Күңелемдә ике көндәш йәшәй,
Икеһе лә сәмле, тынғыһыҙ,
Береһе уның – аҡыл, икенсеһе –
Тойғоларым, тотоп тыйғыһыҙ.
Вафа Әхмәҙиев.
Аҡыл –
Атылырға торған вулкан йәки
Табылмаған нефть ятымы,
Йыһан сере йәки асылмаған
Көньяҡ полюстағы алтын ул. Ғәйнан Әмири.
Һәр бер аҡылһыҙ, аҡыллыны аҡылһыҙға хисаплап, үҙенә аҡыл дәғүә итә.
Ғәйнан Хәйри.
Аҡыл, фекер камиллаша
күргән менән,
Сабыр йәшәп, үҙең татып
белгән менән.
ҡадир Даян.
АҡЫЛ-КӘҢӘШ
Иң аҡыллы кеше лә кәңәшкә
мохтаж.
Ғайса Хөсәйенов.
Һәр кем үҙ тауына үҙ мәлендә менергә тейеш.
Мостай Кәрим.
Уралда яман тау булғансы
Сәскәле уба бул далала.
Урманда ҡыу ағас булғансы
ҡош һайрар бер тал бул далала.
Рауил Бикбаев.
Тарт һин йөктөң ауыр тейәлгәнен, еңел тейәлгәне аҡһатыр.
Хисмәтулла Юлдашев.
Ризығыңды тигеҙ итеп бүлә лә
бел.
Туйған саҡта кем дә бүлә, ас
саҡта бүл.
Салауат Әбүзәр.
Гел кешегә кәңәш бирә
һәм ул ота:
Һәйбәт сыҡһа, шул кәңәште
үҙе тота.
Рәдиф Тимершин.
Йыһан күрке – яҡты ҡояш,
Илгә бер нур бул һин, балам.
Ил күгенә болот төшһә,
Дауыл булып ҡыу һин, балам.
Фәүзиә Юлдашбаева.
ҡаяларҙа осор шоңҡарҙар,
Далаларҙа елер толпарҙар.
Шоңҡар булһаң, күктә
йөҙөп ҡал.
Толпар булһаң, ҡырҙа
елеп ҡал.
Сәйфи ҡудаш.
Артыҡ нескә булма, әй, һин,
бала,
Нескә гөлдө ҡырау тиҙ ала.
ҡадир Даян.
Үҙең булып ҡал һин, балам,
Һис тә булма яһалма:
Әрләһәләр, тик тыныс ҡал,
Маҡтаһалар, маһайма!
ҡадир Әлибаев.
Кеше ҡулы менән кеше туҡмамағыҙ.
Мостай Кәрим.
АЛДАШЫУ
Ялған айыҡ булып алдашҡансы,
Ысын иҫерек булыу яҡшыраҡ. Мәжит Ғафури.
Ай йөҙлө шатлыҡ.
ҡара йөҙлө ҡайғы.
Һары йөҙлө һағыш.
ҡыҙыл йөҙлө кенә.
Ала йөҙлө алдау.
Шамил Анаҡ.
ҡай сағында ышандырыр өсөн
Мәжбүр булабыҙҙыр алдарға.
Хәйер, изге маҡсат өсөн алдау
Кермәйҙер ҙә әле ялғанға.
Әнғәм Атнабаев.
Рубриканы Факил Мырҙаҡаев алып бара.