Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
12 Февраль 2011, 14:47

«Елдәр генә бары ҡағылып үтә, Һағышымдан мине һыҙғыртып...»

ҡиблабыҙ«Әсәй» һүҙе менән тел асылған,Бәлә килһә: «Әсәй», – тибеҙ беҙ.Әсәйҙәрҙең ерҙәге ҡөҙрәтеБар нәмәнән өҫтөн, тиңһеҙ бит.

ҡиблабыҙ

«Әсәй» һүҙе менән тел асылған,
Бәлә килһә: «Әсәй», – тибеҙ беҙ.
Әсәйҙәрҙең ерҙәге ҡөҙрәте
Бар нәмәнән өҫтөн, тиңһеҙ бит.

Һуңғы тапҡыр һулыш алғанда ла:
«Әсәй», – тиеп күҙҙе йомабыҙ.
Беҙҙең өсөн әсәй был донъяла –
Тере иман, һөйөү ҡиблабыҙ.

Ауыл әсәйҙәре

ҡояштан да алданыраҡ тороп,
Эшкә тотона ауыл әсәйҙәре.
Йылдың йылы шулай дауам итә
Көнитмеше, ерҙә йәшәүҙәре.

Гөбөрләтеп һыйыр һауа улар,
Шөкөр итеп, таңғы сәғәттә.
Яҡты уйҙар менән көндө башлау
Ингән күркәм, тейеш ғәҙәткә.

Көтөү киткәс, бер аҙ эштәр бөткәс,
Ут яғыла ҡаҙан аҫтына.
Әсә менән яңы көн ҡаршылай
Самауыры өҫтәл башында.

Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек шул
Беҙҙең әсәйҙәрҙең эштәре.
Донъя именлеген һаҡлай кеүек
Уларҙың ябай, кәрәк хәстәре.

Аҡ шоңҡар

Йылайырға йылан оялашып,
Башҡортома сәскән ағыуын.
Үҙ күгендә осҡан азат ҡоштоң
Күралмаған ҡанат ҡағыуын.

Мәкер белмәҫ ғорур аҡ шоңҡарҙы
Албырғатып юха үҙенә,
Үтә ҡыҙыл ҡыҙыу һүҙҙәр һөйләп,
Теш батырған йөрәк түренә...

Халыҡ рухын һындыра алмағас,
Барлыҡ үсен алған йор ҡоштан.
Аҡ шоңҡары шәһит, ҡорбан булғас,
Етемһерәп ҡалған Башҡортостан.

Аҡ шоңҡарҙың өҙөлгән ғүмере
Йөрәгемә ҡандар һауҙыра.
Уттан ҡайнар әрнеү йәштәре
ҡайта-ҡайта рухты яндыра.

Был вәхшилек бер ҙә онотолмаҫ,
Йәлләттәргә ҡарғыш, мең ләғнәт!
Ил йәнендә мәңге уңалмаҫлыҡ
Һатлыҡ йылан һалған йәрәхәт...

Йылдар аша ишетелә кеүек
Аҡ шоңҡарҙың һуңғы ораны:
– Ирегең һинең – илкәйең булыр,
Уралың булыр, башҡорт уланым!

Үлән ҡурай зары

Хәҙер инде мине уйнамайҙар,
Күнектеләр ағас ҡоралға.
Ошо, тигәндәй, башҡорт ҡурайы,
Сығарҙылар оло донъяға.
Алтын тажым илдең тамғаһында
Ярты ҡояш кеүек күренә.
Әллә инде яңы тыуып килә,
Әллә инде яйлап һүрелә...
ҡурай уйнар милләт балалары
Белмәйҙер ҙә килбәт, төҫөмдө.
Яһалма ҡорал яһаусы оҫта
Эшкә еккәс минең исемде.
Тауышыбыҙ оҡшаш оҡшашлыҡҡа,
Ләкин ул бит йәнле моң түгел.
Ғүмер буйы иргә хеҙмәт иттем,
Күкрәгемдән тере моң түгеп.
Елдәр генә бары ҡағылып үтә,
Һағышымдан мине һыҙғыртып.
Меңәр йыллыҡ аҫыл үткәнемде
Хәтеремдә минең ҡуҙғытып...

Эт уйҙары

Таҡтанан ҡоролған
Ел үтмәҫ өйө бар.
Яҙмышын беркеткән
Сылбырлы сөйө бар.
ҡайыштан муйынсаҡ
Кейҙергәс хужаһы,
Артынан эйәрә
Шалтырап нужаһы.
Тамағы туҡ та ул,
Туйҙыра йоҡоһон.
Хыялый теләге
Гел һала ҡотҡоһон:
– Теш менән һурып ал
Сынйырҙың тут сөйөн,
Йәшәргә ярамай
Вайымһыҙ, был көйө...
...ҡарҙарҙан, һыуыҡтан
Һыйыныр йорто бар.
Этлекле тормоштоң
Түҙерлек ҡото бар.
Кәйефе булғанда,
Хужаһы ҡайсаҡта,
Һыртынан һыйпай ҙа,
Ала бер ҡосаҡлап.
Шунан һуң яҡшылап
Тикшерә сынйырын,
ҡайышы һыҡмаймы
Дуҫының муйынын?

... Эт һаҡлай тырышып
Хужаһы байлығын.
Йәненә йәшереп
Тотҡонлоҡ ҡайғыһын...

Сәлимә һылыуыма

Атай һине нығыраҡ яратҡанға
Эстән генә, һылыу, көнләштем.
Әсәй ҙә бит, йырҙағыса көйләп:
– Сәлимәкәй, – тиеп өндәште.

Беҙ белгәндә әсәй сирле ине,
Атай бушаманы эшенән.
Өҫтәлебеҙҙә һәр саҡ икмәк булды,
Кәм булманыҡ шуға кешенән.

Атай, әсәй мәңгелек сәфәрҙә,
Һыйынырға ҡалды биш апай.
Бала саҡтар иҫкә төшкән саҡта
Күңелемде яҡты йәш ҡаплай.

Хәҙер беләм: атай барыбыҙҙы
Бармаҡтай тиң күреп яратҡан.
Ғүмер буйы йырға ғашиҡ әсәй,
Бәхет юрап, йырын таратҡан.

Хаттар

ҡара төндә ап-аҡ хаттар яҙҙым,
Йөрәктәге ал хыялға манып,
Өҫтәлдәге һары май шәм кеүек,
Күңелемә һағыш торҙо тамып.
Яҙған сәләмдәрем яҡты көндә
Юлландылар һинең тарафыңа.
Һөйөүемде ҡыҫтырып ҡалдырҙым
Мин хаттағы юлдар араһына.
Яҙғанымды танығанға күрә,
Төшөнгәнгә шул юлдар араһын,
Һинең менән инде нисәмә йыл
Киләсәгебеҙгә китеп барабыҙ.
ҡара төндә ап-аҡ хаттар яҙҙым,
Йөрәктәге ал хыялға манып.
Һинле төндәремдә төшкә инә
Яуап хатың, аҡ йондоҙҙай янып.

Һалдат дуҫлығы

Ни етә һуң һалдат дуҫлығына?!
Яҡташың бит бер туғаның ише.
Ят тарафта йәнгә рухи терәк
Үҙ телеңдә һөйләшеүсе кеше.

Бергә юҡһынаһың, һағынаһың
Алыҫта ҡалған аҫыл илеңде.
Бүлешәһең һуңғы тәмәкене,
Уртаҡлайһың аҙаҡҡы телемде.

Һалдат дуҫлығының ни икәнен
Кемдәр хеҙмәт иткән яҡшы белә:
Яҡташы юҡ, гүйә, үгәй әҙәм,
Уның өсөн ошо ҡаза, бәлә.

Миңә далан мәрхәмәтле булды,
Яңғыҙ ҡалдырманы ҡыйын саҡта.
Хеҙмәттә тыуған һалдат дуҫлығы
ҡарауылға баҫты, торҙо һаҡта.

...Ул замандан байтаҡ йылдар
үткән,
Байтаҡ һыу ташыған йор йылғалар.
Улыма ла яҙһын ошо дуҫлыҡ,
Имен генә торһон был донъялар.

Рамаҙан ҡОЛМӨХӘМӘТОВ (Рамзай).
Салауат ҡалаһы.
Читайте нас: