-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
12 Февраль 2011, 14:41

Әйтһәм, белеп әйтәм

АЛДАШЫУЫшанһаң таҫма телгә, батыр­һың төпһөҙ күлгә. Сәрүәр Ғәләүетдинов.

АЛДАШЫУ

Ышанһаң таҫма телгә, батыр­һың төпһөҙ күлгә.
Сәрүәр Ғәләүетдинов.

Йәшерен-бошорон эштәр эшләнгәнгә, эштәр бара һаман әкрен.
Мәжит Ғафури.

Урлашыуҙы, алдашыуҙы
белмәгәнгә,
Тәңре үҙе тынын өрөр һәр саф
йәнгә.
Риф Мифтахов.

АЛТЫН

Кеше тупраҡты алтын итә,
Алтын кешене тупраҡ итә. Рәми Ғарипов.

Мең йәһәннәм тыуҙырыр бер
башҡорттоң ялҡыны;
Миллион ожмах яратыр бер
Уралдың алтыны.
Шәйехзада Бабич.

Алтын сәғәт бәйләү менән
беләгенә
ҡай берәүҙәр етә үҙенең
теләгенә.
Ләкин был эш бындай алтын
ҡолдарының
Һис бер әйтмәй алтынлығын
ҡулдарының.
Сәйфи ҡудаш.

Алтын бар икән – һин бай; ул юҡ икән – һин меҫкен! Рәшит Солтангәрәев.

Алтынды ваҡ ҡом араһынан эҙләйҙәр.
Сәғит Агиш.

Алған алтын тауҙарынан биргән алтын баһалыраҡ.
Рәшит Назаров.

Алтын булырға мөмкин хатта ағыу һалып биргән һауыт та. Рамаҙан Шәғәлиев.

Арҡан ишеп була ҡомдан да,
ҡомоң әгәр алтын булғанда. Рауил Бикбаев.

Шулай һәр кемде йомшаҡ итер
алтын,
Йыһанда мөстәҡил хакимдыр
алтын.
Ямалетдин Йомаев.

Алтын йүгән мәгәр кейҙерһәң дә – ишәк ҡала ишәк көйөнсә. Әсхәл Әхмәт-Хужа.

Ярай әле алтын түгелмен мин,
Бит үҙемде беләм хәҙерҙән.
Әгәр алтын булһам, гүргә
ингәс,
ҡаҙып сығарырҙар ҡәберҙән.
ҡадир Әлибаев.

Рубриканы Факил Мырҙаҡаев алып бара.