-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
8 Февраль 2011, 14:45

Кешеләрҙең өс төрө хаҡында

Бер батшаға икенсе илдән бер үк төрлө, бер-береһенән бер нәмә менән дә айырылмаған өс алтын һын ебәрәләр. Уларҙы оҙатыу­сы хатта был өс һындың һәр береһенең үҙенә генә хас булған хаҡы һәм мәғәнәһе барлығы хаҡында яҙылған була. Хан үҙенең ярҙамсыларын йыйып, был өс һындың айырмаһын табырға бойора.Тегеләр баштарын бик оҙаҡ ҡатыра: һындар­ҙы арҡырыға һәм буйға үлсәй, күпме алтыны барлығын тикшерә, әммә бер ниндәй ҙә айырма тапмай, арып-талып, аптырап, нимә эшләргә белмәй, ҡулдарын һелтәй.

Бер батшаға икенсе илдән бер үк төрлө, бер-береһенән бер нәмә менән дә айырылмаған өс алтын һын ебәрәләр. Уларҙы оҙатыу­сы хатта был өс һындың һәр береһенең үҙенә генә хас булған хаҡы һәм мәғәнәһе барлығы хаҡында яҙылған була. Хан үҙенең ярҙамсыларын йыйып, был өс һындың айырмаһын табырға бойора.
Тегеләр баштарын бик оҙаҡ ҡатыра: һындар­ҙы арҡырыға һәм буйға үлсәй, күпме алтыны барлығын тикшерә, әммә бер ниндәй ҙә айырма тапмай, арып-талып, аптырап, нимә эшләргә белмәй, ҡулдарын һелтәй.
Тик берәүһе генә бирешергә теләмәй, тикшереүен дауам итә. Ул бер һындың ҡолаҡ тишегенә алтын сыбыҡты тығып ебәрә һәм уның икенсе ҡолаҡтан килеп сығыуын күрә. Ә икенсеһенең – ауыҙынан, ә инде өсөнсөһөнөң кендегенән килеп сығыуын күҙәтә.
Бер аҙ уйланып торғас:
– Хөрмәтле батшам, – ти ул, – йомаҡ сиселде, тип уйлайым. Беренсе һын хәбәр бер ҡолағынан инеп, икенсеһенән сығып киткән кешеләргә оҡшаған. Ә икенсеһе берәй яңылыҡ ишетеү менән, үҙе еренә еткереп аңламауына ҡарамаҫтан, тиҙерәк башҡаларға һөйләргә ашыҡҡан кешеләргә оҡшаш. Ә инде өсөнсө һын ишеткәндәрен иҫендә ҡалдырып, үҙ йөрәге аша үткәрә торған кешеләргә тап килә. Тап бына ошо – өсөнсө һын бөтәһенә ҡарағанда ла ҡиммәтерәк, – ти.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.