды, ике ҡыҙыҡай эйәрткән йыуантыҡ ҡына ханым эргәһенә йүгереп килде:
– Редакция­нан­мы? Әй, исемеңде тағы онотоп торам... – тип, яуап биргәнде лә көтмәй, машинаға инеп ултыр­ҙы. Рәмилә, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, нимәлер онотҡандай, бер аҙ телһеҙ ҡалды. Кем әле был? Бер ҙә төҫмөрләмәйсе. Моғайын, иренең берәй туғанылыр, йә ауылдашы. ҡайһылыр бер апаһы туйҙа була алмай ҡалған, Өфөгә юл төшкәндә, инеп, ҡотлап ҡайтырмын, тип әйткән, тип ҡәйнәһе нимәлер һөйләгәндәй булғайны шикелле. Бәлки, шулдыр ҙа.
– Ауыр сумкаларығыҙ юҡмы, багажникка ҡуйыр­ға була...
– Юҡ, юҡ. Артыҡ нәмәләр тейәп йөрөргә бында... Кәрәктәре сумочкала, – тип бер бәләкәй генә тоҡсайын өҫкәрәк күтәреп һелкетеп ҡуйҙы апай кеше.
– Беҙгә барабыҙмы, әллә бүтән таныштарығыҙға илтеп ҡалдырайыҡмы? – тип йылмайҙы Рәмилә.
– Бүтән таныштарыбыҙ юҡ шул.
– Уй, әллә нәмә һорап ултырамсы. Беҙҙең бүлмә бәләкәс кенә булһа ла, күңелебеҙ ки-и-иң, – тип, Рәмилә, уңай­һыҙланыуын йәшерергә тырышып, тағы бер йылмайҙы.
Бүлмә ишеген асҡан Фаил, ҡунаҡтарҙы күргәс:
– Ә-ә-ә, хуш килдегеҙ, әйҙә, түрҙән уҙығыҙ. Кәләш, сюрприз, тип йәнде ҡытыҡлап ҡуйғайны, бына ниндәй шәп икән ул, – тип ҡыуанып киткән булды.
– Әлфинур Мәүлитовна булам. Былар минең ҡыҙҙарым Әүлиә менән Мәүлиә.
– Игеҙәктәрҙең исемдәре матур икән. Өфөнө күрергә килдегеҙме?
– Уҡырға инергә, – тип телгә килде оялсан ҡыҙҙарҙың береһе.
– ҡайһы уҡыу йортона?
– Әллә инде, һеҙгә ышанып килдек, ҡайҙа алып бараһығыҙ, шунда.
Бындай ҡыйыулыҡты Рәмилә менән Фаил шаярыу тип ҡабул итте шикелле, бер-береһенә ҡарашып, күҙ ҡыҫышҡан булдылар.
Сәй эсеп алғас, хужалар бүлмәләге берҙән-бер карауатҡа урын йәйеп, ҡунаҡтарҙы ҡалдырҙылар ҙа, үҙҙәре таныштарына йоҡларға китте. Ни хәл итәһең, һиңә күҙ төбәп килгән кешеләрҙе урамға сығарып ебәреп булмай ҙа инде.
Иртәгәһенә иртүк, кире ҡайтып, эшкә йыйынып йөрөгәндә, Әлфинур Мәүлитовна:
– Рәмилә балаҡайым, ҡайһы уҡыу йортона алып барып индерһәң дә, ризабыҙ. Редакцияла эшләгән кешеләрҙең таныштары күп була, – тип, тағы күҙҙәрен мөлдөрәтте.
Ябай корректорҙың ниндәй танышы булһын, тип әйтһәң, дөрөҫ аңламаҫтар, тип, Фаилы үҙе уҡып йөрөгән институтҡа алып барырға ризалашты. Таныш профессор менән һөйләшеп, Рәмилә уның өс томлыҡ китабын тикшерергә, ә Фаил йәй буйы баҡсаһын ҡарауылларға килешеп, Әүлиә менән Мәүлиәне еңел генә уҡырға индер­ҙеләр. Был шатлыҡтан Фаил көн оҙоно ҡунаҡтарға баш ҡала буйлап экскурсия ойошторҙо. Рәмиләһе лә, эшенән һорап китеп, кискелеккә оло табын әҙерләне.
Иртәгәһен иртәнсәк быларҙы оҙатабыҙ тип, Рәмилә менән Фаил тағы уҡыуын, эшен ҡалдырҙы. Бына хушлашыу ваҡыты килеп етте. ҡунаҡ булғас, ҡунаҡса булһын тип, Фаил, эшләп йөрөгән кешеләй, билет алырға аҡсаны үҙе бирҙе. Әлфинур Мәүлитовна уңай­һыҙланған төҫ сығарғас, Рәмилә:
– Уның бер нәмәһе лә юҡ, алығыҙ. Һеҙ бит беҙҙең ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ, – тип, ҡатындың арҡаһынан һыйпаны.
Шул ваҡыт Әлфинур Мәүлитовна ике ҡыҙын ике яғына етәкләп алды ла, платформала китергә йыйынған бер автобус­ҡа йүгереп барып инде лә юғалды. Хушлашыу ҙа юҡ. Исмаһам, тәҙрә аша күрәйек, тип былары улай-былай йүгерешеп ҡараны, тик юҡҡа ғына. Етмәһә, ул автобус бөтөнләй икенсе районға, бүтән йүнәлешкә китә торғаны булып сыҡты.
– Ул районда һеҙҙең туғандарығыҙ барлығын белмәй инем, – тип һораулы ҡарашын иренә төбәне шул саҡ Рәмилә.
– Дөрөҫөн әйткәндә, туған түгел, таныштарыбыҙ ҙа юҡ. Мин, ни, һинекеләр­ҙер тип уйлағайным, – тип ҡапыл туҡтап ҡалды Фаил. – Һөйләшеү-ҡыланыштары ла беҙҙең яҡ кешеләренекенә оҡшамаған шул, ибет...

Рәзилә ЫРЫҪҡУЖИНА.
Читайте нас: