Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
26 Февраль 2011, 17:01

«МИН ТЫУҒАНМЫН ТАҢ ЙЫРСЫҺЫ БУЛЫП...»

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ганс Христиан Андерсен исемендәге Халыҡ-ара маҡтаулы дипломға, Салауат Юлаев орденына лайыҡ күренекле шағир Сафуан Әлибайға – 70 йәшҡанатлы ҡош аҙашмаҫКүренекле шағирҙың ауыр сир менән ятҡанын күптән ишеткәйнем. Былтыр ҡыш «Йәншишмә» гәзитенең юбилейында булып, уның кеше ярҙамында ғына йөрөүен һәм үтә ауыр һөйләшеүен күреп, йөрәк һыҙлағайны. Паркинсон ауырыуы ыҙалата икән шағирҙы. Ни тиһәң дә, Сафуан ағай, беҙгә, ҡасандыр әҙәбиәт, журналис­тика иленә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына килеп ингән йәш хәбәрселәргә, бигерәк тә ҡәҙерле кеше бит ул. Зиһенебеҙҙә осҡон уятыусы, дәртебеҙгә дарман биреүсе, ҡулыбыҙға ҡәләм тоттороу­сы бер остаз кеүек ҡабул итәбеҙ беҙ уны. Тиҫтә йыл буйы «Башҡортостан пионеры» гәзитен етәкләгән шәхес күп, бик күптәргә ижад юлын һайларға фатиха биреп кенә ҡалманы, етәкләп үҙе менән бергә алып барҙы. Күңеле киң, теләге изге, әйткәне-өйрәткәне тормошта хәл иткес булды. Һалмаҡ ҡына тыныс тауышы менән күңелебеҙҙәге шик-шөбһәне, борсолоу­ҙарҙы һыпырып ҡына ала ла, йөрәгебеҙҙә тормошҡа ышаныс, әҙәбиәткә һөйөү уята ала ине Сафуан Әлибай. Әле лә уята, әле лә өйрәтә.

«МИН ТЫУҒАНМЫН ТАҢ ЙЫРСЫҺЫ БУЛЫП...»
«МИН ТЫУҒАНМЫН ТАҢ ЙЫРСЫҺЫ БУЛЫП...»
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ганс Христиан Андерсен исемендәге Халыҡ-ара маҡтаулы дипломға, Салауат Юлаев орденына лайыҡ күренекле шағир Сафуан Әлибайға – 70 йәш
ҡанатлы ҡош аҙашмаҫ

– Бала сағың йыш иҫкә төшәме, Сафуан ағай?
– Төшә, шаҡмаҡлы ҡағыҙға Салауат батырҙың һүрәтен эшләгәнем күҙ алдына баҫа. Батыр минең яҡташым бит, – шағир оҙаҡ һөйләшә алмай, туҡтап-туҡтап ала. – Сермәндә йәшәгәндә тыуған яҡты һағынып шиғыр яҙғандарым иҫтә. Йыл да тыуған яҡҡа ҡайтып торам.
Салауат районының Тирмән ауылында тыуып үҫкән шағир. Бөйөк Еңеү хаҡына ялһыҙ эшләп, үҙ ауыҙынан өҙөп, һуңғы ҡабымына тиклем балаларына биргән Һәҙиә апай менән яуҙан еңеүсе булып ҡайтҡан, тормошто һөйөп йәшәгән Әфтәх Әлибаевтар ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып донъяға килгән ул.
«Буй-һыныбыҙ ҡойоп ҡуйған түгел,
Нишләйһең һуң – булды яу йылы.
Яңы тәпәй баҫҡан сабыйға ла
Тейҙе уның әсе дауылы.
Әллә инде үҙебеҙ һиҙмәнекме,
Йөрөнөмө ҡояш аҙашып...» – тип яҙҙы шағир үҙенең бала сағы хаҡында бер шиғырында.
– Балтырҙан мәте кисеп, балтыр­ған, һарына, ҡуян тубығы эҙләгән саҡтарыңды һағынаһыңмы? – Сафуан ағайға тағы һорау бирәм. Бала сағына урап ҡайтамы шағир – тағы оҙон ғына тынлыҡ. Шунан:
– Һе-ей, – тип кинәнеп һуҙа һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татыған ағай, – таты ни тора! Тәме бөгөн дә тел осонда. Әле лә мәте кисеп, табыр инем ул урман байлыҡтарын.
– Ә беренсе шиғырыңды иҫләйһеңме?
– Иҫләйем. 1957 йыл ине, – хәтере һәйбәт ағайҙың. – Белорет районының «Сталинсы» тигән район гәзитендә сыҡты. «Яҙ килде» тип атала ине.
Үҙҙәренең ауылында урта мәктәп булмағас, тик һәйбәт билдәләргә генә өлгәшкән Сафуан ағайҙы Менәүәрә апаһы менән Рәүеф еҙнәһе, артабан уҡыуын дауам итһен, был малайҙан «мал» сыға бит, тип, үҙҙәре менән Сермәнгә алып ҡайта. «Беренсе тапҡыр поезға ултырып, йыраҡ-йыраҡ юлдар үтеп, Белорет районының Сермән ауылына килдек. Ағиҙел буйы. ҡаршыла ғына – ҡыраҡа тауы. Һыртына боролһаң, Йәндек тә күренеп ята. Иҫ киткес матур тирә-яҡ. Шулай ҙа тыуған ер – Салауат ерҙәре һағындыра. Бер талпынып, осоп ҡына ҡайтып китһәң ине», – тип яҙа ул саҡта Сафуан ағай. Һағыныу хистәре блокнотҡа шиғри юлдар булып ята. Кеше тәбиғәте шулайыраҡ шул, тетрәнмәйсә, талпынмайса тороп ҡәләмгә йә моңға тотонмай.
– Шул саҡтағы блокнотыңды ла, мәктәп көндәлегеңде лә һаҡлап ҡына йөрөтә инем әле, – тип һүҙгә ҡушыла шағирҙың хәләле. – Яңыраҡ ҡына ҡулыма алып торҙом. Шәп уҡыған Сафуан. Тик «бишле»ләр генә. Бигерәк тә математика еңел бирелгән. Ул саҡтағы эшләгән һүрәттәре күҙҙең яуын алырлыҡ.
Эйе, Сафуан ағай һәр яҡлап талантлы. Рәссам да, математик та, йырсы ла... Тик яҙмыш уны әҙәбиәт юлынан алып китә. Мәктәпте тамамлағас, ҡалмаҡҡол ауылында китапханасы булып эшләй. Шул осорҙа китапҡа һөйөүе арта, булған бар китаптарҙы уҡып сыға. Үҙе яҙышыуын дауам итә, мәҡәләләре район гәзитендә генә түгел, республика баҫмаларында ла күренә. ҡәләме өмөтлө егетте Салауат районы гәзитенә эшкә саҡыралар. Унда уға халыҡ шағиры Рәми Ғарипов менән бергә эшләү бәхете лә эләгеп ҡала.
– Рәми ағай менән мөнәсәбәтегеҙ һәйбәт булдымы? – тип тағы өндәшәм ағайға.
– Әлбиттә, һәйбәт, минең яҡташым, ҡәҙерле ағайым бит ул. Ул, уҡы, белемле бул, тип кәңәш тә итте.
– Рәми яратты ул Сафуанды. Йыш килә торғайны беҙгә. Шиғыр уҡышалар, йырлашалар ине. Ихлас булдылар. Тик ағайҙың ғүмере генә ҡыҫҡа булды, – Фәрҙиә апай шулай тип өҫтәне.
– Йөрәге лә, таланты ла ҙур ағай­ҙың, – Сафуан ағай Рәмигә ҡарата йылы тойғоһон әйтеп ҡуйҙы.
Шунан Сафуан Әлибаев БДУ-ға юллана.

«Һин – насибы»

– Уҡырға инергә йөрөйбөҙ. Йүгереп китеп бара инем, бер егет туҡтатты ла китабымды һораны. Биреп тор әле, кире ҡайтарырмын, ти, – тип хәтирәһе менән уртаҡлаша Фәрҙиә апай. – ҡарап-ҡарап торҙом да бирҙем. Йәлләнем үҙен. Шул тиклем дә йәмһеҙ кеше була икән донъяла, тип уйланым. Ауылда эшләп килгән арыҡ малай, ябыҡ, ҡыҫыҡ күҙҙәре эскә батҡан, бахырҡайымдың. Эйе, Сафуан ине ул. Һуңынан өйләнешкәс: «Ә һин минең турала нимә тип уйланың?» – тип һорайым Сафуандан. Ул, был ҡыҙ уҡырға инһә, мотлаҡ минеке буласаҡ, тип нәҙер әйттем, ти.
– Һуңынан нимәһе менән арбаны һуң? Шағирлығы менәнме?
– Мин үҙем дә шиғыр яҙған ҡыҙ инем заманында. Сафуан бик иғтибарлы, кеселекле булды. Миңә лә, башҡаларға ла. Йәш, ухаживать иткән саҡта ғына түгел, ғүмер буйы шулай. Йөрәгендәге йылылығын эҫе килеш еткерә белде. Шулай арбаны күңелемде. ҡатын-ҡыҙ өсөн тағы ни кәрәк инде?!
Дүртенсе курста студенттарҙы Сулея станцияһындағы элеваторға эшкә ебәрәләр. Сафуан ағай бөтә курс­ты үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайта. Һәҙиә апай менән Әфтәх ағай бик йылы ҡаршы ала уларҙы. Картуф ҡаҙырға ла, һыу ташып мунса инергә лә өлгөрә талиптар.
– Һуңынан ҡәйнәм һөйләй. ҡыҙҙарығыҙҙың буй-һындарын, тотоштарын-ҡыланыштарын энә күҙәүенән үткәрҙем дә, барыһын да оҡшаттым, тине, – тип һөйләй Фәрҙиә апай. – Тик шулай ҙа Сафуаныма Флүрә тигәнен һайланым. Иңенә көйәнтәһен һалыуы оҡшағайны, биҙрәһе мөлдөрәмә, бер тамсыһы һирпел­һәсе. Тик беҙҙең өлөшкә төшкән көмөш, насибы һин булғанһың икән, килен. Көмөш кенә түгел, алтын, тип арҡам да һөйә торғайны ҡәйнәм.
Яҙмыш түгелме ни был? Флүрә исемле һылыу профессор Әхмәт Сөләймәновтың тормош иптәше булып китәсәк. Әйткәндәй, Сафуан ағайҙарҙың төркөмө лә бик көслө, данлыҡлы исемдәргә бай. Күренекле шағир, ғалим­дар­ҙың бер нисәһен генә телгә алып китәйек: Сафуан ағай үҙе, Ирек Кинйә­булатов, Вафа Әхмәҙиев, Әхмәт Сөләймәнов, Мин­дийәр Дилмөхәмәтов һ.б.
Сафуан ағай студент йылдарында уҡ «Башҡортостан пионеры» гәзитендә эшләй. «Балалар баҫмаһында бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, тиҫтә йыл баш мөхәррир булдым. Ижад итеп йәшәү – оло бәхет ул. Ә балалар өсөн яҙыу айырыуса ҙур ҡыуаныс. Йәш быуын бит – киләсәк. Улар менән минең яҙғандарым да киләсәккә инәсәк», – тип яҙҙы шағир. Шөкөр, Сафуан ағайҙың әҫәрҙәрен, ысынлап та, әле лә балалар ҙа, өлкәндәр ҙә яратып уҡый.
Алдан әйткәйнек инде, Әлибай һәләткә бик бай, тип. ҡасандыр Сафуан ағай тураһында СССР-ҙың халыҡ артисы, мәшһүр композиторыбыҙ Заһир Исмәғилев былай тигәйне: «Сафуан йөҙөндә башҡорт йыр сәнғәте мәшһүр йырсыны юғалтып, Әлибай йөҙөндә башҡорт әҙәбиәте оло шағир тапты». Был серле һүҙҙең мәғәнәһе ябай, Сафуан ағай үтә лә шәп йырлай. Тик төп һөнәре итеп башҡа юлды һайлай ул. Үҙе лә байтаҡ йыр һүҙҙәренең авторы ул. Уның менән Рим Хәсәнов, Роберт Ғәзизов, Нур Дауытовтарҙы ныҡлы ижади ептәр бәйләй.
– Барыһынан бигерәк Рим дәртле ине. Төн уртаһында ла шылтыратып уята торғайны ул. Сафуан ағай, йыр бар, срочно, таңға һүҙҙәр кәрәк, тип бойороп та ебәрә. Кәрәк икән, яҙам. Күп йырҙарыбыҙ шулай тыуҙы, – тип һөйләй Сафуан ағай.
... Шағир менән оҙаҡ, бик оҙаҡ әңгәмәләшеп ултырғыбыҙ килә лә, тик ауырыу хәленә инмәйенсә лә булмай. Тәмләп сәй эсеп алғас, ҡайтырға йыйынабыҙ.
– Сәй эсеп алғас, күҙеңә нур керҙе әле, Сафуан ағай, – тим.
– Сәй түгел, һеҙҙе күреп йәшлек нуры һемерҙем, – тип ҡулын һуҙҙы шағир. Шунан Йәдкәр улымды ҡосаҡлап, үҙенең шиғыр юлдарын да өҫтәне: – «Мин тыуғанмын таң йырсыһы булып, мәңгелек яҙ, бәхет илендә» тип һеҙгә лә өндәшергә яҙһын!

Мөнир ҡУНАФИН.
Йәдкәр ҡУНАФИН фотоһы.
Читайте нас: