-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
5 Февраль 2011, 14:48

Үәт, ҡыҙыҡ!

– Бесәйем менән икебеҙҙең бөтә әйберҙәребеҙ ҙә бүленгән! Уның үҙ һауыты, ә минең – тәрилкәләр. Уның йоҡлай торған келәме бар, миндә йомшаҡ түшәк. Ул «Вискас» ашай, ә мин – чипсы. Мин телевизор ҡарайым, ә ул – кер йыуыу машинаһын.

– Бесәйем менән икебеҙҙең бөтә әйберҙәребеҙ ҙә бүленгән! Уның үҙ һауыты, ә минең – тәрилкәләр. Уның йоҡлай торған келәме бар, миндә йомшаҡ түшәк. Ул «Вискас» ашай, ә мин – чипсы. Мин телевизор ҡарайым, ә ул – кер йыуыу машинаһын.

* * *
Тәрбиәле кешеләр ипотека кредитына алынған фатирҙа бер ваҡытта ла проценттар хаҡында һөйләшмәҫ.

* * *
Табип – пациентҡа:
– Минең һеҙгә насар хәбәрем бар.
– Табип әфәнде, мин үләмме?
– Юҡ! Беҙ һеҙҙе дауалаясаҡбыҙ!

* * *
Кеше бер ваҡытта ла үҙенә тойолғанса ул тиклем бәхет­һеҙ һәм үҙе теләгәнсә бәхетле була алмай...

* * *
Авиаһәләкәттән һуң табип урта йәштәрҙәге пациентты ҡарай һәм шәфҡәт туташына, мин әйткәндәрҙе яҙып барығыҙ, ти.
– Уң яҡ ҡулы һынған. Алтынсы һәм етенсе ҡабыр­ғаһы селпәрәмә килгән. Башы бик ныҡ йәрәхәтләнгән...
Аҙаҡ пациентҡа өндәшә:
– Ханым, һеҙгә нисә йәш?
– Егерме биш...
– Һәм хәтере юйылып, мейеһе бик ныҡ һелкенгән, – тип дауам итә табип.

* * *
«Джентльмен, әгәр ҙә ул хужалыҡ икенсе джентльмендыҡы булһа, хужалыҡта ҡатын-ҡыҙға ярҙамлашырға тейешме?»

* * *
– ҡәҙерлем, һиңә минең сәсем оҡшаймы?
– Эйе. Бөгөнгө иртәнге аштағыһы бигерәк тә...

* * *
– Беҙ һеҙҙе иҫерек килеш театрға индерә алмайбыҙ.
– Ана, теге кешене индерҙегеҙ бит.
– Ул бит артист, уға сығыш яһарға кәрәк.