Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
12 Февраль 2011, 15:26

Татыулыҡҡа дан йырланды

Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылын беренселәрҙән булып Башҡор­тостан яҙыусылары асып ебәрҙе. Улар М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә ошо йылға арналған «ҡәләмдәр берҙәмлеге – халыҡтар берҙәмлеге» исемле ҙур шиғриәт кисәһе үткәрҙе. Университет сәхнәһенән халыҡ ша­ғир­ҙары Рауил Бикбаев, Марат Кәри­мов, Абдулхаҡ Игебаев менән бергә урта быуын шағирҙары ла, уҡыу йортоноң «Тамсылар» әҙәби түңәрәгендә ижад серҙәренә өйрәнеүсе студенттар ҙа сығыш яһаны. Шиғырҙарҙа халыҡтар дуҫлығына, милләттәр татыулығына дан йырланды.– Бөгөнгө кисәнең Аҡмулла исемендәге данлыҡлы уҡыу йортонда үтеүе лә ниндәйҙер символик мәғәнәгә эйә кеүек, – тине үҙенең сығышында Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйы­лышы – ҡоролтай депутаты Рауил Бик­баев. – Сөнки мәғрифәтсебеҙҙең исеме үк башҡорт, татар, ҡаҙаҡ халыҡтары дуҫлығын сағылдыра. Үҙ сиратында БДПУ-ның ректоры Раил Әсәҙуллин әҙиптәргә рухи байлыҡ, дуҫлыҡ кисәһе өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм студенттарҙы шиғриәт кеүек изге лә, серле лә илгә йышыраҡ сәйәхәт итергә саҡырҙы. Осрашыу аҙағында күңел байлығын, аҡыл һандығын асып һалған яҙыусыларыбыҙ киләсәктә башҡа уҡыу йорттары студенттары менән дә осрашыу теләген белдерҙе.М. ҒАРИФУЛЛИН.В. КАРАБАНОВ фотоһы.

Татыулыҡҡа дан йырланды
Татыулыҡҡа дан йырланды
Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылын беренселәрҙән булып Башҡор­тостан яҙыусылары асып ебәрҙе. Улар М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә ошо йылға арналған «ҡәләмдәр берҙәмлеге – халыҡтар берҙәмлеге» исемле ҙур шиғриәт кисәһе үткәрҙе.
Университет сәхнәһенән халыҡ ша­ғир­ҙары Рауил Бикбаев, Марат Кәри­мов, Абдулхаҡ Игебаев менән бергә урта быуын шағирҙары ла, уҡыу йортоноң «Тамсылар» әҙәби түңәрәгендә ижад серҙәренә өйрәнеүсе студенттар ҙа сығыш яһаны. Шиғырҙарҙа халыҡтар дуҫлығына, милләттәр татыулығына дан йырланды.
– Бөгөнгө кисәнең Аҡмулла исемендәге данлыҡлы уҡыу йортонда үтеүе лә ниндәйҙер символик мәғәнәгә эйә кеүек, – тине үҙенең сығышында Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйы­лышы – ҡоролтай депутаты Рауил Бик­баев. – Сөнки мәғрифәтсебеҙҙең исеме үк башҡорт, татар, ҡаҙаҡ халыҡтары дуҫлығын сағылдыра.
Үҙ сиратында БДПУ-ның ректоры Раил Әсәҙуллин әҙиптәргә рухи байлыҡ, дуҫлыҡ кисәһе өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм студенттарҙы шиғриәт кеүек изге лә, серле лә илгә йышыраҡ сәйәхәт итергә саҡырҙы.
Осрашыу аҙағында күңел байлығын, аҡыл һандығын асып һалған яҙыусыларыбыҙ киләсәктә башҡа уҡыу йорттары студенттары менән дә осрашыу теләген белдерҙе.

М. ҒАРИФУЛЛИН.
В. КАРАБАНОВ фотоһы.
Читайте нас в